НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Буйлы балаҫ (хикәйә)

Буйлы балаҫ (хикәйә)


Буйлы балаҫ (хикәйә)
– Эй, бынауы ҡоҙағыйҙы. Кизе яулыҡ булһа ла килтермәгән бит хушына. Тағы үҙемдән тараттым. – Зыу килеп һандыҡҡа талашҡан ҡоҙаларға әкәмәт ҡылып ҡарап торған ҡыҙы менән кейәүен аңғармай хәбәр һалған Бибъямал телен тешләгәндә һуң ине.
– Әсәй! Һаман да шул сепрәк. Иң бәхетле көнөмдә... – Әйтеп бөтөрә алманы, йәштәре һытылып сыҡты Нурия ҡыҙының.
Айғырҙай дүрт еңгәһе елле хаҡҡа һатып та ебәрҙе бикәсенең бирнәһен. Сират ҡыпшыр тоҡҡа тултырылған ҡаралдыларға етте. Йолаларҙы арттырып үтәргәме әллә туй форсатынан үҙҙәренең кеҫәһен ҡалынайтып ҡалыр­ғамы тырышҡан килендәренә был юлы ихтыяр ҡуйманы Бибъямал. Күҙ нурҙарын түгеп ҡораған түшәк-юрғандарын тәләфләтеп тормаға бында! Кәбәндәй итеп сығарып өйҙөр­ҙө машина арбаһына. Кемдеке – шуныҡы! Өҫтөн буйлы балаҫ менән ҡаплатып ҡуйыр, уныһын үҙе сығарып бирер. Дан итә ҡыҙ оҙатыуҙы!
Иң ҡәҙерле монаятын күкрәгенә ҡыҫып ҡапҡанан сығып барғанда тағы ҡыҙы менән тап килде:
– Әсәй! Шуныңды һалма, тинем дә. Һөйләштек бит бер тапҡыр.
Әйткәйне шул. Нисек ысынға алмаған? Шаҡ ҡатты ла ҡалды. Балаҫын ҡосаҡлап, иҫенә килгәндә, туй машиналары ауыл осона еткән, ҡапҡа төбөндәге балалар, зыу килеп, еҙнә аҡсаһы сүпләй ине.

***
“Эшем башы – эш ҡары, дошман башы – теш ҡары. Күргәндәре күреп ҡалһын, белмәгәне тороп ҡалһын – эшләгәнем мәнфәғәткә генә яҙһын”. Һамаҡлай-һамаҡлай балаҫлыҡ йөн иләргә нисә тапҡыр ынтылған Бибъямал ҡыштың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Әсәһе теткәндәре күптән келәттәге иҫке һандыҡҡа кәлдәп һалынған. Һис ҡулы етмәй ҙә ҡуя ине, әле яйы сығып тора. Ер тырматҡанда, етәктәге ығыш үгеҙҙең ярмаһына бер төйгәк йөндө бәйләп ҡуя ла, китә ыҙан буйлап иләй-иләй. Һыуһын һайын – бер орсоҡ. Йомарлай һала ла, туҙ ҡыуышта көн оҙоно талғыр йыуаһына алданып ултырған өс йәшлек Әхәт ҡустыһына бирә бара. Тәгәрәтеп, ҡыуана-ҡыуана уйнаған була уныһы. Үгеҙгә оронсоҡ яһамай ипле эшләгәс, ыҙаны ла матур, ебе лә тигеҙ. Ошо ҡиәфәттә тәл булдылар Хәҙисә дуҫы менән Бибъямал бригадирға.
– Әһә! Үҙ донъяғыҙҙы ҡыуып ҡалыр итәгеҙме? Әйтәм, ҡарыш буйы ер үткәнһегеҙ. Көтөп тороғоҙ!
Йөнөн дә, орсоғон да йыйып өлгөрмәне ҡыҙ – күҙенә ҡан һауған ир үгеҙҙең һыртына һыҙыра тартып ебәрҙе. Билендәткәс, ярмаһын һындырып, һалып сыҡты ла китте уныһы. Колхоз малы булһа, яндырып ҡуйыуҙан ҡурҡыр ине, Нуръямалдыҡына яуап тоторға кәрәкмәй. Елфорозланып, туҙ ҡыуышты ла емерә һуғып төшөрҙө, йомғаҡтары ышыҡта өйөлөп ятып ҡалды.
Ололарҙың ҡауғаһынан әле генә иген сәселгән баҫыуға ҡасҡан Әхәт, тырматылған ерҙә күмелмәй ҡалған бойҙай бөртөгөн күреп ҡалып, бураҙнаға ятып сүпләй, тупрағы менән ҡуша сәйнәй башланы. Хәлдең аңын-тоңона төшөнгән Хәҙисә йән-асыҡҡа шул яҡҡа ташланды, Әхәтте йығып ҡолатып ергә ҡуша ҡыҫты ла, арыҡ кәүҙәһе менән өҫтөн ҡапланы.
Күктәр ярыр сыбыртҡы Хәҙисәнең күлдәген бүҫерҙе, арҡаһында ҡанлы ике юлаҡ эҙ ҡал­дырҙы.
Илай-илай үгеҙ артынан йүгергән Бибъямал ФЗО-ға ебәреү менән янаған зәһәр тауышты ғына ишетте.

***
Аяҡлап йыуылған йөндө буяр мәл дә етте. Ваҡытында ҡаҙып алһаң, бүре емеше ҡыуағы тамырының ут ҡыҙыл һыуында ҡайнатһаң, саған япрағының сөм-ҡара төҫ бирер сағы. Ҡара ерлеккә ҡыҙыл юлаҡ һалынған буйлы балаҫты төштәрендә күрә башланы Бибъямал. Ҡайҙа инде үҙенә тотоноу! Төндәрен, урлап ҡына, әсәһе һуғыр.
Үлән бешеү менән звенола ятты ауыл ҡыҙҙары. Колхоз бесәнен эш итеүгә, ураҡҡа төшөр әмер килде. Кәбән ҡойғас, төндә тейәнешеп ҡайтҡан Бибъямал менән Хәҙисә ҡара таңдан һәр кем үҙҙәренең тармаларын йолҡа сыҡты. Әсәйҙәрен бушатмағастар, исраф булып, түгелеп ултыра. Күҙгә салынмаҫ өсөн, уртанан башлап, баш ҡалҡытмай сүкәйеп эшләнеләр. Ысыҡ кибеп, ураҡсылар колхоз баҫыуына килеп еткәнсе, байтаҡ ыратып ҡалдылар. Һиҙҙермәй генә ураҡсыларға ҡушылыу ниәттәре.
– Ристандар! Төрмәлә серетәм башығыҙҙы. Бар халыҡ ураҡта, понимаешь ли. Былары үҙҙәренең тармаһын йолҡоп йөрөй. – Сыбыртҡы тауышына тертләп баш ҡалҡытҡанда һуң ине.
– Ней.. шул тарманан киндер иләп, колхозға тоҡ та, бүлек тә тегә әсәйҙәр. Кәрәк бит, – Бибъямал турайып баҫты. Күҙ ҡырыйы менән ялпылдап урман ситенән күренгән аҡ һынды шәйләп өлгөргәйне.
– Кәртә башына менеп, бисәләр аңдып, оҫтарып бөткәнһең. Ҡыҙҙарҙың көнөнә нисә бес иткәнен һанарға ҡалдымы? – Сәсрәтә һуғып килеп еткән Нуръямалды күреп, ситкәрәк шылып баҫты бригадир. Өндәшмәй торһаң, ауыҙыңдан инеп, артыңдан килеп сығыр ут бисә.
– Еңгә! Ҡыҙыңдың алдынан алма. – Серт төкөрөп ҡуйҙы шулай ҙа.
– Ней ғүмер шуларҙы күҙәтәһең? Йәй буйы колхоз малына бесән эшләп ятҡан былар түгелме? Бармаҡ араларын күрәһеңме – тысҡылдап иҙелеп бөткән. Йоҡлағанда ла силғаулы сабаталарын сисмәгәнгә шулай. – Өҫтөнә менеп бара Нуръямал.
– Бөтәһе лә фронт өсөн эшләнә. Һин генә үҙ донъяңды хәстәрләйһең. Төрмәгә ебәрмәгәнгә рәхмәт әйтһендәр. Һуғыш яланында ундай­ҙарҙы… – Сыбыртҡыһын һауала уйнатырға ҡулын күтәргәйне, бишмәтенең эске түш кеҫәһенән бер шешә һөт менән ике телем аҡ икмәк килеп төштө.
– Бының нимә икәнен звенола ятып бесән эшләп, иген урған ҡыҙҙар беләме икән? Эләкһә, һинең бисәңә лә балаларыңа тәтей­ҙер. Беҙгә һөттөң сәйҙе ағартырҙайы ла ҡалмай, фронтҡа май яҙырға китеп тора. Нимә, фронт хәҙер һинең кеҫәңдәме? – Нуръямал, һөтөнән бигерәк, шешәһенә хайран ҡалып ҡарап торҙо бер килке. – Талғыр менән тамаҡ ялғап, ер һөрҙөләр етәктәге мал менән, келән көпшәне ашҡа һанап, бакуй ҡалҡыттылар ошо иң менән, – тип теҙә башлауға ағарынған бригадир:
– Бөттө, еңгә, бөттө. Мир эше менән йөрөп, ҡыҙып киткәнмен, – тип артҡа сигенде.

***
Тәҙрәләрен юрған менән көпләп, төндәрен һуҡты балаҫты Нуръямал. Әҙер йөндө буяп, түбәлек аҫтында киптереп, әсәһенә биреп өлгөрҙө Бибъямал, ҡар төшкәс тә, ҡан илатып, ФЗО-ға ҡыуып ебәрҙеләр өс ҡыҙҙы. Эш ҡулы ауылда ла кәрәк, еңеремә барып, һүҙен һүҙ итте булды бригадир. Һау ғына булһын, бөтмөр ҡыҙы ҡара эшкә бирешә торғандан түгел. Таҡмаҡлап яҙған хатына ҡарағанда, күңеле лә көр күренә. Арттырып, карточкаға бирелгән икмәген дә ебәреп тора.
Балаҫ ситтәрен йүрмәп ултырған Нуръямал серемгә киткәнен аңғармай ҙа ҡалды. Ҡолағына ишек туҡылдатҡан тауыш салынғандай булғас, урын-ерен йыймай ғына ишеккә арҡыры тартҡан ағасты ысҡындырҙы. Был мәлдә кем йөрөрөн белә.
– Ә-әй, ерле юктан әйтмиләр “Ыласын” дип. Шул бөтмерлегең, һак булыуыңа ҡушҡаннар ич. Жиде төн уртасында да эш менән! Сөенче!
Баш төртөр урыны булмай, тупһаһына килеп йығылған татар әбейҙе һыйындырғайны Нуръямал үткән ҡыш. Бөгөн ферма өйөнөң бер мөйөшөндә көн итеп, төнгө ҡарауыл булып эшләгән йәтимә әбей ташламаны – бер һылтауын тапҡан булып, шәмгә ут алғас, хәл белешеп китә ҡай саҡта.
– Аҡ юлдан киткән ҡыҙың ҡара юлдан ҡайтып киләдер. – Тырышып, башҡортса һөйләшергә маташыуы.
Тыныс ҡабул итте хәбәрҙе Нуръямал. Күңелен һаҡлап:
– Кем әйтте? – тигән булды.
– Күңелем әйтте. Юлы төшөп тора. Төшәнеп килеп тордом, аннары яныңа йөгердем. Дога-теләкләремне ишетте Раббым. Син кертмәсәң кыш сыгырга кырыгызга, күптәннән аяк суда идем. Мең рәхмәтләр үзеңә. Ятсам-торсам да төрмәләге иреңнең дә, Бибъямалның имин кайтуын сорыйым. Пешеренә тор.
Илтифат итмәһә лә хәбәренә, яҡты һыҙат булып өмөт килеп инде күңеленә. Төн уртаһы тип, буш сығарып ебәрә алмай, ҡыҙынан кисә генә килгән кирбес икмәген тотошлайы менән инеүсенең ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы. Төҫө үҙгәреп китте уныһының:
– Кирәкми, Нуръямал! Үҙеңдән арткандай булса, сохари итеп киптер. Бибъямал ҡайткас та кирәгер. – Һынсыл ҡарап ҡуйҙы. – Тәккә яҙылмаган.
Ҡайһылай шым инһә, шулай шыпырт сығып китте йәтимә әбей. Икмәген ҡосаҡлап торҙо ла ҡалды Нуръямал. “Нуръямал” тип һәр икмәккә әсәһенең исемен тызып яҙған ҡыҙы үҙ ризығын ауыҙынан өҙөп ебәреп ултырған буламы? Үҙе шул тызырылған валсыҡтарҙы ашап, тамағын алдаған ҡолонсағы. Уйҙарынан уйылып китерҙәй булды. Солан таҡтаһы шығырлағас ҡына бикһеҙ ултырғаны иҫенә төштө.
– Ҡасып ҡайттым, әсәй! – Аҡтыҡҡы көсөнә өй ишеген тартып ингән асҡаҡһыған аҡ һын ҡосағына ауҙы.

***
– Килен! Теге... буйлы иҫке балаҫын ҡайҙа итте икән әсәйем? – Шым ғына һорай ҡуйҙы Нурия.
– Һис белмәйемсе, ҡайынбикә. Ундай нәмәне күргәнем дә юҡ. Һандығында ғына ятмаһа. – Эш боҙған кешеләй уңайһыҙланып ҡуйҙы килене.
Һандығын аҡтарҙы инде. Ана шунда юлыҡты әсәһенең яҙмаларына. Ҡырҡына тиклем саҡ уҡып сыға алды. Ҡулына алһа, хәрефтәре тарала ла тора. ФЗО-нан ҡасып ҡайтҡанда һыуыҡ алдырған әсәһен шул өр-яңы балаҫҡа урап ҡына шәбәйтеп алған Нуръямал өләсәһе. Ҡайҙа булыуы мөмкин һуң ҡараға ҡыҙыл юлаҡ һалып һуғылған ул балаҫ? Өйөнөң түрендә ҡәҙерләп кенә тотор ине. Һуңғы йылдарҙа ҡайҙалыр күҙенә салынғандай һымаҡ. Күп юл йөрөй шул. Әллә башҡа яҡтарҙа күргәнен иҫләйме?
...Райондың оло юбилейына саҡырылған Өфө ҡунаҡтарына тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия үткәрҙе яҡташтары. Бер түгел, әллә нисә тапҡыр булғаны бар бында Нурияның. Делегация составында тағы бер урап сыҡты был юлы ла.
Музейҙың трансалап ябылған башҡорт өйө мөйөшөндә оҙаҡҡа туҡтап торҙо Нурия.
Боролоп киттем тигәндә генә, ҡупшы итеп йыйыштырып ҡуйылған тартҡылы ҡаралдылағы яҙыу күҙенә салынды: “..Бибъямалдың үҙ ҡулдары менән тапшырған буйлы балаҫы”.
Ҡәҙерле монаятты түшенә ҡыҫып, һығылып төштө ҡатын.

Миңнур ҠАСИМОВА.
Бөрйән районы.

Сығыу ваҡыты 13-01-2018, 08:00 | Ҡаранылар: 295
|
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Ике ярты – бер бөтөн (хикәйә)
  • Юрамал ҡағыҙ (булған хәл)
  • Стриптиз!
  • БҮЛӘК
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Хужабикәгә кәңәш (15.12.2017)
  • Бисмилла көсө
  • "Ғашиҡ булдым еҙнәйемә"
  • Ҡыҙҙарҙың һылыуҙарын, уңғандарын билдәләнек, “Йәшлек” гүзәле – 2017” конкурсын тамамланыҡ!
  • Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ һындары... Аҡъяр биҙәге
  • Ҡыш бабай бүләге (хикәйә)
  • Ҡәйнәмә түҙер әмәлем ҡалманы
  • Яңы йылға бүләкле булдылар
  • Иғтибар! Өр-яңы әҙәби конкурс! Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!
  • Йондоҙнамә (8-14 ғинуар)



  • Радио Юлдаш FM