«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



21.09.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Һеҙ беҙгә прораб булып эшкә урынлашырға теләйһегеҙме?
– Эйе.
– Эш тәжрибәгеҙ ниндәй?
– Йыл буйына үзбәктәрҙе үҙемә дача һалырға өйрәттем...
* * *
Бик һимеҙ ҡатын табипта.
Табип:
– Ябығыр өсөн таблеткалар эсәһегеҙме?
– Эсәм.
– Нисәне?
– Нисәне лә нисәне?.. Туйғансы!
* * *
Һаранлыҡ – ҡатын-ҡыҙҙан ҡотолоу өсөн иң яҡшы ысул.
* * *
– Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар – ҡолаҡтары, ә ир-егеттәр күҙҙәре менән ярата?
– Сөнки ҡатын-ҡыҙҙарға – ҡарарлыҡ, ә ир-егеттәргә ишетерлек бер нәмә лә юҡ.
* * *
«30 йылдан һуң тәүге мөхәббәтемде осраттым һәм үҙемдең бәхетле икәнемде аңланым!..»
* * *
Бөтә донъя – кино. Сценарийҙың авторы – Алла. Режиссеры – шайтан.
* * *
Һалдат санчасҡа килә:
– ҡаҙаҡҡа баҫтым, аяғым бик ныҡ ауырта, – ти.
– Ә бит «гражданка»ла һин бының өсөн генә миңә килмәҫ инең, – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерә табип.
– Әлбиттә, – ти һалдат, – мин һеҙҙе өйгә саҡыртыр инем!
* * *
Ысынлап та, эт – кешенең иң яҡын дуҫы. Ышанмаһағыҙ, бына ошондай эксперимент үткәреп ҡарағыҙ: машинағыҙҙың багажнигына этегеҙ менән ҡатынығыҙҙы бикләп ҡуйығыҙ ҙа, берәй сәғәттән асығыҙ. Бына шунда инде кемдең һеҙҙе күреүгә шат булыуын аңларһығыҙ.

* * *
– Рәсәйгә картуфты Петр Александрович ҡайтартҡан!
– Шулай булғас, беҙҙә картуф бөтөнләй бөттө, тип Петр Александровичығыҙға әйтегеҙ һуң.

* * *
Шәмбе, компьютер фирмаһында эш көнө. Телефон шылтырай.
– «Логос» фирмаһы, хәйерле иртә!
Трубканың икенсе яғында бышылдап ҡына һөйләшкән ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелә:
– Алло!
– Эйе, мин һеҙҙе тыңлайым...
– Кисә мин һеҙҙән компьютер һатып алғайным.
– Шунан?
– Ул ватылды, уны йүнәтә алаһығыҙмы?
– ҡысҡырыбыраҡ һөйләгеҙ әле, мин һеҙҙе бөтөнләй ишетмәйем тиерлек.
– ҡысҡырыбыраҡ һөйләшә алмайым, ирем ишетһә, үлтерәсәк!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға