НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Имәндәр шаулай

Имәндәр шаулай


Имәндәр шаулай
Ниҙер күрергә теләгәндәй, ҡараштарыңды алыҫтарға төбәйһең дә, йыш ҡына тәрән уйҙарға талаһың. Айырыуса һуңғы бер нисә йыл тирәһе. Беленер-беленмәҫ һырҙар баҫа башлаған йөҙөңә ҡарай-ҡарай, төптәренән салланып үҫеп килгән, көрән төҫкә буятылған сәстәреңдән һыйпап, тик үҙеңә генә әйтә торған һүҙҙәрем бар, ҡәҙерлем. Хәйер, мин әйтәсәк нәмәләрҙе һин үҙең дә бик яҡшы беләһең, тик иҫеңә генә төшөрөп үтәйем. Хәтерләйһеңме, бынан ҡырҡ биш йылға яҡын элек һинең менән тәүге осрашҡан көндәрҙең береһендә, сөм ҡара ҡалын сәсеңә баҙнатһыҙ ғына тейгеләп, күҙҙәреңә ҡарап, радионан отоп алған бер йырҙы йырлағайным:
Ҡарлығандан ҡара, ай, күҙҙәрең,
Бөрлөгәндәй йөҙҙәрең.
Шәкәрҙәрҙән тәмле, ай, балдан татлы
“Һөйәм” тигән һүҙҙәрең...

Ҡара әле, ҡәҙерлем, ә күҙҙәрең һаман шул уҡ та баһа!.. Шундай уҡ матур, тик ни өсөндөр һағышлы. Ни өсөн икәнен дә беләм, әсәһе: сәскәләй йәш сағыңды һағынаһың. Был хаҡта үҙең дә ҡайһы саҡ әйткеләйһең. Болан балаһындай етеҙ, йылға балығындай йылғыр, яҙғы гөрләүектәй шаян бала һәм үҫмер мәлдәреңде иҫләйһең, һаман онота алмайһың. Бындай саҡ һәр кемебеҙҙең хәтерендә лә иң гүзәл ваҡыттар булып ҡалалыр...
Әле ун алты-ун ете йәштәрҙә генә булыуыбыҙға ла ҡарамаҫтан, тик үҙеңә генә “үлеп” ғашиҡ булып йөрөгән мәлдәрем, ысынлап та, төш һымаҡ ҡына булып ҡалған. Һине һәммә етешһеҙлектән азат булған, идеаль ҡыҙ итеп күреп, уйҙарымдан көн-төн сығара алмай, мөхәббәт утында янып йөрөгән мәлдә, кемдер һинең үҙеңдән дә һылыуыраҡ фәлән апайың барлығы хаҡында әйткәс, мин шундай ныҡ ғәжәпләнгәйнем. Сөнки ошо яҡты донъяла һинән дә сибәрерәк ҡыҙҙарҙың булыуы мөмкин түгел, тигән инаныуҙа инем. Тәүге мөхәббәт тигән тойғо ана шулай булалыр инде һәр кемдә...
Һине әйттерергә ағайҙарым менән килдек. Өҙөлөп һөйгән йәрем – “тәүге мөхәббәт”ем менән ҡауышҡан йәш кеше булараҡ, шул саҡ үҙемде донъялағы иң бәхетле кеше итеп тойҙом. Икебеҙ ҙә студент булыу арҡала, ҡала әбейҙәренең фатир мөйөшөндәге тар ғына бүлмәләрҙә йәшәү ҙә беҙҙе әллә ни борсоманы. Сөнки һиңә лә, миңә лә ул саҡта бергә булыуҙан да артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй ине. Көн дә бер-беребеҙҙе күреп йөрөү генә лә беҙҙең өсөн оло бәхет ине бит. Оҙаҡламай тыуасаҡ улыбыҙҙың яҡты донъяға килеүен икәүләшеп көтә башланыҡ. Уның еңелсә генә һиңә “эс яҡтан тибеп”, әленән-әле үҙе хаҡында белдереүен мәҙәк күреп, көлөшөп ала инек. Ул саҡта УЗИ-диагностика тигән нәмә булмауына ҡарамаҫтан, ни эшләптер фәҡәт малай тыуырына ышаныуыбыҙға ошоғаса ғәжәпләнеп бөтә алмайым. Уға алдан исем дә әҙерләп ҡуйҙыҡ бит... Аллаһы Тәғәлә беҙгә, ысынлап та. ғәйәт теремек малай бүләк итте! Бер-беребеҙгә ҡарата булған тәрән һөйөү бергә ҡушылып, оло мөхәббәткә әүерелеп, фәҡәт ана шул сәскәбеҙгә йүнәлгәнен той­ҙом. Йәш сабыйҙы нисек йыуын­дырырға икәнен дә белмәгәс, алдыбыҙға “Педиатрия” китабын асып һалып, шундағы һүрәткә ҡарап, уны уҡый-уҡый улыбыҙҙы ҡойондора башлағаныбыҙҙы иҫ­ләй­һеңдер, моғайын. Һаҡһыҙ ҡы­ланып, ҡулдан ысҡындырып төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡа-ҡурҡа, бына шул эште лә үтәнек. Һин зачеттар тапшырырға киткәнеңдә, бәпесебеҙҙе йоҡлатып, уның өсөн күкрәк һөтөн шешәгә һауып ҡалдыра инең. Малай уянғас, мин бер аҙ йылытып, уға эсереп, ҡабат йоҡлар­ға һалам... Имтихандарға ла шулай алмаш-тилмәш йөрөнөк. Улыбыҙҙың тәү тапҡыр “айтай” торғанына, тайыш-тойош баҫып атлап китеүенә, “атай”, “әсәй” тип әйткән тәүге һүҙҙәренә шатланыштыҡ. Ҡолонсағыбыҙҙың һәр хәрәкәтен, артабан көн дә үҙләштерә барған “һөнәр”ҙәрен оло кинәнес менән күҙәттек... Оҙаҡламай һин миңә шундай уҡ икенсе малайҙы туп иттереп таба һалып бирҙең...
Ғүмер тигән нәмә тиҙ үтә, тиҙәр. Ә мин уны, атҡан уҡтай оса, тип тә әйтер инем! Бергәләшеп кискән ғүмеребеҙҙә төрлө ауырлыҡ, һынау ҙа күп булды, әлбиттә. Икәү­ләшеп ең һыҙғанып “ком­мунизм” да төҙөштөк, “перестройка” еленә лә бирешмәнек, ғөмүмән, һис нәмәгә ҡарамаҫтан, бөтә ҡыйынлыҡты ла еңеп сыҡтыҡ, әсә­һе. Һәр дәүерҙең үҙ проблемалары була. Әммә бөгөн был хаҡ­та иҫләмәҫкә теләйем.
Хәҙер малайҙарыбыҙ ҙа инде дүртенсе тиҫтәһен тултырып ки­лә. Үҙең медицина кеше­һе булараҡ, тыуыр баланың ҡыҙ йәиһә малай булыры атаһынан тора икәнлеген күҙ уңында тотоп, миңә: “Йә берәй ҡыҙ ҙа таптырта алманың...” – тип уйын­лы-ысынлы “ризаһыҙлы­ғың”­ды белдерә торғайның. Аллаһы Тәғәлә һинең теләктәреңде ҡабул итеп, ейән һәм бер түгел, өс ейәнсәр бүләк итте бит үҙеңә, ахырҙа! Бына ниндәй бәхетле ҡартәсәй булып киттең. Ә минең бәхетем хаҡында хатта әйтеп тораһы ла юҡ...
Икебеҙҙең үткән тормошобоҙ хаҡында уйлана башлаһам, һүҙҙәрен ҡасандыр Ғилемдар Рама­занов яҙған “Имәндәр шаулай” тигән йыр гел генә иҫемә төшә:
Тормош ҡосағында,
Икәү йәш сағында,
Бер-беребеҙҙе өҙөлөп
һөйгәндә,
Алтын көҙ көнөндә,
Баҫыу киңлегендә
Ултырттыҡ беҙ йәп-йәш
имәндәр...
Ҡәҙерлем, беҙ ҡауышҡан мәл дә алтындай көҙ ине бит! Был йыр гүйә фәҡәт беҙҙең өсөн генә яҙыл­ған. Типһә – тимер өҙөрҙәй, тап шул йырҙа йырланған имәндәй ныҡлы ике баһадирыбыҙ – ике ышаныслы терәгебеҙ бар хәҙер, әлхәмдүлилла! Бына ни өсөн, яҡыным, һин һис тә бошонорға, хатта моңайырға ла тейеш түгелһең! Эйе, әсәһе, һуңғы йылдарҙа сәстәреңде йыш ҡына буятып алаһың, минең дә башымды күптән инде ҡырау ҡаплаған. Тәнебеҙҙең дә әле бер, әле икенсе ағзаһы бер аҙ сәнскеләп, ара-тирә үҙенең барлығын “иҫкә төшөрөп” тора... Әммә быға ла оптимистик күҙлектән сығып ҡарайыҡ, ҡәҙерлем. Беҙҙең йәшкә тиклем барып етә алмаған күп кенә тиҫтеребеҙгә бындай бәхет тә эләкмәне бит... Үҙебеҙҙә булған теге йәки был сирҙе, Раббыбыҙ тарафынан һәммә кешегә бирелгән һынау икәнен белеп, уға ысын күңелдән риза булып, шул уҡ ваҡытта, беҙҙең йәштәге кешеләргә хас була торған нормаль физиология, тип ҡабул итәйек. Мин быға хатта бер аҙ юмор менән дә бағам. Һин: “Ҡан баҫымым күтәрелгән”, – тип әйтһәң, мин һиңә: “Ә за то – түбәнәймәгән”, – тип шаяртам. “Ҡанымда холестерин артығыраҡ”, – тиеүеңә, “За то – кәм түгел”, – тип юҡҡа ғына уйнатып яуап бирмәйем бит. Ниндәйҙер бер философ: “Әгәр ҙә алтмыш йәштән һуң берәй ерең ауыртмаһа, тимәк, һин тере түгелһең”, – тип тә әйткән. Ғөмүмән, барлыҡ иғтибарыбыҙҙы тик үҙебеҙҙең тән торошона тупламаҫҡа тырышайыҡ, әсәһе. Уй-хистәребеҙҙе тормошобоҙҙоң фәҡәт матур яғына ғына йүнәлтәйек: аҡыллы итеп тәрбиәләп үҫтергән балаларыбыҙға, үҫеп килгән алтындай ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә. Улар өсөн фәҡәт һөйөнөп кенә, һис бер бошоноу белмәй, артабан ғүмер итергә тырышһаҡ, күпкә тынысыраҡ һәм сәләмәтерәк тә булырбыҙ.
Бер нисә йыл элек, икебеҙҙең дә бер осорҙараҡ намаҙға баҫыуыбыҙҙы инде Аллаһы Тәғәләнең беҙгә биргән иң ҙур бүләктәренең береһе тип һанайым, әсәһе. Шулай уҡ улдарыбыҙҙың (хатта килендәребеҙҙең дә!), ейән һәм ейәнсәрҙәребеҙҙең иманға ки­леүен алып ҡарайыҡ: был – тағы бер оло бәхет! Өйөбөҙҙә барыбыҙ ҙа йыйылып, күмәкләшеп, теҙелешеп намаҙға баҫҡан, Раббыбыҙға сәждәләр ҡылған мәлдә шатлығым эсемә һыймай, ҡыуанысымдан хат­та күңелем тулып китә. Ҡа­сандыр бер заман, беҙ ахирәткә киткәс, беҙҙең өсөн доғалар ҡылып ултырырҙай улдар тәрбиәләүгә ирешкәнебеҙ өсөн дә Раббыбыҙға шөкөр ҡылайыҡ. Улда­рыбыҙҙың беҙҙе яңылыш ҡына ҡыйырһытыуҙан ҡурҡып, һаҡ ҡына итеп, һәр һүҙен һайлап, гел генә тик аҡыллы һүҙҙәр менән генә өндәшеүҙәренә, уларҙың һәр минутта ярҙамға килергә әҙер булыуҙарына ла иғтибар ит, әсәһе. Ейәнсәрҙәреңдең: “Ҡартәсәй, беҙ һеҙҙең хәлегеҙҙе белешергә килдек”, – тип, йөҙҙәре түп-түңәрәк булып тулған айҙай балҡып килеп инеүҙәре, беҙҙең менән сөкөрләшеп һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп ҡайтып китеүҙәре генә үҙе ни тора! Ә беҙҙең туғандарыбыҙ... “Һине­келәр”ҙең, “минекеләр”ҙең беҙҙе яратыуы, хөрмәт итеүе лә бәхетебеҙҙе тулыландырыуҙа ҙур роль уйнай. Һәм, ахырҙа, һине ҡасандыр өҙөлөп һөйөп, әле булһа ныҡ ихтирам итеүсе, һәр саҡ үҙеңә ышаныслы таяу булырға әҙер тороусы ҡартың яныңда булыуы – яҡшы ла баһа! Хөкүмәт тә беҙҙе ҡыйырһытмаған: пенсия аҡсабыҙ – һис тә зарланырлыҡ түгел, ашауға, дарыу-фәләнгә, хатта ейәнсәрҙәребеҙ өсөн кәнфит-мәнфиткә лә етеп тора. Беҙ йәш саҡтағы ваҡыттан айырмалы, дин тотоуға, үҙ илеңдә туған телеңдә рәхәтләнеп һөйләшеп йәшәүгә лә иркен бит хәҙер. Хоҙай үҙебеҙгә биргән бөтә ниғмәттәрҙе, әлбиттә, бер ҡасан да һанап бөтөү мөмкин түгел. Бөгөнгө ошо тормошобоҙҙа ниндәйҙер булһа күңел төшөнкөлөгөнә бирелерлек бер генә лә сәбәп юҡ, тимәксемен. Етмешкә аяҡ баҫып барғанда, үҙебеҙҙе бөтә йәштәрҙән дә йәшерәк итеп тойоп, ошондай донъя бәхете биргән өсөн Аллаһы Тәғәләгә шөкөр итеп, Уға зекерҙәр әйтеп, Уға ғына баш эйеп, ахирәт өсөн дә бәхет һорап, доғалар ҡылып ҡына йәшәргә тейешлебеҙ, әсәһе!
Әлеге йырҙың һүҙҙәре һаман телемдә әйләнә:
Ярһыу йылдар үтер,
Йәмле яҙҙар етер,
Шул яланға икәү килербеҙ.
Ғүмер матур үтә,
Урман шаулап үҫә,
Йәшлек дауам итә, тиербеҙ...
Нәҡ бына ошо йырҙа йырланған һымаҡ, ярһыу йылдарыбыҙҙы үткәреп ебәреп, йәмле яҙҙарҙы көтөп алыу бәхетенә ирешкән кешеләрбеҙ бит. Ултыртҡан имәндәребеҙ әлегә урманға әүерелмәгән хәлдә лә, бай ғына бер баҡса булып, шаулап үҫеп килә, тимәк, йәшлегебеҙ һаман дауам итә, әлхәмдүлилла!

Х. ҒӘЛИӘХМӘТОВ.

Сығыу ваҡыты 7-10-2017, 10:00 | Ҡаранылар: 218
|
  • Мәҙәктәр(Башҡорт телендә анекдоттар)
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Әгәр Хоҙай ғүмер бирһә...
  • Көнләшеү хаҡында
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Имен хеҙмәт итеп ҡайт, Илгиз!
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!



  • Радио Юлдаш FM