«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Ожмах утрауы”на рәхим итегеҙ!



27.04.2012 “Ожмах утрауы”на рәхим итегеҙ!

Талантлы йәш яҙыусы Марат Әминевтың «Ожмах утрауы» исемле юмористик хикәйәләр китабы донъя күрҙе. Уны уҡып сыҡҡас та, нисауа яҙа, замандаштарыбыҙҙы оҫта һүрәтләй, тормоштағы етешһеҙлектәрҙе ҡыйыу тәнҡитләй бит был «шайтан» малай, тип ҡуяһың. Халыҡсан, ябай тел менән яҙылған әҫәрҙәре уҡымлы һәм фәһемле ишеү. ҡыҫҡаһы, ҡаҙан ашының тәмен белер өсөн бер ҡалаҡ ҡабыу ҙа етә, тигәндәй, ана, ышанмаһағыҙ, Мараттың ике юморескаһын уҡып ҡарағыҙ.


Төтөн еҫе

Күршеләр баҡсала нимәлер яндыра, ахыры, төтөн еҫе өйгә инә башлай. Рәфит тәҙрәгә күҙ һала. Баҡһаң, баҡсалағы сүп-сарға ут төрткәндәр, ә Закуан күрше лә, ҡатыны ла күренмәй. Үәт, аҡыл­һыҙҙар, хәҙер янғын сығаралар бит, эргәләге мал аҙбарындағы бесәнгә эләкһә, үҙҙәренең донъяһын ғына түгел, ярты ауылды һәләк итәсәктәр бит. Рәфит тышҡа атылды. Усаҡ янында күршеһе Закуандың плащы ғына күренә. Плащын алайым тиһә, бәй, үҙе лә шунда йоҡлап ята. Бигерәк ябыҡ шул, ауылдағы иң ябыҡ кеше мин, тип юҡҡа маһаймай шул. Рәфит усаҡты һүндереп, лаяҡыл иҫерек күршеһен өйөнә индереп һала.
− Пластик тәҙрә алып ҡуяйыҡ, тип күпме әйтәм, тыңламайһың, − тип үпкәләп ҡуйҙы ҡатыны, ире ах та ух килеп ҡайтып ингәс. − Бер ниндәй тауыш, бер ниндәй еҫ өйгә инмәҫ ине.
− Һаман бер балыҡ башы, − тип башын сайҡаны Рәфит. − Һуң, төтөн еҫен һиҙеп сыҡмаһам, бөтә донъя­ның көлө күккә оса ине бит.
Иртәгәһен эштән ҡайтышлай магазинға инә. Сират ҙур, барыһы бер булып Ямал ҡарсыҡты тыңлай.
− Закуан кисә эҫе мунсаға инеп, еҫ тейҙереп үлә яҙған икән, − тип сутылдай ҡарсыҡ. − Ярай әле күршеһе килеп сыҡҡан, күтәреп алып сыҡҡан тегене.
Рәфит аптырашта ҡала. Үәт, өлгөр был күршеһе, ни арала мунса инеп, ни арала иҫтән яҙғансы эсә, тиһең.
Ике-өс көндән эштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күршеһен эт итеп әрләүенә иғтибар итә.
− Закуан бисәһен күршеһенән көнләшә икән, үс итеп мунсаһына ут төрткән. Шул күршеһе килеп сыҡмаһа, донъяһының күле күккә осор ине.
− ҡайһы күршеһе икән, әллә беҙҙә эшләгән...
Рәфитте шәйләп ҡалғас, ҡатындар­ҙың хәбәре өҙөлөп ҡала.
Ял көнө баҙарҙа бер төркөм һатыу­сының Закуанды йәлләп һөйләүен ғәжәп итә. Тауарҙарын да, һатып алыусыларҙы ла онотҡан былар.
− ҡатыны күршеһе менән ныҡ гуляйт һуҡтыра икән, шуға түҙмәй йортон, мунсаһын яндырған, ярай әле пожарниктар килеп һүндереп өлгөргән, ҡатынының һөйәре менән бысаҡҡа бысаҡ килгәндәр, милиция араламаһа, ҡырылышып бөтөрҙәр ине...
Ғәжәп, Рәфитте күргәс тә һатыу­сылар, ләстит һатыуҙан туҡтап, эшкә тотондо. ҡара әле, ярты баҙар уны таный икән дә. Район үҙәге, ун биш мең халыҡ йәшәй, тип уйламаҫһың да. Берәүҙәр йәлләп, икенселәре уҫал итеп ҡарай, бер әзмәүерҙәй ир, йәшәй беләһең, маладис, тип иңбашына ауырттырғансы һуғып китте.
Өйгә ҡайтып ингәс, ҡатыны тамам һушын алды. Илауҙан күҙҙәре шешенеп бөткән, ишек төбөндә бер сумаҙан тора.
− Бар, сығып кит, Закуандың бисәһе янына, иркенләп йәшәгеҙ, бөтә ауыл һеҙҙе һөйләй, − ти был сеңләп илай-илай.
Рәфит ҡапыл нимә тип яуап бирергә һүҙ тапмай торҙо. Шул саҡ танауына төтөн еҫе килеп бәрелде. Тәҙрәгә күҙ һалды. Закуандар баҡсала тағы усаҡ яҡҡан, үҙҙәре күренмәй.
− Пластик тәҙрәләр алып ҡуйыр­ға кәрәк, − тип үҙ алдына һөйләнеп ҡуйҙы Рәфит, шартлап янған усаҡҡа битараф ҡына ҡараш ташлап. − Бер ниндәй тауыш та, шурт та инмәҫ өйгә.

Айныҡ диалог

− Һаумы, Садиҡ!
− Арыу әле.
− Нимә булды һиңә, бер ҙә үҙеңә оҡшамаған һымаҡһың?
− Булманы, просто теүәл ун көн эскәнем юҡ.
− Ун көн буйы... һин... эсмәнеңме?
− Эсмәнем.
− Табиптар берәй яман ауырыу таптымы әллә?
− Аллаға шөкөр, бер ерем дә ауыртмай.
− Бисәң, йә мин, йә араҡы, тип ультиматум ҡуйҙымы?
− ҡуйманы.
− Әһә, белдем, эштән ҡыуабыҙ, тип ҡурҡытҡандарҙыр.
− Юҡсы, начальник үҙемдең бажа бит.
− Һуң, нимә башты ҡатыраһың, тураһын әйт тә ҡуй, һиңә нимә булды?
− Булманы.
− Уф, хәлде бөтөрҙөң, баш әйләнеп китте. Ярай, эсмәгәс, эсмә. Араҡыһыҙ тормош нисек һуң?
− Баш ауыртмағас, рәхәт инде, тик бына ярты ауыл дошманға әйләнде лә ҡуйҙы. Хәлим дуҫым күҙенең ағы менән ҡарап үтеп китә. Уға эшләһәң, киске аш алдынан, тип көсләп бер-ике рюмка эсереп сығара ине бит. Башҡа киткәс, үҙең һорап эсә башлайһың. Айныҡҡас, аҡса тип барһаң, дәфтәрен асып, минең бурысты күрһәтә, тағы бер аҙна эшләйһең бар, ти, әллә бөтә ауылдыҡын ҡушып иҫәпләй, белмәҫһең. Магазиндағы ҡыҙыҡай ҙа оҫтарғайны, иҫерек баштан 100 һумлыҡ әйбер алдым тип йөрөһәң, бурысың 500 һумдан ашып китә. Эсмәй башлағайным, бурысҡа ла бирмәй башланы эт ҡыҙыҡай...
− ҡара әле, Садиҡ, һин миңә мунса мейесе эшләп бирәм тигәйнең, онотманыңмы?
− Иҫләйем, иҫләмәй буламы? Өс мең һумыңды әҙерләп ҡуй, киләһе аҙнаға мейесте өлгөртәм.
− Һин нимә, көпә-көндөҙ кеше талайһың? Мәгәрисен эстек бит инде.
− Юҡ инде, араҡыға алданыу бөттө ул хәҙер.
− Садиҡ!
− Әү!
− Әллә рак-фәләнме һиндә?
− Юҡты һөйләмә!
− Бисәң, ҡайтып китәм, тип ҡурҡыта, ахыры, бәлки, бажаңды эштән алаларҙыр? Аптырағандан әйтәм инде, арыу ғына кеше инең, әллә нимә булды ла ҡуйҙы һиңә, бәлә аяҡ аҫтында шул.

Марат ӘМИНЕВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға