НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Иҙел бит ул...

Иҙел бит ул...


Иҙел бит ул...
Эсе бошҡанда йәки юлда йөрөгәндә тыңлай торған бер нисә йыры бар уның. Шуларҙың теҙмәһен телефонына ҡуйып алған. Әле лә автобусҡа инеп урынлашыу менән ҡолағына наушниктарын тығып та алды һәм был донъянан айырыл­ды ла:
Иҙел бит ул, тәрән бит ул,
Тәрән бит ул, киң бит ул...
Алһыу Бәхтиева йырлай. Күкрәге менән күтәреп, төптән сығарып башҡара белә йырҙы. Ҡайһылар кеүек сәрелдәмәй. Шуға тап уның яҙмаһын һайлап алған. Бик һирәк йырсыларҙы ғына тыңлай ул Ләйлә, тауыштарында бәрхәт йомшаҡлығы, моң тулҡындары булғандарҙы ғына. Һәм йырҙарының да мәғәнәле, йөрәккә үтерлектәрен генә.
Иҙел диңгеҙгә ҡоя...
Был йырҙы ла бушҡа һайламаған. Ғөмүмән, һәр яратып тыңлай торғаны бер иҫтәлеккә, хәтирәгә нигеҙләнгән шул. Бына “Зәңгәр күлдәк” – атаһыныҡы, шул сәбәптән ҡәҙерле. “Зәңгәр күҙҙәр, бөҙрә сәстәр, беҙҙәйҙәргә пар түгел. Пар түгеллеген белһә лә, өҙөлөп һөйә йәш күңел” тигән, исемен дә белмәгәнен, әсәһе, үҙенең әсәһенә атаһы шаяртып йырланы, тип һөйләй торғайны. “Ҡышҡы серенада”ны туған тейешле бер апай сәңгелдәк бәүелткәндә йырлай ине, инде бигерәк һағышлы һәм моңло итеп. Еҙнәһе менән киноға барыр булһалар, Ләйләне бала менән ҡалдырырға алалар, апай шул йыр менән сабыйын йоҡлатып китә. Әллә ни эшләп шул апаһы бәхетһеҙҙер, эсендә зар барҙыр тип һиҙҙе, әле бала ғына тойомлауы менән. Ә инде “Иҙел бит ул”... асылда атамаһы “Һыу буйлап” шикелле был йырҙың. Тик бала сағында уны башҡарыусы ла, тыңлаусылар ҙа “Иҙел бит ул” тине лә ҡуйҙы һәм хәтерендә лә шулай уйылып ҡалған. Хәтерендә... Эйе, хәтерендә шул...
Һабантуй яланының бер осондараҡ йылға ярында урынлашҡан оло табындың ир-егеттәре көрәш-ярыш ҡарарға китеп бөткәс, унда ҡалған ҡатын-ҡыҙ, ашъяулыҡ өҫтөн бер ҡат йыйыштырып, сәй-аштарын эҫетеп, иркенләп ултырҙы. Бая ир-аттың, бала-сағаның тамағын ҡайғыртҡан булһалар, әле бер-береһен һыйлашты:
– Килендәр, яҡыныраҡ ултырһағыҙсы. Әйҙә, һалма ҡуйырып китә атыу, ашайыҡ.
– Аштан алда сәй эсмәһәм, батмай миңә. Сәйгә еткәне бармы?
– Ҡомалаҡ икмәген, ҡана, был яҡҡа ебәрегеҙ әле?
– Э-эй, ҡалай татты буған мынау һурпа! Һыйыр ите һыйыр ите инде, һурпаһы ла башҡа.
Аҙыраҡ тынып китеп тамаҡ ялғағас, табын­ға быу бөркөп торған самауырҙар килеп ултыра ла, тағы сыр-сыу һөйләшеү, көлөшөү, мәрәкәләшеү китә. Унан иң ололарҙан булған Кәримә әбей, табындың сираттағы өлөшөн асып ебәреүҙе белдереп, Рабиғаға өндәшә:
– Йә, килен, Иҙелде йырҙай һал, һәҙер абышҡаң килеп етер...
Рабиға инәй (Ләйлә иҫләгәндә инәй ине инде), ҡайынбикәһенең әйткәненә йәһәт күнеп, таҫтамал менән ауыҙ-ҡулын һөртә лә, сәскәле яулыҡлы башын саҡ ҡына ҡырынаҡ һалып, йырлап та ебәрә:
– И-иҙе-е-ел би-ит у-ул, И-и-иҙе-ел би-и-ит ул...
Барыһы ла, шул иҫәптән Ләйлә лә уға ҡарап ҡата. Берәү ҙә был йырҙы, юҡ, улай түгел, Рабиға инәй йырлаған йырҙы ситкә ҡарап тыңламай. Сөнки, йырынан, тауышынан бигерәк, үҙе матур. Иллегә етеп барғанда ла ул әле артыҡ оло төҫ алмаған, күҙ-ирен ситтәренә ятҡан ваҡ һырҙарҙы иҫәпләмәгәндә, йөҙ-төҫө, һын-ҡиәфәте, әлеге Кәримә әбей әйтмешләй, кәртинкә кеүек. Ә инде ирендәренең йырлағанда ҡупшы ҡыбырлауы, оҙон керпекле түңәрәк күҙҙәренең хисле генә булып йомолоп-йомолоп китеүе, нәфис аҡ муйынының һуҙылып, ҡупшы эйәгенең өҫкә күтәрелеп, яурындарының бәүелә биреп ултырыуы... Ҡыҫҡаһы, ауылда унан матур ҡатын да, килен дә юҡ. Әле инәйҙәр рәтенә инеп, өлкән балалары 16 – 17 йәштәр­ҙә булғанда ла, сибәрлектә уны алмаштырыр ҡатын заты күҙгә салынмай.
Онотолоп киткән ҡатын-ҡыҙҙы иҫенә килтерергә, унан бигерәк, Рабиға инәһен туҡтатырға теләмәһә лә, Ләйлә, сараһыҙҙан өндәшергә мәжбүр:
– Рабиға инәй, шым, апам килә!
– Эй, ҡороғор, йөрөй бирһә ней буған! – Кәримә әбей, һуҡранып, самауырға үрелә. – Шыл бы яҡҡа, теге алйот килеп самауырға тибеп ебәрмәһен, – тип Рабиғаны үҙе яғына күсертеп ала.
Алпан-толпан баҫып килгән Әхмәт апаның үгеҙ ҡарашы мәжлес араһынан ҡатынын эҙләй. Иҫереп үк етмәһә лә, ҡыҙмаса. Самай енләнә торған кимәлендә. Ул аңғарғансы уҡ, Рабиға инәй аяҡ үрә баҫа:
– Мине эҙҙәйеңме, Әхмәт, кил бында. Һурпа һалып бирәйемме? Сәйме?
Уға ҡапаҡлап, башҡалар ҡушыла:
– Әйҙә, ҡайнаға, иҙелгән ҡорот бар – эсһәң.
– Мына, һимеҙҙән ҡалъя ҡәйнешемә, кил.
Холоҡһоҙ ирҙең көйөн көйләй инде ҡатын-ҡыҙ. Табында, әҙәм араһында уларҙың ҡайһындайының да бәҫен төшөрмәй ҙә инде бисәләр.
Әхмәт ҡатыны янына ҡырын төшөп ятты ла, түшәк аҫтына тығылғанын ым менән генә һорап алып, кәсә төбөнә һалып күтәреп ҡуйҙы. Ул шуны йотҡансы апай-килен, еңгә-һеңлеләре ҡулынан ите-һурпаһы, икмәге-ҡорото, майы-кәнфите алдына шылып ултырҙы.
– Аша-аша, ҡабып эс! – Кәримә әбей уның әсәһенең һеңлеһе, зат араһындағы иң оло ҡатындарҙан һанала, уға ағай-энегә һелкетәһенәнерәк һүҙ ҡушһа ла, шелтәләп ебәрһә лә бара. Һүҙе бата, ҡаршы өндәшеүсе булмаясаҡ. Хатта Әхмәт кеүек эт арҡыры, иҫереп әллә нимәләр сығарып бөтөр кеше лә ауыҙ эсенән мығырлауҙан артыҡ үтә алмай.
– Әллә ятып тораңмы? – иренең ойоп барғанына өндәшкәйне Рабиға, тегеһе шундайыраҡ бер нәмә генә көткән:
– Нишәп ятайым мин? Бар ғәм күңел асҡанда! Мынауынан, һуғыр ҙа йығырмын! – тип тә һалды.
– Йә-йә! Һуҡмай тор әле. Ҡана, килен, мынау самауырҙы терелтеп әпкиһәң, – йәһәтләп Рабиғаны ситкә ебәреү яйын да тапты Кәримә.
Ҡатыны самауыр тотоп киткәс, уның усаҡ тирәһендә тилбер генә ҡыланғанын ҡарап ятҡан ир, тороп янына барып, нимәләрҙер һөйләнеп эргәһендә уралана башланы. Ҡатын йәһәтләп эшен бөтөп, самауырҙы алып кире табынға килде. Ир бында ла эйәр­ҙе. Ҡатын табындың икенсе яғына сығып, аҙыҡ-түлекте өҫтәп сыҡты. Талағы ташып барған ир яйлап шул яҡҡа сыҡһа, быныһы түңәрәктең икенсе яғына юлланды. Улар шулай йөрөп табынды әллә биш, әллә алты әйләнделәр. Был хәлде ултырыусыларҙың барыһы ла белә лә, телдәре һөйләшеп, ауыҙҙары йырылышып ултырһалар ҙа, күҙ ҡырыйҙары ипләп кенә аяҡ өҫтө йөрөүселәр­ҙе күҙәтә. Һәр береһе ирҙең ҡатынына ана һуғып-бына һуғып ебәреүенән биҙрәп, һағай­ған. Ярай әле, бәхеткә, ошо табын ирҙәренең бер йәшерәге килә һалып сыҡты. Ул етер-етмәҫтән үк һөрәнләй:
– Әхмәт ағай, ҡайҙа киттең дә барҙың ул? Тимерйән көрәшкә сыҡты бит! Дауай!
Ир, ай-вайына ҡуймай, апаны алып китә. Сөнки был ғаилә ирҙәренә уны ҡатынынан алыҫыраҡ йөрөтөү бурысы йөкмәтелгән. Ҡалғандар еңел һулап ебәрә, әммә берәү ҙә әлеге хәлде телгә алмай. Был әрләү ҙә, тикшереү ҙә, насарлау ҙа кимәлендә түгел, күрәһең. Бары йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙар ғына һиҙҙермәҫтән Рабиғаға йәлләүле ҡараштарын ташлап-ташлап алалар. Ололар ғәҙәти итеп өйрәнгән, күнгән әллә...
Рабиға инәйҙең матурлығын үҙе белгән тел менән һөйләгәйне бит инде Ләйлә. Ә бына Әхмәт апаның йәмһеҙлеген әйтеп кенә аңлатып булмайҙыр. Үҙ сиратында уның кеүек ямаҡай әҙәм ауылда ла юҡтыр. Ул кәрлә, ул тайыш, ул һыңар күҙенә тай типкәндән аҡ төшкән, ул ҡаҙан төбөндәй ҡарасманлығы, ул һалбыр ауыҙы – тфү! Бәләкәйерәк сағында Ләйлә уға ҡарарға ла ҡурҡа торғайны. Әсәһе менән атаһына ла: “Әхмәт апа шайтан, ивет”, – тип әйтеп көлдөрөп, әсәһе: “Хоҙай биргән төҫө инде – ҡалайтаң”, – тип тыйып ҡуйғайны. Һәм, әлбиттә, ауылдағы уны-быны яңы аңлай башлаған йөҙләгән бала кеүек үк, Ләйлә лә был парҙың бергә булыу сәбәбен һорамай ҡалманы.
– Рабиға инәй нишәп Әхмәт апаға сыҡҡан икән, әсәй? – тигәйне әсәһе менән икәү генә сәй эскән бер кисте. Дүрт балаһының һәр береһе ниндәйҙер бер йәштә бирә торған һорау булғас, әсәһе лә артыҡ аптыраманы. Ауылда барыһы ла белгән тарихты һөйләп һалды.
... Рабиғаның үҙенән ике йәшкә оло апаһы Рәйсәгә бала саҡтан йәрәшелгән булған икән Әхмәт апа. Аталары фронтовиктар, бергә һуғыш юлы үтеп йөрөп ҡайтып, тәүге балалары, береһендә – ҡыҙ, икенсеһендә – ул, тыуғас, ҡоҙалашырға вәғәҙәләшкәндәр икән. Рабиғалар икенсе ауылда йәшәһә лә, Әхмәт атаһына эйәреп уларға барып, ҡыҙҙарҙы күреп йөрөй. Улар ҙа Әхмәтте төҫ-башҡа беләләр һәм ҡыҙ өйөндә йыш ҡына “кәләш”те “ямаҡ кейәү”гә ҡушып үсекләйҙәр. Шаярыуын шаяралар, әммә берәү ҙә Әхмәткә сығырға йыйынмай унда. Рәйсә егетен хеҙмәттән көтөп алған, Рабиға оҙатҡан мәл була Әхмәттең атаһы ҡыҙ һората барғанында. Кәләш була торған ҡыҙ ҙа күп уйлап тормай, “һыуға барам” һылтауы менән сыға ла юғала. Ул да булмай көтөп ултыр­ғандарға “Рәйсә егете менән ҡасҡан” тигән хәбәр ҙә килеп етә. Дуҫы алдында оятҡа ҡалған өй хужаһы, аяҡ аҫтына төкөрөп ҡапҡаға юллан­ған ҡоҙаларҙың ҡаршыһына тороп туҡтата:
– Йо-оҡ! Боролоғоҙ! Ҡорҙашҡа ҡыҙ бирәм тигәнмен икән – бирәм! Миндә ҡыҙҙар бүкән һайын ултыра, ана! Һайҙап ал!
Енләнеп киткән аталарынан ҡурҡышҡан ҡыҙҙар һәм ҡатыны иҫенә килгәнсе, мулла Рабиға менән Әхмәткә никах уҡып та ҡуя. Шулай итеп, атаһының намыҫын аяҡ аҫтына һалып тапай алмай, үҙ бәхетен ашаҡлап сығырға мәжбүр була ҡыҙ.
Әхмәт ғаиләһендә, киреһенсә, бер өйөр ир-егет үҫә. Ҡарағай шикеллеләр. Баш бала ғына ниңәлер ҡустыларының буй-һынынан, холоҡ-күркенән мәхрүм. Әбейҙәр әйтмешләй, ысынлап “ен ал­маштыр­ған” булғандыр уны.
Эргәһендә шундай матур ҡатындың булыуын күтәрә алмай әллә ир, әллә ҡыҙғаныуҙан, әллә башҡа сәбәптән тота ла туҡмай, тота ла туҡмай инде. Саҡ ҡына ауыҙына алдымы, ул табында, ул кеше араһында тимәй, һелтәй ҙә ебәрә. Ире эскәндә ҡасып-боҫоп, этелеп-төртөлөп йөрөй бисара ҡатын. Тик шул көнөндә лә ҡайтыуҙы, китеүҙе белмәй – йәшәп ята.
– Ә теге егете армиянан ҡайттымы икән? – был һорау тағы ла бер нисә йылдан ғына килде Ләйләгә.
Әсәһе уйлана биреп ултырып, тағы һөйләп ҡуйҙы:
– Әле тәүге генә балаһын күтәреп әсәһенә ҡайтып барғанда юлда осрап утыртып алған уны теге егет. Шуфир буған икән. Ишетмәй тормағандыр инде, белгәндер Әхмәттең кем икәнен дә. “Киләм дә алам, Рабиға, бер нәмәнән дә ҡурҡмайым да, оялмайым да. Туҡматып йәшәтмәйем”, – тигән, ти...
– Һы-ы... Рабиға инәй нимә тигән?
– “Ыста! Кем әйтә аны? Һатта һәйвәт йәшәйбеҙ, ирем һатта һәйвәт”, – тигән дә төшкән дә ҡалған. Анан, ҡайтып еткәнсе, баламды йөҙөмә ҡаплап илап килдем, тей...
Был тарихты белгәндән һуң инәһенең йырлағандағы һағышлы ҡарашын аңлай Ләйлә. Уны тыңлаусыларҙың барыһы ла аңлағандыр инде. Шуны, моғайын, Әхмәт апа ла белгәндер ҙә, шуға ла йырлауын ене кеүек күргәндер. Хоҙай ҡөҙрәте менән һылыу итеп яратыл­ған ҡатынының күркәмлеген әллә кешенән, әллә үҙенән нисек йәшерергә белмәй аҙапланғандыр. Битен ҡоромға буярҙай, ҡойоға манырҙай, телен ҡырҡып алырҙай булып йөрөгәндер... Әллә инде... Шулайтып булһа ла аҡлап ҡарай ул кешеләр яҙмышын. Ҡалайтһалар ҙа, ярты быуаттан ашыу бергә ғүмер итеп, тиҫтәләгән балаға ғүмер биреп, икеһе лә баҡыйлыҡҡа күскәндәр инде. Зат-туған араһында күҙгә-башҡа сибәрерәк ҡыҙҙар үҫеп еткәндә “Рабиға инәһенә оҡшап тора” тигәнерәк осондороу һүҙҙәре генә тороп ҡалған. Унан йыры ҡалған инде, йыры – “Иҙел бит ул”ы!
Иҙел бит ул, тәрән бит ул,
Тәрән бит ул, киң бит ул.
Ҡараңғы төн, болотло төн,
Беҙ айырылған төн бит ул...

Сығыу ваҡыты 31-10-2017, 10:00 | Ҡаранылар: 378
|
  • Тау шыуырға яратҡан килен
  • Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...
  • Уның ғүмере – үҙе бер быуат
  • Туҡал
  • КӨЛӘМӘСТӘР, ЛАҠАПТАР, ӘҘӘМ БАШЫНАН ҮТКӘН ҠЫҘЫҠ ХӘЛДӘР
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:
  • Бала тәрбиәләүсе ғаиләләр өсөн ташламалар һәм пособиелар
  • Кешегә исем бүләк итәләр
  • Иҙел бит ул...



  • Радио Юлдаш FM