«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Әрмәндәрҙе байытырға шешлеккә китеп барам»



16.11.2010 «Әрмәндәрҙе байытырға шешлеккә китеп барам»

ҡорбан ғәйете менән, йәмәғәт. Һарыҡтар нисек, имен-аман ғына барып еттеме етер ерҙәренә? Көн ҡыҫҡарҙы, төн оҙонайғаны һиҙелә, һүрәткә хаттин ғына тапҡыр яуаптар алдыҡ. Иң ҡыҙыҡ һәм йөкмәткеле яуап биргән Миңзәлә ҡОЛҺАРИНА (Баймаҡ районы) һәм Ләйсән ҒӘНИЕВА (Салауат районы) «Йәшлек» әҙерләгән китаптар менән бүләкләнә.
Эй, ҡыш килмәй аптырата, урамда һаман әллә көҙ, әллә йәй. Көтә-көтә көтөк булғас, саңғы менән сыҡтыҡ әле ярышҡа... Тапҡыр яуаптар көтәбеҙ.

Ял итергә саңдау ҙа юҡ,
Көтөүсе юҡ көтөргә,
Эттәр ашай, бурҙар урлай –
Инде ни хәл итергә?

Кейем-һалым химиянан,
Йөнгә ҡәҙер юҡ хәҙер,
Ит кәрәкһә, магазинда
Тауыҡ боттары әҙер.

Көрсөк беҙгә лә ҡағылды,
Инде ҡайҙа барырға?
Өфөгә барып ҡарайыҡ
Башты һаҡлап ҡалырға.

Хужалар хәлде аңлаһа,
Ярҙам ҡулы һуҙырҙар,
Нәҫелебеҙҙе ҡоротмай
Зоопаркҡа ҡуйырҙар.

Фатима ҺИБӘТОВА.
Әбйәлил районы,
Рыҫҡужа ауылы.

Эй, Хоҙайым, бер Аллам,
Үҙгәреп тора заман,
Ауыл урамдары буйлап,
Машиналарҙа барам.

Өйөр-өйөр һарыҡтар,
Йөрөр инек бер ялан.
Гөрләп эшләгән колхоздар
Бөтөп ҡуйҙы бер заман.

«Йәшлек» гәзите, һиңә
Моң-зарҙарымды яҙам,
Әрмәндәрҙе байытырға
Шешлеккә китеп барам.

Силәбе юлдары буйлап,
Шешлек һатып торалар.
Юлда йөрөгән юлаусының
Кеҫәләрен һуралар.

Колхоздар ҙа тарҡалғас,
ҡалманы беҙҙең ҡәҙер.
Йөнөбөҙ ҙә, тиребеҙ ҙә
Кәрәкмәй инде хәҙер.

Бик ҙур һарыҡ булһам да,
Мең ярым ғына торам.
Ауылда аҡса булмағас,
Нишләһен инде хужам?

Беҙҙең ҡәҙер ҡалманы, тип,
Күҙҙәремә йәш алам.
Хужам менән бәхилләшеп,
Шешлеккә китеп барам.

Алма НУРИЕВА.
Саҡмағош районы,
Яңы ҡото ауылы.


«Һарыҡ ҡына» тиһәләр ҙә,
Беҙ ҙә хәйлә беләбеҙ.
«Гаишник»тар күрмәгәндә
180-дә еләбеҙ.

«Алла ғына һаҡлаһын», – тип,
Иптәшем усын ыуа.
Ә мин һаман ҡыҙам ғына,
200 менән ҡыуам.

Үҙем үҙемә һоҡланып,
Йылмайып, көлөп ҡуям.
Ә үҙемдең хыялдар ҙур,
Төрлө пландар ҡорам.

Утилгә машина биреп,
Аҡса алаһы ине,
Башҡаларҙы шаҡ ҡатырып,
Йәшәп ҡалаһы ине.

Бына тигән иномарка
Һатып алаһы ине,
Парлашып иномаркала
Йөрөп ҡалаһы ине.

Елдереп үтеп киткәндә,
Бөтәһе лә күрһендәр.
«Һарыҡ ҡына тигәйнек тә,
Шәп мал икән», – тиһендәр.

Их, кәйефтәр бик шәп ине,
Тик хужам ғына боҙҙо.
«Бик шашынып киттең». – тиеп
Артҡы урынға ҡыуҙы.

Хәснә МУСИНА.
Әбйәлил районы,
Хәмит ауылы.


– Бына, ҡатын, был – «Белый дом»,
Ә былары аркалар.
Уф, был «Жигули»ҙарында,
Ауырталар арҡалар.

Сәйәхәт тә сәйәхәт, тип,
Башҡайымды ҡатырҙың.
Диңгеҙҙәргә барайыҡ, тип,
Лимузинды һаттырҙың.

Шофер, алып барсы беҙҙе
Голливудтың үҙенә.
Ана, ҡатын, тәҙ(е)рәнән
Барак ағай күренә.

Ләйсән ҒӘНИЕВА,
9-сы синыф уҡыусыһы
.
Салауат районы,
Лағыр ауылы.

Хужам әйтә, ҡоролоҡ бит,
Хәл юҡ ҡыш сығарырға.
Ит йыйыусы килгән, тиҙәр,
Ит ала ул аҡсаға.

Ит йыйыусы бигерәк алсаҡ,
ҡарамам, ти, хаҡына.
Әйтерһең дә, ит етешмәй
Өфө комбинатына.

Хужа әйтә, биш сәмәйҙән
Бер ни кәрәкмәй башҡа.
Ит йыйыусы көлә, хужа риза –
Һарыҡ китмәне «бушҡа».

Һөйләштеләр. Килештеләр,
Ултырттылар «тачка»ға.
Һораһалар: «ҡайҙа бараң?» –
«Киттем Махачкалаға».

Ғәфүр САФИН.
Бөрйән районы,
Кейекбай ауылы.

Магниттың ҡунаҡтары
Хуп күрә һарыҡ итен.
Кәстрүлдә бешермәйҙәр,
Ашайҙар ҡурып, өтөп.

Хас ас бүреләй шыңшыйҙар,
ҡуй-һарыҡ күргән һайын.
Ярым-яңғыҙ малдарға
Һөртәләр айыу майын.

Эй, бөҙрәбаш, ҡолағыңа
Шыбырлайым изге һүҙ.
Тәҙ(е)рәһен ярып ҡуйма,
Тыпырсынма, көймә, түҙ.

Намыҫлы әҙәмдәр булһа,
ҡыуырҙар иреклеккә.
Әгәр магниттарға ҡапһаҡ,
ҡурылырбыҙ шешлектә.

Ғәлимйән НӘЖМЕТДИНОВ.
Әбйәлил районы,
Тупаҡ ауылы.

ҡорбан байрам. Беҙ еләбеҙ
Машинала мәсеткә.
Һиҙеп барам: минең урын
Булмаҫ инде тәхеттә.

Байрам итә башҡорттарым,
ҡорбан һорай байрамға.
ҡул күтәрҙем риза булып,
Үҙем барам, тиеп, ҡорбанға.

Бер рәхәттең – бер михнәте,
Елһәм дә машинала,
Минең кеүек тик ҡыйыуҙар
ҡорбанға башын һала.

Миңзәлә ҡОЛҺАРИНА.
Баймаҡ районы,
Үрге-Яйыҡбай ауылы.








Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға