«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



14.09.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Берәү алтын балыҡ тота.
– Тимәк, – ти ул шатлыҡлы тауыш менән, – мин бәләкәйерәк завод, ҙур йорт һәм ҡиммәтле машина теләйем.
– Һайла, – ти балыҡ, – кредитҡамы әллә лизингығамы?
– Ярай, улайһа, һин дә һайла,– ти ир, – көнбағыш майындамы әллә аҡ майҙамы?
* * *
Бәләкәй малайҙың әсәһе хаҡында уйҙары:
5 йәшендә – «Әсәйем бөтәһен дә белә».
10 – «Бөтәһен дә белмәй».
20 – «Йә, Хоҙай, әсәйем тормош хаҡында нимә белһен инде!!!»
30 – «Их, әсәйемде тың­лар­ға кәрәк булған…»

* * *
Иҫәрҙәр дауаханаһында ауырыуҙар телевизорҙан яңылыҡтар ҡарап ултыра. Уларҙы табиптар күҙәтә. Бер ауырыу һәр сюжет һайын, тубыҡтарына шап та шоп һуғып:
– Ярай әле мин дауаханала! – ти.
– Быны өйөнә ҡайтарырға кәрәк, – ти баш табип ассис­тентына, – минеңсә, ул тулыһынса һауыҡҡан.

* * *
«Көрсөк, ниһайәт, һөйрәлеп, миңә лә килеп етте, буғай... Күгәргән сыр ашайым, шараптың иң иҫкеһен – 1765 йылғыһын эсәм, түбәһе юҡ машинала йөрөйөм».

* * *
«Әгәр ҙә ҡатын-ҡыҙҙың күҙҙәре яна икән, тимәк, уның башында тараҡандар нимәлер байрам итә».
* * *
Ресторанда.
Официант клиент эргәһенә килә лә:
– Нимә теләйһегеҙ? – ти.
Ир менюҙы ҡарай һәм:
– Лимон аҫтындағы ит, – ти.
Бер аҙҙан официант заказды килтерә.
Ир:
– Ә ите ҡайҙа? – ти.
– Ә һеҙ лимондың аҫтын ҡаранығыҙмы?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға