RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Кешегә исем бүләк итәләр

26.10.2017 Кешегә исем бүләк итәләр

Кешегә исем бүләк итәләрДарғын яҙыусыһы Әхмәтхан Әбүбәкәр (1931 – 1991) М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. Шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр, повестар, романдар, пьесалар авторы. Әҫәрҙәре француз, инглиз, немец, испан, поляк телдәренә тәржемә ителгән, Дағстандың халыҡ яҙыусыһы.

"Дерхаб!" – иң яҡшы маҡтауға лайыҡ һүҙ.
Хөрмәтлеләрем, был һүҙ менән артыҡ мауыҡҡаныма мине шелтәләмәгеҙ – һәйбәт кешеләр менән осрашҡан һайын уны ҡабатларға әҙермен. Был һүҙ беҙгә әллә нисә быуат хеҙмәт итһә лә, уны ҡабатлауҙан саҡ ҡына ла күрке ҡайтманы, аҫылташтай шы­мар­ҙы ғына. Иң тыйнаҡ туйҙа ла, бик ҡупшы тантаналарҙа ла, Дупе тауының яланғас түбәләренән алып Цудахарҙың текә ҡаяларына тиклем – һәр ҡайҙа: илемдең тигеҙлектәрендә, тауҙарында ла – мәғәнәһе иң ихлас һәм иң изге теләктәрҙе аңлатҡан был ҡөҙрәтле дарғын һүҙе яңғырап, ҡолаҡты иркәләй. Иң хөрмәтле ҡунаҡты ике яҡтан да "Дерхаб!" тип йөпләгәндәй, был һүҙҙән геджух шарабы менән мөлдөрәмә тулы мөгөҙҙәрҙәге һәм бокалдарҙағы кеүек шатлыҡ бөркөлөп тора.
"Дерхаб!" – тимерсе Әсхәб йортонда тантана ошо һүҙ менән башланды. Беҙ һеҙҙең менән бер аҙ һуңлағанлыҡтан, хәҙер Сурхаевтар ырыуынан тимерсе Әсхәб, уның мөләйем ҡатыны Меседу һәм ҡунаҡтар менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ. Ғәҙәт буйынса, ғаилә башлығынан башлайбыҙ. Тимерсе... Ишетәһегеҙме, был һүҙҙә күпме һығылмалы сың? Әйтеү менән стеналары ҡоромланған, көйөк еҫе аңҡыған бәләкәй ауыл тимерлеге күҙ алдына баҫа; ямал­ған иҫке күрек усаҡтағы утты ҡуҙғыта; ялпаҡланған һандалға йә ҡош суҡышын хәтерләтеүсе осло моронло ҡыҫҡыс төшә, йә тимер менән бәхәстә һәр саҡ еңеүсе боронғо балға бух итеп эләгә. Балға... Боронғо һүҙ, ләкин уның мәғәнәһе хәҙер бөтөнләй башҡа. Өй хужаһы әле сепарат заводында эшләй, унда тимерлек – төп цех. Бында тимерселәр балға менән булышмай, ә пневматик сүкеш менән эшләй. Ул балғанан меңдәрсә тапҡыр ауырыраҡ булһа ла, оҫтаның ҡулдары өсөн шул тиклем үк еңелерәк. Боронғо һөнәр беҙҙең заманда тимерсенең көслө беләге менән генә түгел, шулай уҡ уның аҡыллы башы менән дә хөрмәт һәм ихтирам яуланы.
Ун биш йыл элек тимерсе Әсхәб сатан бухгалтерҙың июндәге нәжәғәй һымаҡ матур Меседу исемле ҡыҙына өйләнде. Мин дә әйтәм, яҡташтары ла раҫлар: Меседу исемен хаҡлы йөрөтә; һылыуҡайҙың атаһы, тәкәбберлек ир-аттың иң яҡшы күрке булмаһа ла, ҡыҙымдың ауылда иң матуры икәнлегенә икеләнеүсе табылһа, ике аяғыма ла аҡһарға әҙермен, тип юҡҡа ныҡышмай...
Тәүге биш йылда тимерсе ауылда ҡатыны менән яратышып һәм хөрмәт итешеп йәшәне. Был тау халыҡтарынан айырыла ине, сөнки улар яратыуын ярата, ләкин көйләп-сөйләргә, хөрмәт итергә мәжбүр итә алмай­һың. Улар бөтә ергә лә бергәләп йөрөнө, был үҙенең икенсе яртыһы менән урамда күренеүҙән тартыныусыларҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиңлеге тураһында клубта лекция тыңлағанда хәләленән ситтә ултырыуҙы хуп күреүселәр­ҙе ныҡ ғәжәпләндерҙе. Мин үҙ балаларының әсәһен ҡултыҡлап йөрөү, ул һыу алып ҡайтҡанда йәки сыбыҡ-сабыҡ ташығанда ярҙамлашыу тураһында әйтеп тә тормайым. Ир-аттың үҙенә һыу йәки утын килтерергә нимә ҡамасаулай, тип һорар­һығыҙ. Яуап бирәм: хөрәфәт, шайтан алғыры... Йә, ярай, беҙ мәҙәниәтле кешеләр, юҡ-барға ышаныуҙар, Каспий тулҡындарындағы нефть таптары кеүек, тиҙҙән юҡҡа сығыр, тигән өмөт менән йәшәйек... Вах! Беҙ, әүрәп, тимерсе Әсхәб өйөндәге байрам өҫтәленән ситкә киттек шикелле.
Йәш ғаиләлә барыһы ла имен-аман һымаҡ ине, болотло көндә ҡояштың беренсе нуры башҡаларҙыҡына ҡарағанда уларҙың сакляһына иртәрәк төштө, ҡунаҡтар ҙа килгеләне, буш өҫтәл артына ултырманылар, тик бер хәл генә йәш ир менән ҡатынды хафаға һалды. Икеһе лә, бер-береһенән йәшереп, хәсрәтләнде һәм яманһыуланы, көйөндө һәм борсолдо. Балалары юҡ ине.
Тимерсенең туғандары бер нисә мәртәбә, ситләтеп булһа ла, уға биҙәү ҡатынды айырып, икенсегә өйләнергә кәңәш итте. Был осраҡта хөрәфәт-фәлән түгел, ә закон үҙе ир яғында ине. Ирҙең туғандары балаларһыҙ барыбер ныҡлы ғаилә ҡороу мөмкин түгел икәнлеген ҡатынға ла һаҡ ҡына тылҡып ҡараны. Меседу был "ысын күңелдән" үткәрелгән һөйләшеүҙәрҙән һуң йыуашлана, ауыҙ асып һүҙ әйтмәй, һәммә һорауға ла әсе күҙ йәштәре менән яуап бирә. Ләкин тимерсе, хатта Сурхаевтарҙың данлы ырыуына өҙөлөргә насип булһа ла, айырылышыу хаҡында ишетергә лә теләмәне.
Мөмкин булған, хатта ҡотолғоһоҙ ғәйбәт-ыҙғыштарҙан һаҡланыу өсөн, Әсхәб кешеләр бер-береһен йүнләп белмәгән ҙур ҡалаға күсенергә булды. Ә унда тәрбиәгә бала алыр­ға мөмкин: сабыйға ғүмер биреүсе түгел, ә тәрбиәләүсе, кеше итеүсе атай ҙа баһа!
Эшләйем тигән кешегә һәр ерҙә лә эш табыла. Ҡалала тимерсе бигерәк тә уңды: башҡа эшселәр менән бергә сепарат заводының нигеҙен тәүгеләрҙән булып һалды, унда тимерсе хеҙмәте лә ярап ҡуйҙы. Бында Әсхәб тоғро дуҫтар тапты, ихтирам яуланы. Ә түҙемлелеге һәм тоғролоғо өсөн бүләк итеп, туйҙан һуң ун биш йыл уҙғас, Меседу ул тапты. Ниндәйен әле! Бер айҙан һуң сабый донъяға ынйы кеүек дүрт теше менән йыл­май­ҙы. Ышанмайһығыҙмы? Мине тәбиғәт ҡанундарын белмәүҙә фаш итергә теләйһегеҙме? Хөрмәтлеләрем, ә һеҙ тәбиғәттең үҙ хикмәттәре булыуын белмәйһегеҙме әллә? Теләй икән, бер әсәнең өс улынан алтын ҡуллы ике оҫта үҫтерә, ә өсөнсөһө – доцент. Нимә эшләйһең? Беҙ тәбиғәттең бөтә ҡанундарын да белеп бөтмәйбеҙ шул әле...
Ә һеҙ әсәһе һаҡ ҡына биләп, яндырып яһал­ған биҙәктәр менән семәрләнгән ағас сәңгелдәккә һалған сабыйҙың шат йылмайыуына ғына ҡарағыҙ әле! Тимерсенең туғандары, аяҙ көндә йәшен атҡандай, бүләктәр тейәп килде һәм янғын ваҡытындағы һымаҡ шунда уҡ ауылдарына һыпыртты – күрәһең, намыҫтары яфалағандыр, элекке шелтәләре өсөн ҡурғандыр. Ә ғорур, бәхетле Меседу яманлыҡты онотҡайны инде. Тау кешеләре әйтмешләй, бөгөн уның йөрәге ергә һыйманы, бына ул уның баш балаһы, уның ҡояшҡайы, тормошоноң мәғәнәһе һәм маҡсаты. Уның хатта тауышы сағыуланды, йәшәрҙе...
Тимерсенең өҫтәле артына уның иң яҡын дуҫтары йыйылды. Бөгөн үҙенә бер төрлө тантана көтөлә: донъяға яңы килгән сабый исем аласаҡ, уның менән ул оҙаҡ-оҙаҡ йәшәйәсәк, уҡыясаҡ, армияла хеҙмәт итәсәк, эшләйәсәк, дуҫтарының өндәшеүенә яуап бирәсәк, дошмандарын дер ҡалтыратасаҡ – уныһы ла була тормошта...
Кеше исеме! Исем һайлау бик ябай эш түгел. Мин беләм: бер атай, теге доцент инде, улына Электрон тип исем ҡушырға йыйынған да, олатай менән өләсәһе көс-хәл менән дүндергән. Ә бына ейәнсәрҙәренең исемен яҡлап өлгөрә алмағандар – әллә шайтан бутаған, әллә Алла йәш ата-әсәне ҡурсаламаған, ләкин уларҙың кесе ҡыҙҙары, һөйкөмлө аптекаршаның исеме – Станя, быныһы ҡыҫҡартып әйткәндә, ә тулыһынса – Гидроэлектростанция!
Юҡ, юҡ, беҙҙең тимерсенең улына бындай хәүеф янамай: бөгөн уға Сурхаевтарҙың ырыуына лайыҡлы исем ҡушасаҡтар, был ырыуҙа һәр яңы быуын мираҫҡа алтын ҡулдар һәм аҡыллы баш ала.
Хужалар менән таныштыҡ, ә хәҙер өҫтәлгә рәхим итегеҙ. Унда тәрән тәрилкәләрҙә ҡара тәкә ите боҫланып ята. Уның һөйәктәрен бешергәндә лә, ашағанда ла һындырырға ярамай, юҡһа яңы тыуған баланың сирләшкә булып үҫеүе, башы эшләмәүе ихтимал. Хөрәфәт, тиһегеҙме? Бәлки, шулайҙыр, ләкин зыянһыҙ һәм яҡшы хөрәфәт ваҡыт үтеү менән мотлаҡ беҙҙең тормошто биҙәүсе изге йолаға әүерелә. Килешәһегеҙме?
– ...Миңә, ҡатыныңды айыр, тинеләр! Мин, айырмайым, тинем! – тимерсе нисәнсе тапҡыр инде хәтирәләргә сума. – Күҙ алдына килтерегеҙ: өгөт-ҡотҡоға бирелеп, мин ғаиләмде емерә, Меседумды юғалта ала инемме? Улым да булмаҫ ине, тимәк... – Тимерсенең бәхетле ҡәнәғәт тауышында хәүеф яңғыраны. Ул хатта сәңгелдәккә боролоп ҡараны – бәхете, ата ғорурлығы ундамы?
– ...Мин емермәнем, ә һаҡланым... Ышанығыҙ, маҡтанмайым... Ҡатыным һәйбәт минең, уға йыш ҡына, ай, нисек ҡыйынға тура килде...
– һәр кемгә иренән эләгә инде, – Меседу йылмайҙы, ул хатта әңгәмәгә рөхсәтһеҙ ҡушылғаны өсөн шелтәнән дә ҡурҡманы.
– Ҡәҙерле Әсхәб! Таулылар былай ти: айырылышыу өсөн беренсе ҡатындың бер етеш­һеҙлеге була, икенсеһенең ике етешһеҙлеге табыла, ә өсөнсөһөндә иһә бөтә өс сәбәп тә булыуы ихтимал, – тип хәтергә төшөрҙө Мәҡсүт.
– Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ! – оҫтаны бөҙрә сәсле йәш инженер хупланы. – Тик бына, яуҙан ҡалған ете яра эҙе булған һәм ете ҡатын алған кеше генә ысын ир ул, тигән риүәйәт ҡайҙан килеп сыҡты икән?..
– Ете яра эҙе, ете ҡатын?.. Һин был хаҡта ни беләһең? – бөҙрәнең ҡатыны әңгәмәгә ҡушылды. – Ҡарағыҙ әле, дуҫтар: кисә өйләнде, ә бөгөн инде ошондай пробле­малар­ҙы тикшерә!
– Кисә түгел, ә ике ай ҙа ете көн элек! – тип асыҡланы инженер һәм йылмайған күҙҙәре өҫтөндәге күмерҙәй ҡара ҡаштарын уҫал һикертте. – Ауыҙыңды яп, азат ҡатын! Өйҙә һөйләшербеҙ, ә ҡунаҡта үҙеңде әҙәпле тот! Йә, ҡәҙерле Әсхәб, һинең шатлыҡ – беҙҙең шатлыҡ! Быныһы артынан тағы ла улдарың тыуһын! Дерхаб!
һәр атаның күңеленә ятышлы маҡтаулы тост өсөн бокалдарҙы сыңлатҡас, тимерсе ғорур яуапланы:
– Минең Меседу, колхозыбыҙҙағы анар баҡсалары кеүек, үрсемле булһын! Ышанһағыҙ – ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ – юҡ, тик ҡайһығыҙҙың беҙҙә үҫкән гранаттарҙы күргәне бар икән? Былтыр рәйес күргәҙмәгә икешәр килограмлы анарҙар алып килде.
Мәҡсүт оҫта, кислотанан өтөлгән мыйығын һыпырып, эргәһендә ултырған инженерға ҡаш һикертте:
– Беҙҙең Әсхәб әҙерәк акуштарға оҡшаған. Ауылда ниндәй яңылыҡтар бар, тип һорағас, Акуш кешеһе, барыһы ла элеккесә, бер генә яңылыҡ: шундай ҡабаҡ үҫтерҙек, ул хатта ҡояшты ҡапланы, тип яуап биргән; хәҙер күрше ауыл кешеләре интегә, сөнки уларҙың акуштарҙыҡы һымаҡ күләгә биреүсе ҡабағы юҡ.
Барыһы ла көлөштө, шараптан түгел, ә бәхеттән әҙерәк иҫергән тимерсе ысын күңелдән көйөндө:
– Ышанмайһығыҙмы? Мин дә ғәжәпләндем: герҙәй гранаттар нәҙек кенә ботаҡта нисек аҫылынып тора икән? Емештәрҙе йыйғанда рәйес, кешеләр имгәнмәһен өсөн, барыһына ла янғын һүндереүселәр каскаһын бирә...
– Ха-ха-ха! – өҫтәл геү килде.
Оҫта, һоро мыйығын бороп, өҫтәне:
– Эйе-эйе... кубачиҙар ҙа күршеләренә ярҙам итергә булған: Акуш ауылы ҡабағын бешереү өсөн ҡаҙан яһағандар, ҡаҙандың бер тотҡаһына сүкеш менән һуҡһаң, икенсе яҡта тауыш ишетелмәй, ти! Габариттары насар түгел бит, Әсхәб! һинең гранаттарыңа тап-таман!
– Ну, һин юҡҡа, – тимерсе етдиләнде. – Мин анарҙарҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем...
– Тәмләп тә ҡараныңмы?
– Юҡ, гранаттарҙы мин ҡалаға киткәс үҫтерә башланылар.
– Ну, шаянһың да инде! – оҫтаның кәйефе күтәрелде. – Һин өҫтәп яҙыуҙар өсөн ни буласағын беләһеңме?.. Беренсе тапҡыр – шелтә, шунан...
Ҡунаҡтар көлөштө, иренең борсоулы йөҙөн күреп, хатта Меседу ҙа йылмайҙы: хаҡлы икәнен уға нисек иҫбат итергә? Гонаһ шомлоғона ҡаршы, тап бөгөн ҡунаҡсыл тимерсенең тыуған ауылынан бер яҡташы ла юҡ ине... Ул балғаны уҡ булмаһа ла, һәйбәт сүкеште алмаштырырлыҡ ҡулын дөп итеп өҫтәлгә һуҡмаҡсы ине лә, ҡунаҡтарҙы кем хөрмәтенә йыйғанын хәтеренә төшөрөп, ваҡытында тыйылып ҡалды.
Тимерсе, дуҫтарынан ҡалышырға теләмәй, көлөп ебәрҙе:
– Ярай, көнө тыуыр, мин һеҙҙе рәйесебеҙ менән дә, гранаттарыбыҙ менән дә таныштырырмын! Дерхаб, дуҫтар! Насар кешеләр күңелһеҙ көн итһен, ә минең дуҫтарым туҡ һәм бәхетле йәшәһен! Дерхаб!
– Дерхаб! – тип яуапланы ултырыусылар.
Шул ваҡыт кемдер ишекте туҡылдатты.
Ҡунаҡтарҙы һәр ваҡыт ихлас ҡаршылаған Меседу ишеккә ташланды:
– Инегеҙ!
Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).


Тупһала йәш егет тора ине. Тәбәнәк буйлы, ҡалҡыу яңаҡлы, ҡаҡса битле, көндөң күп өлөшөн асыҡ һауала үткәргән кешеләрсә ҡыҙарып торған йөҙө егеттең ауылдан икәнлеген һиҙҙереп тора. Ҡара папахаһы аҫтынан теремек, асыҡ күҙҙәре ышаныс менән ялтырай; ныҡ ҡыҫылған ирендәре ихтыяр көсөн һәм ныҡышмалылығын белдерә, ә эйәгендәге тау саңғыһында шыуғанда йығылғандан һуң ҡалған аҡһыл яра эҙе ҡыйыулығы тураһында һөйләй.
– Ғәфү итегеҙ-кисерегеҙ, әйтмәҫһегеҙме икән, Әсхәб Сурхаев ошонда йәшәйме? – тип тартынып ҡына башланы егет.
– Инегеҙ, инегеҙ, туғанҡайым. – Меседу йылмайҙы, әйтерһең, тотош ун биш йыл буйына тап бына ошо ҡунаҡты түҙемһеҙләнеп көткән.
– һеҙ, моғайын, мине танымайһығыҙҙыр...
– Таныным, ни эшләп танымаҫҡа ти! Өҫтәл янына рәхим итегеҙ!
– ...Мин... Мине ирекле көрәш буйынса бәйгегә саҡырғас, әсәйем ҡәрҙәштәремдең хәлен мотлаҡ белергә ҡушты. Бына... килдем, әммә һеҙҙә ҡунаҡтар... Ваҡытһыҙ йөрөһәм, ғәфү итегеҙ-кисерегеҙ. – Ул аяғын ишек төбөндәге балаҫҡа ентекләп һөрттө лә, ботинкаларын сисеп, өйҙә бәйләнгән йөн ойоҡбаштарҙан ғына тороп ҡалды.
Сер итеп әйткәндә, таҙалыҡ яратҡан Меседу ҡунаҡтың бындай ҡыланышына шатланып бөтә алманы.
– Инегеҙ, инегеҙ! Барыһы ла өҫтәл артында көтөп ултырғанда, ишек төбөндә һөйләшеү яҙыҡ... Беҙ ауылдан әллә ҡасан киттек, күптәрҙе шунда уҡ танып бармайбыҙ, ләкин яҡташтарыбыҙға шатбыҙ, бик шатбыҙ. Папаханы бына бында, өҫтәлгә ҡуйырға мөмкин.
– Әсәйем адрес яҙып биргәйне, тик ҡағыҙҙы юғалттым. Ҡалала өс Сурхаевтарға белешмә бирҙеләр... – яңы ҡунаҡ аңлатмаһын бүлмәлә дауам итте.
– Ултыр, ҡәҙерлем! Аңлатма ҡағыҙын һуңынан бирерһең! Меседу, тағы ла бер бокал килтер әле. – Тимерсе ултырғысты шылдырҙы һәм килеүсенең ҡулын ныҡ итеп, ниндәйҙер айырым бер хөрмәт менән ҡыҫты: бына хәҙер, уның тыуған ауылы Банаванан ҡунаҡ килгәс, кем анар баҡсаһы олоғара емештәр биреүенә шикләнеп ҡараһын.
– Атың кем?
– Бахадур!
Билдәләп үтергә кәрәк, хөрмәтлеләрем, беҙҙең һөйләштә Бахадур “ҡыйыу”, “батыр” тигәнде аңлата. Ҡағиҙә булараҡ, тауҙарҙа беренсе балаға йә һәләк булған атаһының (дәһшәтле осорҙа йыш ҡына шулай булған: улы тыуыуға, азатлыҡ өсөн, ырыу намыҫы өсөн һуғышҡан атаны зыяратҡа алып киткәндәр) йә олатаһының исемен ҡушҡандар. Йәнә изге йола бар: яңы тыуған сабый өсөн сағыу, биҙәкләнгән сәңгелдәк эленгәс, сакляға килгән ҡунаҡ хөрмәтенә уның исемен балаға ҡушалар. Бахадур донъяға килгән көндө атаһының өй ҡапҡаһын боронғо тоғро ҡунағы ҡаҡҡан...
Ваҡыт уҙған, Бахадур үҫкән, атаһы йыш ҡына:
– Был турғайҙан бөркөт үҫергә тейеш, – тигән.
Нигеҙле булған был һүҙҙәр: малайҙа спорт уйындарында еңеү өсөн кәрәкле ныҡышмалылыҡ, ихтыяр, көсһөҙҙәрҙе яҡларға ынтылыу бик иртә барлыҡҡа килгән.
Атта һыбай оҫта йөрөүгә, сабып барышлай атыуға, таш ырғытыуға ҡарағанда ла, көрәш – беҙҙең халыҡта нығыраҡ хөрмәт ителгән борондан яратып шөғөлләнгән спорт төрө. Тәүге ике спорт төрө армияға китергә әҙерләнеүсе егеттәрҙең кәңәшсе-тәрбиәселәре тарафынан бик юғары баһаланған. Тәүге бураҙна һалыуҙы байрам иткән көндәрҙә үткәрелгән таш ырғытыуҙың иһә файҙаһы ла бар: егеттәр шулай күпме баҫыуҙы таҙарт­ҡан – был хаҡта етеҙ, көслө ҡулдар ташлаған таш өйөмдәре менән таштарҙан таҙартылған ерҙәрҙә үҫкән туҡ башаҡтар ғына белә. Мин шулай уйлайым: спорттың һәр төрө, матурлыҡ менән бергә, файҙа килтерергә, тормош баҫыуын йомшартырға тейеш. Тик бына шуныһына башым етмәй: сит илдең боҙ юлға рәттән һалынған биш, ете, әгәр чемпион икән, ун мискә аша һикереп үтеүсе конькисылары ниндәй баҫыуҙы йомшарта икән?..
Йә, ярай, беҙ спорт төрҙәре тураһында фекер алышҡан арала, турғайыбыҙ Бахадур тирә-яғына күҙ һалырға өлгөрҙө, хатта штраф шарабынан баш тартырға йөрьәт итте.
– Аңлайһығыҙмы, бер нисек тә ярамай... – Егет ҡыҙарҙы, бокалды көслө ҡуңыр ҡулдары менән ҡапланы.
– Ни өсөн ярамай? Берәй ерең ауыртамы әллә? Табиптар ҡушмаймы?
– Аңлайһығыҙмы, көрәшселәр йыйынына саҡырҙылар, тамсы ла ярамай, тинеләр.
– Әйтәм, елкәң ныҡ! – Мәҡсүт оҫта зирәклек күрһәтте. – Ишеттек, бик көсөргәнешле бәйге буласаҡ. Рәжим икән, ҡыҫтамайбыҙ. Беҙҙең егеттең еңеүе өсөн! Дерхаб!
Бахадур үҙенә күрһәтелгән иғтибарға һөйөндө: туған-тыумасаларына беренсе тапҡыр килһә лә, әйтергә кәрәк, барыһы ла уны үҙ итте, бер туғандары һымаҡ ҡаршыланылар.
Бахадур бокалын күтәреп бөтәһе менән дә сәкәштереп сыҡты:
– Дерхаб! һеҙҙең шатлыҡ өсөн! Ул һеҙҙең өйҙә йыш ҡунаҡ булһын!
Тимерсе ҡунаҡтың оло киҫәк итте ашағанын көтөп торҙо ла, тыуған ауылындағы анар баҡсаларын йәнә хәтергә төшөрҙө: унда һәр ҡыуаҡ – карап ҡарағайы бейеклегендә, ә һәр емеше ҡарбуздан бәләкәй түгел.
Бахадур тимерсене икеләнеп тыңланы, әммә хужаның ҡунаҡтарҙың күңелен күрергә теләүен, уны, Бахадурҙы, шаяртыуҙа фекер­ҙәш булырға саҡырыуын тиҙ төшөндө.
– Ысынлап та, шулай, ағай! – Йәш ҡунаҡ шунда уҡ эләктереп алды. – Әгәр сәтләүек ҡыуағын – анар ағасы, сәтләүек тосон – гранат емеше, ә ике ботло герҙе алтмыш килограмлы штанга тип иҫәпләһәк, беҙҙең рәйестең баҡсалары тап шундай!
Оҫта эсенә йәбеште. Инженер сәсәне, ҡатынына иренең киң арҡаһын ҡағырға тура килде.
– Бына һиңә анарҙар, Әсхәб! – Мәҡсүт оҫта, ҡул сабып, һыны ҡатып көлдө.
– һин нимә һөйләйһең, егет? – тимерсе ҡыҙҙы. – Һин республика гәзитен күрмәнеңме ни, унда беҙҙең рәйестең баҡсаларын маҡтаулы цитрус плантациялары менән сағыштыралар.
Бахадур был шаяртыуҙы ла тейешенсә баһаланы.
– Дөрөҫ, ағай! Беҙҙең ауылдың ожмах баҡсалары менән уратып алынғанын бында, ҡалала, ғына белмәйҙәр, ботаҡтар емештәр­ҙән һығылып ултыра. Бер ағаста төрлө емеш үҫә: аҫта – манго, өҫтә – банандар, уңда – финиктар, һулда – ананастар!
– Ауыҙыңды яп! – Тимерсе тауышын күтәр­ҙе. Шунда уҡ ауыҙын ҡулы менән ҡапланы: кесе булһа ла, ҡунаҡ менән үҙеңде улай тоторға ярамай. – Һин, егет, мине юҡҡа көлдөрәһең...
– Минме?! – Бахадур шаҡ ҡатты. – Ағай, һин үҙең беҙҙең барыбыҙҙы ла шаяртаһың...
– Юҡ, һин гәзиттең тотош беренсе битендәге һүрәтте хәтереңә төшөр: беҙҙең рәйес анар баҡсаһында баҫып тора, – тимерсе һаман ныҡышты.
– Дан өсөн ни генә эшләмәҫһең, гәзиткә эләгер өсөн беҙҙең йыуанҡайҙың сит баҡсаға ла инеүе ихтимал...
– Һин беҙҙең рәйес тураһында ни тинең? “Беҙҙең йыуанҡай?” Был нисек була инде?
– Ағай, хәтерләйһеңме, беҙҙең Мостафаның һуғыштан ҡайтҡанын: ябыҡ ҡына, үҙе оҙон. Ә хәҙер күрһәгеҙ икән: буйға ла, арҡырыға ла бер, шул тиклем таҙарған. Бәлки, йәшенә бәйлелер...
– Мостафа?.. Таҙарған? Ә һеҙ рәйес Әлибәкте ҡайҙа ҡуйҙығыҙ? Бәләкәй генә, буйы папахаһы менән бергә бер метр ҡырҡ сантиметрҙан артмай!..
– Беҙҙә Әлибәк юҡ... – Егет ямғырлы кистәге турғай кеүек тырпайҙы. – Мин бала сағымдан алып бер генә рәйесте – Мостафаны ғына хәтерләйем. Йыуан Мостафаны.
– Туҡта, туҡта, дуҫ! Әйт әле, һин үҙең ҡайһы ауылдан?
– Мин?!
– Мин түгел инде!
– Гөлөбкәнән...
Хәҙер өҫтәл артында тимерсе башҡалар­ҙан нығыраҡ иһаһайланы. Ҡалғандары, турғайҙың ниндәйҙер уңайһыҙ хәлгә ҡалыуын аңлап, йылмайышты. Тимерсе урынынан тороп, егеттең һалынып төшкән яурынын ҡосаҡланы:
– Мин, ҡәҙерлем, Банава ауылынан, Дербенттан алыҫ түгел, һеҙҙең Гөлөбкә – ана ҡайҙа, Сирагин тауҙарында, ә минең Банава – ана ҡайҙа, зәңгәр Каспий янында. Аңланыңмы?!
Бахадур барыһын да аңланы: яңылышты, ят өҫтәл артына ултырып, ах, нисек яңылышты. Ул урынынан торҙо, ҡайышын рәтләне һәм йылмайыусыларға күҙ йүгертеп сыҡты:
– Мине ғәфү итегеҙ-кисерегеҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар. Һеҙҙең алда ла ғәйеплемен. Был өй бөгөнгө һымаҡ һәр ваҡыт йылы һәм ҡунаҡсыл булһын. Әсәйем, ҡалала Сурхаевтар нәҫеленән ағайымды белмәгән кеше юҡ, тип әйтте. Уның өсөн ҡала – шул уҡ ауыл: һәр кем бер-береһен таный, ә һәр кем бөтәһе тураһында белә. һеҙ ихлас ҡаршыланығыҙ... Мин уйланым... әлбиттә, һеҙ минең ҡәрҙәштәрем булаһығыҙ. Ауылдаштарымды шаярт­ҡан һымаҡ шаярттым... Ғәфү итегеҙ-кисерегеҙ, тағы ла бер тапҡыр үтенәм...
– Йә, йә, юҡты һөйләйһең, – тимерсе ҡунаҡты тынысландырҙы.
– Миңә китергә рөхсәт итегеҙ...
– Юҡ, юҡ, – Меседу һүҙ ҡатты. – Ошондай көндәге ҡунаҡ – беҙҙең өсөн, беҙҙең бәләкәсебеҙ өсөн бәхет. Хатта һинең нисек итеп минең Әсхәбте үртәүең шундай ҡыҙыҡ булды, – ул йәштәрсә яңғыратып көлдө.
– Рәхмәт. Мин барыһы өсөн дә бик рәхмәтлемен... Үҙемдең ҡәрҙәшемде эҙләрмен, булмаһа. Миндә тағы ла ике адрес бар...
– Э, юҡ, ҡәҙерлем! Ауылдың анар баҡсаһынан да мөһимерәк эш бар: минең улыма исем ҡушырға кәрәк. Нисек сығып китә алаһың?
– Ни өсөн “минең” улыма? – Меседу нәҙек дуғалы ҡашын һикертте.
– Ә нисек тип әйтергә? – тимерсе аңламаны.
– Ҡарағыҙ әле, кешеләр! Заводта, коллективта эшләй, ә өйҙә үҙен яңғыҙаҡ кеүек тота! Нимә, һинеңсә, малай һинеке генәме ни? Минең, тимәк, бер ниндәй ҙә ҡыҫылышым юҡмы?
– Дөрөҫ, Меседу! – оҫта эләктереп алды. – Шулай тәрбиәлә уны, кикреген төшөр.
– Яҡшы, яҡшы, ярар, беҙҙең улыбыҙ булһын.
– Ярар – бик үк яҡшы түгел! “Ярар” нимә аңлата?
– Тағы ла дөрөҫ әйтмәнемме? Эйе, эйе – беҙҙең улыбыҙ. Хәҙер ҡәнәғәтһеңме? Дуҫтар! – Тимерсе бөтәһенә лә мөрәжәғәт итте һәм Бахадурҙың иңбашынан ҡәрҙәштәрсә ҡосаҡланы, әйтерһең, ике ауыл – Гөлөбкә менән Банава – ғүмер баҡый бер-береһенә яҡын тора, хәҙер бер кем дә уның Банава һуҡмағынан атлауынмы йәки Гөлөбкә еренә аяҡ баҫыуынмы әйтә алмай. – Әлеге көндө ике ваҡиға буйынса иҫтә ҡалдырабыҙ: беҙҙең йәш ҡунағыбыҙ Бахадур менән осрашыу һәм бөгөн улыбыҙға исем ҡушабыҙ. Беҙ бында Меседу менән бәхәсләшеп кенә ҡалманыҡ, шулай уҡ тикшереп хәл иттек...
– Һеҙ нимә хәл иттегеҙ һуң? – инженерҙың тыңлап бөтөргә түҙемлеге етмәне.
– ...Тауҙарҙағы изге йоланан ситкә тайпылмай, йәш ҡунағыбыҙ хөрмәтенә беренсе балабыҙға Бахадур тип исем ҡушырға. Дерхаб!
Бөтәһе лә бокалдарын күтәрҙе. Тулҡынланған Бахадур был юлы тренерҙың ҡәтғи өгөт-нәсихәтен онотто. Бындай тантана айҡанлы эселгән бер бокал шарап нимә генә инде?
Бер ауылда атаһы улына мүшмел сыбығы менән бик ҡаты һабаҡ биргән, тип һөйләй­ҙәр. Беренсе рюмка өсөн дә түгел, һуңғыһы өсөн дә түгел, ә улар араһында эселгәндәре өсөн: мүшмел сыбығы эскесенең арҡаһында һәм ҡабырғаларында тиҫтәнән ашыу тапҡыр бейегән, тиҙәр. Күгәргән ерҙәре төҙәлгән, ә хәтирә ҡалған. Шулай булғас, кемдер тылсымсы табипҡа эләгә алмаһа, уға шарапҡа әүәҫлеген бөтөрөү өсөн беҙҙә дауалау курсы үтергә тәҡдим итә алабыҙ – тауҙарҙа мүшмел бөтә ерҙә лә үҫә.
Бахадур үҙ ғүмерендә тәүге һәм берҙән-бер бокалды бушатты. Ул ҡунаҡтарға, яңы тыуған сабыйҙың ата-әсәһенә рәхмәт белдер­ҙе, ошо минуттан үҙенең исемен йөрөткән малайға өлкән ағай булырға ант итте. Тосын иң яҡты, эскерһеҙ теләктәрҙән торған изге дарғын һүҙе менән бөтөрҙө:
– Дерхаб, Бахадур! Һиңә исем бүләк итәм!

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)