RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Иремдән туйҙым

16.07.2016 Иремдән туйҙым

Иремдән туйҙым

– Миңә бик ҡыйын, түҙеп булмаҫлыҡ
ауыр… – тип һөйләп алып китте бер таны-
шым.
Әсәйем бик ҡырыҫ кеше ине. Һәр ваҡыт,
ҡыҙҙар ғорур, тәкәббер булырға тейеш, тип
ҡабатлап ҡына торҙо. Уның фекеренсә, үлеп
яратһаң да, мөхәббәтеңде бер ваҡытта ла
егетеңә белдерергә тейеш түгелһең икән.
Бына шулай итеп, әсәйем ҡушҡанса ғорур
булдым, үҙ-үҙемде башҡаларҙан өҫтөн
ҡуйҙым.
Туҡай менән ике йыл самаһы осрашып
йөрөнөк. Бер-беребеҙҙе бик ныҡ яратһаҡ та,
ҡосаҡлашыу-үбешеүҙән ары барманыҡ.
Әсәйемдең һүҙенән сыҡманым. Тик барыбер
бергә булырға ғына тура килмәне. Арабыҙға
кеше һүҙе инде. Ул әрменән ҡайт ҡан ваҡытта
сит ҡалала уҡып йөрөй инем. Йылына өс
тапҡыр ғына ҡайттым. Шуның өсөн дә миңә
Туҡай, имеш, “тегене оҙатҡан, икенсеһе
менән бейегән, өсөнсөһөнә бөтөнләй бергә
булайыҡ” тип тәҡдим яһаған кеүегерәк
һүҙҙәр ҙе ситтә ишетеүе бик ауыр булды.
Бына шунан инде беҙҙең ара өҙөлдө. Минең
сибәрлегем бар, ләкин ғорурлыҡ хисе артыҡ
ныҡ булды. Туҡайҙың аңлатыуҙарын тыңлап
та торманым һәм ул күрше ҡыҙына өйләнде
лә ҡуйҙы. Бына шулай ғорурлығымды, мин-
минлекте ҡосаҡлап ултырып ҡалдым.
Уларҙың туйҙарын үҙебеҙҙең өй тәҙрәһе аша
илай-илай ҡарап ултырҙым. Ул ваҡытта
йәнем нисек телгеләнгәнен, йөрәгем өҙгө-
ләнгәнен әйтеп аңлатып бөтөрөрлөк тә түгел.
Тәүҙә улдары, һуңынан ҡыҙҙары донъяға
килде. Улар тәүҙән үк насар йәшәне.
Айырылышып та алдылар, шунан тағы ла
беректеләр.
Уҡып йөрөгәндә буласаҡ иремде осраттым.
Бер күреүҙә үк уны оҡшаттым, ғашиҡ булдым.
Ул бит мине ысынлап яратты. Бергә йәшәүе-
беҙгә лә 20 йыл булып китте. Беҙҙең дә улы-
быҙ һәм ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Шуныһы ҡыҙыҡ,
хатта балаларыбыҙҙың исемдәре лә оҡшаш.
Эйе, осрашып йөрөгән ваҡытта уға һоҡла-
нып ҡарай инем. Ирем Ғәлинур һәр бәләкәй
генә байрамға ла сәскәләр, хушбуй һәм
башҡа матур-матур бүләктәр биреп шатлан-
дырып торҙо. Бына шуға башым әйләнгәндер
инде, әсе дөрөҫлөктө күрергә теләмәнем.
Ауылдаштары беҙ осрашып йөрөгәндә үк:
“Йөрөмә уның менән, эсергә ярата бит ул!
Ауыр бит эскән кеше менән йәшәүе”, – тип
әйтте. Күңел күҙе күрмәһә, маңлай күҙе –
ботаҡ тишеге, ти бит ололар. Был бик дөрөҫ
икән…
Хәҙер бөтәһе лә үкенескә ҡалды. Сөнки 20
йыл буйы иҫерек ир менән тормош кисереү
ысын мәғәнәһендә үҙәккә үтте. Ғүмер буйы
мөхәббәткә, наҙға тилмереп йәшәнем.
Беренсе мөхәббәтем хаҡындағы йылы иҫтә-
лектәр әле булһа күңел түрендә һаҡлана.
Бына шулай бер көндө Туҡайҙың кеҫә теле-
фоны номерын табып, уға шылтыратырға
булдым. Төкөрҙөм әсәйем өйрәткән ғорур-
лыҡҡа ла, тәкәбберлеккә лә… Уны осрашырға
саҡырҙым. Икебеҙ ҙә бик тулҡынланып
барҙыҡ был осрашыуға. Күңелебеҙ булғансы
рәхәтләнеп һөйләштек, аңлаштыҡ, илаштыҡ,
көлөштөк… Ҡыҫҡаһы, ир менән ҡатын
араһында ни була, барыһы ла булды. Бына
шулай ярты йыл буйы осрашып йөрөнөк. Ә
көндәрҙән бер көндө: “Мин башҡаса һинең
менән былай осраша алмайым. Балалар
менән бер рәттән кистәрен сығып китеп бул-
май, ҡатыным һиҙә башланы”, – тимәһенме?!
Ә иҫерек ирем өсөн мин әллә бар, әллә юҡ…
Бына ошо ваҡиға ир-атҡа, мөхәббәткә
ҡарата бөтә ҡарашымды үҙгәртте.
Беренсеһе лә, икенсеһе лә – бөтәһе лә бер
икән ул мөхәббәттең. Шуға ла, ҡатын-ҡыҙҙар,
һөйгән йәрем, беренсе мөхәббәтем, тип ауыҙ
һыуын ҡоротоп, йәш саҡты иҫкә төшөрөп,
юҡҡа өмөтләнеп ултырмағыҙ. Тотоғоҙ ҙа,
минең кеүек үҙҙәрен осрашыуға саҡырығыҙ.
Килә улар. Бына шунан һуң аңлашыла инде.
Ул ир-аттарға нимә кәрәк?! Ҡорһаҡ тултырып
ашау, кеше араһында таҙа йөрөү, ҡунаҡта
матур, аҡыллы ҡатын менән башҡалар
алдында әллә кем булып ултырыу ғына.
Тормошҡа зарланмайбыҙ. Ашарға теләгә-
небеҙҙе ашайбыҙ, кейгән кейемебеҙ ҙә
башҡаларҙыҡынан һис тә кәм түгел. Мин
юғары белемле педагог, ә ирем һәр саҡ аҡса-
лы урында эшләне. Тик эскелеккә башы
менән сумыуы ғына үҙәккә үтте. Беҙ ҙә бит
яҡшы йәшәнек. Музыка ҡуйып, бөтәбеҙ бергә
йорт тирәһендә, баҡсала эшләнек, ә һуңынан
түңәрәк өҫтәл артында тәмле сәй эстек. Тик
был күңелле ваҡыттар оҙон ғүмерле булма-
ны. Әлеге ваҡытта таң атыу менән ыҙғыш-
талаш, ғауға ҡуба. Ирем эштән ҡайтып, ашап,
эштәрҙе бөтөрөп, тыныс ҡына телевизор
ҡарап ятһа була бит? Эшләмәһә лә риза
булыр инем. Ниңә һуң көнө-төнө тала шыр ға?
Үҙе көнләшмәй ҙә, һуғышмай ҙа, ҡатын-ҡыҙ
артынан да йөрөмәй. Ошо эсеүе менән нер-
выларымды бөтөрҙө. Туйҙым инде!
Үҙем өсөн дә ҡайғырмайым. Беҙҙең бит
ике балабыҙ үҫеп килә. Уларҙың да бит
башҡалар кеүек йәшәгеһе килә. Кеше
араһында күңелдәре китек булмаһын ине.
Минең бар теләгем – ике балама дөрөҫ тәр-
биә биреп, ҡартлығым тыныс, бәхетле тор-
мошта үтһен ине. Ике баламдың да иҫән-һау,
аҡыллы, уҡымышлы кешеләр булып үҫеп,
тормошта үҙ урындарын табып, матур ғаилә
ҡороп йәшәүҙәрен теләйем.
Нурулла МИҺРАНОВ яҙып алды.
Белорет районы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)