«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ирҙәр иламай бит ул...



24.08.2019 Ирҙәр иламай бит ул...

Тәбиғәт ҡосағына сумып, тыныс ҡына, ҡояшта ҡыҙынып, күҙгә һәм йәнгә ял биреү ине ниәтем. Шулай итте икән, ти, берәү! Йылға буйлап һалда йөҙөргә тупланған төркөмдөң магазиндан алкоголле эсем­лектәргә тейәнеп сыҡҡанын күргәс тә хыял­дарымдың селпәрәмә килеүе аңлашылды. Бер аҙ кәйеф ҡырылды: эсеп, болара башлаһалар, нишләрмен икән, тип аптырандым. Биш ҡатын-ҡыҙҙың бишеһе лә һайлап алынған кеүек тәмәкеселәр булыуын әйт әле һин уның! Һаҫыҡ бахмур еҫенә, тәмәке төтөнөнә күмелеп барғы килмәһә лә, ҡалайтаһың, ярты юлдан кире боролоп ҡайтып китерлек түгел. Бер ҡышҡа ҡуян тиреһе лә сыҙаған, уларға артыҡ иғтибар бирмәм, тип, төркөмдәштәр менән үҙем араһына кәртә ҡуйҙым да, ҡолаҡҡа наушниктар тыҡтым.

Осрашҡандың тәүге сәғәттәрендә үҙ­ҙәрен илтифатлы, тотанаҡлыраҡ тоторға маташҡан ир-егеттәр һәм гүзәл заттар кисен табын ҡороп, иркенләп танышып, шул танышыу хөрмәтенә, аҙаҡ сәйәхәттең матур үтеүенә, унан һуң – һылыу ҡыҙҙар, артабан көслө заттар һәм башҡа ваҡ-төйәк өсөн төп күтәрә һуғып эсеп ултыра торғас, телдәре сиселеп, тәртип бәйенән ысҡынды. Зат­тарҙы айырмай, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ирҙәрҙән ҡалышмай, һәр һөйләмде тоҙлап-боросланылар, һүгенеү һүҙҙәренә хахылдауҙар ҡушылды, тәмәке болотона хатта серә­кәйҙәр ағыуланып, тауышһыҙ ғына табынға ҡолашты. Мин, ҡырағай, дөйөм күңел асыуҙан ятһынып, ситтәрәк йөрөргә тырыштым. Өшөгәс, таяҡ алып, усаҡ эргәһендәге түмәргә барып ҡунаҡланым: ни тиһәң дә, уттан сәсрәгән осҡондарға, ялҡын тел­дәренә ҡарап ултырыу – үҙе бер сихәт.

Ҡыйыуланған ир-егеттәр төрлө һылтау менән яныма килеп, бер-бер артлы ҡылды тартып ҡараны. Апайығыҙ кейәүҙә, мажара эҙләмәйем, тигәс, иҫерек булһалар ҙа, ғәфү үтенергә баштары етте әле ул. Вадим* исемлеһе генә янымдан китергә ашыҡманы. Усаҡҡа утын-ботаҡтар өҫтәп, эргәгә сүгәләне:
– Ғәйеп итмәгеҙ инде. Йылына бер генә эләккән отпускта рәхәтләнеп ял итке килә.
– Шулайҙыр, – тинем, усаҡтан ситкә тәгәрәгән торонбашты кире утҡа этеп. – Ғәйеп итергә мин һеҙгә атай-әсәйегеҙ ҙә, апайығыҙ ҙа түгел.
– Апайым булһағыҙ, нишләр инегеҙ? – ул көлдө.
– Сыбыртҡы менән баҫтырып, жарыр инем.
– ... – көлөүе өҙөлдө. – Минең дә апайым шулайтыр инеме икән? Хәйер, һеҙҙең кеүек улай ҡаты ҡыланмаҫ ине. Бигерәк йомшаҡ, баһымсаҡ ине.
– Ә ниңә “ине”? – ғәҙәттә, иҫеректәр менән һөйләшеп, һүҙ әрәм итмәйем, ләкин әле сараһыҙҙан әңгәмәне дауам иттем.
– Бер диуана ғүмерен өҙҙө... – егет ҡабаттан тәмәкеһен тоҡандырҙы.
– Енәйәтсене тоттолармы һуң?
– Енәйәтсе... еҙнәм ул минең. Саҡ ҡына ултырып сыҡты. Бәхетенә, Бөйөк Еңеүҙең юбилейы айҡанлы иғлан ителгән амнистияға эләкте... Апайымдың үлеме һыҙлауыҡ булып тик тора йөрәктә.

– Үҙемдең башымдан үткән ундай ҡайғы – һеңлемдең вафатынан һуң һаман иҫемә килә алмай, үҙемә урын тапмай йәшәйем... – көрһөндөм. Тик Вадим мине ишетмәне, үҙ ҡайғыһы ҡайғы ине:
– Ул ғаиләлә икенсе бала булып, ағайым­дан һуң, тыуған. Әсәйемдең һөйләүенсә, уны оло ауырлыҡ менән тапҡан – апайым башы менән түгел, арты менән донъяға килгән. Күрәһеләрен һиҙеп, тыуғыһы килмәгән кеүек, шулай бит?! Тыуғанда аяғы ла зәғифләнгәйне, кендек бауына ҡыҫылып, гипоксия ла булған, шуға апайым сирләшкә генә ине... Әсәйем, инде башҡа балаларыбыҙ булмаҫ, тип йөрөгәндә, миңә ауырға ҡалған. Ун ике йәшкә өлкән апайым мине ҡарап ҡына йөрөттө, иркәләп кенә үҫтерҙе, уны ныҡ яраттым. Һәйбәт ине бигерәк. Атай-әсәй эштән бер ҙә бушамағанда, бөтә өй хәстәре апайым елкәһендә булды, шул иҫәптән мин дә. Ябыҡ апайым, сатанлап атлаһа ла, бар эшкә лә өлгөрҙө. Мин белгәндән баш ауыртыуына зарланды. Ҡыҫып бәйләһәм, әҙерәк тыма, тип, башына яулыҡты шаҡарып бәйләп ҡуя торғайны. Миңә ун йәштә ул кейәүгә сыҡты. Мине лә яратыусы булыр икән, тип һөйөнгән апайым теүәл бер йыл бәхетле йәшәп ҡалды. Үҙе шулай тине. “Миңә бер йыллыҡ ҡына бәхет бүленгән”, – тип һыуыҡ мунсала битен ике усы менән ҡаплап, илап ултыр­ғаны һаманғаса күҙ алдында. Унда ла ҡаҡса ғына апайым башына шаҡарып яулыҡ бәйләгәйне. Башың ауыртамы, тип һорағайным, мине бер ҡулы менән үҙенә тартып, ҡосаҡланы: “Башым да, башҡа ерем дә ныҡ ауырта, ҡустыҡайым. Их, һөйләр ҙә инем хәлемде, аңламаҫһың шул”. Ә һин барыбер һөйлә, тип ныҡыштым. “Атай-әсәй аңламағанды...” – тип ҡул һелтәне... Атай-әсәйем уны көсләп кире кейәүенә ҡайтарҙы. Күп тә үтмәне, апайымдың ғүмерен ҡыйҙы диуанаһы.
– Эй, аллам... – белмәгән-күрмәгән ят ҡатындың яҙмышы тетрәндерҙе.

– Аҙаҡ, үҫкәс, белдем: апайым бер йыл эсендә ауырға ҡалмағас, ҡәйнәһе, сатан сирләшкәне алдың да, бала табырға эш­кинмәҫ ул, тип улын ҡатынына ҡаршы ҡотортҡан. Әсәһе шулай утҡа май һирпкән һайын улы апайыма бәйләнгән, кәмһетергә тотонған һәм эсеп туҡмай башлаған. Ире беренсе тапҡыр ҡул күтәргәс тә апайым өйгә ҡайтып килгән, башҡа унда бармайым, тип. Уныһын йүнләп хәтерләмәйем. Балалығыма барып, артыҡ иғтибар бирмәгәнмендер. Әммә еҙнә йөҙ һыуын түгеп, башҡа улайтмам, ҡайт инде, тип артынан инәлеп килгәс, атай-әсәйем апайымды өгөтләп кире ебәргән. Тыныс ҡына бер-ике аҙна йәшә­гәндәрме-юҡмы, еҙнә эсеп иҫереп, айырыу­са ҡотороп, апайымды ныҡ типкеләгән. Ҡоймос һөйәген, аяғын һындырғансы. Тора алмай ятҡан апайыма “Тиҙ ярҙам” да саҡырмаған хайуан. Иртән эшкә сығып киткән. Тракторсы ине ул. Һауылмай, көтөүгә ҡыуылмай кәртәлә баҡырып торған һыйырға һиҫкәнеп, күршеһе инһә, апайым кеше ҡарағыһыҙ булып иҙәндә туҙырап ятҡан...

Беҙгә хәбәр иткәс, әсәй менән дауаханаға хәлен белешергә барҙыҡ. Өйгә алып ҡайтығыҙ, бирмәгеҙ мине уға, тип илағанын ап-асыҡ иҫләйем, сөнки ап-аҡ мендәрҙә йөҙө ҡурҡыныс булып күгәреп ятҡан, бер күҙе шешенеүҙән юғалған апайымды танымай, тертләп ҡурҡҡайным. Тауышы ла сипылдап ҡына сыға ине. Нәҙек бармаҡтары бер туҡтауһыҙ күҙ йәшенә шыр еүеш ҡулъяулыҡты бөтәрләне – шул күҙ алдынан китмәй тик тора. Апайымды икенсе кешегә алмаштырғандар кеүек тойолдо. Уға ҡушылып, үкереп илағы килде хатта. Апайымды аяныс хәлгә еткергән еҙнәне барып туҡмар ҙа инем, йәшем бәләкәйерәк. Аға­йыбыҙ ситтә йәшәй, үҙ ғаиләһе бар. Хәйер, дөрөҫөн әйткәндә, ағай беҙҙе яҡлап йөрөр кеше түгел. Унда электән беҙҙең ҡайғы юҡ: һигеҙҙән һуң уҡырға сығып киткән дә, әсәйем әйтмешләй, ҡырҡылған икмәккә әйләнгән. Уға ҡатынының ғаиләһе яҡыныраҡ.

Ҡайтышлай еҙнә осраны. Беҙгә ҡурҡып ҡарап китте. Әсәйем уның менән ҡаты ғына һөйләште. Тик һөйләшеү менән генә кешене үҙгәртеп буламы һуң?!

Дауахананан апайымды ире алып ҡайтты. Беҙ түгел. Апайымды туҡмағаны өсөн еҙнәгә штраф сәпәгәйнеләр. Һинең арҡала аҡса сыға, тип ҡәйнәһе апайыма яман көйгән, тағы еҙнәне ҡаршы һөсләгән. Һәм йүнләп йүнәлеп тә бөтмәгән апайым йортобоҙға ҡайтып тәгәрәне. Башҡа бармайым унда, үлтерә бит ул мине, тине. Атай-әсәйем ышанманы. Мин уның менән һөйләштем, башҡаса улай яһилланмаҫ, түҙ, тора-бара үҙгәрер, өлкәнәйә килә аҡыл ултырыр, тине әсәй. Йәнәһе лә, бөтәһе лә шулай йәшәй, шуның аша үтә. Әсәйем атайҙы миҫалға килтерҙе: “Бына атайың һуғышыуҙан туҡтаны бит!”. Апайым, миңә бер йыллыҡ ҡына бәхет бүленгән, тип, һыуыҡ мунсаға сығып иланы-иланы ла, төйөнсөктәрен төйнәп, кире тамуҡ утына юлланды. Мин юлға сығып, оҙатып ҡалдым уны. Трассаға тиклем барып еткәнсе апайым үҙ уйҙарына батып, бер ни өндәшмәне. Мин хәбәргә әүрәтергә маташһам да, ишетмәне, күҙен ерҙән алманы. Ҡулымды күтәреп, “попут­ка”ны туҡтатҡас, саҡ ҡына йылмайғандай итеп, арҡамдан ҡаҡты ла, ултырып китеп барҙы. Бер һүҙ әйтһәсе! Төңөлөп кенә үлеменә ҡаршы китте...

Апайымдың үлеме хәбәре мине шаң­ҡытты, өлкәнәйтте. Ә әсәйемдең ер тырнап илауы... Балабыҙҙы үҙ ҡулыбыҙ менән гүргә тыҡтыҡ, ниңә һин туҡтатманың, уны яҡламаның, тип әсәйем ерле юҡтан атайымды күрә алмаҫ хәлгә килде. Ике йылдан атай вафат булды. Әллә ни ҡарт та түгел ине... Апайҙың фажиғәле үлеменән һуң ул кесерәйеп, бәләкәсәйеп ҡалғайны. Әсәйгә ҡарағанда бахырыраҡмы шул... Әсәй менән икәү һөйләшмәнеләр ҙә, мин араларында өтөлдөм. Ә бит улар икеһе лә миңә берҙәй ҡәҙерле кешеләр. Икеһен дә йәлләнем, тик араларын көйләй алманым. Шуға үкенәм. Артабанғы тормошобоҙ ватыҡ-ярсыҡтарҙан туҡылды. Һәр һүҙ, ым-ишара күңелде яралағандай ине. Апайым менән бергә шатлыҡ китте өйҙән. Ҡот китте. Шулай ғаиләлә кемдер ҡотто тотоп тора икән ул. Ҡот китһә, ҡойолоп төшә лә ҡуя донъяһы.
Йәш ҡатындарҙың береһе, төҙ атларға тырышып, тәмәкеһен һоноп, усаҡҡа яҡынланы:
– Ниндәй серҙәр һеҙҙең бында?

Мин яуапламай, таяғым менән усаҡты шатыр-шотор болғаным.
– Былай ғына... – ир тороп, аяҡтарын яҙҙы, ҡатындың тәмәкеһен зажигалкаһы менән тоҡандырҙы.
– Ну-ну, – ҡатын көлдө. – Әллә ниндәй бөтмәҫ серләшеүҙәр... компаниянан айырылып...
– Ярай, барығыҙ, зарыҡтырмағыҙ ҡыҙҙы, – тинем иргә.
– Киттем, киттем, – Вадим ҡатынды ҡосағына алды. – Әйҙә, ҡарлуғасым!

Китеп барған еренән ҡатынға ниҙер әйтте лә, кире әйләнеп, миңә эйелде:
– Апайымдың ике айлыҡ ауыры булған... Шул тыумай ҡалған бәпескәй минең төшкә илап инеп яфалай...

Усаҡ яҡтыһында Вадимдың күҙендә йәш бөртөктәре емелдәне... Ә, бәлки, миңә шулай күренгән генәлер, тип үҙемде йыуаттым. Ирҙәр иламай бит ул. Эстән генә янып, иртә китеп баралар.

* исеме үҙгәртеп алынды.





Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға