НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Хәйер (хикәйә)

Хәйер (хикәйә)


Хәйер (хикәйә)Төшкө ашҡа Илдар эргәләге кафеға йөрөй. Бында үзбәктәр бик тәмле әҙерләй. Ҡиммәт, әлбиттә, бер барыуға 150 тәңкә китә. Ләкин һис үпкә юҡ, туйғансы ашап сығырға була. Һәр хәлдә, бүтән ашханалар­ҙағы кеүек, аҙаҡ үҙәк көйөп ыҙалатмай, бер һүҙ менән әйткәндә, ашҡаҙанға байрам...
Бөгөн йома, аҙнаның иң күңелле көнө. Төштән һуң эш ҡайғыһы китә, офиста дәртле көлөү, ҡысҡырып һөйләшеү, тыҡ-тыҡ баҫып йөрөү тауыштары ишетелә башлай. Алда ике көн ял! Рәхәт!
Тышҡа сыҡты, бында ла рәхәт. Ҡот осҡос оҙон, ялҡытҡыс ҡыш үтте, урамда Яҙ ғалийәнәптәре хөкөмлөк ҡыла. Асфальтта ирегән ҡар боламыҡтары күренә, ҡоштар сыр-сыу килә, ҡыйыҡтарҙан тамсылар тама. Яҙ етте, яҙ!
– Илдар!
Кемдер исемләп өндәште. Ҡояшҡа йөҙ тотоп китеп бара ине, ҡаршыға кем килгәнен айырырлыҡ түгел. Төпөш кәүҙәле утыҙ йәштәрҙәге ир. Текә машинаһын пульт төймәһенә баҫып сый-сый иттереп бикләп ҡуйҙы. Затлы ҡупшы кейемдә. Хәлле кеше, күренеп тора. Тик кем һуң әле? Таныны. Бынан 5 – 6 йыл элек бергә эшләп киткән Фәнисме, Фәрҙисме шул. Онотҡан исемен. Бигүк шәп егет түгел ине шикелле, нин­дәйҙер бер ғәйебе лә бар һымаҡ иҫтә ҡалған. Тик кенә тотоу ғәҙәте булмағас, сәбәбен онотҡан. Сәләм алыштылар.
– Кафеға киттеңме?
– Эйе, “Хәләл”гә...
– Мин дә шунда. Бер-икене күреп ҡалдым ул мин һине, ситтән генә. Туҡтатып торманым инде.
– Ҡайҙа эшләп йөрөйһөң?
– Һин һорама, братан, мин әйтмәйем!
– Әйтмәһәң әйтмә, мин былай ғына...
– Ну, айына 85-те алып йөрөйөм!
– Оһо!
– Эйе-эйе, өндәшмәй генә 85-те алып тик йөрөйөм!
– Улай икән... Маладис.
– Әтеү!
– Ә нисек улай? Нимәләр эшләйһең һуң? Ерле-юҡҡа кем һиңә 85 мең тәңкә түләһен?
– Түләйҙәр, братан, түләйҙәр! Минең хәл анекдоттағы кеүек! – Онотолған танышы тәмәке тоҡандырҙы.
– Ниндәй анекдоттағы?
– Анау бер анекдот бар ҙа баһа! Бер маймыл кәрзиндән бәшмәк сығара ла, тоҙлап-борослап, ҡаҙанда бешерә, бешкәс, ҡомға күмеп ҡуя икән. Унан соҡоп ала ла һыуға ташлай. Унан тотоп ала ла киренән кәрзингә тыға. Йәнә шул уҡ эште башлай. Крокодил бының сәйер ҡыланышына аптырап ҡарап торған-торған да һорай ҡалған: “Эй, иҫәр! Һин нимә эшләйһең ул?” “Шайтан белһен! Ну айына 85 мең түләйҙәр!”
Һөйләп бөттө лә, һаһылдап көлөп ебәрҙе. Донъялыҡта шундайын һаһылдауҙар була, улар ғәжәйеп ихлас, хис-дәрт, эске ҡөҙрәт менән башҡарыла, көлмәй ҡалыу хатта тәрбиәһеҙлек һымаҡ ҡабул ителә кеүек. Көләмәстән дә бигерәк, Фәрҙистең (әллә Фәрисме шул?) үҙенә ҡарап тороуы мәҙәк ине. Илдар әйтә ҡалды:
– Һин бит маймыл түгел! Бәшмәк бешереп һыуға ташламайһыңдыр бит инде?
– Юҡ, ташламайым. Ну 85 мең алам. Һа-һа-һа!
Боҙоҡ патефон, тип йәне көйә башланы Илдарҙың. Һикһән биш мең, һикһән биш мең. Харап икән... Шулай ҙа, м-дә-ә-ә! Уның эш хаҡынан өс мәртәбәгә күберәк. Ярай, уныһына ла иҫе китеп бармай, иң мөһиме, һаулыҡ булһын! Тик ана шул маҡтаныуы ғына йәненә тейҙе.
Кафе янында, ғәҙәттәгесә, автомобилдәр тора. Бында хатта ситтән килеп тамаҡ туйҙыралар. Ысынлап та, тәмле әҙерләйҙәр бында, тик башҡа урындарҙағынан ҡиммәтерәк. Аҡса етмәй, ҡәһәрең. Һуңғы ике айҙа эш хаҡын йәнә киҫтеләр, ә ипотеканы түләргә лә түләргә әле. Ашҡаҙаны борсомаһа, берәй арзаныраҡ ашханаға, халыҡ әйтмешләй, “тошниловка”ға йөрөр ине.
Тәҙрә янында буш урын табып сүгәләнеләр. Милли кейемдәге ябыҡ ҡына ҡарасман үзбәк ҡыҙы йүгереп тигәндәй яндарына килеп етте. Илдар, ғәҙәтенсә, дөгө бутҡаһы, кәтлит, ике ләүәш, бер сынаяҡ сәй алды. Порциялар ҙур, тәрилкәләргә йәлләмәй һалып бирәләр, тамаҡ туя бында. Айына 85 мең алып йөрөгән Фәрҙис (әллә Фәнисме, баштараҡ иҫкә төшмәне, хәҙер һорауы ла уңайһыҙ) ашханаға ашанып килгән шикелле. Бер тәрилкә борщ, итһеҙ-ниһеҙ ҡоро макарон һәм сәй алды. 90 һум. Аҡсаһын йәлләнеме?
Шул саҡ бер ваҡиға иҫенә төштө Илдарҙың. Уйлағайным бит, ниндәйҙер бер ғәйебе бар кеүек ине, тип...
Былай булды. 8 Мартты билдәләгән көнө эштәге егеттәр тиҙ генә үҙ-ара аҡса йыйҙылар ҙа Илдар менән ошо Фәрҙисте (эйе, нәҡ шулай, Фәрҙис) магазинға ебәрҙеләр. Сәскәләр алдылар, торт, өс шешә шампан шарабы, һут, уныһын-быныһын... Артып ҡалған аҡсаны икегә бүлде лә Фәрҙис, 100-шәр һумдан, егеткә һондо:
– Мә, быныһы һинең өлөш...
– Кит әле, алйып бараһыңмы әллә?
– Ал-ал! Ишәк һымаҡ күтәренеп, һин дурак менән мин дурактан башҡа берәү ҙә йөрөмәй магазин буйлап.
– Кит әле, һин сәпсим што ли?!
– Сәскә һатҡан түтәй чек бирмәне. Бер рауза 180 һум тора тиһәк, беҙҙе кем килеп тикшереп тора? Байрам алды ла баһа! Ҡиммәт!
Талашып киттеләр. Унан Фәрҙис “артыҡ” аҡсаны бысраҡ асфальтҡа һалып тапаны ла (“дур-рак!”) ҡыҙарынып-бүртенеп китеп барҙы.
Бер ни тиклем һаулыҡ һорашмай йөрөнөләр, аҙаҡ Фәрҙис үҙе ҡул биреп сәләмләшә башланы, был теге ҡылығы өсөн ғәфү үтенеү һымаҡ та булды. Уның үҙ иптәштәренең аҡсаһын үҙләштерергә маташыуы тураһында Илдар бер кемгә лә әйтмәне, тора-бара был хаҡта онотто ла. Тик аҡса ҡолоноң алама ғәҙәте ҡалған икән.
Иҫәп ҡағыҙы килтергән ҡыҙ менән бәхәсләшеп алды. Уныңса, сәйҙең хаҡын арттырып һатҡан икән:
– Беләм мин үзбәктәрҙе. Һемәйтергә генә торалар. Армияла бер мәл...
Тик армияла бер мәл нимә булғанын һөйләп өлгөрмәй ҡалды. Сығып баралар ине. Кафе ишеген асыуға, күтәрмә янына килеп ҡунаҡлаған асарбаҡ тауыш бирҙе:
– Хоҙай хаҡына...
– Блин, ҡайҙа ҡарама, ошолар, достали!
– Ниңә улай бик... – Илдар тейешле һүҙ таба алмай, тотлоғоп ҡалды. Фәрҙистең нәфрәт менән әйтелгән “достали”һына хайран булды. Тәбиғәте шул уның – көтөлмәгән тупаҫлыҡтан баҙап ҡала, унан асыуынан сәсрәп китә. Кем ҡул аҫтына шул ҡыҙыу мәлдә эләгә, уға көнләшәһе түгел.
– Туғанҡайҙар, мин кисәнән бирле ашамаған...
– Ашамаһаң ни! Ашама! Һимермәҫһең! Достали, блин. Әйтмәксе, тағы бер анекдот. Ике класташ осраша. Береһе бай, икенсеһе фәҡир. Һүҙ артынан һүҙ сыға, былар тормош хәленә күсеп китә. “Бына мин лангуст, колбаса, ҡара ыуылдырыҡ ҡына ашайым... Икмәк ашаған юҡ!” – ти икән бай. “Ә мин икмәк кенә ашай алам... – ти ярлы класташы. Бай әйтә: “Мин һине аңлайым! Бүккәнһең! Әммә, туған, улай ярамай. Ыуылдырыҡ бит ул бик файҙалы! Көсләп булһа ла ашарға кәрәк!
Фәрҙис йәнә хихылдап алды. Тәмәкеһен сүп һауытына ташланы. Унан теләнсегә һүҙ ҡатты.
– Ике көн ашаманым, тиһеңме?
– Эйе, туғанҡай...
Фәрҙис кеҫәһенән “орбит” һағыҙын сығарҙы:
– Был һиңә ике генә түгел... нисә тип һора?
– Нисә? – меҫкен ул-был этлекте көтмәй ине, тәртипле уҡыусы һымаҡ ҡарһаланып ҡабатлай һалды. Фәрҙис һуҡ бармағын өҫкә сөйҙө:
– ...ә өс көн сәйнәргә етә! Мә, тот!
Фәрҙис һағыҙҙы асарбаҡҡа ҡарай осорҙо. Тегеһенең йонсоу йөҙөндә йәлләүес йылмайыу ғәләмәте сыҡты. Ул мыҫҡыллауҙарға өйрәнеп бөткәйне. Һағыҙҙы кеҫәһенә һалып ҡуйҙы.
– Уй, дурак! Йәшереп ҡуйҙы, иртәгә ашай! – бармағын Фәрҙис сикә тирәһендә өйрөлттө. Үҙенең тапҡырлығынан күңеле булып кеткелдәп көлөп алды. Илдарға өндәште:
– Киттек!
Илдар буҙарынып баҫып тора ине. Фәрҙистең ҡылығы өсөн ошо бахыр әҙәм алдында сикһеҙ оят ине уға. Кеҫәһенән ваҡ аҡса эҙләне.
– Мин бит, туғанҡай, элекке уҡытыусы. Заслуженный... – Теләнсенең күҙендә сикһеҙ һағыш сағылды, хатта йәш тамсыһы бәреп сыҡҡандай тойолдо.
– Ә мин космонавт! Әй, юҡ, балерун! Мин дә заслуженный! – Фәрҙис тауыш бирҙе. – Тик һинең кеүек теләнселәп ултырмайым!
Юлдашына өндәште:
– Алдай улар!
Ниһайәт, Илдар кеҫәһенән йөҙлөк аҡса сығарып асарбаҡҡа тотторҙо.
– Хоҙай риза булһын!
– Рәхмәт, туғанҡай!
– Достали!
– Һин үҙең достал, хайуан! – Илдарҙың рәнйегән булмышынан ене атылып сыҡты. Сыҡты ла Фәрҙистең ҡолаҡ төбөнә бер генә тондорҙо. Тондорҙо ла боролоп китеп барҙы. Ҡыҙған саҡта холҡо алама шул уның. Тегеһе ерҙән тороп маташа, әллә нәмәләр ҡысҡырып тороп ҡалды.

* * *
Йәнә ике йыл үтте. Илдар Үҙәк баҙарҙан сығып килә ине. Теткеләнеп бөткән һаҫыҡ куртка, ялбыр кәпәс кейгән, көҙгө һалҡын тротуарға ҡатырға түшәп ултырған һаҡалтай теләнсе йәлләүес тауыш менән өндәште.
– Хоҙай хаҡына...
Илдар бумажнигын сығарҙы. Тауышы таныш һымаҡ.
– Хоҙай хаҡына, братан... Күпме бирә алаһың...
Барсеткаһынан бер ус тимер аҡса ҡармап алып меҫкендең бысраҡ усына һалды.
– Хоҙай һаҡлаһын үҙегеҙҙе!
Фәрҙис янында бер ҡупшы ҡатын туҡтаны, илле һумлыҡ ырғытты. Иреме-кемеһелер, һәр хәлдә, ялан башлы бик текә әфәнде, ханымды еңенән һөйрәп алып китте:
– Айгөл, иҫәрләнмә! Улар бит бында аҙым һайын! Достали!
Көҙгө ҡояш зәғиф нурҙарын битараф оло ҡалаға һирпә ине.

Нияз Алсынбаев.

Сығыу ваҡыты 8-06-2017, 11:25 | Ҡаранылар: 991
|
  • Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...
  • Илдәге иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ ҡурҡытмаймы?
  • Бөгөнгө тормоштан ҡәнәғәтһегеҙме?
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Көлһылыу булғыһы килмәне…
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Бер уңмаған һис уңмай
  • Кемпинг янындағы быуала
  • Иманың юлдаш булһын, Башҡортостан һандуғасы...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (28.07.2017)
  • Уҙмыштар юҡ, күрәһең…
  • ЙЫРҒА ӘЙЛӘНГӘН ҒҮМЕР (Хәниә Фәрхи рухына бағышлап)
  • Тоҙланмалар, ҡайнатмалар
  • Бала күңеле
  • Уйындан – уймаҡ
  • Баллы булһын сәйҙәребеҙ!



  • Радио Юлдаш FM