RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Тайы ат булғансы, эйәһе эт булған...”

28.04.2018 “Тайы ат булғансы, эйәһе эт булған...”

“Тайы ат булғансы,  эйәһе эт булған...”
Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы аҡһаҡалы Рәфҡәт Ғатаулла улы Ишбулатовты һәр ваҡыт ғәҙеллек һағында тороусы, тураһын әйтеп һөйләүсе кеше итеп беләләр. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен алғандан һуң ул бер аҙ Бөрйән районында эшләй. Артабан тыуған яғында, “Һәүәнәк” совхозының Таһир бүлексәһендә зоотехник, “Салауат”, “Урал” колхоздарында баш зоотехник булып эшләй.
Бөгөн ул хаҡлы ялда. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, һаман да “эйәренән төшмәгән”, йәғни актив тормош позицияһы менән йәшәй. Оло тормош тәжрибәһе туплаған Рәфҡәт Ғатаулла улы утын да, һыуын да кискән. Уның тормоштағы һәр күренешкә ҡарата бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙ ҡарашы, үҙ фекерҙәре бар, осрашып берәр тема хаҡында һөйләшә-әңгәмәләшә башлаһаң, үтә лә күп мәғлүмәткә, тос фекергә эйә булыуына таң ҡалаһың.
“Йәшлек” гәзитен сыға башлағандан бирле алдырып уҡып бара ул, был баҫманың тоғро дуҫы. Шуны иҫтә тотоп, гәзит биттәрендә аҡһаҡалдың һабаҡтарын бирергә булдыҡ. Ағайыбыҙ ат ярата, шуға күрә һүҙҙе аттарҙан башлайбыҙ.


Элек-электән атай-олатайҙарыбыҙ ат телен аңлаған, һөйләшә, аралаша алған, тиҙәр. Был мөмкинме? Һәр хәлдә, атты күп нәмәгә өйрәтеп булғанын яҡшы беләм. Бына мин, мәҫәлән, элегерәк ҡәҙимге генә һунарсы инем. Ул саҡта атымды һуйырҙың тауышын тыңлап, кәрәк ваҡытта туҡтап ҡалырға һәм алға барырға өйрәттем. Дөрөҫөн әйткәндә, тәжрибәһе булмаған кеше лә һуйырҙың тауышына атлап бара алмай. Аталыҡ менән инәлектең “никах уйындары” башланғас, һуйырҙың ҡолағы бер-ике секундҡа ғына ябыла ла, кире асыла. Шул ябылған саҡта уға яҡынларға, асылған саҡта ни рәүешле хәлдә булһаң, шул рәүешле ҡатып ҡалырға кәрәк. Әгәр ҙә шулай итмәһәң, һуйырың оса ла китә. Минең туры атым һуйыр ҡолағы ябылған саҡта ике генә атлай ҙа, туҡтап ҡала. Йәйәү кеше иһә өсөнсө аҙымын яһап, һуйырын осора. Революцияға тиклем беҙҙең яҡтарҙа йөрөгән данлыҡлы Ғәле ҡараҡтың ерән аты була. Уны властар тотоп алып киткәс, атын ҡулға төшөрөүселәр менгеһенең хужаһына шул тиклем өйрәнгәнен аңлай. Хатта тарбағай ботаҡлы ағастар янынан үткәндә ерән ат эйәһен сыбыҡҡа һуҡтырмай ғына эйелеп йә урап үтә икән. Тимәк, аты хужаһына кәлепләшеп бөткән булған. Тап шул сәбәпле Ғәле ҡараҡ оҙаҡ ваҡыт үҙен эҙәрлекләүселәрҙең ҡулына төшмәгән. Улар Ғәлене баҫтырған саҡта ботаҡтарға һуғылып, эйәрҙәренән һыпырылып ҡолап ҡалыр булған. Шуға күрә лә уны Әбйәлил яғындағы яланға баҫтырып сығарып саҡ тоталар.
Ат, кеше менән сағыштырғанда, ныҡ һиҙгер. Ул 700 метр алыҫлыҡтағы нәмәне күреү һәләтенә эйә булһа, унан алыҫыраҡ урында нимә барын еҫ тойоу һәләте ярҙамында белә. Бына беҙҙең ауылдағы аттар Ленин исемендәге колхоздың йә Ҡуянтауҙың игендәре бешә башлаһа, шул тарафтан ел иҫһә, туп-тура шунда игенгә китә.
Мин һунарға бәләкәй генә турайғыр менеп йөрөнөм. ул бүрегә барып етә лә, тубығы менән ҡолата һуға торғайны. Йыртҡыс был осраҡта ат тояғы аҫтында ятып ҡала, үҙем иһә шул саҡ әйләнеп тегене атып алам.
Барлыҡ мал да, шул иҫәптән аттар ҙа һөйләшә. Беҙ уларҙың телмәрен “кешнәү” тип атайбыҙ. Әгәр ҙә өйөргә бүреләр яҡынлаш­һа, башҡа ҡурҡыныс килһә, айғырҙың кешнәп ебәреүе була, өйөр бер урынға туплана һала. Өлкәндәр бәләкәйҙәрҙе уртаға алып, үҙҙәре ситкә баҫа. Айғыр был осраҡта йырт­ҡыстар менән һуғышырға әҙерләнә. Ул үҙе үлһә үлә, әммә өйөрөнә ҡул тейҙермәй. Айғыр ҡыуаныстан да кешнәй, был саҡта тауышы бәлә килеүҙе иҫкәртеүҙән күпкә айырыла.
Аттарҙы күп нәмәгә өйрәтеп була, тинек. Элек һыбай яуҙа йөрөгән замандарҙа атай-олатайҙарыбыҙ аттарын һәр төрлө көтөлмәгән хәлгә өйрәткән. Әйтәйек, башҡорт яугирының бер аты үлеп, үҙе ҡаты яраланып ерҙә ятһа, икенсе аты уның янына килеп ятып, хужаһын һыртына мендереп алған. Мин һыҙғырып аттарымды үҙемдең янға саҡырыр­ға өйрәттем. Һәр төрлө сигнал, саҡырыу уларҙың шартлы рефлексына әүерелһен өсөн тәмле нәмә йә һоло менән һыйлайым. Әйтәйек, бер төрлө һыҙғырғанда – шәкәр йә кәнфит, икенсе төрлө һыҙғырғанда – һоло тәҡдим итергә була.
Башҡорт тоҡомло айғыр үҙенең тоҡомоноң таҙалығы өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер. Өйөрөндәге берәй бейә икенсе айғыр­ға ятып ҡолонлаһа, ул ҡолондоң үҙенеке түгеллеген еҫкәп белә һәм талап үлтерә, көн күрһәтмәй. Йә булмаһа, үҙенән тыуған бейә малы ике йәше тулып, айғырға ятыр мәле етһә, шулай уҡ өйөрҙән ҡыуып ебәрә. Айғырҙың бындай фиҙакәрлеге ҡайҙан килә? Тәбиғи һайланмыш (естественный отбор) ҡанунына ярашлы, әле һаман ҡырағайлыҡтан сыҡмаған, йәғни йәйен-ҡышын ҡырҙа үҙенең тамағын үҙе туйҙырып йөрөгән башҡорт аты фәҡәт ошо юл менән генә үҙен һаҡлап ҡалыу­ға өлгәшә ала. Минең өйөрҙәге өс байталды, йәғни ҡыҙҙарын айғыр, йәғни аталары ике йәштәре тулыу менән фырылдатып ҡына өйөрҙән ҡыуҙы ла сығарҙы. Улар икенсе өйөр­ҙәге айғырға ҡушылып йөрөнө.
Ғөмүмән, ҡырағай тормош менән йәшәгән барса йәнлектәрҙә күҙәтелә бындай ҡанун. Миҫалға бүреләрҙе генә алайыҡ. Әйтәйек, беҙҙең яҡ урмандарындағы инә бүре тоҡомон дауам итер өсөн ата бүре эҙләп ҡаҙаҡ далаһына бара, йә булмаһа ундағы ата йә инә бүре үҙ ишен эҙләп беҙгә килә. Беҙҙең яҡтың бүреләре бер-береһе менән ҡарығышмай, ҡушылмай.
Бурһыҡ та үҙенең бер йәше тулмаған балаһын ояһына индерә лә, йәш ярымдан һуң ҡыуып сығара.
Хәҙер кешеләр донъяһына күсәйек. Бер ауылда, мәҫәлән, асылда бер нәҫел кешеләре йәшәй. Әгәр ҙә ете ҡан айырылмайынса, туғандар өйләнешһә, уларҙан зәғиф балалар тыуа. Ошо күҙлектән ҡарағанда бер ауылдағылар бөтөнләй үҙ-ара өйләнешмәҫкә тейеш. Тик беҙҙә был ҡанун үтәләме икән? Ете быуыныңды, шәжәрәңде белеү шарты тап шуның өсөн килеп сыҡҡанын аңлап бөтөрәбеҙме икән? “Ата-әсәһен беләһеңме, буласаҡ киленебеҙ йә кейәүебеҙ ҡайһы заттан икән?” – тип юҡҡа ғына һорамайҙар бит инде.
Тағы ла: әгәр ҙә әҙәм балаһы ҡырағай йәнлектәр һәм хайуандар һымаҡ еҫ һиҫһә, унан да аламараҡ, унан да тәртипһеҙерәк йән эйәһе булмаҫ ине.
Үҙең егеп йөрөгән атың яҡын дуҫыңа, ғаиләңдең бер ағзаһына әүерелә. Шуға күрә бындай аты ҡартайғандан һуң үҙҙәре һуйып итен ашаған кешеләр бик һирәк беҙҙең яҡта. Бер мәл мин дә үҙемдең шундай атымды үҙем тотонорға баҙнат итмәйенсә, Зиннәтулла тигән ағайға бирҙем. Бер мәл Зиннәтулла ағай ул атты һуйҙы һәм мине ҡунаҡҡа саҡырҙы. Барманым. Үҙенә: “Мин уның бер киҫәк итен дә ашамайым, мине саҡырма”, – тинем. Яҙға табан тағы ла ҡунаҡҡа саҡырғайны, ниндәй итте бешереүен белештем дә, тағы барманым. Туратым миңә 22 йыл хеҙмәт иткәйне. Үҙемә шул тиклем тоғро булды. Ул асыҡһа ла, малай­ҙарыма тотторманы, уларҙы баҫтырып, ҡойма башына мендерә. Уны икенсе кеше килеп алып китә алманы. Егеүле көйө торған сағында теҙгенен ысҡындырам тиһә, тешләй, дилбегәне тотам тиһә, тәртә аша тибә. Зоотехник булып эшләгән сағымда ярҙамсым килеп атымды һорап торҙо. Үҙем башын тотоп мендереп ебәрҙем. 24 саҡрымда ятҡан ауылға мал үлсәргә барырға тейеш ине. Ҡайтыр сағында мендермәгән тегене. Ярты юлды етәкләп алып килгән дә, Ишей ауылында атымдың холҡон белеүсе егеттәр башынан тотоп мендереп ебәргәндәр.
“Тайы ат булғансы, эйәһе эт булған”, – ти халыҡ. Дөп-дөрөҫ. Ат өйрәтеү нимә ул? Тайҙы үҙеңдең фиғелеңә, холҡоңа өйрәтеү, тап килтереү өсөн 2 – 3 йыл ваҡыт кәрәк. Һунар этен дә өйрәтеүгә шуның сама ваҡыт китә. Ысынлап та, ул этте өйрәткәнсе лә үҙең эт булаһың.
Тағы ла “Атыңа ла, ҡатыныңа ла ышанма, эргәңдә ятҡан этеңә ышан” тигән әйтем бар. Эт, хужаһы менән ниндәй генә хәл булмаһын, уны яҡлай, ташлап китмәй. Ә инде ҡатынға килгәндә, һин берәйһе менән һуғышып китеп, туҡмала башлаһаң, ҡатының: “Ә-һә, уға шул кәрәк, мине ыҙалатҡайны”, – тип ҡул сабып тороуы бар. Аттарҙың да ышаныс­һыҙ булыуы уларҙың ҡырағайлығынан килә торғандыр. Беҙҙең яҡта атты ашатып һимертер алдынан урманға һыпырып ебәрәләр. Бер ай буйына урманда үҙ ирке менән йөрөгән атты тотҡандан һуң да уның ни рәүешле ҡырағайланып өлгөрөүен тоҫмалларға була.
Ҡөрьәндә тырнағы айырсалы булған малдың итен ашау хәләл (сусҡанан башҡаһы) икәнлеге хаҡында әйтелә. Аттың тояғы бер бөтөн. Әммә беҙ йылҡы итен ашайбыҙ, сөнки туҡланыу йәһәтенән аттан да таҙа мал юҡ. Ат тик бер төрлөрәк үлән, һоло менән туҡлана, башҡа хайуандар нимә бирһәң дә ашай. Йылҡы ите калорияға бай, тиҙ эшкәртелгәне өсөн уны етеҙ тиҙәр. Уны бер бешереп алһаң, ҡышҡы сәфәрҙә йөрөгән саҡта ла туңмай, йылытмайынса ла ашарға була. Йылҡы итен медицина ла айырым сирҙәрҙе дауалау өсөн тәҡдим итә.
Башҡорт аты талымһыҙ. Беҙҙең “Һаҡмар” колхозының ике һары аты булды. Бәйгелә ул аттар икеһе лә беренселекте бирмәй, типә-тиң финишҡа килә торғайны. Өс йыл рәттән үткән һабантуйҙа улар алда килде. БАССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары Зәкәриә Аҡназаров ул аттарҙы Өфөлә үткән бәйгегә алып барып башҡа тоҡомло аттар менән саптырырға кәңәш итте. Алып барҙыҡ. Башҡа яҡтарҙан килгән оҙон тороҡло, текә яллы аттар янында беҙҙекеләр бигүк шәп булып күренмәне. Шунда мыҫҡыллап көлөүселәр ҙә булды. Бына бер мәл бәйге башланды. 12 километр араға сабышты улар. Ярты дистанцияға тиклем беҙҙең аттар ныҡ артта тороп ҡалды. Аҙаҡ теге һылыу аттар яйлап арый, беҙҙекеләр инде был ваҡытта яңы саҡ ҡыҙа башланы. Улар арыған “һылыу­ҡайҙар”ҙы берәмләп үтә-үтә барып, иң һуңынан беренсе һәм икенсе булып килделәр.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)