НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Аулаҡтағы бер төн

Аулаҡтағы бер төн


Аулаҡтағы  бер төнШифаханаға килеүемдең тәүге көнө. Бүлмәгә урынлашҡас та, табипҡа күренергә ашыҡтым, “һатып алған – һарымһаҡ” тигәндәй, һанаулы ғына ваҡыт үтер ҙә китер, бер көнөн дә әрәм итке килмәй.
Кеше күп түгел. Сират алдым да, тирә-йүнде күҙәтәм. Шунда минән алдараҡ килгән ике ҡатындың һөйләшеүенә иғтибар иттем.
– Хәҙер инде үлһәм дә үкенмәйем, – ти оло ғына инәй. – Кеше араһында кәм- хур булып йәшәмәнем, тырышып донъя көттөм, балаларымды матур итеп үҫтерҙем. Тик... мөхәббәтем генә үкенесле булды. Эх, берәй яҙыусы осраһа, һөйләп ҡалдырыр инем. Башҡаларға һабаҡ булһын, тим.
– Ошо йәшкә еткәс, ниндәй мөхәббәт инде?! Хәҙер булыры булған, буяуы уңған, – тине күршеһе.
Уға тағы ла ниҙер әйтергә уҡталғайны, инәйҙе табипҡа саҡырҙылар. Шулай итеп, был серле мөхәббәт тарихын белмәй ҡалдым, ахыры.
Ҡыҙыҡһыныуым һис кенә тынғы бирмәне. Киске аштан һуң инәйҙең ашхананан ашығып сығып барғанын күреп, эргәһенә йүнәлдем.
– Ғәфү итегеҙ, инәй. Бая яңылыш ҡына һеҙҙең һөйләшеүҙең шаһиты булдым. Мин бер аҙ яҙғылаштырам. Ә һеҙ бик ҡыҙыҡһындырҙығыҙ. Мөмкин булһа, һөйләгеҙ әле үҙегеҙҙең тарихты, – тип, уға төбәлдем.
Инәй, баштан аяҡ күҙҙән үткәреп, бик һынсыл ғына ҡараны ла:
– Әйҙә һуң! – тине.
Мин быны, ризалыҡ алдым тип аңлап, Вәсилә инәй артынан атланым. Еңел кәүҙәле инәй йүгерә-атлай бара, баҫҡыстарҙы ла һикереп тигәндәй үтә. Аҙаҡ уның етмеш һигеҙ йәштә булыуын ишетеп, һоҡланыуымды йәшермәнем.
Күрше генә корпуста йәшәй икән. Шифахананың бер төрлө йыһаз менән биҙәлгән бүлмәһенә йәм биреп, ҡәҙимге стаканда яҙҙың тәүге сәскәләре нур сәсеп ултыра. Ҡалын ҡар ҡатламын йырып, бер нигә бирешмәй, нескә таждарын йәнселтмәй, ҡояшҡа үрләгәндәр, һәм, ниһайәт, азатлыҡҡа сығып, беҙ еңдек тип, ирәбеләп ултыралар. Ер өҫтөндә ниндәй генә матур сәскә үҫмәһен, ошо тәүге сәскәләрҙән дә наҙлырағы, ҡәҙерлерәге юҡтыр. Сөнки улар тәүге һөйөү кеүек саф, ғәзиз, онотолмаҫ һәм ҡабатланмаҫ! Күбәләк ҡанатылай елпелдәп торған нескә аҡ сәскәләрҙе күреп, йәшлегемдә мине яратып, өҙөлөп күңел хистәрен белдергән берәүҙең хатын иҫкә төшөрҙөм. Бик матур, күңелгә инеп ултырырлыҡ, мөхәббәткә мансылған хистәр теҙмәһенән тора ине. Был кешегә ҡарата һөйөү хистәре булмаһа ла, ул юлдарҙы яттан хәтерләйем.
“һөйөклөм минең! һин ҡайтып, ап-аҡ ҡарһыу сәскәләрен йыйып килгәнһеңдер. Ә мин һинең ҡара болот кеүек туҙғыу ҡара сәстәреңде, мөлдөрәмә моң һәм хис тулы муйыл күҙҙәреңде, бит осондағы уймаҡ “һыу өйөрмә”ләрен һағындым.
Рәхмәт донъяға! Ул минең көнөмдө, һине алдыма шат нур итеп ҡуйып, яҡтыртты. Хәҙер донъяла рәхәтерәк йәшәйем төҫлө. Минең хыялым бар. Минең тын алған һайын күрергә ашҡынып торған Ҡарһыусәскәм бар... һин – төш! һин – алыҫта үҙенә саҡырып, өндәп тороусы төнгө матур усаҡ! Мин уға минут һайын ашҡынам. Төнгө күбәләк, хатта ошо усаҡта ҡанаттары көйөп, һәләк булырын белә тороп, уға ынтыла.
Мин – шул күбәләк. Янһын! Мин бер секунд гөлтләп янып үлеү өсөн бөтә нәмәмде бирергә ризамын!...”
Сәскәләр уятҡан хистәргә мауығып, гүйә, ниңә килгәнемде онотҡанмын. Вәсилә инәйҙең һүҙҙәре һиҫкәндерҙе:
– һеҙ йәш саҡта егеттәр менән ҡуна инегеҙме?
– Ә?!
Йә, Хоҙай! Ниндәй тотанаҡһыҙ әбейгә тап килдем, тип уйлап та өлгөрмәнем, яуабымды ла көтмәй, инәй һөйләй башланы:
– Беҙҙең яҡта шундай ғәҙәтме, йоламы бар ине – күҙ атып йөрөгән егеттәр менән ҡуна торған.
Аптыраулы ҡарашымды һиҙеп ҡалды, ахыры.
– Ю-у-у-ҡ, бер түшәктә ятыу тип аңлай күрмә. Әстәғәфирулла! Ҡайҙа беҙҙең за­манда ундай ҡыланыштар! Атай-әсәйҙән үтенеп, һорап ҡына бара инек аулаҡҡа. Унда ла берәй еңгә күҙ-ҡолаҡ булыр ине. Эш боҙоп йөрөмәнек, йәштәр ҙә ипле, тыйнаҡ булды. Бына ошо аулаҡта яҡын күреп йөрөгән егетем менән һөйләшеп аңлаштыҡ. Ә бер кистә атай-әсәй күрше ауылға ҡунаҡҡа киткәс, уны саҡырырға батырсылыҡ иттем. Аулаҡ ашы бешереп ашап, уйындар уйнап, бейеп арығас, башҡа егеттәрҙе ҡыуып сығар­ҙыҡ та, үҙемдекен ҡалдырҙым. Әхирәттәрем теҙелешеп ятты. Пырх-пырх көлөшәләр. Ҡыҙҙар ни иҙән ярығынан да көлкө таба, тиҙәр. Беҙ Рәхимйән менән урындыҡтың икенсе ситендә генә арала бер аҙ урын ҡалдырып, тын алырға ҡурҡып ятабыҙ. Шыбырлап ҡына һөйләшәбеҙ. Ҡайҙа ул йоҡлау! Шул төндә Рәхимйән ҡолағыма эйелеп, бышылдап ҡына:
– Вәсилә, мин һине яратам! Бер кемгә лә бирмәйәсәкмен, – тине. Ҡараңғыла минең ҡыҙарыуым һиҙелмәне, әлбиттә. Йөрәгем генә ҡапыл тибеүҙән туҡтаны кеүек. Оялыуымды еңеп, һөйгәнемә һыйындым.
– Мин дә! – тинем, ҡыйыулығымды йыйып. Шул саҡта уның сәстәренең хуш еҫен, ҡаҡса тәненең йылылығын тойҙом. Бына ниндәй була икән ул һөйөү! Йылдар үткәс тә ошо төндө онота алманым. Уның сәстәренән аңҡыған тәмле еҫте башҡа бер ҡасан да татыманым, тойманым. Шулай кейенгән көйө ҡосаҡлашып таң аттыра яҙҙыҡ. Ғүмерҙә онота алмаҫлыҡ төн ине был! Ҡапыл ишек ҡаҡҡанға тәмле төшөбөҙ өҙөлдө. Атайымдар иртәләп ҡайтып та еткән икән. Рәхимйәнде тиҙ генә соланға йәшереп, ишекте астым.
Атайым, тирә-яҡты байҡаны ла, ҡыҙҙар­ҙың тыныс мышнауын, шикле әйбер юҡлығын күреп, төпкө бүлмәгә инеп, ятырға ашыҡты. Ул арала мин тышҡа сығыу форсатынан һөйгәнемдең баш аҫтында ятҡан фуфайкаһын, бүреген эләктерҙем дә, со­лан­ға атылдым. Минең сыҡҡанды күреп, өшөп бөткән Рәхимйән, тиҙерәк кейенә һалып, битемдән үпте лә, ҡойма аша һикерҙе.
– Хуш, кискә күрешербеҙ!
Уф, имен ҡотолдоҡ, буғай. Ҡыҙҙар ғына серҙе сисмәһә.
Бына шулай булды беҙҙең бергә ҡуныу. Тәүге яҙ сәскәһе кеүек саф хистәр, күңелдең таҙалығы, инсафлыҡ бөркөлөп торҙо мөхәббәтебеҙҙән. Артабан да барыһы ла матур булыр, бәхет кенә көтөп торор кеүек ине.
Тик... һөйөнөстән генә тормай икән шул был донъя!
Шулай, һин дә мин уҡып йөрөйбөҙ. Етенсене бөткәс, ҡайҙа барырға тип хыялланабыҙ. Икебеҙ ҙә ҡалаға һөнәрселек училищеһына – ул ташсы, мин штукатур-буяусыға уҡырға барырға ҡарар иттек. Атай-әсәй ҙә килеште.
Тик... Ҡара йылан булып, арабыҙға ғәйбәт инде. Күрше Сынбулаттың миңә йыш-йыш күҙ атып, оҡшатып йөрөгәнен һиҙә инем. Ул беҙҙән өлкәнерәк, ҡалала уҡый. Бер ял көнө клубтан икәү ҡайттыҡ. Күрше булғас, әллә ни хилафлыҡ күрмәнем. Бер яҡҡа ҡайтырға бит. Ул кистә Рәхимйән көнө буйы көтөү көтөп арығас, сыҡмай ҡалғайны. Үҙебеҙҙең тәңгәлгә еткәс, Сынбулат:
– Вәсилә, туҡтап тор әле. Әйтәһе һүҙем бар, – тигәс, бер мөһим хәбәр әйтер тип, туҡтап ҡалдым.
– Күршеләр булып йәшәйбеҙ. Күҙемә са­лынмаған көнөм булманы. Тик ҡалаға киткәс кенә аңланым – мин һине юҡһынам. Күңелемә инеп ултырғанһың да, сыҡмай­һың. Хатта Рәхимйәнде оҡшатып йөрөгәнеңде лә ишеттем. Йөрәккә әмер биреп булмай шул. Мин һине яратам! – тип көтөлмәгән хәбәре менән шаңғытты ла, ҡапыл ҡыпһыуырҙай ҡосағына ҡыҫып, үбеп тә алды.
Мин ҡысҡырырға ла өлгөрмәнем. Ярһып, сәбәләнә-сәбәләнә, битемде һөртә-һөртә, ҡапҡаға ташландым. Тағы ҡыуып етеп, үбә күрмәһен. Ах, ниндәй ғәрлек! Мин бит уны ағайым кеүек күреп йөрөйөм, ә ул! Хәҙер Рәхимйәнгә нисек күренермен, күҙҙәренә нисек күтәрелеп ҡарармын. Битемдә, ҡара көйөп, Сынбулаттың ирен эҙҙәре ҡалғандыр кеүек. Инде ни эшләргә? Үҙем өй янында ямғыр һыуын йыйырға ҡуйған мискәнән һыуҙы услап алып, битемде ышҡып-ышҡып йыуам. Гүйә, ҡат-ҡат бысраҡ сәсрәгән, йыуып та бөтөрөрлөк түгел. Шулай байтаҡ мәшәҡәтләндем, шыңшып-шыңшып иланым. Нисек итеп оялмайынса ҡағылды миңә Сынбулат?!
Саҡ тынысланып инеп яттым. Йоҡом йоҡо булманы, һаташып сыҡтым.
Мине Сынбулат баҫтыра, ә Рәхимйән минән ҡаса икән, тип төш күрҙем. Иртәгәһен кис Рәхимйән һеңлеһе аша үҙебеҙҙең осрашыу урынына саҡырҙы. Ҡарт тирәк төбөнә нисек килеп еткәнемде белмәйем. Ни күрәм, ни ишетәм тип ҡалтыранам. Күтәрелеп ҡарарға ҡурҡам һөйөклөмә. Рәхимйәндең йөҙөндә элеккеләй наҙлы ҡараш та, йылмайыу ҙа күренмәй. Тимәк, ишеткән, кемдер еткергән. Тауышында – ҡырыҫлыҡ.
– Йә, кисә нисек йөрөп ҡайттың клубтан? Шәп булдымы осрашыу? Илай-һыҡтай кисәге хәлде һөйләп бирҙем.
– Их, һин! Бер кис сыҡмағайным, шул арала оҙатыусы тапҡанһың. Мин әрмегә киткәс, ни эшләрһең икән? Тоғролоғоң етерме?! Ҡыҙҙарға ышанырға ярамай тигәндәре дөрөҫ икән! – тип, кинәт ҡул һелтәне лә, ҡыҙыу атлап, китеп тә барҙы.
Мин ни эшләргә белмәй, һынташ кеүек, ҡатып ҡалдым.
Әле лә еңел булмаған кисерештәрҙе яңынан йөрәге аша үткәреүҙән ҡапыл ғына ҡартайып киткәндәй булды инәй. Уфтанып ҡуйҙы. Шунан ҡабаланып сумкаһынан ниндәйҙер ҡағыҙҙарҙы, гәзит киҫентеләрен сығара башланы.
– Барлыҡ кисерештәрем, яныу-көйөүҙәрем – ошо ҡағыҙҙарҙа. Үҙем бөтөнләй был шөғөлдән алыҫ булһам да, ошо үкенесле мөхәббәтем арҡаһында, шиғыр яраттым. Ҡайҙа күңелемә яҡын юлдарҙы күрәм, шуны дәфтәремә күсерәм, йәиһә гәзиттән ҡырҡып алам. Күптәрен ятлап йөрөйөм.
Аңлағанһыңдыр, ҡыҙым... Шул ҡәһәрле кистән һуң юғалттым мин яңы бөрөләнеп килгән мөхәббәтемде. Әҙ генә лә аяманы, аңларға ла тырышманы Рәхимйән. Үҙем дә артыҡ ғорур булдым, ахыры. Артынан йүгермәнем, инәлеп ялынманым. Сөнки минең ғәйебем юҡ ине.
Янһам-көйһәм дә, түҙҙем. Бер саҡ аңлашырбыҙ, ярашырбыҙ, тип ышандым. Үҙебеҙ һайлаған һөнәрселек училищеһына барып уҡый башланым. Рәхимйән генә күренмәне. Ишетәм, армияға тиклем колхозда эшләргә булған. Октябрҙә хеҙмәткә алынды. Мин ул ваҡытта Туймазыла уҡып йөрөй инем. Килер, аңлашырбыҙ, кешесә хушлашырбыҙ, тип көттөм. Килмәне. Туғандары, дуҫтары оҙатҡан әрмегә. Хат яҙыр, тип уйланым. Бер хәбәр ҙә булманы. Мин һөнәр алып, йүнәлтмә буйынса комсомол төҙөлөшөнә юлландым. Бер кемгә лә күтәрелеп ҡарамайым. Шаяртып һүҙ ҡушырға тырышалар, танышырға теләүселәр күп. Мин, һаман да сихырланған кеше кеүек, Рәхимйәнде көтәм, мөхәббәтемә тоғролоҡ һаҡлайым. Хеҙмәт иткәс ҡайтыр ҙа, мине эҙләп килер. Ауылда әсәйемдәрҙән йә булмаһа әхирәттәремдән адресты алырға мөмкин бит.

Мәрйәм КҮСМӘЕВА.
Мәләүез ҡалаһы.

(Дауамы бар).


Дауамы
Шулай бер нисә йыл үтте. Тыуған яҡтан хәбәр килеп тора ине. Бер хат мине аяҡтан йыҡты. "Рәхимйән кәләшен ата-әсәһенә күрһәтергә алып ҡайтты. Бәләкәй генә туй яһанылар", – тиелгәйне унда.
Ошо хәлдән һуң ғына йәшлек мөхәббәтемде юғалтыуыма ныҡлап ышандым һәм унан төңөлөргә ҡарар ҡылдым. Ғүмер үтә, сәскә кеүек сағым артта ҡалды. Тиңдәштәрем икешәр балалы булып китте.
– Миңрәүләнмә, онот үткәнеңде. Ҡартайғас, кемгә кәрәкһең? Исмаһам, бала табып ҡал! – тип өгөтләй торғас, миңә хәҙер барыбер тип, артымдан бер тотам ҡалмай йөрөгән Зарифҡа кейәүгә сыҡтым да ҡуйҙым. Гөрләтеп комсомол туйы уҙғарҙыҡ. Балабыҙ тыуыуға фатир бирҙеләр. Зарифтың ярһымай, тыныс аҡҡан йылға кеүек һөйөүе нисектер үҙенә яҡынайтты. Ҡайнар хистәрем булмаһа ла, балаларымдың атаһы, эшсән, иғтибарлы ир тип, ихтирам иттем. Шулай һәүетемсә йәшәнек, донъя көттөк.
Ә инде Рәхимйәнде тыуған яҡҡа ялға ҡайт­ҡанда бер-ике күрергә тура килде. Ситтән генә баш ҡағып иҫәнләштек. Ҡатыны бик көнсөл, тип иҫкәртеп ҡуйғайнылар, һис юҡтан янъял ҡупмаһын тип, яҡындан күреп һөйләшкем килһә лә, барманым. Зариф иһә минең бәхетһеҙ мөхәббәт тарихын белә ине. Көнләшеп йәнемде ҡыйманы, һүҙһеҙ генә аңланы, һәйбәт йәшәнек, тик күңелдә дауыл уятырлыҡ һөйөү хисе генә булманы. Инде балалар үҫеп етеп, уларҙы өйләндереп, пенсияға сығып, тыныс ҡына йәшәрбеҙ тип йөрөгәндә, ҡапыл ғына Зарифым вафат булды. Ауыр эштән ныҡ йонсоғайны шул. Сабып барған атты ҡапыл туҡтатҡан кеүек булғандыр – йөрәге сыҙаманы.
Улдарым, килендәрем менән ҡәҙерләп ерләнек. Аллаға шөкөр, ҡаҡманы, һуҡманы. Матур итеп йорт һалып ингәйнек. Етеш тормошта ҡалдырҙы. Балаларым эргәлә генә. Теләһәм, барып ейәндәремде һөйәм. Ял көндәре күмәкләшеп үҙҙәре килә. Яңғыҙлығымды артыҡ тоймайым да.
һин дә мин йәшәп ятҡанда үҙебеҙҙең яҡтан хат килде. Әхирәтем Зәкиә яҙған, "һинең дә бәхетле булыр сәғәтең етте, әхирәт, – тигән. Рәхимйәнең дә яңғыҙ хәҙер. Яңыраҡ ҡатынының ҡырҡын уҡытҡан. Күреп, һөйләшеп торҙоҡ.
Әллә ни ҡайғырғандай күренмәй, һине һорашты. Бик үтенеп һорағас, адресыңды, телефоныңды бирҙем. Үпкәләмә! Уны нисек яратҡаныңды беләм бит инде. Бәлки, ҡартай­ғас бергә булырһығыҙ".
Эйе, был турала хыяллана инем бер мәл. Хатта күҙ алдына килтерә инем. Аҡ күлдәк-ыштанлы бабай, аҡ яулыҡлы әбей булып, самауыр төбөндә ултырабыҙ. Күгәрсендәй гөрләшеп сәй әсәбеҙ. Тормош етеш, күңел көр...
Телефон көтмәгәндә шылтыраны. Бер аҙ ҡарлыҡҡан, әммә күңелгә яҡын тауыш минең исемде атаны. Таныуымды белгәс, ҡыуаныуын әйтте. Хәлен аңлатып, риза булһам, етди һөйләшеү өсөн килеп сығырға теләген белдерҙе.
Тулҡынланыуымдан ҡулдарымдан әйбер­ҙәрем төшөп китә. Уйланып йөрөп, бәлешемде көйҙөргәнмен. Яңынан ҡамыр ҡуй­ҙым. Үҙем үҫтергән тауыҡты салдырып, матур итеп тултырҙым. Ҡулдарым бик тыңламаһа ла, туҡмас йәйҙем. Нисәмә йыл буйы көткән ҡәҙерле кешемде кибеттән алған туҡмас менән һыйлап булмай бит инде. Үҙемсә табын бай булмаҡсы. Түбәнге урамда йәшәүсе оҫта ҡуллы Миләүшәнән сәйгә урама бешертеп алдым. Тик теге мәлғүн әсе эсемлекте алманым. Үҙем иман юлына баҫҡас, һис кенә лә килешмәҫ. Ә инде Рәхимйәндең эскеһе килһә, үҙе тотоп килер, тәүге осрашыуҙа тыймаҫмын.
Ишек ҡыңғырауы, йөрәкһенеп, көтөп торһам да, һиҫкәндерҙе. Йүгереп торған аяҡтарым тыңламаҫ булды – көскә барып астым. Үҙемде тыныс тоторға тырышам да бит, килеп сыҡмай.
Рәхимйән бер аҙ таушалған, киң яурындары төшөп киткән. Ҡатын-ҡыҙ ирһеҙ ҙә донъя көтә ала, ә ир-атҡа ҡыйыныраҡ шул. Ҡыҙ­ҙары үҙенән алыҫыраҡ йәшәй икән, шуға ҡатыны үлгәс, үҙе генә ҡалған. Ҡалала торһа ла, һәр кемдең мәшәҡәте етерлек. Бер аҙ тын алып, хәл-әхүәл һорашҡас, өҫтәл янына саҡырҙым ҡунағымды. Байтаҡтан затлы ризыҡ күрмәгәндер Рәхимйән, ашығып, ҡорһаланып ашай. Ә үҙем бер нигә ҡағылмайым. Осрашыу шатлығынан та­маҡҡа тәғәм бармай. Ҡасандыр тыным менән тартып алырҙай кешемдең яратып ашағанына ҡыуанып, һушһыҙ булып ултырам.
Тамағын туйҙырғас, донъямды күрһәтергә алып сыҡтым. Ҙур булмаған ҡасабала йәшәйем. Мал тоторға көсөм етмәһә лә, тауыҡтар аҫрайым, баҡсам да ҙур ғына. Нисек эшләмәй, ҡул ҡаушырып ултыраһың? Өйҙән-өйгә йөрөп сәй эсеп, хәбәр һатыуҙы өнәмәйем. Тышта эшем бөтә икән, бәйләмгә тотонам. Ейәндәремә башалтайҙар бәйләп кейҙерәм. Рәхимйән тыныс ҡына ҡарап сыҡты ла:
– Матур ғына йәшәйһең икән, – тип әйтеү менән сикләнде.
– Уралтып-сурылтып торорға ваҡыт тар – кеҫәмдә ҡайтыуға билет. Шуға аныҡ ҡына һөйләшәйек: миңә бараһыңмы, юҡмы?
Ҡарттың ниндәй йомош менән килгәнен белһәм дә, аптырауымды йәшермәнем:
– Нисек инде шулай ҡапыл ғына? Бер- беребеҙгә өйрәнәһе бар. Донъямды ла таратҡым килмәй. Ғүмер буйы берәмтекләп, хәләл көсөбөҙ менән йыйған мал. Әле ун бишләп тауығым бар. Уларҙы һинең балконыңа алып китәйемме? Бәлки... үҙең кү­сеп килерһең? Аяғыбыҙҙа йөрөгәндә ерҙә йәшәү яҡшыраҡ түгелме? Ә ҡалала ҡыҫын­ҡы бүлмәләргә бикләнергә өлгөрөрбөҙ.
Рәхимйән, ирлеген итепме, ҡырҡа ғына:
– Тауыҡтарыңды салабыҙ ҙа, һыуытҡысҡа тығабыҙ. Тапҡанһың мал. Ә йорт-ереңде һатып алыусы табылыр. Улдарың бында йәшәй, тиһең бит, хәҙергә күҙ-ҡолаҡ булып торорҙар. Минең илемдән айырылып, сит ергә килеп йәшәр ваҡытым үткән. Күпме ғүмер барҙыр, тыуған яғымдан китеү юҡ. Шунда ятырға яҙһын, – тине.
Мин дә ни әйтергә белмәй, өндәшмәй торҙом да:
– Ярай, Рәхимйән, иргә барыу – күлдәк алыу түгел. Балалар менән кәңәшләшәйем, фекеремде төйнәйем. Минең дә ғүмерем ошо яҡта үтте бит. Иремдең ҡәбере лә ошонда. Балалар ҙа ҡарт көнөмдә таяныс булыр ине. Ныҡлап уйлашайыҡ әле, – тинем.
Ошонан һуң артыҡ һөйләшмәнек. Бер аҙ телевизор ҡараныҡ та, ятырға булдыҡ. Рәхимйәндең поезы иртәнге сәғәт 10-да китә икән. Күстәнәскә ризыҡты, бүләккә тип алған күлдәкте, юлда ашарға аҙыҡты айырым һалып, төйөнсөктө кистән әҙерләп ҡуйҙым. Үҙемдең һаман да йәшлекте иҫкә алып, күҙгә-күҙ ҡарашып ултырғым килә. Ҡарт әллә арыған, әллә кәйефе төштө, ятыр­ға ашыҡты. Уға күрше бүлмәгә урын йәйҙем.
Минең күҙгә йоҡо ҡунманы. Әйләндем-тулғандым, йөҙгә тиклем һанап та ҡараным, юҡ йоҡо килмәй. Эй, хыялбикә, нимә тип йылдар буйы күҙ йәштәре түктем, осрашыу­ҙы көттөм, күпме шиғырҙар ятланым. Уның килергә йыйынғанын белгәс, мөхәббәт шиғырҙарын йәнә ҡарап сыҡтым. Йәнәһе, уға уҡырмын. Ә ул... Исмаһам, бер арҡамдан һөйһә, ҡулдарыма ҡағылһа. Түшәк бүлешеү тураһында хәҙер уйлаған да юҡ. Тик... бер-беребеҙгә арҡа терәп булһа ла ятһаҡ, өшөгән тәндәребеҙ йылыныр кеүек, тиҫтә-тиҫтә йылдар айырған аралар яҡынайыр ине.
Иртәгеһенә, бер ниндәй һығымтаға килә алмай, Рәхимйән ҡайтып китте. Мин йәшлек мөхәббәтемде урау-урау юлдарҙан вокзал­ға оҙаттым. Улдарымдың береһе күреп ҡалмаһын, тип ҡурҡам. Оят кеүек ошо йәштә ир уйлап йөрөү. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, вокзал­ға етәрәк, Рифатым осраны ла ҡуйҙы.
– Әсәй, таң менән ҡайҙа бараһың? – тине, аптырап.
– Кибеткә тип сыҡҡайным, яҡташым осраны ла, юлды белмәгәс, оҙатып ҡуйырға булдым, тигән булдым. Оялыуым йөҙөмә сыҡҡан төҫлө. Ярай, ашыға ине, һүҙ ҡуйыртып торманы.
Оҙаттым йән һөйгәнемде. Йәшенә-йәшерә оҙаттым. Үҫмер саҡта аулаҡта йәшенеп кенә осрашҡан кеүек. Беҙ шулай ипле, оялсан булып үҫтек. Хәҙер генә йәштәр көпә-көндөҙ ҡосаҡлашып йөрөй, үбешергә лә тартынмай. Үҙҙәре генә түгел, күңелдәре лә яланғас. Ә беҙ хистәребеҙҙе йәшерә белдек. Кем белә: ҡыйыуыраҡ, йүгәнһеҙерәк булһам, тәүге мөхәббәтемде лә юғалтмаған булыр инем. Үкенесле мөхәббәтемде онота алмай, ғүмерем үтте.
Вәсилә инәй уйланып, тынып ҡалды.
Мин түҙмәй һораным:
– Аҙағы нисек булды мөхәббәтегеҙҙең? Ҡауыштығыҙмы?
Ул ауыр итеп тын алды ла:
– Насип булмаған икән шул бергә булыр­ға. Аулаҡтағы бер төн генә яҙған... Ҡайтып еткәс, Рәхимйән шылтыратты ла, минең тиҙерәк яуап биреүемде һораны.
Тағы ла аҙна-ун көн үтте. Баҡсамды ҡаҙып алайым, китер булһам, һәр нәмә тәртиптә булһын, тинем. Йорт-ҡурамды әлегә һатмай торорға ҡарар иттем. Кем белә: ҡарт менән әллә килешеп йәшәйһең, әллә бер айҙан ҡайтып киләһең. Ундай хәлдәр ҙә етерлек бит. Үҙем һаман уйланам: үлеп яратҡан кешем көткән саҡта ниңә килмәне, ниңә ғәйбәткә ышанды? Хәҙер мин уға ҡараусы, хеҙмәтсе булып ҡына барам түгелме? Юҡһа, килгәнендә бер йылы һүҙ әйтер, унһыҙ нисек йәшәүем тураһында һорашыр ине. Йылдар үтеү менән хистәр шулай һыуы бөтөп, ҡорой барған шишмә кеүек буламы икән ни?
Шулай мәшәҡәттәр менән мәшғүл булып байтаҡ ваҡыт үткән, күрәһең. Бер кис Рәхимйән менән һөйләшәйем әле тип, номерын йыйһам, ят бер ҡатын-ҡыҙ алды. Ҡаушап ҡалдым. Үҙем менән таныштырып, ҡыҙылыр тип уйлағайным, Рәхимйәнде һораным.
– Ә-ә, теге шиғыр һөйләп башын әйләндергән ҡатын икәнһең. Ирҙе хәбәр менән туйҙырып булмай, уның ыштанын да, түшәген дә йыуырға, тәмле итеп ашатырға ла кәрәк. Анһат түгел ир ҡарауы, – тине лә, өҫтәп ҡуйҙы:
– Башҡа шылтыратмауҙы һорайым. Мин – уның ҡатыны!
Көтөлмәгән яңылыҡтан шаңҡып, телефон трубкаһын тотоп, байтаҡ торҙом. Ни иларға, ни көлөргә белмәйем.
–Тағы ла өлөшһөҙ ҡалдың, Вәсилә! һиңә насип йәр булмағандыр Рәхимйән. Тыныслан, балаларыңды хәстәрлә. Теге донъяға барырға ла күп ҡалмағандыр, һиңә мөхәббәттең остоғо ғына эләккән. Ә бит ошо гүзәл хисте кисермәгән, осратмағандар ҙа күп. Барыбер бәхет кисергәнһең.
Ошоға ҡәнәғәт бул! – тип тынысландырам үҙемде.
Ярай, балаларым белмәй ҡалды ни уйлап йөрөүемде. Бигерәк уңайһыҙ хәлдә ҡалыр инем. һәр нәмә ваҡытында кәрәк икән: йәшлек хистәре лә, мөхәббәттә янып-көйөү ҙә. Йылдар үткәс, уның күләгәһе генә ҡалалыр. Ә беҙ уны ысын һын итеп ҡабул итәбеҙ, хыялланабыҙ.
– Үкенәһегеҙме? – тим инәйгә.
– Юҡ, Аллаға шөкөр, тормошом матур булды. Ә мөхәббәтте әҙ генә булһа ла татыу – үҙе бәхет түгелме?
Вәсилә инәйгә тыныс йоҡо теләп, хушлаштым. Үҙем ул шифахананан киткәс тә, оҙаҡ уйланып йөрөнөм: оло йәштә лә мөхәббәт йылыта икән күңелдәрҙе. Тәүге мөхәббәттең нуры, алыҫтағы йондоҙ яҡтыһы кеүек, йылдар буйы юлыңды яҡтырта һәм йөрәктә ғүмерлеккә уйылып ҡала икән. Тап Айҙағы кратер кеүек.

Мәрйәм КҮСМӘЕВА.
Мәләүез ҡалаһы.

Сығыу ваҡыты 7-09-2017, 14:08 | Ҡаранылар: 1008
|
  • Һөйөү булдымы был, әллә …
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • Мөхәббәт һуғыш кеүек – бөтә ҡорал да яҡшы
  • БӘХЕТ БАР УЛ, БАР УЛ БӘХЕТ!
  • «Исемең мансур булмаһа…»
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Исемең матур, кемдәр ҡушҡан, Һине күреп кем туйған…
  • Дилә ИШБАЕВА.
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Ҡалған ризыҡты нимә эшләтергә?
  • Үҙҙәре «һауын»ға әйләнеп бара...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (3.11.2017)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (10.11.2017)
  • Донъяһына күрә түрәһе
  • Ләйсән Ҡаразбаева хәбәр итә:



  • Радио Юлдаш FM