НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » » Юғалған ҡибла

Юғалған ҡибла


Юғалған ҡибла Юлай тәрбиәле, эшһөйәр ғаиләлә тыуып үҫте. Әсәһе уны яңғыҙ тәрбиәләне, ләкин малай етемлекте тойманы. Хәйер, халыҡ әйтмәксе, әсәйле етем түгел… Малай өйҙә ярҙамсыл, мәктәптә тырыш булды. Ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләү, йыл әйләнәһенә бер саҡрымда ятҡан ҡоҙоҡтан һыу ташыу, йорт-ҡураны һәр саҡ тәртиптә тотоу – барыһы ла Юлай елкәһендә ине, сөнки әсәһе күберәк эштә була, арып ҡайта. Ә малайҙан бәләкәйерәктәре – ҡыҙҙар, шуға күрә һеңлеләренә ауыр эш йөкмәтмәҫкә тырыша.
Ғаиләлә уҡырға яраттылар. Бай китапхана, гәзит-журналдар, ул заманда бик һирәк кешелә булған телевизор, йөҙәрләгән пластинка менән радиола… Хатта кистәрен диафильм ҡарарға ла мөмкин ине. Балаларҙы урам йоғонтоһонан ҡурсалау өсөн әсәй кеше уларҙың дуҫтарын гел өйгә саҡырыр булды: әйҙә, аралашһындар, уйнаһындар. Бөтәһен дә әсә ҡоймаҡ, сәй менән һыйлай, телевизор ҡарарға, йырҙар тыңларға рөхсәт итә. Ҡайһы ваҡыт Юлайҙарҙа тотош синыф йыйыла, уйнайҙар, бәхәсләшәләр, барыһы ла бында үҙен тыуған йорттағылай тоя. Ә мәктәптә Юлай – иң өлгөлө уҡыусы, тик "бишле"гә өлгәшә, ҡыҙҙарҙың күбеһе уға ғашиҡ. Унынсыны егет һәйбәт тамамланы, шул уҡ йылда университеттың филология факультетына уҡырға инде. Унан: "Нишләп математика факультетына бармайһың?" – тип һорағас: "Ә мин әҙәбиәтте нығыраҡ яратам", – тип яуап бирҙе, ә шиғыр яҙыуын йәшерҙе.
Университетта ла тырышып уҡып алып китте. Әүҙем булды, йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашты, бейеү түңәрәгенә лә йөрөнө. Бейеү – улар ғаиләһендә үҙе бер һөнәр, барыһы ла матур бейей, йыр-моң ярата, ә Юлай өсөн әлеге сәнғәт төрө айырыуса яҡын. Бейегәндә ул бөтөнләй башҡа донъяла йәшәй, һәр быуыны, һәр күҙәнәге көйгә һалына. Бәлки, ғүмерлек һөнәре итеп тә сәнғәтте һайлар ине, күҙлек кейеүе ҡамасауланы.
Үҙе менән йәнәш төркөмдә уҡыған Розалия исемле һөйкөмлө ҡыҙ менән таныш­ҡас, студент тормошо тағы ла күңеллерәк төҫ алды. Уҡыу егеткә бик еңел бирелә ине, сөнки китап яратҡан кешегә был факультет үҙе бер табыш бит ул. Беренсе уҡыу йылы һиҙелмәй генә үтеп тә китте. Йәй студенттарҙы төҙөлөш отряды менән эшкә ебәрергә тейештәр ине. Юлайҙы әсәһе ауылға ҡайтарып алды: егетте район мәҙәниәт йортона йәйге гастролгә саҡырҙылар, бейеү ансамблендә ҡыҙҙар етерлек, ә егеттәр аҙ ине. Әлбиттә, улының каникул мәлендә яҡыныраҡ булыуы ла әсә өсөн уңайлы. Ҡайтып, бер-ике көн дә торманы, Юлайҙы гастролгә алып сығып киттеләр.
Концерттар уңышлы барҙы. Егеттең бейеүен тамашасылар көслө алҡыштар менән оҙатып, ҡат-ҡат һорап сығарыр булды. Оҙон һомғол буйлы, мөләйем егет бергә эшләгән иптәштәре менән дә уртаҡ телде тиҙ тапты. Күмәк бейеүҙәрҙә ул Көнһылыу исемле һылыу ҡыҙ менән бергә бейене. Ҡыҙ, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһын тамамлап, күптән районда эшләп йөрөй ине. Тәүҙә егет Розалияны һағынды, бер нисә хат та яҙып һалды. Ләкин үҙенән байтаҡ ҡына олораҡ Көнһылыу тәүҙә апайҙарса хәстәрлеге менән, һуңғараҡ бары тик тәжрибәле ҡатын-ҡыҙға хас наҙлылығы, иркә һүҙҙәре менән Юлайҙың күңелен яуланы. Ун һигеҙе саҡ тулған егет Көнһылыу уға ҡулдары, тулынҡы тәне менән килеп ҡағылған һайын, берсә янды, берсә туңды, ҡарашын йәшерергә маташты, уңайһыҙланып, ситкә тартылды. Көнһылыу иһә уның һайын әрһеҙләште. Сираттағы концерттан һуң Ҡыҙыл йылғаһы буйына ялға сыҡтылар. Әле ауыҙына һыра ла алып ҡарамаған егеткә көсләп шарап эсер­ҙеләр. "Һин бит артист хәҙер, ә артист тормошто һәр яҡлап белергә тейеш", – тип шаулашты ҡыҙып алған өлкәндәр. "Эсмәгән ир ир буламы", – тип һүҙ ҡыҫтырҙы ул арала Көнһылыу. Бейеү, уйын-көлкө китте. Еңелсә башы әйләнеп, тирә-яҡ иҫ киткес күңелле, матур сүрәткә инде Юлай өсөн. Баҡтиһәң, донъя тик изге, һәйбәт кешеләрҙән генә тора икән! Тик кешеләр бер-береһен аңламай ғына яфа сигә. Әсәһе ни өсөн: "Һаҡ бул, балам, яман әҙәмдән", – тип тылҡыйҙыр – аңламаҫһың.
… Юлайҙы Көнһылыу ҡултыҡлап ситкә алып китте, бер муйыл төбөнә барып ултырҙылар. Ҡыҙ егетте ҡосаҡлап алды, үбергә тотондо. Бығаса бер мәртәбә лә үбешеп ҡарамаған егет үҙен төпһөҙ упҡын­ға сумғандай тойҙо.
… Иҫенә килгәндә, эргәһендә ниндәйҙер ҡанлы сепрәк ята, ә Көнһылыу юҡ ине. Егет ҡото осоп һикереп торҙо: нимә булған, был нимә?! Йүгереп йылға буйына төштө: тиҙерәк һалҡын һыуға сумһа, ни булғанын иҫенә төшөрөр кеүек ине. Ни күҙе менән күрһен, ярҙа тубыҡтарын ҡосаҡлап, Көнһылыу ултыра. Юлайҙың килгәнен күреп ҡалып, йөҙөн ҡулдары менән ҡапланы. Әллә илай ҙа инде… Юлай уға яҡыныраҡ килде, шым ғына ергә сүгәләне.
– Хәҙер мин нишләйем инде?! – Көнһылыу ҡулдарын йөҙөнән алмай ғына шыбырланы. Һулҡылдағандай итте. – Өйгә нисек ҡайтам?! Кешеләргә нисек күренәм?!
Юлайҙың, әлбиттә, тәүге төн, уның эҙемтәләре тураһында ишеткәне бар ине. Тимәк, уның менән Көнһылыу араһында яҡынлыҡ булған. Тимәк, ул – Көнһылыуҙың тәүге кешеһе. Ҡыҙ Юлай арҡаһында намыҫын юғалт­ҡан булып сыға, тимәк. Ҡапыл Розалия күҙ алдына килде, үпкәсел дә, әрнеткес тә ҡарашы менән Юлайҙы өтөп алғандай булды.
– Мин ғәйепле, – тине Юлай тоноҡ тауыш менән. – Ғәфү ит мине… Илама, өйләнешербеҙ…
Көнһылыу ҡысҡырып көлөп ебәр­ҙе, егетте һыға ҡосаҡлап алды:
– Ысынмы? Ышанайыммы?
Әле генә илап ултырған ҡыҙҙың был сәйер ҡыланышына бер аҙ аптыраған Юлай:
– Ышан, – тип кенә яуап бирҙе.
Башҡалар эргәһенә килгәс тә Көнһылыу һөйөнсөләргә ашыҡты:
– Беләһегеҙме, Юлай миңә тәҡдим яһаны. Мин уға кейәүгә сығыр­ға риза булдым!
Был хәбәр күбеһен шаңҡытты, Көнһылыуҙы яҡшы белгән артистар егетте йәлләне: харап булды егет. Бер әсерәк теллеһе: "Юлайҙың әсәһе бар шикелле. Нимәгә уға икенсе әсәй?" – тип ысҡындыр­ҙы. Саимә исемле урта йәштәрҙәге артистка бигерәк бошондо, ул егеттең әсәһе менән һөйләшергә ҡарар итте. Юлайҙар менән ул күрше генә йәшәй һәм был ғаиләне һәйбәт белә, ихтирам итә ине.
Улының өйгә бер һылыу ҡыҙҙы етәкләп килеп ингәнен күргән әсәй ни уйларға ла белмәне. Бынан бер көн алда ғына уға шылтыраттылар:
– Һаумы, ҡайна, был мин, киленең, – тине теле көрмәлгән нин­дәй­ҙер ҡатын. – На радостях выпила немножко. Ну, принимай какая есть…
Тәүҙә йөрәге урынынан ҡупҡан әсә, моғайын, берәйһе шаярталыр, тип үҙен тынысландырғайны. Әле бына… Тик бындай фәрештә кеүек сибәр ҡыҙ менән телефондан шылтыратҡан бисә араһында ниндәй уртаҡлыҡ булыуы мөмкин?!
– Уҙығыҙ, – тине әсә, үҙенең ғәҙәттәге тәрбиәлелегенә барып.
Сәй ҡуйҙы. Улының һүҙ башларын көттө. Ә һүҙҙе ҡыҙ башланы:
– Беҙ Юлай менән решили пожениться…
– Юлай бик йәш бит әле, ҡыҙым. Унан, уға уҡыр­ға ла кәрәк.
– Әсәй, – тип һүҙгә ҡыҫылды улы. – Ҡаршы килмә, мин ғәйепле, өйләнергә тейешмен…
Барыһын да аңланы әсә. Улының выждан ҡушыуы буйынса эш итеүенә инанды. Кемде ғәйепләй алһын инде хәҙер? Үҙе бит йәйгелеккә ауылға ҡайтарып алды. Ғәйепле икән – өйләнергә тейеш. Кемдеңдер ғәзиз балаһы бит, ни хәл итмәк кәрәк.
Йөҙ, мең тапҡыр үкенде лә бит һуңынан ошо йомшаҡлығы өсөн әсә, үҙен ғәйепләп зар иланы, тик һуң ине инде.
Ә бит күршеһе Саимә лә иҫкәрткәйне, кем менән генә сыуалманы, яңғыҙ улыңды харап итәһең бит, тигәйне. Ул саҡта:
– Ат үҙеңә килгәс аҡһамаһын, – тип кенә ҡуйғайны, Саимәнең һүҙенә лә бик ышанмағайны.
Көнһылыуҙы матур итеп туй яһап алдылар йортҡа. Йәш кәләш Юлайҙы тәүҙә ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсертеп алды, унан сессияға бөтөнләй ебәрмәҫ булды. Ғаиләлә мәхшәр башланды. Йәп-йәш иренең күҙ алдында сит машиналарға ултырып, ҡайҙалыр юғала башланы ҡатын. Иҫереп ҡайта ла тауыш ҡуптара:
– Бахыр! Һин ирме ни?! Эсмәгән-тартмаған ир буламы?!
Юлай ни ҙә булһа әйтергә маташһа:
– Фу! Һинең менән вапшы күңел­һеҙ! Мин бит һиңә төҙ аяҡтарың өсөн генә сыҡҡайным, – тип туҙға яҙмаған хәбәр һөйләй башлай.
Бер көндө әсәнең күҙ алдында Юлайҙы юҡҡа сығарырҙай һүҙ ысҡындырҙы:
– Һин ирме ни, үҙеңдең тәүге түгеллегеңде лә белмәнең, меҫкен!
Нисек?! Инде ул ҡәһәрле бер нисә минут өсөн үҙен күптән эттән алып-эткә һалып әрләгән ир ҡапыл юғалып ҡалды. Нисек ул беренсе түгел!
– Ха-ха-ха! – тип иренең йөҙөнә ҡарап көлдө Көнһылыу. – Маңҡа! Мин ул көндө просто бисәләр "сире" менән ауырый инем, белдеңме? Хотя, һиңә уны белергә… Һине бит кита-а-ап менән вырастили!
Юлай үҙен көс-хәл менән тыйып ҡалды, бәлки, тыя ла алмаҫ ине, әсәһе эргәлә.
– Эй, килен, килен, – тине, әрнеп, әсә. – Ярай, алдап сығыуын сыҡ­ҡан­һың, тик ниңә уны әйтергә ине?! Һин бит… – Башҡаса һүҙ тапманы, бүлмәнән сығып китте.
Юлай ошо көндө тәү тапҡыр лаяҡыл иҫереп ҡайтты. Ҡайтты ла йығылды. Ә икенсе көндө Көнһылыу уның янында йүгереп йөрөнө, ғәйебен юйырға тырыш­ҡандай ҡыланды.
– Айырылышайыҡ, – тине Юлай. – Былай йәшәп булмай. Мин һине күрә алмайым!
– Мин ауырлы, – тине Көнһылыу. – Бала менән ҡайҙа барайым?
Сабый тыуҙы. Көнһылыу үҙгәрмәне. Юлай ғына үҙгәрҙе. Йыш эсә башланы, айырылып китерлек тә көс тапманы үҙендә, ғаилә тормошон яйға һалыр юлды ла белмәне. Ә Көнһылыуға иренең эскегә һабышыуы бик тә ҡулай ине. Хәҙер бергәләп байрам итәләр, баланы ҡәйнәһе ҡарай. Юлайҙы иҫертеп, башҡалар менән теттереүе лә еңел. Тамам ҡиблаһын юғалтҡан ирҙең йөрәге сыҙаманы, көндәрҙән бер көндө уны йоҡонан уята алманылар. Йәнә бер нисә йылдан оҙаҡ эсеүҙән күҙенә шайтандар күренә башлаған Көнһылыу башын элмәккә һалды. Үкһеҙ етем балалары өләсәләре ҡулында ҡалды…

Гөлшат ӘХМӘТҠУЖИНА.

Сығыу ваҡыты 27-05-2016, 12:22 | Ҡаранылар: 1256
|
  • Нимә булды һуң? (Бер йәш ҡатындың һөйләгәне буйынса)
  • Урланған бәхет
  • Гәлсәр түгел, ҡорос ул
  • Ҡыҙ һәм егет хаҡында
  • Яҙмышмы, яңылышмы?
  • Информация

    Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 4 дней со дня публикации.


  • Ҡолаҡ һал!
  • Йондоҙнамә (9-15 июль)
  • Олатай иҫтәлеге
  • Бейей-бейей оҫтарған
  • Тыңлауһыҙ ҡыҙ
  • "Йондоҙло табын" - Гөлмирә Исмәғилева
  • Ашыҡтырма, яҙмыш...
  • «Өнһөҙ һуғыш»ты оҙаҡҡа һуҙмағыҙ
  • Мәңге йәш булыу сере
  • Ғашиҡтар бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай



  • Радио Юлдаш FM