«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Башҡорт китаптарын алғығыҙ килһә



02.04.2011 Башҡорт китаптарын алғығыҙ килһә

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте өсөн республика райондарында киңәйтелгән күсмә күргәҙмә-сауҙа үткәреү традицияға әйләнде. Апрелдә күсмә сауҙа Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш ра­йондарында үткәреләсәк. Ул Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына арнала.
Халыҡҡа уҡытыу-методик әсбаптар, Башҡортостандың танылған яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, балалар китаптары, белешмәләр, иллюстрацияланған альбомдар, ка­лендар­ҙар, плакаттар тәҡдим ителәсәк.
3 – 7 апрелдә «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Әбйә­лил, Белорет райондарына сыҡмаҡсы.

Р. БАЙЫШЕВА.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға