RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » НАТАША РОСТОВАНЫҢ ТӘҮГЕ БАЛЫ

07.08.2015 НАТАША РОСТОВАНЫҢ ТӘҮГЕ БАЛЫ

Мырҙа ГАПАРОВ


Ҡырғыҙстандың халыҡ яҙыусыһы Мырҙа Гапаров – тиҫтәләрсә хикәйә һәм повесть авторы. Әҫәрҙәре руссаға тәржемә ителеп, Мәскәүҙә нәшер ителгән.

Иртәгә туй. Йәшерен ҡалым күптән алынған. Бирнә әҙер. Ҡунаҡтар бүлмәһендә ауыл оҫталары кәләштең туй кейемен ашыға-ашыға тегеп бөтөп килә. Икенсе бүлмәлә боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе белгәнерәк ҡоҙағый-ҡоҙасалар киләһе ҡоҙалар иңенә ниндәй кейем һалыу, йәғни туйҙа улар­ға ниндәй кейем бүләк итеү тураһында бәхәсләшә.
Бәләкәй генә аш-һыу бүлмәһендә, әле үҙе яңы ғына йыуып ҡуйған һауыт-һаба араһында, бүкәндә кәләш ултыра. Ул баҡсаға ҡараған тәҙрәнән төшкән бөләңгерт яҡтыла «Һуғыш һәм солох»то уҡый. Уҡыу менән шул тиклем мауыҡҡан, хатта ҡайҙа ултырғанын һәм иртәгә үҙен нимә көткәнен дә онотҡан. Ул был минутта Екатерина вельможаһының Яңы йыл балында йөрөй, бында ул үҙе һымаҡ йәш, һөйкөмлө Наташа Ростова менән бергә килгән.
О, был бал! Унда ниндәй генә мөғжизәләр күрмәйһең! Ҡып-ҡыҙыл буҫтау түшәлгән подъезд, ике яғына ла сәскәләр теҙелгән парад баҫҡыстары, балҡып торған залдар, аҡ, зәңгәр, ал күлдәкле ҡатын-ҡыҙҙар, мундирлы, йондоҙло һәм таҫмалы ир-аттар...
Иртәгә кис үҙенең туйы буласаҡ ҡыҙ көтмәгәндә һөйкөмлө йәштәше Наташаның бейемәгәнен шәйләп алды. Бейергә саҡырылмаған башҡа ханымдар менән бергә уны ла стенаға ҡыҫырыҡлағандар. Юғалып ҡалған ҡыҙ шул тиклем йәл. Меҫкен Наташа! Был бит уның ғүмерендә тәүге ҙур бал! Был балда бейейем тип ни тиклем ҡыуанғайны, ни тиклем хыяллан­ғайны ул... Хәҙер иһә...
«Ул нескә ҡулдарын һалындырып баҫып тора, әле яңы тиртә башлаған күкрәктәре бер күтәрелә, бер төшә, һулышын ҡыҫып, оло ҡыуанысҡа ла, оло ҡайғыға ла әҙер булып, ҡурҡын­ған күҙҙәрен йылтыратып алға ҡараған. Уны батша ла, бүтән дәрәжәле кешеләр ҙә йәлеп итмәне... Ҡыҙҙы бер генә уй борсоно: «Яныма бер кем дә килмәҫме икән ни, мин беренселәр араһында бейемәҫменме икән ни, был ирҙәр мине күрмәҫме икән ни, әле улар мине күрмәй ҙә шикелле, ҡараһалар ҙа, «Әй, был ул түгел бит, нимә уға ҡарарға» тигәндәй генә күҙ һалып алалар. Юҡ, бының булыуы мөмкин түгел! – тип уйланы ул. – Улар минең нисек бейергә теләүемде, минең нисек һәйбәт бейеүемде, минең менән бейеү нисек күңелле булыуын белергә тейеш тә баһа».
Ярайһы оҙаҡҡа һуҙылған полька көйө Наташаның ҡолағына инде бер иҫтәлек һымаҡ, моңло булып ишетелә башланы».
Меҫкенкәй...
Йәш кәләштең ҙур ҡара күҙҙәренә йәш тулды. Хәрефтәр тоноҡлана башланы.
Ҡыҙ башын күтәрҙе. Бал балҡышынан һуң тар аш-һыу бүлмәһе ҡараңғы мәмерйәгә оҡшап китте. Ҡараңғылыҡ һәм йәш аша күҙҙәре әйберҙәрҙе саҡ-саҡ айырҙы.
Ҡыҙ күҙҙәрен сытырлатып ҡыҫып, керпектәренән йәшен һығып сығарғас, ут тоҡандырырға урынынан торҙо.
Тәҙрә янындағы ҡарт өрөктәрҙең ҡара кәкре ботаҡтары араһында ҡыҙыл түңәрәк ай йөҙә ине. Ҡыҙ уны бер аҙ моңһоу ғына күҙәтеп торҙо, шунан пәрҙәне тартты. Аш-һыу бүлмәһе ҡараңғылыҡҡа сумды. Ул ут тоҡандырғысты эҙләп тапҡансы стенаны байтаҡ ҡапшаны, тапҡас, уға баҫты ла яңынан урынына ултырҙы.
Бына ул тағы ла балда. Наташа һаман да элекке ерҙә, бейеүгә саҡырылмайынса, стенаға ҡыҫырыҡланған ҡатын-ҡыҙҙар араһында тора. Көтмәгәндә рәнйеүҙең ҡара болото артынан ҡояш күренде. Наташаны бейергә саҡырҙылар. Кенәз Андрей бер тур вальс бейергә тәҡдим итте. Кенәз Андрей Болконский!
«Мин һине әллә ҡасандан бирле көтәм», – бына-бына тамам тип торған күҙ йәше аралаш йылмайып, ҡулын кенәз Андрейҙың иңбашына һалғанда ҡурҡынған бәхетле ҡыҙ шулай тип әйтә кеүек ине».
Кәләштең шатлыҡтан йөрәге дөп-дөп тибергә тотондо, күҙҙәренә йәнә йәш тулды. Артабан уҡый алмайынса, ул китаптан айырылды. Уҡығандарының тәьҫире аҫтында, күҙ йәштәрен һөртмәйенсә шым ғына ултыра бирҙе.
Шул саҡ шығырлап ишек асылды, йыуашлығы йөҙөнә сыҡҡан йәш килен инде.
– Еңгә! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ҡыҙ шатлығынан. – Наташаны бейергә саҡырҙылар!
Еңгәһе бикәсенең ҡыуаныстан былай ҡысҡырыуын беренсе мәртәбә күрә ине, ләкин уның нимәгә тулҡынланыуын аңламаны: «Наташаны бейергә саҡырҙылар? Ҡайһы Наташаны? Ниндәй бейеүгә?»
Ҡыҙҙың ҡояштай балҡыған йөҙөнә ҡарап, һөйкөмлө йылмайып, ул әкрен, матур тауыш менән һораны:
– Наташа тигәнең кем ул, ҡыҙ бала?
Ләкин тегеһе төшөндөрөп торманы, ризаһыҙлығын ғына белдерҙе:
– Ай, еңгә, һеҙ бер нәмә лә уҡымайһығыҙ!
Еңгәһе ғәйепле йылмайҙы.
– Белмәгәс, нисек уҡыйым һуң?
– Ә ниңә белмәйһегеҙ?
– Мин мәктәп бөтөрмәнем...
– Ә ни өсөн бөтөрмәнегеҙ?
– Ай, ҡыҙ бала, һин һаман сабый икәнһең әле, – еңгәһе йылмайҙы. – Мине бөтөнләй уҡырға йөрөтмәнеләр. Мәктәпкә яҡын да ебәрмәнеләр. Тауҙарҙа йәшереп тоттолар... Ә ун алты йәшкә сыҡҡас, һинең ағайыңа кейәүгә бирҙеләр...
Ҡыҙ уға мәрхәмәтле ҡараны. Ул еңгәһен ярата ине. Шулай ҙа күңеле менән уны тулыһынса аҡлап бөтөрә алманы.
– Ә ни өсөн ризалаштығыҙ? Ни өсөн, кейәүгә сыҡҡым килмәй, уҡығым килә, тип әйтмәнегеҙ?
Еңгәһе тағы ла йылмайҙы.
– Ҡыҙыҡ һөйләйһең һин, ҡыҙ бала. Ата-әсәнең әйткәненә ҡаршы килергә яраймы ни? Унан һуң, беҙҙең тәҡдиребеҙ шулай... Беҙ иргә барырға, балалар табырға, уларҙы үҫтерергә тейешбеҙ... Һин мөғәллимә, табибә, хатта артистка булһаң да, бынан ҡотола алмайһың. Бер баш тартырһың, ике баш тартырһың...
Еңгәһе, ҡулын һелтәп, тынып ҡалды.
Уның фекер йөрөтөүе ҡыҙға оҡшаманы. «Беҙҙең тәҡдир шундай!» – йәғни барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы ла? Тимәк, уны ла еңгәһенеке кеүек тәҡдир көтәме? Көтмәгәндә ул иртәгә кис үҙенең туйы буласағын хәтеренә төшөрҙө!.. Наташа Ростованың тәүге балы, бал тантанаһы, героиняның көйөнөс-һөйөнөстәре күҙ асып йомған арала ҡайҙалыр алыҫҡа-алыҫҡа күсте. Кәләш үҙенең яҙмышы менән йөҙгә-йөҙ тороп ҡалды. Татлы төшөн бүлдереп, ҡапыл уятҡаны өсөн үпкәләгән һәм иларға етешкән балалай, ҡыҙ еңгәһенә баҡты.
– Юҡ-юҡ, – тине ул эстән генә, башын һелкеп ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, – Юҡ! Юҡ! Юҡ!
Меҫкен еңгә бикәсенә ни булғанын, уның ни өсөн ҡысҡырғанын тиҙ генә аңламаны.
– Ай, ҡыҙ бала, ҡыҙ бала! – тине ул, өтәләнеп. – Һиңә ни булды, һөйөклөм? Ант итәм, мин һине рәнйетергә теләмәнем. Әгәр һиңә яманлыҡ теләһәм, мине йәшен һуғып үлтерһен.
Еңгәһе уны ҡосаҡлап, йоҡа толомдарын һыйпарға кереште.
Ҡыҙ тынып ҡалды. Ул аңһыҙ кеүек үҙ алдына баҡты, ағарған яңаҡтарынан күҙ йәштәре аҡты.
– Ҡыҙ бала, ҡунаҡ бүлмәһенә инәйек әле, – еңгә яғымлы ғына саҡырҙы.
– Ниңә?
– Һиңә туй күлдәгеңде кейҙереп ҡарарға теләйҙәр.
Ҡыҙ, башын күтәреп, еңгәһенә асыулы ҡараш ташланы.
– Аҡылыңды юйма, – еңгә, бикәсенең йәнә иларға етешкәнен күреп, яғымлы ғына иҫкәртте. – Әйҙә инде...
Ҡыҙҙың күҙҙәрендәге асыулы сатҡылар һүнде, ул хәлһеҙләнеп, керпектәрен түбән төшөрҙө лә, урынынан тороп, еңгәһенә эйәрҙе.
Ҡунаҡ бүлмәһендә йәш ҡатындар һәм ҡыҙҙар ҡайнаша ине. Улар сыр-сыу килеп кәләште уратып алды, әле тегелеп бөтмәгән кейемдәрҙе кейҙереп ҡараны, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә ҡайҙа нимәне төҙәтергә икәнлеген тикшерҙе. Шаярыштылар, көлөштөләр... Ҡыҙ иһә, был ығы-зығының үҙенә бөтөнләй ҡағылышы булмағандай, битараф ҡалды. Кәләште тартҡыланылар, әйләндергеләнеләр, ул йәнһеҙ заттай уларға буйһондо, ауыҙ асып һүҙ ҡатманы.
Кейемдәрҙе үлсәп бөткәс, ике йәш кенә ҡыҙ йүгереп килде лә әле тегелеп бөтмәгән никах сымылдығын көлә-көлә уның алдынан һуҙып ебәрҙе. Сымылдыҡ артында мөйөштә яңғыҙы тороп ҡалған ҡыҙға ҡурҡыныс булып китте. Бынан бер ҡасан да сыға алмаҫтай кеүек тойолдо. Ул бөршәйҙе, сығыр урын эҙләп, алан-йолан ҡаранды. Шунан ҡыйыр-ҡыймаҫ тапанып торҙо ла, сымылдыҡты тотоп торған ҡыҙҙарҙың береһен этеп йығып, ишеккә ташланды. Артынан стеналарҙы һелкетерлек көлкө күтәрелде.
– Таҙагөл! Таҙагөл! – кемдер ҡысҡырҙы. Ләкин ҡыҙ бер нәмә лә ишетмәне.
Ул йүгереп ихатаға сыҡҡас, өйҙө әйләнеп үтте лә ҡарт өрөк ағасына һыйынды.
Тирә-йүн тып-тын. Ай юғары күтәрелгән. Уның төҫһөҙ һалҡын нурҙары өҙөлөп төшкән япраҡтарҙағы ҡырауҙа сағылып, төрлө төҫкә инеп емелдәшә.
Таҙагөл ағасҡа һөйәлеп тора бирҙе лә, бер тәҙрәһенән ут яҡтыһы күренгән күрше өйгә йүнәлде.
Бында йәш пар йәшәй. Күптән түгел балалары тыуҙы. Таҙагөл йәш әсә менән дуҫ ине. Ул үҙенең моң-зарын түгер, кәңәш һорар өсөн, күршеһен үҙен генә тап итергә өмөтләнеп атланы.
Ҡыҙ тәҙрә янына килеп, бүлмәгә күҙ һалды. Күршеләр өйҙә ине. Ҡатын, усаҡ янына супура* йәйеп, ҡамыр баҫа. Ир, түр стенаға һөйәлеп, күҙҙәрен ҡыҫа биреп, комуз** дыңғырлата. Уның янында юрғанға төрөлгән бала ята. Ул әсе тауыш менән ҡысҡыра.
– Атаһы, – хужабикә иренә өндәште, – баланы тынысландыр­һағыҙ икән, һеҙҙе Хоҙай сәләмәтлектән айырмаһын.
– Уны тынысландырып булмай, – ире иҫе китмәй генә яуап­ланы.
– Нисек тынысланмаһын инде? Ҡулығыҙға алығыҙ ҙа әлли-бәлли итегеҙ...
– Барыбер тынысланмай. Бала әсәһен генә тыңлай. Үҙең ал.
– Әй, һеҙ шулай инде...
Әсә урынынан ҡалҡынып, ҡамырлы ҡулы менән юрғандан баланы һаҡ ҡына алды ла яңынан усаҡ янына килде. Тубыҡланып, баланы һул ҡулына һалды, уңы менән ҡамыр баҫыуын дауам итте.
– А-а-ай! – Таҙагөл, ауыр һулап, устары менән йөҙөн ҡапланы. Шунан боролоп, баҡсаға йүнәлде. Ул ҡойолған япраҡтар өҫтөнән, кәкре-бөкрө ағастарҙан төшкән ҡара күләгәләр аша тиҙ-тиҙ атланы, тиҙҙән баҡсаның арғы башына етте. Көтмәгәндә ике тәпәш өрөк ағасы араһында ҡымшанмайынса түңәрәк ай дүңгәләгенә баҡҡан ҙур, бөкрө кәүҙәле дөйәне күрҙе.
Ҡыҙға йыуаш хайуан оҡшай ине. Әкрен генә янына барҙы. Дөйә, көйшәүенән туҡтап, муйынын алға һуҙып, уға ҡараны.
Ҡыҙ бәләкәй генә ҡулдары менән дөйәнең йомшаҡ һоро йөндәренән һыйпаны ла, уға һыйынып, үкһергә кереште.
– Теләмәйем! Теләмәйем! – тип ҡысҡырҙы ул йәш аралаш.
Ул турайып баҫты ла, үҙен хайран иткән ниндәйҙер уйҙан ҡатып ҡалды. Ҡырҡа боролоп, баҡса артындағы ай нурына мансылған далаға атланы. Башта ул, икеләнеп, әкрен барҙы, шунан бар көсөнә йүгерергә тотондо... Ҡапыл туҡтаны, әйтерһең, кемдеңдер көслө ҡулдары уның ябыҡ иңбашынан эләктереп алып, көсләп кирегә борҙо. Уның күҙенә баҡса төпкөлөндәге ҡып-ҡыҙыл гөл – аш-һыу бүлмәһенең бәләкәй тәҙрәһендәге ут салынды.
Тәүәккәллеге юҡҡа сығып, урынынан ҡуҙғалырға көс тапмайынса, ҡып-ҡыҙыл гөлгә моңһоу, йәш тулы күҙҙәре менән текәлеп торҙо. Шунан, хәлһеҙләнеп, ҡалтыранған аяҡтарын саҡ һөйрәп, башын түбән эйеп, кирегә китте.
Ләкин яҡынлашҡан һайын, тәҙрәләге ҡыҙғылт ут сәскәгә оҡшашлығын юғалта башланы. Тәҙрә артындағы тормош йәнләнде. Бүлмә, әйберҙәр, кешеләр яңынан үҙ ҡиәфәтенә инде.
Ҡыҙ бер килке быяла артындағы утҡа шым ғына таң ҡалып ҡарап торҙо, шунан, бүре менән күҙгә-күҙ осрашҡан ҡуяндай, боролдо ла йүгерергә тотондо.
Тиҙҙән ул баҡса ситендә ине инде. Баҡсаны даланан тәрән соҡор айыра. Ул уның аша һикермәксе булды, ләкин ҡаршы яҡтағы текә ярға ҡулдары менән тотоноп йығылды. Танауын ҡанатты, битен сәнскәккә һыҙырҙы. Шулай ҙа уларға иғтибар итмәне, аяғына баҫты ла артабан йүгерҙе.
Үҙе уйнап үҫкән, хәҙер ҡараңғылыҡҡа сумған ҡуйы ҙур баҡса артта ҡалды. Баҡса төпкөлөндәге алыҫтан ҡып-ҡыҙыл гөлгә оҡшап күренгән яңғыҙ тәҙрә лә артта ҡалды...

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)