«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



09.10.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Һеҙҙән был тешегеҙҙе алған өсөн 300 һум, – ти табип.
– Ни өсөн? Һеҙ бит 100 һум ғына ала инегеҙ.
– Эйе, әммә үҙегеҙҙең ҡот осҡос ҡысҡырыуығыҙ менән минең ике клиентымды ҡурҡыттығыҙ, һәм улар сығып ҡасты.

* * *
– Эй, күрше, һин ни эшләп бынауындай уттай ҡыҙыу эш ваҡытында бер нәмә эшләмәйенсә креслола бәүеләһең?
– Нефть таптым! Бына шуны һурҙырам.

* * *
– Ишеттеңме әле, Әҡлимә хәҙер топ-модель булып эшләй, ти.
– Һин нимә, ул шундай ябыҡ, 90-60-90-ға бер нисек тә тартмай.
– Ул үҙенең 45-30-45-е менән ярты ставкаға урынлашҡан.

* * *
Футболсы ҡатынына маҡтана:
– Бөгөн мин ике гол индерҙем.
– ҡалай шәп булған, маладис. Ә уйын ниндәй иҫәпкә тамамланды?
– 1:1.
* * *
Йәш ғаилә ҡаланың яңы районында төҙөлгән социаль фатирҙы ҡарар­ға килә.
– Эй, бик шәп фатир, – ти хужабикә. – Миңә бигерәк тә стеналарға беркетеп эшләнгән шкафтар оҡшаны.
– Һеҙ яңылышаһығыҙ, улар шкаф түгел бит, ә балалар өсөн бүлмәләр, – тип һүҙгә ҡушыла риэлтор.
* * *
Суд бара. Унда браконьерлыҡ эше ҡарала.
– Хөкөм ителеүсе, нисек итеп һеҙ ябай ғына хайуанға һунар иткәндә «ҡыҙыл китап»ҡа индерелгәнен атып йыҡтығыҙ? – ти судья.
– Судья әфәнде, әле мине ҡатыным күрәме? – ти хөкөм ителеүсе.
– Залда ҡатын-ҡыҙ бик күп, уларҙың ҡайһыһы һеҙҙең ҡатынығыҙ икәнен мин ҡайҙан беләйем, – ти судья, асыуланып.
– Бына шулай шул. Мин дә ул хайуандың ҡайһыһы ниндәй икәнен ҡайҙан белергә тейешмен? – тигән ир.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға