НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Монафиҡ (Хикәйә)

Монафиҡ (Хикәйә)


Монафиҡ (Хикәйә)
Сәлимә Сафа ҡыҙы иртән телефон тауышына иләҫләнеп уянды. Тумбочкала ятҡан кеҫә телефоны, мине алығыҙ инде, тигәндәй, бер туҡтауһыҙ шылтырай ҙа шылтырай. Күҙен тырнап асты ла, сәғәткә ҡараны, әле иртәнге ете лә тулмаған.
– Бәй, таң тишеге менән кем борсой икән мине? Нимәгә кәрәгем бар икән? Бөгөн ял көнө лә баһа, исмаһам, рәхәтләнеп йоҡларға бирмәнеләр...
Сәлимә Сафа ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусыһы, баш ҡала гимназияһында уҡыта, шул үҙенекен иттеме, бәлки, ата-әсәләр борсойҙор, тип ҡабалана-ҡабалана телефонын алырға китте.
– Эйе, тыңлайым. Хәйерле иртә...
– Һаумыһығыҙ әле! Саҡ таптым, әй, үҙегеҙҙе, Сәлимә Сафиевна! Мине беләһегеҙҙер ул, иҫләйһегеҙме, һеҙҙә ике ҡыҙым уҡыны – Рәйнә менән Ләйлә. Тик бер класта уҡыманылар. Сығарылыш кисәһендә һеҙҙең менән һөйләшеп торғайныҡ, иҫегеҙгә төштөмө?
– Юҡ шул, һис хәтерләй алмайым. Ҡыҙҙарығыҙҙы ҡылыҡһырлағыҙ әле, зинһар, бәлки, шунан асыҡлармын?
– Әәә, ней, Рәйнәһе һарыраҡ, оҙон буйлы, Ләйләһе ҡара сәсле, ҡыҫҡа буйлы, бына минең кеүегерәк.
– Һеҙҙе хәтерләмәгәс, күҙ алдына килтерә алмайым, ғәфү итегеҙ.
– Әй, шулай бит әле. Һәй, әттәгенәһе, онотоп торам: Ләйләһе шиғыр яҙа ине, ул һеҙҙең журналистар түңәрәгенә лә йөрөгәйне. Ул башҡортса яҡшы һөйләшә, ә Рәйнәһе белмәй ине. Хәҙер иҫегеҙгә төштөмө?
– Баштан уҡ шулай тиҙәр уны! Иҫләнем. Хәҙер ни эш бөтөрәләр ҡыҙҙарығыҙ?
– Олоһо кооператив техникумын бөттө лә, кейәүгә сыҡҡайны, уңманы. Балаһы ла булманы. Шунан бына икенсегә сыҡты, һаман ауырға ҡала алмай әле...
– Йәл, әлбиттә, тик, үкенескә күрә, мин гинеколог түгел шул...
– Эйе-эйе, беләм, иртә уңмаған – кис уңмаҫ, бер уңмаһа – һис уңмаҫ, тиҙәр шул. Кем белә, бәлки, икенсеһе менән уңып китер, тип тәүәккәлләгәйне инде, балаҡайым.
– Ә ни эшләп икенсеһе тураһында һөйләмәйһегеҙ әле? Уныһы ни эш бөтөрә?
– Эйй, әйтмә лә инде, Сәлимә Сафиевна, бәхете булды уныһының, бик булды, Әмриккә сығып китте.
– Миңә Сәлимә тип өндәшһәгеҙ ҙә ярай. Бүлдерҙем, ғәфү итегеҙ…
– Университетта уҡып йөрөй ине, шунда Әмриктән килгән бер егет менән таныш­ҡан да, тегеһе быға мөкиббән киткән дә ҡуйған, әй! Ни төҫө, ни буйы юҡ үҙенең. Ай-вайына ҡуймай, Өфөлә үк өйләнеп, апҡайтып китте. Бер тапҡыр ҡайтып та киткәйнеләр, бынан өс йыл элек, һеҙгә сәләм дә әйткәйне...
– Рәхмәт, онотмағас. Һағынаһығыҙҙыр ҡыҙығыҙҙы...
– Уй, ҡайҙа ти һағыныу, икенсеһе эргәмдә бит, миңә шул етә. Әй, Ләйлә һеҙгә әҙрисен дә ҡалдырғайны, Сәлимә апа хат яҙһын, ваҡыты булһа, тип.
– Ә ни эшләп шунда уҡ шылтыратманығыҙ, әйтмәнегеҙ һуң миңә? Исемегеҙҙе онотҡанмын, ғәфү итегеҙ.
– Дилбәр булам. Әлләсе, нишләп шылтыратманым икән. Хәҙер әҙрисе лә юғалғандыр, байтаҡ ғүмер үтте бит.
– Башҡа хат яҙманымы ни?
– Юҡ шул.
– Белеүемсә, һеҙ Урал аръяғынан. Ләйлә үҙ яҡтарын бик маҡтап яҙа торғайны иншаларында, ҡайтып килгәндер, моғайын?
– Эйе, ҡайтып йөрөп килделәр үҙҙәре генә.
– Улай икән... Әле ни йомош һуң?
– Бөгөн әллә һеҙгә килеп сығайыммы тигәйнем дә, әҙрисегеҙҙе әйтһәгеҙ әгәр...
– Ваҡыт юҡ бит әле, Дилбәр туғаным, һәр аҙна һайын яңғыҙ әсәйем янына ауыл­ға ҡайтып йөрөйөм, йомошоғоҙ ныҡ ҙур булмаһа, ял көнө килерһегеҙ. Биштәрҙә килһәгеҙ, сәғәт етеләргә тиклем ике сәғәт ваҡытымды бүлермен. Ҡыҙҙарығыҙ хаҡына, ә хәҙергә һау булығыҙ!
– Имен-аман йөрөп килегеҙ әтеү, рәхмәт. Һау булығыҙ!
Трубканы һалғас, Сәлимә Сафа ҡыҙы аптырашта ҡалды. Туҡта-туҡта, ни эшләп был ҡатын ҡыҙҙарын тигеҙ яратмай икән? Ни өсөн шулай? Уға минән ни кәрәк? Ана, йомошо булғас, эҙләп тапҡан бит, ә өс йыл элек сит илгә киткән ҡыҙының сәләмен яңы тапшырып тора... Ҡыҙыҡ! Ярай, килһен әле, һөйләшербеҙ, шунда барыһы ла аңлашылыр...
Бер уянғас, ҡабат ятып торманы. Йыуынып алды. Шунан сәй ҡуйҙы ла, ул ҡайнағансы юлға әҙерләнә башланы. Өфө менән тыуған ауылы араһы өс йөҙ саҡрым тирәһе булыр. Арыу ғына юл, әлбиттә, әгәр бөгөн имен-аман ҡайтып етеп, кисләтеп мунса яғып, әсәһен йыуындырһа, бик шәп. Унан сыҡҡас, тирләшеп ятырҙар, ҡоймаҡлап сәй эсерҙәр... Эййй, әсәйем, берәй балаһы ҡайтып инһә, талпынып, һағынып ҡаршылай бит ул. Шәмбегә тиклемге көндәрҙе бөртөкләп һанап бара. Был юлы ла, кем ҡайтыр, тип борсола-көтәлер инде, ҡайтмай күрмәһендәр, тип теләй, юл доғалары уҡый торғандыр...
Бөгөн иртән былай ҙа торор ине лә ул, будильнигын туғыҙға ҡуйғайны, бынау Дилбәре иртәрәк уятты. Билетты алдан барып алғайны, ултырып китһә, Стәрлегә ике сәғәттә “һә” тигәнсе елдереп барып етә, унан таксиға ултырһа, бер сәғәттән ауылда була. Үәт, замана! Ҡыҫҡаһы, сәғәт икегә өйҙә әсәһе менән сәй эсеп ул­тырасаҡ!
Иртәнге сәйҙе эскәс, тиҙ-тиҙ генә кейенде лә, юл ыңғайы йортона яҡын ғына магазинға инеп, күстәнәстәр алды һәм автовокзалға юлланды. Үҙ ваҡытында имен генә ултырып китте. Теп-теүәл сәғәт икелә ул тыуған йортоноң ишеген ҡаҡты:
– Әсәй, ас! Был мин, Сәлимәң.
– Ә-әә? Шулаймы ни? Хәҙер асам, ҡыҙым, сабыр ит, мин туҡылдап барып еткәнсе...
– Ярар, ҡабаланма! Әтеү йығылып ҡуйырһың...
Әсәһе өйҙә яңғыҙ булғас, эстән бикләнеп ултыра. Хәҙер бит заманы икенсе. Донъялар буталды, яңғыҙ ҡарсыҡтарҙы талау, үлтереү осраҡтары тураһында көн дә телевизорҙан күрһәтеп, радионан һөйләп, гәзиттәрҙә яҙып торалар. Аллам һаҡлаһын!
Әсәле-ҡыҙлы ҡосаҡлашып күрешкәс, ҡаланан алып ҡайтҡан күстәнәстәр менән сөкөрҙәшеп сәй эстеләр. Шунан Сәлимә мунсаға һыу ташып, иҙәнен йыуҙы, тоҡандырып ебәрҙе. Ҡара мунса оҙаҡ әҙер була, еҫе сыҡмаһын тип, ишеген ҡыҫыбыраҡ ҡуйғас, ҡоймаҡ ҡойорға тотондо. Көҙгө көн ҡыҫҡа була, уның ҡарауы, мунса әҙер булғансы байтаҡ эшкә өлгөрөргә мөмкин.
Кисләтеп кенә мунса инделәр ҙә, ҡайтып, мәтрүшкәле сәй эскәс, ятып торҙолар. Әсәһе диванда радионы тоҡандырып йоҡлап китте. Шулай күнеккән, радио һөйләп торһа, уға яңғыҙлыҡ һиҙелмәй, өйҙә кеше бар кеүек тойола. Ана, тәҙрә төбөндә генә һыулы стаканы тора. Ҡаршыһында – телевизор.
Эй-й, оло кешенең ни, йоҡоһо ҡош йоҡоһо төҫлө генә шул, ун биш минут үттеме, юҡмы, әсәһе уянды. Һөйләйһе һүҙҙәре күп ине уның, тышҡа сығып йөрөмәгәс, һөйләшер кешеһе юҡ.
– Элек ауыл гөрләп торҙо, халыҡ, күрше-күлән татыу йәшәне, бер-береһе менән аралаша, ярҙамлаша торғайны, – тип башланы әсәһе һүҙен, – кәпитәлизмгә күскәс, был матур ғәҙәттәр юҡҡа сыҡты. Ә йәл! Хәҙер күрше күршеһенә аяҡ баҫмай, хәл белешмәй, күстәнәс тотоп килеүҙе оноттолар. Элек яңғыҙ ҡарсыҡ-бабайҙар­ға бер банка һөт булһа ла тотоп инәләр ине, хәҙер йорто тулы байлыҡ булһа ла энәһен дә йәлләйҙәр. Эйй, әүәлге замандарҙа-аа ҡарт-ҡороноң һорағанын көтөп тормайҙар ине, хәйер-саҙаҡамы, байрамдарҙа күстәнәс-бүләкме шунда, аш-һыумы, кеше үҙе кертә ине. Ваҡыты булмаһа, балаларын йүгертә ине. Шулай, ҡыҙым, заманалар ныҡ үҙгәрҙе хәҙер. Заманаһы менән бергә кешеләр ҙә үҙгәрҙе, ҡырыҫланды...
Сәлимә әсәһенең һөйләгәндәрен тыңлай-тыңлай йоҡлап киткән, юғиһә ишеткәндә йөпләп, “эйе”, “шулай шул” тигән һүҙҙәр ҡыҫтырғылай ине. Ә әсәһе, ул өндәшмәһә лә, һөйләне лә һөйләне. Бәҙрәфкә тороп сыҡҡанда, сәғәткә ҡараһа, төнгө өс тулып дүртенсе киткән... Ә ул һаман һөйләй ҙә һөйләй... Эйй, Аллам, яңғыҙлыҡтан һаҡла берүк!
Иртәгәһен икеһе лә яҡшы кәйеф менән уянды. Сәли­мәнең янында – әсәһе, әсәһе янында ҡыҙы бар. Ана бит, нисек шатланып йө­рөй, сабый баламы ни! Яныңда һиңә ғүмер биргән ҡәҙерле кешеңдең булыуы һәм уның һағынып көтөп тороуынан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?!
...Бына Сәлимә йәнә лә үҙенең теүәл ваҡытында ауыл аша уҙыусы автобусҡа сығыр, унан инде тәғәйен ваҡытында “Стәрлетамаҡ – Өфө” автобусына ултырып, фатирына ҡайтыр... Хәйер, бөгөн уға кеше килергә тейеш, Дилбәр менән осрашырға һөйләшкәйнеләр бит. Уның менән һөйләшкәндән һуң дәрестәргә әҙерләнәһе бар. Эй-й, ҡайҙа булһа ла ике ҡулына бер эш, тик уларҙың бер ваҡытта ла осона сыға алғаны юҡ.

* * *
Сәлимә ҡайтып еткәндә Дилбәр уны урамдағы эскәмйәлә ниндәйҙер йәш кенә йыуан ир менән һөйләшеп көтөп ултыра ине инде.
Кеме икән? Дилбәрҙең үҙен таныным – күргән кешем, ә бына йәш ирҙе күргәнем булманы. Улымы, иреме? Улы тиһәң, ике ҡыҙым бар, ти, ире тиер инең, бик йәш күренә... Шулай уйлана килгәс, быларға тапҡырланы:
– Һаумыһығыҙ, күптән көтәһегеҙме?
– Бер сәғәт тирәһе барҙыр, ярай китеп өлгөрмәнек...
– Әйҙәгеҙ, рәхим итегеҙ!
Бер-бер артлы өсөнсө ҡатҡа күтәрелделәр. Сәлимә менән Дилбәр йылдам ғына менеп китһә лә, теге йәш ир арманһыҙ булып арыны, бара-бара ла, туҡтап, хәл йыя.
– Кемегеҙ ул? – Был юлы Сәлимә ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы.
– Улым.
– Шундай ҙур улығыҙ бармы ни? Исеме кем?
– Эйе, бар. Айҙар атлы.
– Бик матур исем ҡушҡанһығыҙ икән. Өс балағыҙ барҙыр тип уйламағайным...
Быға ҡаршы Дилбәр битараф ҡына ҡул һелтәне:
– Булмаһа яҡшы булған булыр ине лә, барыһына ла үҙем ғәйепле. Бына әле лә һеҙгә мөрәжәғәт итеүемә үҙем ғәйепле. Ауырыу ул бала, Даун сире менән тыуҙы. Алланың ҡәһәре төшкәндер инде минең башҡа.
– Ҡуйсы, изге Рамаҙан айында улай тимәгеҙ, Дилбәр!
– Әллә ниндәй ай булмағайы!
Ҡунаҡтарҙы залға сығарып ултыртҡас, Сәлимә сәй ҡуйып ебәрҙе, табын әҙерләй башланы. Ауылдан алып килгән күстәнәстәрен өҫтәлгә сығарып ултыртты. Быны күреп торған Айҙарҙың ауыҙ һыуҙары ҡороно. Күренеп тора: ашағыһы килә. Күҙҙәрен өҫтәлдән алмай, Сәлимәнең һәр хәрәкәтен күҙәтә. Шулай ҙа түҙмәне:
– Хәҙер сәй эсәбеҙме ни инде, апа? – тип әйтеп һалды.
– Эйе, аҡыллым, сәй эсәбеҙ хәҙер, аҙ ғына сабыр ит, йәме.
– Ммм, ладны-ыы... – Айҙарҙың мығыр­лап, тотлоға-тотлоға әйткән һүҙҙәренә аптырап, Сәлимә һораулы ҡарашын Дилбәргә төбәне. Уныһы:
– Үҙенең һөйләшеүе шулай уның, тыумыштан йүнләп һөйләшә алмай, – тип яуапланы.
– Әйҙәгеҙ, ултырышайыҡ инде, арып, сарсап бөткәнһегеҙҙер.

Илгизә.

(дауамы бар).


Айҙарҙы өҫтәлдең бер яғына айырым ултырттылар, сөнки егет бик йыуан булғанға күрә, шулай ҡулай ине. Ҡаршыһына Дилбәр ултырҙы. Сәлимә үҙе иһә ҡапылғара тороп, сәй-фәлән кәрәк-яраҡтары алып килергә лә уңай, тип ситтән урын алды. Ҡаймаҡлап, ҡоротлап, еләк ҡайнатмаһы менән мәтрүшкәләп тороп сәй эстеләр –быларҙын барыһын да Сәлимәгә күрше ауылда йәшәгән һеңлеһе Гөлара биреп ебәргәйне. Ғәҙәттә, әсәһенә алып килгән ризыҡтарын һыуытҡысҡа ҡуя ла, апаһына ла биреп ебәрә. Айҙарға мәтрүшкәле сәй бик килеште, тирләп китте. Ашап туйғас, шунда уҡ диванға ауҙы ла хырылдап йоҡлап та китте. Сәлимә, Дилбәр мосолманса кейенеп килгәс, аштан һун амин тоталарҙыр, тип уйлағайны. Уйы дөрөҫ булмай сыҡты.
– Әйҙәгеҙ инде, хәҙер уртаға һалып һөйләшәйек: ниндәй проблемаларығыҙ бар, Дилбәр Арыҫлановна?
– Ҡуйсәле, исем менән генә һөйшәйек, риза булһағыҙ, әтеү әллә нисек, – тип яуапланы быға ҡаршы Дилбәр. – Бер-беребеҙҙе белгән кешеләрбеҙ бит, риза булһағыҙ, әлбиттә...
– Ризамын, дауам итегеҙ! – Ваҡыты наҡыҫ Сәлимәнен Дилбәрҙән йомошон тиҙерәк һөйләткеһе килә ине. – Минән һеҙгә ниндәй ярҙам кәрәк?
– Уны аңлатыу өсөн барыһын да баштан һөйләргә кәрәк шул, туғаным, тик ниҙән башларға икән? Йә, Раббым, башлап һеҙгә сиселәм, туған, бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине. Башта-аан башлайым, яраймы?
– Әлбиттә, дауам итегеҙ. Тыңлайым.
– Урал аръяғы райондарының береһенән икәнемде беләһең инде, Сәлимә, ярлы ғына ғаиләлә тыуғанмын. Атай фронтовик ине, һуғышта алған яраларынан мандый алмай иртә китте, итәк тулы биш бала менән әсәй яңғыҙ ҡалды. Өс ҡыҙ, ике малай үҫтек. Өлкән апайым һигеҙенсене бөтөү менән ҡалаға ФЗУ-ға уҡырға китте, штукатур-маляр һөнәренә эйә булғас та, кейәүгә сыҡты. Ике бүлмәле фатир бирҙеләр үҙҙәренә. Эше аҡсалы, тырыш, әрһеҙ ауыл балаһына тағы ни кәрәк? Тик балалары ғына булманы, шуныһы йәл. Булһа, бәлки, тормоштары бөтөнләй икенсе төрлө булыр ине. Тик еҙнәм өмөтөн өҙмәне, йыл һайын бәпәй көттө. Апайым йәшләй генә сыҡҡайны кейәүгә, бәлки, мәле етмәгән булғандыр. Өйө таҙа, ире тәрбиәле булды уның, эштә лә хөрмәт иттеләр үҙен. Шулай татыу ғына көн итәләр ине…
Бер ваҡыт ауылға ҡунаҡҡа ҡайтты былар. Бер сумка күстәнәс тейәп алғандар – лампасый, бишенйә, керәндил, мәкле аҡ ҡаластар... Быларҙы сығарып һалғас, әсәйемден дә, беҙҙең дә иҫебеҙ китте! Күптән күргәнебеҙ юҡ ине бындай һый-ниғмәтте. Барыбыҙ ҙа ныҡ шатландыҡ, бигерәк тә әсәйем ҡәнәғәт ине. Сәй артында уҡ ул:
-Бына бит апайығыҙ ниндәй шәп, балалар! Һин дә Дилбәр, быйыл һигеҙенсене бөтәһең, апаң янына барып урынлашһаң, шулай лампасыйлар ғына һурып йәшәр инең, бәлки, ә? Нисек уйлайһың? –тине.
Миңә бик күнелле ине. Был һүҙҙәргә бик ҡыуандым.
– Үҙҙәрендә торғоҙһалар, барам. Апай булдырғанды мин дә булдырырмын.
Шулай итеп, һигеҙенсене бөткәс, мин дә ҡалаға ГПТУ-ға киттем. Арыу ғына уҡый башланым. Тик бәлә аяҡ аҫтында ята, тигәндәре дөрөҫ икән, өс ай ҙа уҙманы, бәләгә тарыным. Бәлә тигәнем, шул еҙнәмдең апайымды йә киноға, йә тансаға, йә театрға саҡырыуынан килеп сыҡты. Ә апайым иһә беҙ өсәү булғас, барғыһы килмәй, төрлө сәбәп таба башланы. Сәбәп булмаһа, тота ла мине ебәрә. Балалығыбыҙ ауыр тормошта үткәс, мине, һеңлеһен, ҡала тормошона тиҙерәк өйрәнһен, күнелһеҙләнеп ауылға ҡайтып китмәһен, тигәндер инде. Өсәү йөрөһәң, аҡсаһы ла күберәк сыға бит, шуға еҙнәм билет апҡайттыниһә, тота ла, һин бар, ти. Бына шулай яйлап мин еҙнәм менән кистәрен концерт, кино, театрға йөрөргә һәүәҫләнеп алдым. Бара-тора кисен һауа һуларға ла бергә сыға башланыҡ, апайым иһә шикләнмәне, ышанды. Ә көндәрҙән бер көндө, беҙ театрға киткән кисте, ул да әхирәтенә ҡунаҡҡа китте. Шунан файҙаланып, еҙнәм менән арабыҙҙа яҡынлыҡ булды – ҡаршылашырға көсөм етмәне. Был хәл нисектер көтөлмәгәндә килеп сыҡты, сөнки үҙем дә эстән генә уны ярата башлағайным инде. Яратмаҫлыҡ та түгел шул: үҙе сибәр, оҙон буйлы, аҡыллы... Минең ҡыҫҡа аяҡлы, табаҡ битле ҡараҡай апайымдың нимәһен тапҡандыр, тип хатта көнләшә лә башлағайным, шикелле...
Апайым ҡайтҡас, икебеҙ ҙә һиҙҙермәнек, һин дә мин йөрөйбөҙ, уның ҡасан ғына сығып китерен зарығып көтәбеҙ... Әммә бәхетле көндәребеҙ оҙаҡ дауам итмәне – мин ауырға ҡалдым. Теп-теүәл туғыҙ айҙан һуң бына ошо тәүге улым тыуҙы. Эттән тыуған нәмәкәй, тыумаһа яҡшы булыр ине лә бит! Шулай тип әрләйем дә ул, Сәлимә, бер үк ваҡытта йәлләйем дә үҙен. Баланың һис бер ғәйебе юҡ, киреһенсә, беҙҙең гонаһыбыҙ уның башына төшкән...
Шунда Дилбәр үкһеп илап ебәрҙе... Тауышҡа Айҙар тороп ултырҙы:
– Мама, зачим илайын...
– Иғтибар итмә, Айҙар, былай ғына. Һин беҙҙе ишетмә, балам. Әйҙә, уға телевизор ҡуяйыҡ әле, Сәлимә, беҙҙән айырым ултырһын.
Айҙарҙы икенсе бүлмәгә телевизор алдына ултыртҡас, Дилбәр артабан иҫтәлектәрен теҙҙе:
– Апайым минен ауырға ҡалыуыма шаҡ ҡатты! Һораша ла һораша, кемдән, ти. Мин ни йәш саҡ, иҫәр саҡ, йәшереп торманым, еҙнәмдән, тип яуаплағайным, быуындары тотманымы, гөп итеп иҙәнгә ауҙы. Аңына килтерҙек. Торҙо апайым. Аяғына баҫты. Әрләшмәне лә, ғәйепләмәне лә, исмаһам, әрләһә, еңелерәк тә булыр ине, бәлки. Тик шул мәлдән башлап, икебеҙгә лә ауыҙ асып бер һүҙ әйтһәсе! Шул хәлдән һуң ярты йыл дауаханала ятып сыҡты, унан һуң инфарк кисерҙе. Тағы дауаланды, тағы аяҡҡа баҫты һәм… дауахананан бөтөнләй икенсе кешегә әйләнеп ҡайтты. Шул мәлдә беҙ өсөбөҙҙөң дә бер-беребеҙ өсөн бөтөнләй сит-ят кешегә әйләнгәнебеҙҙе аңланыҡ. Иртәгәһен апайым эшенән сығып, ауылға әсәйем янына ҡайтып китте, беҙгә бер генә һүҙ әйтте:
– Фатирҙы һеҙгә ҡалдырам, татыу йәшәгеҙ, мине онотоғоҙ, айырылышыуға ризамын, тик был эште минһеҙ генә башҡарығыҙ, зинһар, – тине.
Бына шундай изге күнелле кешене рәнйеттек беҙ еҙнәм менән һәм мәңгелеккә юғалттыҡ... Апайым менән рәсми айырылышҡандан һуң яҙылышып, бергә тора башланыҡ. Бала тыуғас, еҙнәм үҙе генә ҡаршы алды. Тик бала шатлығы күрергә яҙманы беҙгә: Айҙар аҡылға зәғиф булып тыуғайны. Кемдәргә генә күрһәтмәнек уны, ҡайҙарға ғына барып имләтмәнек – файҙаһы булманы. Иң ауыры шул булды: күрәһең, апайымдың йөрәген ныҡ яралағанбыҙҙыр инде, икенсе ҡыҙыбыҙ, Рәйнәм дә йөрәк ауырыулы булып тыуҙы. Уның артынса апайымдың аҡылдан шашып, Иҙел һыуына батып үлеүен ишеттек. Беҙгә ауылға, туғандарға юл ябыҡ ине инде – был хәбәрҙе кешеләр еткерҙе.
Инде утыҙ йылдан ашыу ауылға ла ҡайтҡаныбыҙ юҡ, хатта әсәйемде лә күмешә алманым. Дилбәргә ризалығым юҡ, ҡайтып йөрөмәһен, тигән.
Дилбәр йәнә үкһеп илап ебәрҙе:
– Эййй, ғүмерҙе яңынан башлап булһа икән, ундай хаталарҙы ҡабатламаҫ инем дә бит. “Ни ҡылһаң, алдына шул килер”, тип боронғолар белмәй әйтмәгән икән шул... Бына шулай үҙ яҙмышымды үҙем емерҙем мин, Сәлимә. Апайымдың ире менән дә тормошом алға барманы, кешеләр ҙә ситләште, туғандар ҙа. Япа-яңғыҙ бына шулай бер-беребеҙгә ике сит кеше булып һағыш утрауында ғүмер итәбеҙ. Бергә ултырып ашайбыҙ, тик түшәк бүлешмәйбеҙ, йүнләп һөйләшкән дә юҡ.
Бынан утыҙ йыл нисек йәшәһәк, тормошобоҙҙа бер ниндәй ҙә алға китеш, яҡшыға үҙгәреш булманы, фатирыбыҙ ҙа ана шул апайыма бирелгән ике бүлмәле “хрущевка”. Ир – аш бүлмәһендә, мин улым менән залда йоҡлайбыҙ. Әле һаман мин – буяусы, ирем урам һепереүсе... Апайым менән йәшәгәндә заводта бына тигән мастер булып эшләй ине лә, эскән кешене оҙаҡ тоталармы ни, ҡыуылды.
Бына, шулай, туған, фатирҙы киңәйтергә кәрәк ине лә бит, хәҙер социализм түгел шул, бушлай фатир асҡысын берәү ҙә тоттормай. Үҙеңде үҙең ҡайғыртырға тейешһең. Фатир өсөн аҡса кәрәк, ә аҡса эшләр өсөн яҡшы эш кәрәк. Беҙҙең кәпикәгә ниндәй фатир алаһың инде, ашарға етһә ярай әле! Шуға бына аптырап уйланып йөрөнөм-йөрөнөм дә, яңыраҡ бер танышым бик матур кәңәш бирҙе: әйҙә, Дилбәр, мәҙрәсәнә уҡырға кил, ти, диплом алыу менән абыстай булып аштан-ашҡа ҡәҙер-хөрмәт күреп йөрөрһөң, аҡсаһы ла аҡмаһа ла тамып торор. Уйланым-уйланым да, шунда уҡырға индем. Хәлемдән килгәнсә ғәрәп хәрефтәрен танырға, сүрәләр уҡырға өйрәндем, тик бына диплом тигән нәмәкәйҙәрен яҙырға ҡулдан килмәй, туған, шуға һиңә килдем. Давай, диплом яҙып бир ошо бала хаҡына. Аҡсаһын түләрмен.
– Диплом һынлы диплом бик ҡиммәт тора бит ул, Дилбәр, уны махсус яҙыусы кешеләр ҙә була. Интернетты асһаң, йәнең теләгәнен һайлап мөрәжәғәт итергә була.
– Белешеүен белештем мин, хаҡы ҡиммәт шул.
– Мин дә ике баламды яңғыҙ уҡытам бит, Дилбәр, үҙең күрҙең, аҙна һайын ауылға ҡайтып йөрөйөм, ваҡытым булмаҫ, үпкәләмә!
Шунда Дилбәр ҡапыл тубыҡланып Сәлимә алдына эйелде.
– Яҙығыҙ инде, зинһар, ялынып һорайым. Оло башымды кесе итеп инәләм, ошо сабый хаҡына яҙығыҙ! Белемем һигеҙ класс ҡына бит, безграмотныймын... – Дилбәр йәнә лә түгелеп илай башланы.
– Ҡуйсы-ҡуйсы, улай ҡыланмағыҙ, тороғоҙ, ярай, яҙырмын. Хеҙмәтемде нисек баһаларһығыҙ һуң? Өс мең һум бирһәң...
– Уййй, ризамын, илле мең һорағайнылар әле, кеше бәхетһеҙлегенән аҡса эшләүсе мәлғүндәр күп бит донъяла! Яллап яҙҙырһаң, күп түләргә кәрәк икән шул...
Сәлимәнен ризалығын алғас, “бына булған ғыналары ошо, ҡалғанын һеҙ уҡыған кеше, рәтен-сиратын белеп, темаһы буйынса үҙегеҙ эҙләп табып яҙырһығыҙ инде...” тип Дилбәр йәһәт кенә сумкаһынан бер ҡосаҡ ҡағыҙҙар сығарып өҫтәлгә һалды.
– Ярар һуң, күпме ваҡыт бирәһең?
– Ике аҙна. Шул етәме?
– Нисек инде ике аҙна?
– Ике аҙнанан мин диплом яҡларға тейешмен. Диплом яҡлағанда һөйләй торған сығышымды ла яҙырһың.
– Ә ни эшләп бығаса һуҙып йөрөнөң һуң?
– Башта кеше яллап яҙҙырырмын, тип ышанып йөрөлдө, ҡунаҡҡа саҡырып һыйлаһам, бәлки, үтеп китер әле, тип ышандым. Юҡ, ҡунаҡҡа саҡырыу ғына етмәй икән: етәксем әрләй-ҡыҫырыҡлай торғас, ҡуҙғалдым инде, ҡайҙа барайым. Шундағы бер ҡатындан рәтен-сиратын һорашҡайным, “берәй таныш уҡытыусынан яҙҙыр”, тигәс, һеҙҙе иҫкә төшөрҙөм...
– Дәәә, бик ауыр эш йөкмәттең миңә, Дилбәр, бындай хәлдә тәүгә ҡалыуым, – тип һуҙҙы Сәлимә, – ярай, тырышырмын, ике аҙнала өлгөртөргә тиһең инде... Мәктәпкә килеп алырһың.
– Һөйләштек.
Уларҙы оҙатҡас, Сәлимә арыған булһа ла, Дилбәр ҡалдырған ҡағыҙҙарҙы уҡый башланы. Диплом өсөн материал булырлыҡ түгел ине улар, тимәк, китапханаға барып ултырырға, уҡырға, өйрәнергә кәрәк – быларҙың барыһы ла эштән һуң ял ваҡыты урынын биләй торған эштәр. Икенсе ялда әсәһе янына ла ҡайта алмаҫ, иртәгә һеңлеһенә шылтыратыр ҙа, бер ялға алмаштырып тороуын үтенер, ә өй эштәрен ҡыҙы алыр. Хәйер, улы ла, ҡыҙы ла студенттар шул Сәлимәнең, ауырға төшә уға, һай, ауырға төшә! Әгәр шуларҙы уҡытыр өсөн генә алмаһа, былай ыҙаланмаҫ та ине, бәлки, һаулығын ҡаҡшатып...
Шулай ҙа ни булһа ла булды: вәғәҙә иткән ике аҙна эсендә дипломды бына тигән итеп яҙып бөтөрҙө Сәлимә, хатта үҙ эшенә үҙе һоҡланып, тел шартлатып ҡуйҙы. Айырым бер монография итеп баҫтырғанда ла насар булмаҫ ине лә, ни эшләйһен, быға хоҡуғы юҡ.
...Ике аҙнанан билдәләнгән ваҡытҡа улын эйәрткән Дилбәр Сәлимәнең эшенә килде.
– Әйҙәгеҙ, уҙығыҙ, ултырығыҙ!
– Өлгөрҙөгөҙмө? Ниндәй генә эштәр ҡыйраттығыҙ икән? Белмәйем инде, белмәйем...
Сәлимә Сафа ҡыҙы аптырап бер Дилбәргә, бер өҫтәлдә ятҡан дипломға ҡараны:
– Һеҙ нимә? Әгәр сифатына шикләнәһегеҙ икән, уҡыған ерегеҙҙә уҡытып кеше фекерен тыңлап ҡарағыҙ!
– Уныһы минең эш, өйрәтмәгеҙ. Ни тиһәң дә, һеҙ бит уҡытыусы ғына, Сәлимә Сафиевна, дин – ул, туған, фән. Дин кешеһе булмағас, ул фәнде һеҙ нисек аңлайғыҙ, ти?
– Аңламайым, ни эшләп улай ҡапыл “һин”дән “һеҙ”гә күстегеҙ әле, Дилбәр?
– Дилбәр Арыҫлановна булам. Һорауҙарҙы артыҡ күп бирәһегеҙ. Был миңә һис тә оҡшамай. Ярай, хеҙмәтең өсөн бына һиңә биш йөҙ һум – оялмайынса артығын бынау ауырыу баланың ауыҙынан тартып алмаҫһығыҙ бит инде, шулаймы? Әгәр дөрөҫ һөйләмәй тиһәгеҙ, ана, Ҡөрьән-Кәримде уҡығыҙ. Унда ап-асыҡ итеп, “ысын мосолман кешеһе бер-береһенә ярҙамлашырға тейеш”, тиелгән, шулаймы? Ә һеҙ кем? Әллә ысын мосолман түгелме?..
Дилбәр нисек ҡапыл килеп инһә, шулай сығып та китте. Улы артынан эйәрҙе. Ауырыу булһа ла, әллә әсәһенең ғәҙелһеҙлегенән ояла инеме, Айҙары башын аҫҡа эйгәйне. Ишекте ябыр алдынан сабый аҡыллы бала булһа ла, һаубуллашырға онотманы:
– Һау булығыҙ, матур апа... Ҡоймағығыҙ тәмле ине...

Илгизә.

Сығыу ваҡыты 5-08-2018, 05:30 | Ҡаранылар: 1023
|
  • Кеше һүҙе кеше үлтерә
  • Ғүмерлек үкенес
  • Балдай татлы… вазелин
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


    Борьба с коррупцией

    [/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)
  • Ылау (Хикәйә)



  • Радио Юлдаш FM