НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Выборы 2018 Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Йырым булып ҡал... (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 22-09-2018, 06:00


Йырым булып ҡал... (Хикәйә)
– Балаҡайым, бар, балам, һыу буйына барып ултыр.Ҡайғыңды һыуға һөйлә, һағышыңды йылға ағыҙып алып китһен! – тип өндәште әсәһе Зәлифә Миләүшәгә, балаҡайының һурылып, ябығып, ҡарайып киткән йөҙөнә йөрәге өҙөлөп ҡарап.
Инде бер айҙан ашыу йылмайыуҙы онотҡан ҡыҙының хәле әсәнең бәғерен өҙә: ашау хаҡында, көсләп табынға ултыртмаһаң, иҫенә лә төшмәй, ултырған саҡта ла себеш кеүек, әсәһенең күңелен уйлап ҡына, бер-ике йотом сәй эсеп, берәр ҡабым икмәкте теләр-теләмәҫ кенә йотоп ҡуя. Эргәһендә йүгерешеп уйнаған ҡусты-һеңлеләренең дә тауышын ишетмәй, ауыр уйҙарға батып, үҙ эсенә бикләнеп тик йөрөй. Әсәһе аптырағас, бер аҙ асылып китмәҫме, тип, эш ҡушып ҡарай. Ҡыҙый бөтә эште лә еренә еткереп башҡарып ҡуя ла, тағы илаулап, кеше күҙенән ҡасып, йә баҡсаға инеп китә, йә бер нөктәгә текәлеп, үҙ ҡайғыһына бата. Әсәй кеше ике ут араһында яна: бер яҡтан ҡыҙы йәл, икенсе яҡтан атаһы, Миләүшәнең торошона йәне көйөп, әрләп ташламаһын, тип өҙгөләнә....

Ылау (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 20-09-2018, 07:00


Ылау (Хикәйә)
Ҡыҙҙары Сәлимәне кәләшлеккә килеп әйттергәс, әсәһе ҡаушап ҡалды. Инде ҡул араһына инеп, ҡустыларын ҡарашып, өй эштәрен үҙ елкәһенә алған ҡыҙ баланы.
– Атаһы ҡыҙыбыҙҙың әле 17-һе яңы тулды, бала ғына бит, ҡыҙғанмай, иллегә етеп килгән тол иргә нисек тоттороп ебәрмәк кәрәк? Төптән уйлап ҡарағанда, үҙең менән йәштәш тә баһа, – тине Саҙиҡа балта һабы юнып ултырған иренә ҡарап. Бигерәк ҡаты күңелле шул Ишмораты. Бәләкәйҙән ата-әсәһе наҙын алып еткермәй, үкһеҙ етем үҫкәнгәме. Үҙе һөйләүенсә, күрше-күләне астан үлтермәгән баланы. Йортта тик уның ғына һүҙе һүҙ. Алдына сыҡтыңмы, бәрә лә һуға. Был юлы ла Саҙиҡа ире менән һүҙ көрәштереүҙе буш ҡыуыҡҡа ғына һананы. Киске табынға ултырғанда ғына ире:
– Һин нишләп һаман үҙеңдекен тылҡый­һың, әллә башҡа эшең юҡмы шул? Һин миңә нисә йәштә кейәүгә сыҡҡаныңды оноттоңмо, әйтһәм, кеше ышанмаҫ! Ир-ир инде, нисә йәштә булһа ла! Йәшәргә донъяһы, малы бар – тағы ни кәрәк һиңә? Танауы аҫтында маңҡаһы ла кипмәгән, кеҫәһен ҡулына тығып, уйнап йөрөгән малай-шалай­ға тоттороп ебәрмәксеһеңме?! – тип, алдында ултырған тәрилкәһен әйләндереп тә ебәрҙе. – Тораһың шунда әпититте боҙоп!
Ир ашын да ашамай, урынынан һикереп тороп китте. Ҡатын иренең артынан йүгереп сығып, әйткән һүҙҙәре өсөн ғәфү үтенергә уйлағайны ла, уны нимәлер туҡтатты. Эй, йөрәге аҫтындағы тыуасаҡ сабыйы бит. Бөгөн бишенсе ай. Ишмораты тороп киткән урынға ултырып, ике ҡулы менән ҡорһағын ҡосаҡлап яратып алды:...

Таңым нуры инең
Әҙәбиәт / Проза // 6-09-2018, 07:00


Таңым нуры инең
Аҡман-тоҡман ҡарҙы уйнап ҡына һипкәндәй ине. Ҡайһы арала күҙ асҡыһыҙ буранға әйләнде? Иң татлы хыялдар тулҡынында бәүелгән Таңгөл, быймаһына ҡар тула башлағас, юлдан ситкә тайпылғанын аңғарҙы. Урман һыҙатына ҡарап юлды тоҫмаллап алды ла, һырынтыны һирпә-һирпә, алға атланы. Кисәге осрашыуҙың йылы хистәре ҡыҙҙы ҡабат үҙ ҡосағына алды.
“Концерт менән районға ҡайтам. Көтәм, Таңгөлөм минең!”
Сынтимер! Йөрәгенә яғылып тора исеме. Тик ул ғына күңел ҡылдарын зыңлатырлыҡ итеп, “Таңгөлөм минең” тип әйтә белә....

Монафиҡ (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 5-08-2018, 05:30


Монафиҡ (Хикәйә)
Сәлимә Сафа ҡыҙы иртән телефон тауышына иләҫләнеп уянды. Тумбочкала ятҡан кеҫә телефоны, мине алығыҙ инде, тигәндәй, бер туҡтауһыҙ шылтырай ҙа шылтырай. Күҙен тырнап асты ла, сәғәткә ҡараны, әле иртәнге ете лә тулмаған.
– Бәй, таң тишеге менән кем борсой икән мине? Нимәгә кәрәгем бар икән? Бөгөн ял көнө лә баһа, исмаһам, рәхәтләнеп йоҡларға бирмәнеләр...
Сәлимә Сафа ҡыҙы башҡорт теле уҡытыусыһы, баш ҡала гимназияһында уҡыта, шул үҙенекен иттеме, бәлки, ата-әсәләр борсойҙор, тип ҡабалана-ҡабалана телефонын алырға китте.
– Эйе, тыңлайым. Хәйерле иртә......

Һин генә... (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 2-07-2018, 07:00


Һин генә... (Хикәйә) Сабиры ҡунаҡтарҙы оҙатып киткәс, һауыт-һабаһын йыйыштырҙы, бүлмәләрен бөхтәләп сыҡты Гөлкәй: донъяһы ялт итеп тора! Бәй, нишләп оҙаҡланы һуң әле ире? Ҡунаҡтарҙы өйөнә тиклем оҙатҡан хәлдә лә бығаса ҡайтыр ине. Ауыл ҙур түгел, иң алыҫ тигәне лә эргәлә генә йәшәй инде уның. Гөлкәй, яурынына селтәр шәлен генә һалып, ишек алдына сыҡты. Ниндәй сихри матурлыҡ! Төн уртаһы етеп килә, күктә әкиәти алтын алҡаға оҡшап ай эленеп тора. Айҙың йөҙөн бер ҡаплап, бер асып, болоттар йөҙә. Болоттарға оҙағыраҡ ҡараһаң, күк йөҙө диңгеҙҙе хәтерләтә... Ана, ҡайһылай ирмәк бер болот. Хас балыҡ. Күрсе, күрсе!...

Ҡуныс (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 19-06-2018, 07:00


Ҡуныс (Хикәйә)
Март башының тәүге аҙнаһының аҙағы. Тауыҡ ояһындай ғына ситән өйҙөң бер ҡатлы тәҙрәләренең, иҫкелектән уңып, йыртыла яҙып бөткән ҡарындыҡ ярпылары менән ҡапланған өс-дүрт күҙгәнәге йәйәүлене аяҡтан йығырлыҡ зәһәр елдәрҙең ҡағылып-һуғылып үтеүҙәренән ҡырпылдашып тора.
Иҫке генә киндер тоҡто ярып йәйелгән ашъяулыҡҡа ҡуйылған ҙур ағас аяҡтағы шыйыҡ ҡына һоло өйрәһен эсеп бөтөүгә, солан яғынан көслө гөрһөлдәү артынса ыңғырашып ҡуйған тауыш ишетелде. Ҡоршаулы сынаяҡтарға сәй яһарға ҡулына алған баҡырсайҙы әсәй көлдөксәгә кире ҡуйып:
– Уй, Алла. Алаҡайҙыр, – тип атлығып сығып китте лә, оҙаҡ та тормай, – яҙмағандыр инде, балаҡайҙар, – тип иламһырап килеп инеп, урындыҡ йөҙлөгөнә ултырып, саҡ-саҡ тыйылып торған күҙ йәштәренә ирек биреп, илап ебәрҙе....

Дилә (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 10-06-2018, 07:00


Дилә (Хикәйә)
– Шайтан ботағы, ҡайҙа булдың тағы? Дилә, тим, ҡайт! – Яуап булманы.
Ә көн матур ине. Яңы ғына яуып үткән йылы ямғырҙан һуң ялтырап килеп сыҡҡан ҡояш нурында ерҙән сыҡҡан быу күҙҙәрҙе иркәләй. Ҡыҙыл әтәс, ҡанаттарын шап-шоп бәреп, кәртә башына менеп ҡунаҡланы. Уның һөрәнләүе донъяны тағы ла күңеллерәк итеп ебәргәндәй. Себештәр сипылдашып ямғыр селәүсендәре менән көрәшә. Шул саҡ әкрен генә урам ҡапҡаһы асылып, унан туҙғаҡ баш һонолдо. Ҙур йәшел күҙҙәр ихата эсен байҡаны. Шикләнер нәмә күренмәгәс, биш-алты йәштәр­ҙәге ҡыҙыҡай эскә табан атланы. Ҡапҡа ябылыуы булды, солан ишеген шарт асып ҡаҡ кәүҙәле оло йәштәрҙәге ҡатын сәсрәп килеп сыҡты....

Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 27-05-2018, 07:00


Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
Ихсан, Сәмиғәнең бер һүҙле икәнен белһә лә, тағы ҡабатланы:
– Бәлки, кире уйларһың, Сәмиғә?..
– Юҡ, Ихсан, уйларлығы ҡалманы. Бер егелгән атты кире туғарып тормаҫмындыр. Һин мине беләһең. Уңмаған юлды артабан бергә ҡыумайыҡ инде һаман.
– Шулайын шулай ҙа. Тик, ни тиһәң дә, егерме йыл бергә ғүмер һөрҙөк...
– Һөрҙөк кенә шул, Ихсан. Бынан ары йәшәйек....

“Тайы ат булғансы, эйәһе эт булған...”
Әҙәбиәт / Проза // 28-04-2018, 07:30


“Тайы ат булғансы,  эйәһе эт булған...”
Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылы аҡһаҡалы Рәфҡәт Ғатаулла улы Ишбулатовты һәр ваҡыт ғәҙеллек һағында тороусы, тураһын әйтеп һөйләүсе кеше итеп беләләр. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында зоотехник һөнәрен алғандан һуң ул бер аҙ Бөрйән районында эшләй. Артабан тыуған яғында, “Һәүәнәк” совхозының Таһир бүлексәһендә зоотехник, “Салауат”, “Урал” колхоздарында баш зоотехник булып эшләй.
Бөгөн ул хаҡлы ялда. Әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, һаман да “эйәренән төшмәгән”, йәғни актив тормош позицияһы менән йәшәй. Оло тормош тәжрибәһе туплаған Рәфҡәт Ғатаулла улы утын да, һыуын да кискән. Уның тормоштағы һәр күренешкә ҡарата бер кемдекенә лә оҡшамаған үҙ ҡарашы, үҙ фекерҙәре бар, осрашып берәр тема хаҡында һөйләшә-әңгәмәләшә башлаһаң, үтә лә күп мәғлүмәткә, тос фекергә эйә булыуына таң ҡалаһың.
“Йәшлек” гәзитен сыға башлағандан бирле алдырып уҡып бара ул, был баҫманың тоғро дуҫы. Шуны иҫтә тотоп, гәзит биттәрендә аҡһаҡалдың һабаҡтарын бирергә булдыҡ. Ағайыбыҙ ат ярата, шуға күрә һүҙҙе аттарҙан башлайбыҙ.
...

Сабышҡан йондоҙҙар (хикәйә)
Әҙәбиәт / Проза // 31-03-2018, 07:00


Сабышҡан  йондоҙҙар (хикәйә)Район үҙәгенә геүләтеп килеп ингән ҙур иномарка, юлдан аша сыҡҡан траур процессияһына терәлеп, туҡтап ҡалды. Олпат кәүҙәле профессор Ғәлим Байхарин, машинаһынан сығып, йөк машинаһына тейәлгән табут артынан эйәреп барыусы таныш райондаштары менән баш ҡағып иҫәнләшеп торҙо. Кемде ерләгәндәрен белмәй ине. Һорарға ла уңай­һыҙ. Таныш һәм таныш булмаған кешеләр яй ғына атлауҙарын дауам итте. Өйөнә ҡайтып ингәс, Ғәлим Хәлимуллович гәзит ҡарарға тотондо. Уның район үҙәгендәге йорто нисәмә йыл инде Ямаловтар ғаиләһе йыйыла торған урын булып ҡала бирҙе. Баҫманың һуңғы битендә үҙенең юлда тыуған һорауына яуап тапты: унда баҫылған некролог күп йылдар ауыл хужалығында эшләгән Роланов Алексей Георгиевичтың үлемен хәбәр итә ине. Ғәлим терт итеп ҡалды. Ниңәлер район хакимиәтенән некролог юҡ ине. Шунда ғына кемде ерләгәндәрен аңланы ла уйға ҡалды....


Борьба с коррупцией

[/aviable]

  • Һуңлап килгән аҡыл
  • Ҡолаҡ һал!
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (14.09.2018)
  • Таңым нуры инең
  • Тормош – ҡуласа, әйләндереп бер баҫа
  • Тәүге һөйөү шундай ҡыҫҡа булды
  • «Уҡыусың рәхмәтле булһын»
  • «Салауат Юлаев» - «Локомотив»! Кем-кемде?
  • Тормош үҙе йәшәргә өйрәтә
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (31.08.2018)



  • Радио Юлдаш FM