НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Ғәйнулла шуҡлыҡтары (тулыһынса)

Ғәйнулла шуҡлыҡтары (тулыһынса)


Ғәйнулла шуҡлыҡтары (тулыһынса)
Әйтмәмбәт ауылынан апаруҡ йыраҡ, Инйәр йылғаһы аръяғында Перевоз тигән урын бар. Унда, үҙҙәренә утар яһап, тирә-яҡҡа тура һүҙлелеге, ғәҙеллеге менән дан тотҡан Ғәбделхәмит бабай менән йомарт, йомшаҡ күңелле Нәсиә әбей йәшәне. Был ғаиләлә аҡыллы, эшсән малай һәм ҡыҙҙар үҫте. Ғәҙәттә, иркә үҫкән кесе малай үҙенең шуҡлыҡтары менән дан тота. Иҫ китерлек тәбиғәт ҡосағында үҫкән балалар, йыр-моңға ғашиҡ булып, бәләкәйҙән ҡурай уйнарға өйрәнде. Өс ҙур ғына башҡорт ауылына илткән юл Ғәбделхәмит бабайҙың утары аша үтә. Тағы ла Кесебай, Ялан-Йылға, Ҡарағай тигән рус ауылдары халҡы район үҙәгенә ошонан йөрөй. Инйәрҙә һыу ташһа, кәмәсе Ғәбделхәмит бабай алмаштырғыһыҙ кешегә әйләнә: үҙенең ҙур “косной” кәмәһендә кешеләрҙе, ике көнгә бер килеп торған почтаны ике яҡ ярға ташый. Уның өсөн бабай райондан билдәләнгән “тариф” буйынса аҡса ала. Аҡсаһыҙ сығыр­ға тырышҡан, түрәлектән шашҡан ҡайһы бер әҙәмдең, бабайҙың әсе теленә эләгеп, кеше алдында оятҡа ҡалған осраҡтары ла йыш булып тора.
Ошо донъяуи бәйләнеш уртаһында бабай­ҙың иң шаян кесе улы Ғәйнулла ла ҡайнай. Ул, бабайҙың көндәр буйы кәмәлә бушҡа йөрөгән берҙән-бер пассажиры булып, кесе йәштән үк кемде ниндәй хәлдә генә күрмәне. Ғәйнулланың шуҡлыҡтары бихисап, шуларҙың туҙға яҙырлыҡтарын бәйән итәм. Ә яҙып булмағандарын урындағы халыҡ әле лә иҫе китеп һөйләй...

Енле ат тояғы
Бер төндө Ғәбделхәмит бабай, ғәҙәтенсә, тышҡа сығып килергә булды. Юл ыңғайы аты яғына күҙ ташланы. Ихатанан алыҫ булмаған ергә тышалған Ерән ҡашҡаның юҡлығын шәйләгәс, һарай башына менеп, Ғәйнуллаға өндәште. Кетәктә ултырған унлаған тауыҡтың, бер-береһен этеп төшөрөп, пырхылдаш­ҡан-ҡытҡылдашҡан тауышынан башҡа шылт иткән тауыш та ишетелмәне. Бабай өйгә инде лә “тәрбиә ҡайышы”н күренгәнерәк урынға элеп ҡуйҙы. Ҡарсығы Нәсиә, бабайының йөҙө боҙолоуын күреп:
– Ни булды тағы? Бәйләнмә шул малайға, ул бит инде ҙурайған. Уға ла кеше менән аралашырға кәрәк, – тип һуҡранды.
Бабай ҙа яуапһыҙ ҡалманы:
– Ҡайтһын ғына әле, күрмәгәнен күрһәтермен мин уға! – тине лә йоҡларға ятты.
Егет ҡорона инеп килгән Ғәйнулла был саҡта, атын яй ғына Бейе йылғаһы буйлап юрттырып, йырлай-йырлай Әйтмәмбәт ауылына инеп килә ине.
Шул саҡ ул шып туҡтап ҡалды. Маңлайына усы менән шап иттереп һуҡты: “Үәт, мин дүрәк!” Олоғая башлаған атаһы һәр кис, урам­ға сығып, мал-тыуарҙы барлап, аттың тышалғанын күреп йоҡларға ята. Ғәйнулла бөгөн үжәт ҡыҙғылт башмағын ат урынына бәйләп китергә онотҡан. Оноторһоң да шул. Бөгөн ауылда концерт ҡуялар. Нисек утарҙа яңғыҙ ятаһың, ти?! Унан һуң йәштәр тансыға ҡала. Бергә уҡыған класташ ҡыҙҙар була, етмәһә, йыр-бейеү ойошторола. Ә иң алдан йөрөүсеһе – Ғәйнулланың күҙе төшкән Гөлирә була бит.
Концерт гөр килеп уҙҙы. Күрше ауылдан килгән үҙешмәкәрҙәр спектакль менән генә сикләнмәне, йырын да һуҙҙы, бейеүен дә тыпырлатты. Тансы ла һәүетемсә булды. Ғәйнулла өҙҙөрөп гармун уйнаны. Башҡа гармунсы уйнаһа, осоп бейергә төшөп китте. Уның һомғол көслө кәүҙәһе иҙәнгә лә теймәгән төҫлө, аяҡтарына күҙ эйәрмәй, тыпылдауы көйҙөң көйһөҙ ерен дә төҙәтерлек.
Гөлирәне оҙатып ҡуйғас, ат аҙбарындағы Ерән ҡашҡаһына менеп, гармунын иңенә аҫҡан егет утарға ҡайтты. Һарбай атты бышҡырыуынан танып өрмәне. Атаһының холҡон яҡшы белгән Ғәйнулла һарай башындағы юрған аҫтына бесән төрөп һалды. Йәнәһе, үҙе йоҡлап ята. Һуңынан, һарай эсендә ат өсөн эшләнгән киң утлыҡҡа йәш бесән һалып, йоҡлап китте.
Таң һарыһынан һарай башындағы тауышҡа тертләп уянды. Баҫҡыстан менеп ҡараһа, атаһы бесән төрөлгән юрғанды ауыр һалдат ҡайышы менән яра.
Ғәйнулла ипләп кенә төштө. Баҫҡысты алды ла атаһына:
– Атай, ни эшләйһең унда? – тип өндәште. Ярһыған атаһы уны башҡа малайы менән бутаны, ахыры.
– Шаулама, мешать итмә. Ана, сәй эсмәгә әсәйең янына ин. Мин был малай аҡтығының кәрәген бирәм дә төшәм, – тип кеше һынын һаман “бешә” бирҙе. Тамам арығас, Ғәбделхәмит бабай:
– Ниңә тағы Ерән ҡашҡаны алып киттең, төнө буйы йөрөгән ат нисек көн буйы күбә һөйрәһен? Ғәйнулла, тим, ниңә өндәшмәй­һең?! – тип, бесәнле һынды “тәрбиәләй”.
– Атай, мин бында, – Ғәйнулла атаһына өндәште. – Осоп төшмә, баҫҡысты алдым.
Олоғайып, күҙе насар күргән бабай аптыраны:
– Тағы ҡулдан ысҡындыңмы? Тағы ла ҡастыңмы? – тип, һарай башының ситенә үк килеп баҫты.
– Атай, – тине Ғәйнулла, – әгәр миңә тейһәң, иртәгә Ерән ҡашҡаң аҡһаясаҡ. Миңә аҙнаһына бер мәртәбә ауылға клубҡа барырға биреп торһаң, аҡһамаҫ. Бирмәһәң, бер айҙа һимереп, тота алмай йонсорһоң, бына күр ҙә тор, шулай буласаҡ!
Ярһыған атаһының ышанмағанын күргән малай:
– Һин һикереп ҡуйма, билеңде ауырттырыр­һың йә аяғыңды һындырырһың. Әсәй баҫҡысты килтереп ҡуйыр, – тип өйгә йүгерҙе.
Инеү менән:
– Әсәй, әсәй! Атай биш минуттан һуң һарай башына менә торған баҫҡысты килтереп ҡуйырға ҡушты. Тауыҡтар баҫҡыстан менеп, яңы бесәнде бысраталар! – тине. Һуңынан, шәп-шәп кенә тамаҡ туйҙырҙы ла, ҡармаҡтарын алып, Инйәр буйына юлланды.
Кис ҡайтыуға Ғәбделхәмит бабай тыныс­лан­ғайны, күп итеп балыҡ алып ҡайтҡан малайына ҡарап алды ла:
– Бөгөндән соланда йоҡлайһың. Йөрөмә һарай башында, тауыҡтарҙы ҡурҡытып, улар, һине күргән һайын, һыйыр кеүек ҡыланып, бесәнде бысрата, йүнһеҙҙәр! – тине. Урамға сығып, Ерән ҡашҡаға ҡарап торҙо ла, мыйыҡ аҫтынан йылмайып, эшенә кереште.
Ғәйнулланың иртән әйткән һүҙҙәре бабай­ҙың башынан көнө буйы сыҡманы. Минут һайын тигәндәй яҡында ғына утлап йөрөгән Ерән ҡашҡаһына ҡараны. Был оло ғына бейә йорттоң төп эшсеһе ине. Утын, бесән алып ҡайтыуы, тағы ла йыл һайын матур ҡолон ҡолонлауы бабай алдында бейәнең мәртәбәһен тағы күтәрә. Ә аяғы ауыртҡан Ғәбделхәмит бабайға, ҡайҙа ғына барһа ла, атһыҙ мөмкин түгел. Шуға ла шуҡ малайҙың ҡыланыштары ҡартҡа оҡшамай. Ул Ғәйнулланың бейәне шәп саптырып, ҡолон һалдырыуынан да ҡурҡа. Ә инде аттың аҡһап китеүен күҙ алдына ла килтерә алмай. Унан ни эшләргә ҡала?
Шулай уйлана-уйлана, бабай йоҡоға китте. Ғәйнулла, көндөҙ үк әҙерләп ҡуйған планын тормошҡа ашырырға теләп, солан ишеген шым ғына асты ла урамға сыҡты. Атаһының урамда ҡалдырған кәрәк-яраҡтар һалынған һауытын эҙләп алды, шәп атлап, Ерән ҡашҡа янына килде. Меҫкенкәй, малайҙың шикле эш менән килгәнен шунда уҡ һиҙенгәндәй, бышҡырып алды.
Ғәйнулла һауыттан яңы даға сөйөн һайлап алды, шырпы яндырып, уның осон оҙаҡ ҡына көйҙөрҙө. Шунан бейәнең алғы һул аяғын тубығына һалды. Малай яланда ат дағалағандарын йыш күрә ине. Ҡыйыу ҡыланып, атҡа үҙенең хужа икәнлеген белдереп, юхалап та алды:
– Тр-р... Малҡай, малҡай, тик тор...
Ағаларынан сиғандарҙың ат урлау алымы тураһында ишеткәне бар ине, шуға күрә, ҙур белгес кеүек, дағаның эске яғынан аттың тояғына сөйҙө еңелсә һуғып индереп ебәрҙе. Бейә ауыртыуҙан тертләп киткәс, даға сөйөн кәкрәйтте. Ерән ҡашҡа, тояғын бер ергә ҡуйып, бер кире күтәреп-төшөрөп, бышҡырынып тороп ҡалды.
Ғәйнулла һауытты атаһы ҡуйған урынға урынлаштырҙы ла соланға инеп йоҡларға ятты. Ул, Ерән ҡашҡаның тыныслыҡ тапмай бышҡырыныуын тыңлап ята торғас, иҙрәп йоҡлап китте.
Таң атыр-атмаҫ, атаһы Ғәйнулланы ҡыйыу­һыҙ ғына төрткөләп уятты:
– Улым, тор әле, ниңәлер Ерән ҡашҡа аҡһай, атлай ҙа алмай...
– Һул аяғы ауыртамы? – тине Ғәйнулла, һиңә кисә әйттем бит тигән төҫлө, кире боролоп ятты. – Атай, аптырама, иртәгә бөтә ул...
Ен-бәрейҙәргә ышанмаған уҫал ир уҙаманы, күрәҙәсе малайынан ситкәрәк китеп, иҫе китеп торҙо. Кире өйгә инеп, сәй эсте. Йылға буйынан тал сыбығы йыйып, яр мурҙаһы үрергә кереште. Ат булмағас, бер ҡайҙа ла барып булмай. Бабайға бейәһе бигерәк йәл ине. Ул:
– Ерән ҡашҡам терелһә, Ғәйнуллаға биреп торормон инде, йөрөһөн яйлап клубына, шайтан алғыры! – тип бер нисә тапҡыр ҡабатлап та ҡуйҙы.
Ерән ҡашҡа өс аяғына баҫып ҡына көн үткәр­ҙе. Төндә Ғәйнулла, бөтәһе лә йоҡлағас, алдан әҙерләгән йод шешәһен һәм ҡыпһыуырын тотоп, Ерән ҡашҡа янына килде. Тиҙ генә тояҡтан сөйҙө алды ла йод менән яраны ныҡ итеп сылатты. Оҙаҡ ҡына тотоп торҙо... Ерән ҡашҡа, кисәгенән дә нығыраҡ бышҡыра-бышҡыра, үлән ашаны. Яйлап алғы һул аяғына баҫҡылап тороп ҡалды.
Иртәгәһенә иртән үк атай кеше малайын уятты:
– Ғәйнулла, улым, тор әле.
– Ни булды, атай, Ерән аҡһамай башлағанмы әллә? Әҙерәк кенә йоҡлайым инде. Әгәр атыңды шәмбе биреп торам тимәһәң, иртәгә уң аяғы аҡһай, – тип, ауыҙын ҙур асып кирелгән булды.
Ниндәй генә уҫал ир булмаһын, Ғәбделхәмит бабай, күрәҙәсегә әйләнә башлаған малайынан ҡурҡа бирепме, йоҡоһон бүлмәйем типме, Ерән ҡашҡаһын екте лә, арбаға ултырып бесәнлектәрҙе ҡарарға сығып китте.
Тағы кис булды. Атай кеше, әллә ни эше булмаһа ла, тышта тик йөрөй, яландарҙа йөрөп ҡайтҡан бейә яҡында ғына үлән уртлай. Хайуан, башын ара-тирә күтәреп, бышҡырып та ҡуя.
Ғәйнулла был юлы даға сөйөн, сүкешен көндөҙ үк әҙерләне. Сөйҙө оҙаҡ ҡына йод һалынған һауытта тотоп алды. Ҡараңғы төшөп, бөтәһе лә йоҡлағас, малай Ерән ҡашҡаның уң аяғын “сөйләп” ҡуйҙы. Бейә бер урында шаҡ ҡатып, аптырашта таң аттырҙы.
Киләһе иртән Ғәйнулла урамдағы шау-шыуға уянып китте. Ғәбделхәмит бабай геү килеп Һарбайҙы һүгә:
– Һин нимә, тик ятаһың? Ендәр атты сихырлай, ә өй һаҡсыһы бер өрһәсе!
Ғәйепһеҙ ғәйепле булған Һарбай, булмаған ҡойроғон һелкетергә тырышып, арт һанын ҡыбырлата. Был бабайҙы тик ҡыҙҙыра ғына ине.
– Атай, ат ниңә атламай, әллә уң аяғы ауыртамы? Ҡайғырма, иртәгә шәмбе, уны миңә алырға рөхсәт итһәң, йүнәлер ул. Тик был айҙа ныҡ һимерә башлай инде. Бөгөн генә минең төшөмә инде. Һин атты иртәгә биреп тораһыңмы, атай? – тип, атаһына ҡараны.
Ошо йәшенә етеп, донъяла күпте күргән, күпте кисергән Ғәбделхәмит бабай аптырау­ҙың сигенә сыҡты. Тик уң аяғын ергә терәй ҙә алмай йонсоған бейәһен үтә йәлләп:
– Улым, иртәгә кискә ат һинеке, тик көндөҙ атлап ҡына китһен инде! Улым, төшөңдә “тегеләр” күренһә, әйт, бейәне йәй уртаһында артыҡ һимертмәһендәр, бесәнде кем менән эшләрбеҙ, ат шашып тоттормайынса йөрөһә!
– Ярар, атай, күренһәләр, әйтермен. Шулай ҙа Ерән ҡашҡа егәрле ат, уны йәлләргә кәрәк! – тине лә өйгә инеп китте.
Өйҙә әсәһе, Ғәйнуллаға ҡарап:
– Улым, атайыңды йонсотма инде. Ул нисә төн хәҙер тороп ат ҡарап йөрөй, ошо арала ниндәйҙер доғалар ҙа уҡый башланы. Мин уның менән һөйләштем, һине туҡмамаҫ, ҡайышты ла сығарып ырғытты инде, – тине, мут йылмайып.
Төнөн Ғәбделхәмит бабай малайының урам­ға “биш минут”ҡа ғына сығып килгәнен шәйләне, ләкин быға иғтибар итмәне. Тик шунан биш-ун минут үткәс, Ерән ҡашҡаның бышҡырынып тәҙрә янынан яйлап үтеп барыуы ғына йөрәгенә шом һалды. Ләкин малайҙың “елгә” сығып килеүен һәм аттың үтеп китеүен бергә бәйләргә уның башы етмәне.
Йорт хужаһы иртән тороуға, Ерән ҡашҡа ҡапҡа эргәһендә тапанып тора ине. Һарбай, уның ҡойроғо аҫтына уҡ тиерлек килеп ултырып, аттың ялбыр булып оҙонайған, күптән ҡыҫҡартылмаған ҡойроғоноң йә тегеләй, йә былай килеп бәүелеп тороуына аптырап ҡарап ултыра. Һарбай боролоп үҙенең артына күҙ һала ла, ҡойроҡтан ҡалған бәләкәй генә киҫәкте ҡыбырлатып, ниңәлер сыйылдап ала. Әйтерһең, эт, үҙенең дә ҡырҡылған ҡойроғоноң ҡасандыр ҙур булыуын иҫләп, бөгөнгө хәлен йәлләп ҡуя кеүек.
Ғәйнулла бөгөн, матур кейенеп, яҡшы эйәргә ултырып, ауылға тансыға сыҡты. Гармунын һуҙып йырлап ебәреүе сәйер һымаҡ күренһә лә, ул, үҙенең тормошондағы ҙур үҙгәрештәргә риза булып, шатлығын йәшермәй ине.
Ғәбделхәмит бабай ата-бабаларҙан һаҡланып ҡалған Ҡөрьәнде Нәсиә әбейҙән һорап алды ла түргә, күренеп торған ергә, ҡәҙерләп һалып ҡуйҙы.
– Әбей, әллә мин ҡартаям, әллә донъя үҙгәрә, Ғәйнулланы танымай башланым. Ул һөйләгән нәмә гел ысынға килеп тик тора, хатта бер аҙна алдан әйтеп ҡуйғаны дөрөҫкә сыға. Ошо арала, олоғайған бейәне һатып, йәшен алырға кәрәк. Ен эйәләшкән, ахыры, ауырый башланы. Ысынлап та, бер айҙа һимереп китһә, һатырға кәрәк! – тине, әбейен дә хайран ҡалдырып.
Нәсиә әбей атты йәшел үлән менән генә һимертеп булмағанын яҡшы белә. Оло бейәгә бирергә һоло инде нисә йыл булғаны юҡ. Колхоздар бөтөрөлөп, булған ер совхозға бирелгәс, тирә-яҡта үҫтерелгән иген бөтөнләй хөкүмәткә китә башланы. Халыҡҡа иген һатыу, игенде эш хаҡына биреү инде әллә ҡасан онотолған.
Ғәйнулланың ауыл фермаһы мөдире малайы менән дуҫлашҡанын әсәһе лә, атаһы ла белмәй ине. Тегеһе – ферма атына, ә Ғәйнулла Ерән ҡашҡаға атланып, инде нисә тапҡыр бергәләп Имәнле ауылы клубына ла барҙылар. Йыш ҡына Ғәйнулла, Әйтмәмбәт ауылына клубҡа килһә, алдан һөйләшкәнсә, дуҫы Ерән ҡашҡаһын совхоздың ат һарайына ҡуя. Был һарайҙа тоҡом айғыры өсөн килтерелгән һоло, кимерергә тоҙ, эсергә һыу ҙа бар. Тансы бөткәнсе Ерән ҡашҡа бер биҙрә һолоно ашап бөтөрә, ә юлға Ғәйнулланың дуҫы тағы ярты тоҡ “күстәнәс” аҫып ебәрә. Был “күстәнәс” өйгә ҡайтмай, йәшерелә. Ғүмере буйы һоло күрмәгән оло бейә йәш хужаның йүгән кейҙереүен, ауылға юлланғанын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки өйҙә һоло көн һайын тәтемәй.
Ғәбделхәмит бабай Ерән ҡашҡаһының, ысынлап та, ялтырап, һимереп киткәнен ғәжәп итеп күҙәтеп йөрөнө лә берҙән-бер көндө Ғәйнуллаға, атты Имәнле ауылына алып барып, йәш бейә малына алмаштырып ҡайтырға ҡушты, хатта аҡса ла биреп ебәрҙе.
Шуҡ Ғәйнулла, йылҡылдап торған йәш тайҙы үҙе егеүгә өйрәтеп, утар менән күрше ауылдар араһын геү итеп, бер нисә йыл рәттән клубҡа гармун тартырға йөрөнө.
Ә Ғәбделхәмит бабай йәй уртаһында һимергән, “енләнгән” бейәнән нисек ҡотол­ғанын йыш һөйләр булды. Тик кешеләр генә ҡартайып бөткән бейәне торғаны һыу, үлән менән нисек һимертеп булғанын аңламай ине. Ысынлап та, бейәгә “ен” ҡағылған булған икән!


Ғарифулла Яппаров.
(Дауамы бар).

Ғәйнулла шуҡлыҡтары (дауамы)

Ҡойроҡһоҙ Һарбай

Тирә-яҡ ап-аҡ ҡарға күмелһә, Әйтмәмбәт ауылына ҡыш етеү һөйөнсөһөн йыл да бер кеше килтерә. Бейе йылғаһы аша, бәләкәй санаға ҙур һарғылт эт егеп, һайт-һайтлап килеп инә ул ауылға. Был – Ғәйнулла, Ғәбделхәмит бабайҙың кесе улы. Уның шаулап аҡҡан, урыны менән нәҙек кенә боҙ ҡаплаған Инйәр йылғаһын нисек сыҡҡанын берәү ҙә белмәй. Кәмәлә сыға тиер инең, уныһы ла мөмкин түгел. Ғәҙәттә, Ғәйнулла ауылға этен егеп килһә, ололар: “Инйәрҙе бер аҙнанан боҙ тота”, – ти.
Шунда уҡ Ғәйнулланы малай-шалай уратып ала. Нисәмә бүре менән алышҡан, сынйырҙа торғанда донъялағы иң уҫал эт булып күренгән Һарбай һәр береһенән башын һыйпата, ҡойроғон болғай-болғай иркәләнә, һырпаланып-һырпаланып ала.
Тик... был юлы болғарға ҡойроғо юҡ! Малайҙарҙы боҙ ҡаплаған Инйәр ҙә, юлдағы ҡар ятышы ла ҡыҙыҡһындырманы. Ғәйнулланың тоғро дуҫы Һарбайҙың ҡойроғо юҡ. Вәт, исмаһам, яңылыҡ!
Ғәйнулла шуҡ малай ғына түгел. Уның эштә сынығып өлгөргән ирҙәрсә ҡатҡыл ҡулдары, тос ҡына йоҙроҡҡа әйләнеп, ҡайһы бер шашҡан түрә малайҙарының әпәй шүрлектәренә лә менеп төшкөләй. Үҙе самаһыҙ ҡыйыу һәм ғәҙел булғас, шундай уҡ малайҙарҙы ла хөрмәт итә ине. Әле иһә йоҙроҡҡа төйнәлә торған уң ҡулы гел кеҫәһендә.
Ғәйфулла исемле дуҫының ҡустыһы Ғәлиулла бөтә малайҙар исеменән:
– Ғәйнулла ағай, Һарбайҙың ҡойроғо ҡайҙа? – тип һораны. Хужа кеше шунда уҡ яуап бирмәне, эре генә ҡарап тора бирҙе.
Шул арала Ғәйнулланың тиҫтерҙәре лә килеп етте. Улар ҡунаҡ менән һул ҡулдарын биреп күрешеп, Һарбайҙың башынан һыйпап сыҡты. Былары ла:
– Һарбайҙың йөнтәҫ ҡойроғо ҡайҙа? – тип аптырашты.
Ғәйнулла, тамашаға етерлек малайҙар йыйылғанын күреп, һүҙ башларға булды.
– Һарбайҙың ҡойроғон айыу өҙөп алып китте...
– Алдашма! – тип бүлдерҙе уны һунарсы балалары. – Быйыл айыу яҡын-тирәгә килмәне. Һин һунарға ситкә йөрөнөңмө ни? Атайың бит был этте ситкә ебәрмәй!
Шул саҡ Ғәйнулланың яҡын дуҫы Ғәйфулла килеп етте.
– Ниндәй ҡысҡырыш, ә һуғыш юҡ, – тип көлөмһөрәне ул.
– Ғәйнулла ағай, эттең ҡойроғон айыу ашаны, ти, – тип геүләште малайҙар.
Шул саҡ Ғәйфулла ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Ну, Ғәйнулла, ну шыттыраң! – Дуҫының иңбашына ҡағылып алды. – һөйлә әле ниндәй айыу икәнен. Һин һөйләмәһәң, үҙем һөйләйем, – тип күҙ ҡыҫты. Ғәйнулла иһә ҡул һелтәне. Санаһына баҫып, һайтлап-һайтлап Һарбайын урам буйлап ҡыуҙы.
Ғәйфулла малайҙарға дуҫының йәй көнө, атаһының атын рөхсәтһеҙ алып, утарҙан ун саҡрымда ятҡан Имәнле ауылына төн эсендә ике тапҡыр барып ҡайтҡанын, ерән ҡашҡаны яндыра яҙғанын һөйләне. Уҫал бабай, билдәле, шуҡ малайын ҡайышлаған. Ғәйнулла утынлыҡҡа инеп илап ултырған сағында, атаһының яратҡан Һарбайы килеп ингән дә, ҡойроғон болғай-болғай, малайҙың күҙҙәренә ҡарап ултыра, ти. Был тегенең йәнен үртәй генә биргән. Ә ҡойроғо балта сабылған арҡыры түмәр­ҙе һыпырып-һыпырып ала. Атаһына асыуы килгән малай, күп уйлап тормай, үткер балта йәбен эттең ҡойроғона төшөрә. Үҙе шөрләүенән Имәнле ауылындағы ағаларына тая.
Нисәмә урман йәнлеген аулаған, күпме бүре алырға ярҙам иткән, ҡышын ҡурҡмайынса айыу өңөнә инә алған ғорур эт ғәрлегенән урманға сығып ҡасҡан. Аҙна буйы утар эргәһендәге тау башында яраһын ялап шыңшыған. Тоғро этенең алыҫ китмәгәнен белгән бабай Һарбайҙы, муйынындағы ҡайышҡа сылбыр тағып, һөйрәп тигәндәй алып ҡайта.
Ғәйнулланы иһә ағаһы етәкләп тигәндәй өйөнә килтерә. Иртәгәһен, донъя яйланды тигәндә, Ғәйнулла эт янына килә. Үҙенең ғәйебен танып, ғәфү үтенергә теләгәндәй, һәүетемсә генә эттең башынан һыйпарға итә. Тәүҙә шым ғына ултырған Һарбай, яңы ғына үҙенә балта күтәргән уң ҡулдың баш тирәһенә килеп еткәнен көтөп кенә торғандай, ҡапыл малайҙың бармаҡтарын тешләп ала. Дуҫтар береһе – өйгә, икенсеһе ояға инеп ҡаса.
Бер нисә көндән малай менән Һарбай кире дуҫлаша. Ҡыш етеүгә инде эт ҡойроғо юҡлығын иҫенә лә төшөрмәй. Ләкин төндәрен Ғәйнулла һаман тертләп уяна. Һуңынан ғына ауыртҡан ҡулын баш аҫтына һалып, тағы йоҡлап китә.
Ғәйнулла хәҙер дүрт-биш ай инде уң ҡулы менән күрешмәй, күберәк кеҫәлә йөрөтөүҙе хуп күрә.

Балһыҙ мискә
Матур, йәш атҡа атланған, һомғол кәүҙәле, йор һүҙле Ғәйнулла кисен ауылға гармун уйнап килеп инһә, аҙна буйы асылмаған клуб эсе яҡтырып, шау-шыуға күмелә. Ҡайҙа барһа ла, уны дуҫ иткән, яҡын күргән иптәштәре көтөп тора. Бәләкәйҙәрҙе, йәш ҡыҙҙарҙы рәнйеткәндәрҙең күҙ төптәренә ғәҙел Ғәйнулланың тос йоҙроғо төрлө-төрлө “фонар­ҙар” яһай. Ләкин “урам яҡтыртыусылар” ҙа оҙаҡ үс тотмай, бер-ике аҙнанан бөтәһе лә онотола.
Һәр бер ауылда Ғәйнулланың өсәр-дүртәр яҡын дуҫы бар. Улар егет килгән һайын “һыйлап” ҡайтара. Үҙе егеттәрҙе саҡыра алмай – атайҙан рөхсәт юҡ.
Берҙән-бер көндө Ғәйнулла Әйтмәм­бәттәге, Аҙауҙағы һәм Оҙондарҙағы дуҫ егеттәрен ҡунаҡҡа саҡырҙы, балыҡ менән һыйлар­ға һүҙ бирҙе. Ниндәйҙер баллы мискә тураһында ла һөйләнде. Егеттәр тәүҙә ышанмай торҙо. Ғәбделхәмит бабайҙың холҡон улар яҡшы белә.
– Ғәйнулла, һин беҙҙе ысынлап өйөңә саҡыраһыңмы, әллә шыттыраһыңмы? Атайың ҡайҙа була? – тигән һорауҙарҙы яуҙырҙылар.
– Өйгә кем дә йыя ул. Һеҙ миңә Инйәр буйына, Ҡыҙылъяр ятыуы янына, ҡунаҡҡа килегеҙ, баллы мискәне лә шунда алып киләм! – тине тегенеһе эре генә.
Һөйләшкән көндө Ғәйнулла, атына атланып, Һарбайын эйәртеп, Инйәр йылғаһының тыныс яр буйына юлланды. Бында уны дуҫтары көтә ине инде. Бер нисә егет ат һыртына тағылған ҙур булмаған имән мискә менән рюкзакты тиҙ генә бушатты. Ҡыуаҡ араһынан Ғәйнулла алып биргән биҙрәгә һыу ҡойоп, усаҡҡа элделәр. Шунда уҡ ашъяулыҡ йәйеп, табын әҙерләнде. Уртаға серле мискә килеп ултырҙы. Шул арала ҡайнаған һыуға алдан таҙартылған балыҡ төшөрөлдө, картуф, һуған, тоҙ-борос та табылды. Ҙур телемдәргә теленгән ауыл икмәге, тирә-яҡҡа хуш еҫ таратып, һый ҡуйыл­ған ашъяулыҡтан урын алды. Ниһайәт, балыҡ һурпаһы беште, тәрилкәләргә һалынды. Усаҡтағы биҙрәнең урынын сәйнүк алды. Шул арала Ғәйнулла мискәнең бөкөһөнә ситтән һуғып ебәрҙе, уныһы атылып, балыҡлы биҙрәгә барып төштө.
– Мин һеҙҙе, егеттәр, шундай матур тәбиғәтле ергә саҡырҙым, ғүмере онотмаҫһығыҙ. Мин дә онотмам. Бына, атайымдың әсегән балынан ауыҙ итәйек, – тип, әсе балды тимер көрөшкәләргә ҡойҙо. – Байрам итәйек, дуҫтар!
Егет ҡорона ингән унлап үҫмер, ололарса сәкәштереп, Ғәбделхәмит бабайҙың, бесәнгә тип, шәкәр, ҡомалаҡ ҡушып ҡойолған ҡорт балынан ауыҙ итте. Уныһы тәүҙә башҡа йүгереп менеп, һуңынан аяҡҡа төштө, нығынып та етмәгән быуындарҙы хәлһеҙләндерҙе.
– Үәт, батшаларса һый, исмаһам. Был бит хандар эсемлеге! – тип, дуҫы Ғәйфулла Ғәйнуллаға серле йылмайҙы. – Малай, был кәбән ҡойҙорорға саҡырылған өс ағайыңа әҙерләнгән һый бит. Беҙ эсеп бөтһәк, атайың һине нишләтер, герой?
– Нисауа, атайым кисә үҙе баҙға төшөп тәмләп ҡараны, һәйбәт булған, инде күбәләр тарттырылған, киләһе баҙарға Имәнленән оло уландарҙы саҡырып, кәбән ҡойһаң да була, тип һөйләнде. Бал самый раз, егеттәр. Әйҙәгеҙ, тағы ла берәрҙе, – тип ҙур көрөшкәләргә тағы ҡойоп сыҡты.
Малайҙар, Ғәйнулланы маҡтай-маҡтай, һауыттарын бушатты. Араларында олораҡ һаналған Ишйәр:
– Ә бүҫкәргән мискәне нисек тултыраһың? Атайың белһә, һин генә түгел, беҙ ҙә бөттөк бит, – тип һорап ҡуйҙы.
– Ҡурҡма! – тине Ғәйнулла. – атайымдың танауы инде еҫ белмәй, ә күҙе насар күрә. Был балды быйыл үҙе ҡуйған булып маташты, әсәй ағайҙарҙа ҡунаҡта саҡта. Бөгөн беҙҙә байрам, ә йәкшәмбе күҙ күрер, – тип егеттәр­ҙе тыныс­ландырҙы.
Ғәбделхәмит бабайҙың утарынан ике саҡрым үрҙә, Инйәр йылғаһы боролошоноң аръяғындағы бейек Ҡыҙылъяр аҫтында, байрам дауам итте.
Ғәйнулла атының эйәренә эленгән еҙ һауыт эсенән ҡурайын алып уйнап ебәрҙе. Оҙондар ауылынан Сәғит матайына һалып алып килгән гармунын һуҙҙы. Усаҡ янып, ваҡыт уҙған һайын, малайҙар ҡыҙа барҙы. Тәүҙә ҙур ғына булып күренгән мискә яйлап бушап ҡалды. Күҙҙәре тонған егеттәр кемуҙарҙан Ғәйнуллаға кәңәш бирергә тотондо.
– Беҙҙә, тиҙ өлгөрһөн өсөн, мискәгә һыу һалып, шәкәр ҡоялар ҙа, өҫтәп тауыҡ тиҙәге һалалар, – тип өндәште береһе.
– Мискәгә мәтрүшкә лә ҡушырға кәрәк, тағы саҡ ҡына карбид һалһаң, мискә һауаға һикереп ҡайнай, – тине икенсеһе.
– Әгәр тауыҡ тиҙәген, карбид менән бергә ҡушып һалһаң, бал бер көндә өлгөрә! – тине өсөнсө малай, телен саҡ әйләндереп.
Ғәйнулла Инйәрҙән һыу килтереп йылытыр­ға ҡуйҙы. Сәғит матайынан сваркаға йөрөткән карбидты килтерҙе, Ишйәр сәйгә тип алып килгән бер тоҡсай шәкәрен болғатып ебәрҙе. Тағы береһе йыйған мәтрүшкәһен һалырға самалай ине, уны Ғәйнулла усаҡ эргәһенән ҡыуып ебәрҙе. Тауыҡ тиҙәген генә табаһы ҡалды. Шул саҡ Ишйәр, үҙе егеп килгән ат арбаһынан бысрап бөткән һарай көрәген килтереп, Ғәйнуллаға һондо:
– Мә, ҡуй биҙрәңә, бөгөн генә тауыҡ ояһын таҙарттым, әлдә көрәкте һыу менән йыуманым! – тине белдекле генә.
Тегенеһе:
– Бигерәк бысраҡ, фу! – тине лә күренеп торған бер-ике тауыҡ туҡмасын ағас менән биҙрәгә ҡырып төшөрҙө.
Һыу боҫ сығара башлау менән, малайҙар уны мискәгә ҡойҙо. Шул саҡ карбид һалмағандары иҫтәренә төштө.
– Ғәйнулла, ни, өс киҫәк һалһаң, етә. Әтеү мискәң үҙеңдән алда атайыңа осоп ҡайтып етер! – тип, карбид һондо кемдер.
Ҡулды бешереп торған карбид мискә эсенә төшкәс, һауыт эсенән шайтан тауыштары килә башланы. Малайҙар бөкөнө мискәгә тыға алмай, эт булып бөттө.
– Үәт, хәсрәт! Эселгән балдан да яман ҡотора, януар! – тип, мискәне саҡ тынысландырып, бауға аҫып, эйәргә элделәр. Эйәрҙәге мискә, боғорлап китеп туланы.
Ғәйфулла, Ғәбделхәмит бабайҙың холҡон яҡшы белгәс, Ғәйнуллаға:
– Һин ҡайтҡансы бөкөнө тотоп ҡайт, мискәң атһа, төндә таба алмаҫһың, – тигән кәңәш бирҙе, атҡа менергә ярҙам итте.
Егет ишараттары, эштәренән ҡәнәғәт ҡалып, көлөшә-көлөшә ҡайтып китте.
Әйтмәмбәт ауылында йәйен гел һарай башында йоҡлаған Ғәйфулла бер төндө тертләп уянып китте. Уның юрған аҫтына ахылдап, өшөп бөткән Ғәйнулла дуҫы инеп ятты ла:
– Ну, малай, ну эштәр! – тип хахылдап көлә башланы.
– Төн уртаһындағы цирк! – тине Ғәйфулла, тегенең көлөп туҡтауын көтөп:
– Ни булды, ниңә көләһең?
– Атай бөгөн буш концерт күрһәтте. Иң оло ағайым, минең елкәнән тотоп, “дәрес” уҡытты. Әле лә арттағы йомшаҡ урын һыҙлап тора!
– Йә, йүнләп һөйлә, бер нәмә лә аңламайым.
Өҙөлөп-йыртылып бөткән, шырҡ-шырҡ көлөүҙән бүленгән хәбәр шунан ғибәрәт ине.
Яр буйындағы ҡунаҡтан һуң, Ғәйнулла, атын етәкләп, мискә бөкөһөн тотоп, утарға саҡ ҡайтты. Мискәне, баҙҙың ҙур ишеген асып, урынына ҡуйҙы. Йәкшәмбелә өс ағаһы килеп, көнө буйы кәбән ҡойоп ҡайтҡас, бабай, рәхмәт йөҙөнән, малайҙарын һыйларға булған. Баҙға төшһә, күҙе әсетә, еҫ белмәгән танауы йыртылып бара икән. Мөйөштәге мискә һаман тауыш сығарып ҡайнап ултыра. Бөкөгә тейеү менән, уныһы атылып, бабайҙың яңағына һуғыла. Барып төшкән ҡарт, тороп яңағын һыйпағансы, ярты мискә бал сығып та “йүгерә”.
Ниһайәт, бабай мискәне өҫкә мендерә. Өҫтәлдән алыҫҡараҡ ҡуйып, сәйнүккә бал ҡоя. Күптән араҡы-маҙар, бал эсмәгән, доғалар уҡый башлаған ҡарт:
– Уландар, үҙегеҙ ҡарағыҙ, кәбәндәр өсөн рәхмәт! – тип, өҫтәл янынан китә. Иң оло улы дәрәжә буйынса, балды стакандарға ҡойоп, энеләренә һона. Был ваҡытта Ғәйнулланан елдәр иҫкән була.
Бәһлеүәндәй өс туған сәкәштереп:
– Маңҡа малай әле, Ғәйнулла. Йөрөһөн тышта, беҙгә күберәк тейер! – тип, балды тәмләп ҡарай... Тамам аптырап ҡалалар. Еҫе лә, тәме лә ҡорт балына бер ҙә оҡшамаған.
Иң оло ағай кеше:
– Атай, балды үҙем һалдым, тип әйтә ине. Күҙе лә йүнләп күрмәй, танауы ла еҫ һиҙмәй. Ҡомалаҡлы тоҡсай тип, төрлө үләндәр киптерелгән тоҡто алғандыр! – тип аптыратты ул энеләрен.
– Әллә шәкәре әҙ булған, әллә һыуы бысраҡ, аңламаҫһың. Ишеү, сварка еҫе килә. Ух, ерәнес! – тип, Сәйфулла стаканын ситкә этәрҙе.
– Теге шалапай берәй нәмә эшләгәндер, бөгөн бик тыңлаусан булды. Ағай, ағай, тип йүгереп кенә йөрөнө. Хатта тәмәкеһен дә беҙҙең алда тартманы, – тине кеселәре Нурулла.
Иң оло ағалары Ярулла:
– Малайҙар, мискәне, сәйнүкте түгегеҙ. Мин хәҙер! – тине лә тышҡа сыҡты. Арбанан күптән һаҡланған яртыны эләктереп алғанда Ғәйнулланың шым ғына утынлыҡтан уларҙы күҙәтеп торғанын шәйләне.
Егеттәр, кәбәндәрҙе “йыуып” бөткәс, утынлыҡты ҡамап алдылар. Ярулла атаһының тәрбиә ҡайышы менән ҡалған икәүҙең ҡулында үрһәләнгән Ғәйнулланың йомшаҡ ерен матур ғына “эшкәртте”.
– Беҙ, күрмәһәк тә, барыһын да беләбеҙ. Атайым белеп ҡалһа, һин бөттөң, тигән һүҙ. Иң яҡшыһы – уға өндәшмәү, кеше белмәһен! – тип, Ғәйнулланы ысҡындырҙы.
Тегенеһе, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, ҡойманы бер һелтәүҙә һикереп сығып, күрше ауылдағы дуҫына сапты.
Ғәбделхәмит бабай иһә:
– Үәт, минең уландар – айыу кеүек эшләй­ҙәр, баһадирҙай эсәләр, бер күҙҙәрендә булһа, исмаһам! – тип, яландағы кәбәндәргә яңынан һоҡланып ҡарап торҙо.
Сайҡатылған таҙа, буш мискәһен өҫтәл аҫтынан алды ла, киләһе йылға ла бик кәрәгер әле, тип, өй башындағы урынына ҡуйҙы.


Аҙағы

Һауаларҙа осҡан утын
Ғәйфулла төндә дуҫы Ғәйнулланың һарай башына менеп, төнәгән тауыҡтарҙы ҡурҡытып йөрөгәнен төш һымаҡ ҡына хәтерләй. Ниңәлер таң менән Алйөҙөм әбей Ирфәйез ағайҙы туҙҙыра ине. Быға тиклем үҙ-ара бик дуҫ йәшәгән күршеләрҙең тауышланыуы егеткә ҡыҙыҡ булып күренде.
Ғәйфулланың атаһы ла:
– Алйөҙөм еңгә Ирфәйезде туҙҙыра. Әллә уныһы еңгәнең утынын алып ҡайтырға итә инде? Кисә генә Ирфәйез үҙе бер трактор йөгө утын килтерҙе, үҙем күрҙем, быныһын ни эшләтә икән? – тип урамда һөйләнеп йөрөй ине.
Ғәйфулла, һарай башына менеп, Ғәйнулланы сәй эсергә саҡырырға иткәйне – тегеһенең урыны буш. Ун балаһы булған Ғәйфуллаларҙың ғаиләһендә үтә шуҡ, гармунда ла өҙҙөрөп уйнаған, бейеүгә лә маһир Ғәйнулланы ярата инеләр. Хатта, уның шуҡлығына халыҡ зарланһа, Хәлиулла ағай:
– Ул әле өйрәтелмәгән тай ғына. Ҡамыт кейһә, туҡтар әле. Таланттар был донъя кешеләре түгел. Зыяны юҡ, – тип, ауыҙҙарын яба ине.
Бынағайыш, урамда тауыш көсәйгәндән-көсәйә. Былай ҙа йыуаш Ирфәйез ағайҙы Алйөҙөм әбей һаман туҙҙыра:
– Үҙеңә утын килтерһәң ни, миңә лә килтер­ҙеләр! Ул ни эшләп һинеке булһын? Ҡайҙа мисәте, ҡайҙа ҡағыҙы? Юҡмы? Улайһа шым бул! Ана, нисәмә малайың бар. Урманда утын бөтмәгән, тағы ал да ҡайт.
Алйөҙөм әбей, ҡарты булмағас, донъяның әсеһен-сөсөһөн күп татыған. Шуғалырмы бәләкәй генә булып ҡалған. Йәше лә әллә ни оло түгел. Бөгөн иртүк урамға сыҡһа... хайран ҡалды. Ихата эсендә – бер трактор йөгө кипкән йыла утыны матур, бөхтә итеп өйөп ҡуйылған. Кисә кисен генә бөтә хәсрәте нисек итеп ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү, уны ҡайһылай килтереү ине. Бөгөн иһә утын әҙерләнеп, осоп килеп тә еткән. Урамда трактор эҙе лә юҡ, үләндә кеше эҙе лә күренмәй. Тик көтөү ҡыуғандан һуң ҡапҡа алдында һыйыр “тәрилкәләре” генә ҡалған. Мал йәш үләнде тапап бөткән.
– Аптыраҡ, шаҡырайып кипкән йыла утын бер кемгә лә әйтмәгән хыялым ине. Силсәүит ебәргән ярылмай торған боролош-боролош ҡараманы, йә һыуы сығып торған мәшкә уҫаҡты быҫҡытып, ғүмерем үтә ине. Кисә доғамды уҡыным да иртә генә ятып йоҡланым, бер генә төш күрһәмсе. Аллаға шөкөр, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тигәне шул булалыр, күрәһең. Осоп килгәндә был утын ағастары нисек тимер сыбыҡты өҙмәне икән? – тип, әбей, бағаналарға эленеп торған электр сымдарына ҡарап, оҙаҡ ҡына уҡынып торҙо.
Кистән Ирфәйез утын килтертте лә, тракторсы менән бик оҙаҡ ултырмай, тейеш булған бер литр аҡты һуҡҡас, уныһы ҡайтып китте. Хужа карауатына ауғас та тәмле йоҡоға талды. Иртән ҡатыны һыйырҙы көтөүгә үҙе ҡыуғас, Ирфәйез һуң ғына торҙо ла тышҡа сыҡты һәм … аптырауҙан ауыҙы үҙенән-үҙе ҙур булып асылды. Кисә генә утын менән тулған урам яҡтағы ихата алды буш ине. Йорт хужаһы күҙен ыуғыланы, йүнһеҙ араҡы һатҡан магазин һа­тыу­сыһын әрләп, тағы ихата алдына күҙ йүгертте. Унда, ысынлап та, бер трактор арбаһы йыла утыны юҡ! Өйгә ингәс, ҡатынынан:
– Һин төндә берәй нәмә ишетмәнеңме? – тип һораны.
– Юҡ. Кисә доңғорлатып урам яғына утын бушаттың да, мин һыйырҙарҙы көтөүгә арт яҡтан сығарҙым! – тине ҡатыны, мейес артында сәй әҙерләп.
Хәлиулла ағайҙың картуф баҡсаһы арт яҡлап Алйөҙөм әбейҙең картуф баҡсаһына сиктәш, ә икеһенең дә өйҙәре урамға ҡарай. Шулай ҙа әбейҙең урамындағы шау-шыу Хәлиулла ағай­ға ҡыҙыҡ күренде. Күңелендә шик тыуып:
– Ғәйфулла, төндә беҙгә Ғәйнулла килмәнеме? – тип һораны.
Ғәйфулла, Ғәйнулланы күрмәүҙең һәр саҡ хәйерле икәнен белеп:
– Юҡ, атай. Нишләптер ике-өс көн күренгәне юҡ, – тине.
– Ах, шайтан, ай, заразы малай, – тип, Хәлиулла ағай мыйыҡ аҫтынан ғына көлдө.
Апаруҡ әрләшкән Ирфәйез, инде талпан кеүек йәбешкән, кибеп бөткән әбейгә ҡарап:
– Исмаһам, миңә лә утын кәрәк, тип әйтһәң, үҙем килтереп бирер инем. Хәҙер ни эшләргә? – тип, Хәлиуллаларға юл тотто.
Уныһы, өҫтәлгә профсоюз кенәгәһен һалып, Ирфәйез ағайҙың исеме яҙылған ведомосҡа ҡарап, баш һелкеп ултыра. Совхоздың кадровый эшсеһе, профсоюз ойошмаһы ағзаһы ун ай буйына иғәнә түләмәйенсә йөрөй! Уның бөгөн килеүенә профоргтың иманы камил. Шуға алдан уҡ исемлекте әҙерләп, профсоюз маркаларын өҫтәлгә һалып ҡуйҙы. Ишектән килеп ингән ирҙе бер аҙ танымаған булып:
– Ә-ә, Ирфәйез икән, һаумы! Ике көндән миңә отчет менән контораға барырға, взнос­тарыңды килтерҙеңме, үәт, маладис! – тип, уға ултырғысты шыуҙырҙы.
– Шулай шикелле, Хәлиулла ағай, тик минең тағы бер йомошом бар бит әле, – тине уңай­һыҙланып ҡына тегеһе. – Минең утынды Алйөҙөм апай урлап алып ҡайтҡан, кире бирмәй. Бер трактор йөгө утын!
– Нисек инде? Ирфәйез, һиңә бит совхоздан утын бирелде, һин тағы төндә шым ғына берәй ерҙән алып ҡайттыңмы? Түләгән квитанцияң бармы? Утынға накладнойыңды бир әле, ҡарайым, – тип ҡулын һуҙҙы.
– Хәлиулла ағай, бына сразы ун ике айға взносты түләйем әле, – тип, профоргҡа бирергә теләмәгән, ләкин кеҫәлә йөрөткән аҡсаһын һуҙҙы.
– Үәт, быныһы һәйбәт, мә, ҡултамғаңды төшөр. Шулай ҙа ниндәй утын һөйләйһең ул, аңламаным. Алйөҙөм еңгә бер үҙе ташығанмы? Булмаҫ, кибеп бөткән әбей нисек бер трактор утынды бер төндә ташып бөтһөн, ти. Кеше юлы бармы, ат арбаһы, әллә трактор юлы күренәме?
– Хәлиулла ағай, бер ҡағыҙ ҙа юҡ. Кисен үҙем, утынды килтертеп, ихатаға бушаттырҙым. Ә бөгөн торһам, утын Алйөҙөм апайҙың ихатаһына өйөп ҡуйылған.
– Утынды нисек танының? Лесник һуҡҡан сүкеш эҙе бармы әллә?
– Юҡ та ул, тик утын минеке! – тип еңеште Ирфәйез.
– Улайһа, милицияға ғариза яҙ, – тине Хә­лиулла. – Тик бынан һиңә еңел булырмы? Ә Ал­йөҙөм апай ғүмере буйы, һин ҡушмаһаң да, малайҙарыңа күҙ-ҡолаҡ булып торҙо, нисәмә мәртәбә бәпкәләрегеҙҙе ҡарғанан алып ҡалды. Совхоз уға утын да, бесән дә бирә алмай. Силсәүит биргән серек, еүеш түңгәктәр­ҙе быса ла, яра ла алмай интегә, бисара. Ә һин, ярҙам итеү урынына, ғауға күтәрәһең. Яңылышма, энем, взносың алынды, ә ғаризаң булмағас, ала алмайым. Яҙһаң, яҙаһың инде, аҙаҡ бының менән кемдәр булышасаҡ икәнен үҙең беләһең. Ярай, һау бул, ҡустым! Күршене Хоҙай бирә, яҡшы күрше – яман туғаныңдан һәйбәт, тип бушҡа әйтмәгәндәр, – тип, Хәлиулла ағай Ирфәйезде урамға сығарып оҙатып ҡалды.
Ирфәйез юл ыңғайында һаман ниҙер уҡынып, шаңғырлап торған ҡоро йыла олондарын һыйпап йөрөгән Алйөҙөм апай янына барҙы ла:
– Ярай, апай, утын һинеке булһын. Шулай ҙа һин нисә йыл күрше тораһың, утын әҙерләргә ҡушһаң, эшләр инем. Изгелеген күр! – тине лә өйөнә йүнәлде.
Алйөҙөм әбей был ваҡытта инде утындың күктән төшкәненә тулыһынса инанып бөткәйне. Ирфәйездең әйтеүен әллә ишетмәне, әллә ишетмәмешкә һалышты.
Алйөҙөм әбей был утынды ике йыл буйы бәләкәй генә өйөн йылытыу өсөн тотондо. Шаҡылдап торған йыла утын гөлт итеп янып китеп, сирышып бөткән ҡарсыҡтың йөҙөн гел яҡтыртып торҙо. Һәр көн мейес тоҡандырғанда, Ҡөрьәндән иң кәрәкле сүрәләрҙе уҡып, утынды күктән тик уның ихатаһына төшөргән өсөн, Хоҙайға рәхмәттәр яуҙырҙы. Утынды кем ҡырҡҡан, уны ихатаға тиклем алып килеп еткерергә кем ярҙам иткән – барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләне.
Законһыҙ әҙерләнгән һәм килтерелгән утынды тауыш-тынһыҙ ғына етем әбейгә ташыуҙы ауыл малайҙары менән ойошторған Ғәйнулла был ике йыл эсендә иҫән-һау ғына армияла хеҙмәт итте. Уның эшен белмәмеш тә күрмәмешкә һалышҡан дуҫы Ғәйфулла ла, ике йыл Латвияла һалдат бутҡаһын туйғансы ашап, өлкән сержант дәрәжәһендә ҡайтып төштө. Аҙаҡ, ағаларынан өлгө алып, үҫеп килгән дүрт ҡустыһының өсәүһе Совет армияһынан – старшина, береһе сержант булып ҡайтты.
Ул саҡта эштең ниҙә икәнен ваҡытында аңлап алған һәм үҙен ирҙәрсә тотҡан Хәлиулла ағайға Алйөҙөм әбейҙең доғаһы килешкәндерме – бригадир итеп үрләттеләр. Ул тағы ла әллә күпме кешегә ярҙам итергә өлгөрҙө. Шуға күрә өс класс ҡына белеме булған кешенең ауыл клубында үткән байрамдарҙағы сәғәт ярымлыҡ докладтарын ауылдаштары, тып-тын ҡалып, бер тауыш-тынһыҙ тыңлай ине. Бындай ихтирам әллә ниндәй уҡымышлыларға ла, ҙур-ҙур түрәләргә лә бик тәтемәй.

Ҡарағолаҡ соҡоро
Июнь айында ғына була торған төнгө сихри тынлыҡ. Урман ҡоштарының тымған ғына ваҡыты. Һуңғы һайыҫҡан да шомло шыҡыр­лауҙан туҡтаны. Ат арбаһының доңғорлауы ғына донъяла кемдәрҙеңдер уяу һәм юлда булыуы тураһында хәбәр итә.
Күктә йомро күмәстәй ай йөҙә. Уның яҡтыһы ҡара урман эсендәге атты, арбала келтерләгән өс ылаусының кәүҙәһен төҫһөҙ генә һынландыра. Арба башында, арҡаға-арҡа терәп, ун биш-ун алты йәшлек ике тиҫтер, ә артта, арбаның ситенә аяғын төшөрөп, иҫке бабай­ҙар сәкмәнен ябынған алты йәшлек малай ултырған. Ул, ниҙер көткән кеүек, һағайып бара.
Егет ҡорона инеп килгән малайҙар геү килеп үҙҙәре менән бергә уҡыған 9-сы класс ҡыҙҙары тураһында гәп һата. Урыны-урыны менән көлөшөп алалар. Ниңәлер һөйләгән хәбәрҙәре ысын күңелдән түгел. Улар ҙа кемделер көткән кеүек күренә.
Ғәйнулла менән Ғәйфулла, бер йәш айырма булһа ла, бер-береһен тиң күреп, дуҫтарса һөйләшә бирәләр ҙә, ниҙер һиҙгән кеүек, туҡтап, урманға ҡолаҡ һалалар. Бер ни ишетмәгәс, Ғәйфулла, юлды ыратырға ниәтләп, атҡа сыбыҡ менән һуға. Ғәйнулла ла, уға ҡушылып, атҡа үҙенең сыбығынан өлөш өҫтәй. Ялҡау ерән ҡашҡа, ҡолаҡтарын ҡайсылап, бышҡыра-бышҡыра яйлап ҡына алға атлай бирә. Малайҙарҙың сыбыҡлауҙары атҡа бер ни түгел һымаҡ. Йәнәһе, ул юлды былай ҙа яҡшы белә. Шәп барып, арбаны артыҡ дөңгөрләтеүҙе хайуан да хуп күрмәй. Алдағы тәрән гөрләүекле тау йылғаһы, соҡорҙар ялҡау атҡа ла яҡшылыҡ вәғәҙә итмәй. Ҡолон сағында тап ошонда айыуҙар ике йәш тайҙы уның күҙ алдында йыҡты. Ул әсәһе менән көскә ҡасып ҡотолдо. Үҙе йөк атына әйләнгәс, оло хужа менән ошо ерҙән үткәндә, һөжүм иткән унлаған бүренән ҡасып, ҡураға көс-хәл менән ҡайтып еткәйне.

Артабан ПДФ-та. Асып уҡығыҙ
Yesh_17.pdf [304,84 Kb] (cкачиваний: 14)

Сығыу ваҡыты 20-04-2017, 12:11 | Ҡаранылар: 770
|
  • Түҙ, йөрәгем, түҙ, башҡа сара юҡ...
  • Шоңҡар төбәге
  • Урта йәштәге балалар өсөн Яңы йыл сценарийы(2014 йыл)
  • Аҡҡан һыуҙар
  • Ҡайта алмаған атайҙарыбыҙ өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә йәнебеҙ әрней
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Ау-у, марал!
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM