«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Һин – һөйөү ҙә, янып-көйөү ҙә, Шатлығым да, түгер йәшем дә»



13.07.2012 «Һин – һөйөү ҙә, янып-көйөү ҙә, Шатлығым да, түгер йәшем дә»

Өшөгәндә

Күңел өшөй бөгөн, йылы кәрәк,
ҡыш селләһе кеүек йөрәгем.
Шул йөрәктә янған хистәремде
Һинән йәшереп йәшәп
өйрәндем.
Ә мин һинең янда уттай яндым,
Һағынғанда һирптем осҡондар.
Күңелем асыҡ ине һинең өсөн,
Бөгөн инде миңә донъя тар.
Өшөгәндә усаҡ яғыр кәрәк,
Ялҡындары, бәлки, йылытыр.
Туңған күңелемде кемдәр аңлап,
Кемдәр мине бөгөн йыуатыр?

Сәс тарағанда

Сәстәремде елдәр тарата,
Һинең ҡулың тиеп хис итәм.
Нисә йылдар үтеп китһәләр ҙә,
Өмөтөмдө өҙмәй мин көтәм,
Һиңә оҡшай тиеп сәс үҫтерҙем,
Кемдәр уны хәҙер туҙғытыр?
Таштар булып ҡатҡан йөрәгемдә
Һөйөү утын кемдәр ҡуҙғытыр?
Сәстәремә инде берәм-берәм
Көмөш ҡырау төшә башланы.
Йылдар аша сәсем тарағанда,
Йөрәгемде һағыныу ялманы.
Яратам, тип әйтмә

«Яратам һине, яратам,
яратам!» −
Һәр иртәлә наҙҙан шаштырҙың,
Һәр кис һайын шулай шыбырлап,
Күңелемде күккә ашырҙың.
«Яратам һине, яратам,
яратам!» −
Мин туймаҫтай инем ишетеп.
Мөхәббәттең сағыу мәлен өҙөп,
Артта ҡалдың, күңел өшөтөп.
Ә бөгөн һин, туҡта… юҡ,
өндәшмә,
Хатта мине ысынлап һөйһәң дә.
Үҙ мәлендә мине тилерттеләр,
етер,
ҡороған гөл үҫмәҫ һыуҙар
һипһәң дә.
Был һүҙҙәрҙән хәҙер шашмайым
мин,
Бәхеттәрҙән янып күккә
ашмайым.
Ишеткем килмәй, беләм, түгел
ялған,
Әммә күңел үлгән, башҡа
янмайым.

Мин

Мин нурҙарҙы ай-ҡояштан түгел,
Гөл-сәскәнән генә алғанмын.
Матурлыҡты Хоҙай өләшкәндә,
Бер яҡ ситтә ҡарап ҡалғанмын.
Тырышлыҡ та миндә өлөшләтә,
Бәхетем дә булды самалы.
Байлығымды үҙем тотонғас,
Башҡаларға артып ҡалманы.
Талантым да әҙ-мәҙ генә тейеп,
Юл һалырлыҡ ҡына бирелгән.
Күңелемә өмөт мул төшкән дә,
Сабырлығым ғына тирелгән.
Мөхәббәтем мөлдөрәмә тулы,
Тик хужаһы ғына аҙашҡан.
Үкенмәйем, барыр юлым тура,
Яңылыштар юҡ яҙған яҙмышта.
Нисек бара, тормош барһын
шулай,
Булмағанын үҙем бар итәм.
Ышаныр Алла, атлар көс бар,
ҡуйған маҡсатыма мин етәм.

Көнләмә

Көнләмә һин мине үткәндәрҙән,
Мин бит һинең менән бөгөндә.
Ни булһа ла, улар бөткән инде,
Үткәндәргә бер ҙә үкенмәм.
Көнләшмә һин уның һөйөүенә,
Һинең хистәр миңә ҡәҙерле.
Яна-яна улар һүнгән инде,
Ул − үткәндә, ә һин хәҙергем.
Көнләшмә һин уның бәхетенә,
Киләсәге уның минһеҙлек.
Бөгөнгөмдә һиңә йылмайыуым,
Яҙмаһын тим миңә һинһеҙлек...

Әсәй

Әсәй! Мин Хоҙайға рәхмәт
әйтәм,
Һәр көнөмдә һинле булғанға.
Илар саҡта һинең йыуатыуҙан
Күңелемә һиллек тыуғанға.
Әсәй! Мин бәхетле һин булғанға,
Доға ҡылам һинең һаулыҡҡа.
Иҫән булһаң, донъям
түп-түңәрәк,
Кәрәк түгел башҡа байлыҡтар.

Тормошома индең

Шишмә булып индең
тормошома,
Һыуҙарыңды эсәм йотлоғоп.
Мөхәббәткә сарсағайны йөрәк,
Хәҙер һөйәм, булмай тыйылып.
Талғын елдәр булып иҫәһең дә,
Күңелемә һиллек бирәһең.
ҡосағыңа сумып уйға ҡалам,
«Яратам!» тип килә гел әйткем.
ҡояш булып мине йылытаһың,
Киләсәккә хыял бирәһең.
Һөйөүҙәргә зар-интизар булып,
Йөрәк һине көткән, күрәһең....

Параллелдәр

Юлдарыбыҙ барыр гел йәнәшә,
Тик һис ҡасан улар ҡушылмаҫ.
Хистәребеҙ яңылыш
береккән дә,
Яҙмыш ҡына бергә яҙылмаҫ.
һин – һөйөү ҙә, янып-көйөү ҙә,
Шатлығым да, түгер йәшем дә.
Матурҙарҙан-матур
ысынбарлыҡ,
Һаташыуҙар менән төшөм дә.
Уттар менән мине яндыраһың,
Үҙең уға һыуҙар һибәһең.
Тормошобоҙ параллелдәр
булып,
ҡауышмайса үтер, күрәһең...

Гөлнур ҡЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға