«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Мәҙәктәр



05.07.2013 Мәҙәктәр

„Үҙем эсеп алып ҡотора башлаған­ға тиклем, ҡунаҡтар­ҙың береһе лә ҡайтырға ашыҡманы”.

* * *
Өйөңә бер ниндәй ҙә файҙа килтерә алмайһың икән, сүп-сарҙы булһа ла сығарып түк.

* * *
– Бабай, миңә бурысҡа 500 hум ғына аҡса биреп тор әле, пенсия алғас ҡайтарырмын.
– Нимә һөйләйһең, ниндәй пенсия? Һиңә бит әле егерме лә тулмаған!
– Атай-әсәйемдең пенсияһынан, тим бит.
* * *
Колхоз идараһында эшкә йылына ни бары бер генә тапҡыр сыҡҡан ирҙең ғаризаhын ҡарайҙар. Ул үҙенә аҡсалата ярҙам итеүҙе hорап яҙған.
– Һиңә аҡылға ултырырға hәм эшләп ашарға өйрәнергә кәрәк, – ти идара ағзаларының береhе.
– Мин бит hеҙҙән кәңәш hорарға килмәнем, миңә аҡсалата ярҙам кәрәк! – тип бүлдерә уны ир.
* * *
– Ҡара әле, бынау егет нисек йәмhеҙ кейенгән!
– Егет түгел ул, ә минең ҡыҙым.
– Fәфү итегеҙ, hеҙҙең шул ҡыҙҙың атаhы икәнегеҙҙе белмәнем...
– Ә мин уның атаhы түгел, әсәhе булам.

* * *
Ир – ҡатынына:
– Әҙиләкәй, ниңә һин шул тиклем көнсөлһөң?
– Әҙәм аҡтығы, минең исемем Ғәлиә бит, – тип ҡысҡыра ҡатыны.

* * *
Ҡатыны – иренә:
– Машина төҙөк түгел. Карбюра­торында һыу.
– Карбюраторҙа һыу? Аңра баш, – тип аптырай ир.
– Әйтеп торам бит инде, һыу тип.
– Һин бит карбюраторҙың нимә икәнен дә белмәйһең. Машина ҡайҙа? – тип ҡыҙа ир.
– Бассейнда...

* * *
– Ҡәҙерлем, – ти ҡатыны, – һин мине яратаһыңмы?
– Эйе.
– Ныҡ итепме?
– Ныҡ, ныҡ итеп. Һинең өсөн мин ер сигенә китергә, тауҙар аҡтарырға, йондоҙҙарға менергә әҙермен...
– Ә сүп-сар биҙрәһен түгәһеңме?
– Юҡ, юҡ, тик был түгел!

* * *
– Табип әфәнде, – тип ҡысҡыра шәфҡәт туташы, – беҙ бай пациентыбыҙҙы юғалттыҡ.
– Нимә, әллә үлдеме? – ти табип.
– Юҡ, һауыҡты...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға