«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



12.04.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Һары сәсле ҡатындың игеҙ балалары тыуған. Бала табыу йортонда үкереп илаған әсәне шәфҡәт туташы йыуата.
– Юҡҡа борсолаһығыҙ, игеҙәктәргә бүтәндәр, киреһенсә, нығыраҡ шатлана.
– Ә ирем, икенсе бала кемдән, тип һораһа, мин нимә әйтергә тейеш?!

* * *
Һары сәсле ҡатын ялғанлыҡ детекторында тест үтә.
– Әгәр ҙә ҡыҙыл ут янһа, тимәк, һеҙ алдашаһығыҙ, ә йәшел – дөрөҫөн һөйләйһегеҙ. Барыһы ла аңлашылдымы?
– Эйе.
Шунда уҡ ҡыҙыл ут ҡабына.

* * *
ЮХХДИ хеҙмәткәре һары сәсле ҡатынға:
– Ни өсөн һеҙ туҡтаманығыҙ?
– Жезл бигерәк ҙур ине, минең ҡотом алынды…
– Ул жезл түгел, ә шлагбаум ине!

* * *
Әгәр ҙә автомобиль руле артында ҡатын-ҡыҙ ултырһа, ул әле иң ҡурҡынысы түгел, ә бына инде уның эргәһендә күп һөйләргә яратҡан әхирәте булһа, был инде ысын мәғәнәһендә ҡот осҡос.

* * *
Аш-һыу бүлмәһендә ҡатын һуңлап ҡайтҡан ирен көтә, ә күҙҙәре стенала торған «Төнгө сәғәт берҙә ҡайтып инһә», «Төнгө 2-лә ҡайтһа», «Төн уртаһында килеп инһә» тигән яҙыулы уҡлауҙарға ҡарай.

* * *
Сираттағы ыҙғышыуҙан һуң ҡатыны:
– Бөгөн мин әсәйемә ҡайтып китәм. Тик шуны киҫәтеп ҡуям: беҙ ҡайтасаҡбыҙ…

* * *
Дин дәресе бара. Аҡыл эйәһе – уҡыусыға:
– Әйт әле, ер йөҙөндә иң беренсе булып кем тыуған?
– Әҙәм.
– Һәм Аллаһы уға иң ҡурҡыныс ниндәй яза ебәргән?
– Һауаны, – тигән уҡыусы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға