«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...



31.08.2019 Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе – оҙон, аҡылы ҡыҫҡа, тиҙәр. Мин бының менән тулыһынса килешәм. Башҡаларҙың түгел, ә үҙемдең тормошома байҡау яһау ҙа етә. Уйламайынса яһаған аҙымым менән матур тормошомдо емерҙем, үҙем – ирһеҙ, балаларым атайһыҙ ҡалды. Үкенестәр менән күҙ йәштәрен түкһәм дә, үҙ-үҙемде ғәйепләп әрләһәм дә, үткәндәрҙе ҡайтарып булмай. Булаһы – булған, буяуы уңған, тиһәләр ҙә, яңғыҙ үткәргән төндәр йөрәкте әрнетеп, хаталарҙы иҫкә төшөрә.

Сибай педагогия колледжын тамам­лағас, үҙебеҙҙең район үҙәгендә эшләй башланым. Тап шул йылда буласаҡ ирем ме­нән танышып, ғаилә ҡорҙоҡ. Фаил юғары уҡыу йортон тамамлап, төрлө урындарҙа эшләп өлгөргән. Беҙҙең ра­йонға уны прокурор ярҙамсыһы итеп эшкә ебәргәйнеләр. Арабыҙҙа мөхәббәт булманы, уртаҡ дуҫтар таныштырҙы, ғаилә ҡорорға димләне. Тыныс холоҡло, фатирлы, мәртәбәле эш урыны бар. Йәғни, уңышлы партия. Оҙаҡ икеләнеп йөрө­мәнем, кейәүгә сығырға риза булдым. Аҙаҡ белеүемсә, иремдең ваҡытында иҫ китерлек мөхәббәте булған. Алты йыл дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы никахтары алдынан ғына юл фажиғәһенә осрап, вафат булған. Был ҡайғыны Фаил ауыр кисергән, башҡаса бер кем менән дә етди дуҫлашмаған. Бәлки, ғаилә ҡороу тураһында уйламаҫ та ине, әгәр ҙә эштән еңелсә генә ишара булмаһа.
– Йәшәй башлағас, бер-беребеҙгә өй­рәнербеҙ. Иң мөһиме – ихтирам һәм хөр­мәт булһын. Алтын тауҙар вәғәҙә итмәйем, шулай ҙа һинең һәм буласаҡ бала­ларым­дың матур киләсәге өсөн тырышасаҡмын, – тине ул тәҡдим яһағанда.

Матур ғына йәшәп киттек. Ирем, ысынлап та, һәйбәт кеше ине: эшен дә бирелеп башҡарҙы, өйҙө лә онотманы. Аҙып-туҙып йөрөмәне, кешеләр араһында абруйы булды. Артыҡ бай йәшәмәһәк тә, аҡсаға интегеп ултырманым. Ғаилә ҡороуыбыҙға дүрт йыл була тигәндә, иремде баш ҡала янындағы районға эшкә күсерҙеләр. Үҙебеҙҙә генә ҡалһаҡ, бәлки, тормош үҙ яйы менән барыр ине лә бит, тик хоҡуҡ белгестәрен ниңәлер урындан урынға күсереп йөрөтәләр шул.

Яңы урынға күскәндә, мин декрет ялында инем. Ҡыҙыбыҙ Айгөлгә алты ай, өйҙә ултырам. Туғандар ҙа, таныштар ҙа юҡ, көндәр буйы өйҙә бер үҙем. Аҙна тирәһе әсәйем килеп, урынлашырға ярҙам итте лә ҡайтып китте. Мин атай йортона ҡайтып, бер аҙ булырға теләгем бар ине лә, ул ҡаршы төштө:
– Иреңде яңғыҙ ҡалдырып йөрөмә. Эштән ҡайтыуына өҫтәлдә – ҡайнар аш, иртәнсәк тороуына таҙа кейем булһын. Ҡыҙын ҡалай ярата, ҡулынан төшөрмәй бит! Аралары һыуынмаһын. Ә ҡунаҡҡа бергәләшеп ҡайтырһығыҙ, – тине ул.

Яңғыҙлыҡтан интегә-интегә ике йыл ваҡыт үтте. Күршелә йәшәгән 60 йәшлек Нурия апайҙы һанамағанда, аралашҡан кешеләрем булманы. Көндәрем бала һәм өй эштәре менән үтте. Шуғалыр ҙа Фаил балалар баҡсаһында тәрбиәсегә эш бар, тигәс, шатланып риза булдым. Кешеләр менән аралашыуға, эшкә һыуһағайным. Эшкә урынлашҡан аҙнала уҡ Өфөгә барып үҙемә килешле күлдәктәр, аяҡ кейемдәре, сумкалар алдым, матурлыҡ салонына инеп, өҫ-башымды тәртипкә килтерҙем. Өйгә ҡайтҡас, танышыу табыны өсөн тәмлекәстәр бешерҙем, салаттар яһаным. Күңелемде байрам хистәре биләгәйне.

Ашҡыныуым бушҡа булмаған, бәлә уйламағанда килде. Ул саҡта бәлә булыр тип уйламаным, киреһенсә, был ос­рашыуҙы яҙмыш бүләге итеп ҡабул иттем. Эш башлауыма бер ай үттеме, юҡмы, минең төркөмгә йөрөгән Ильяс исемле малайҙы иртәнсәк атаһы алып килде.
– Башҡа ваҡытта балалар баҡсаһына барырға тигәндә күҙ йәштәре түккән улыбыҙ хәҙер, киреһенсә, йөрөр өсөн ашҡынып тора. Ял көндәре, ҡасан садикка барабыҙ, тип йөҙәтеп бөттө. Бына килдем әле улыбыҙҙы үҙенә ҡаратҡан тәрбиәсе ниндәй икәнен күрергә, – тип ул ишектән ингәндә үк хәбәрен теҙә башланы. – Исемем Айҙар була, дауаханала эшләп йөрөйөм, кәрәкһә, мөрәжәғәт итегеҙ.
– Рәхмәт тәҡдимегеҙ өсөн, тик кәрәк­мәһен инде ул, – тип йылмайып яуапланым. Ҡапыл ғына кәйефем күтәрелеп китте.
– Әлбиттә. Һеҙҙең кеүек сибәр, гүзәл туташҡа ауырырға ярамай.
– Туташ түгел, ханым. Ильястан бәлә­кәйерәк ҡыҙым да бар минең.
– Бындай матурлыҡ хужаһыҙ булмай инде ул! Эхх, Ильясҡа көнләшәм. Уның урынына шатлана-шатлана үҙем йөрөр инем дә бит...

Танышҡан көндө үк Айҙар татлы теле менән мине үҙенә арбаны. Иремдән бындай матур һүҙҙәр ишетмәгәс, күңелем ирене. Үҙемде донъялағы иң матур ҡатын-ҡыҙ итеп тойорлоҡ комплименттары көн һайын тигәндәй табылып торҙо:
– Был күлдәк һеҙҙең талдай нескә билегеҙҙе тағы ла һомғолораҡ итеп күрһәтә.
– Һары төҫ һеҙҙең зәңгәр күҙҙәрегеҙгә бигерәк килешә икән!
– Ооо, яңы прическа яһатҡанһығыҙ! Шундай матур муйынды сәс менән ҡаплап йөрөп, беҙҙе шундай гүзәллектән мәхрүм иткәнһегеҙ!
– Был хушбуй еҫе һеҙҙең серле һәм тыйнаҡ булмышығыҙға ғына тап киләлер ул!

Үҙе көн аша тиерлек шоколад кән­фиттәре йә торт килтерә, 8 март байрамына ҙур гөлләмә тотоп килде:
– Барлыҡ балаларҙың ата-әсәләре исеменән, шулай уҡ шәхсән үҙемдең ҡай­нар хистәремде белдереп, ошо сәс­кәләрҙе һеҙгә тапшырам!
Яйлап ҡына уға ғашиҡ булдым. Хистәремде һиҙҙермәҫкә тырышып тый­наҡ һөйләшәм, артыҡ аралашып бармайым. Ә үҙем көн һайын иртәле-кисле уның килгәнен көтәм. Хеҙмәттәштәрем уйынлы-ысынлы төрттөрә лә башланы:
– Айҙар Альбертович, моғайын, һиңә ғашиҡ булғандыр. Быға тиклем Ильясты айына бер генә килтерә ине, уныһында ла аҡса йыйыуға ғауға ҡуптарыу өсөн. Хәҙер көн һайын үҙе йөрөтә, бүләктәр бирә, аҡса йыйғанда ла иң тәүҙә һәм артыҡ итеп тапшыра. Һай, был бушҡа түгел!
– Ҡуйығыҙ әле, башҡа балаларҙың да аталары килеп ала бит...
– Тик береһе лә һинең тирәлә уралмай.

Эштә юғары белем талап итә башлаған мәл ине, ял алып, Өфөгә институтҡа уҡырға инеү өсөн документтар тапшырырға киттем. Ҡайтырға йыйынған ерҙә Айҙарҙан: “Мин Өфөлә, ҡайтыр булһаң шылтырат, юл ыңғайы алып китермен”, – тигән смс килде. Аҡылым менән ярамағанын аңлай инем, әммә хистәремә баш була алманым. Бергәләп ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ваҡытты һуҙыр өсөн кафеға туҡтап сәй эстек, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Шул мәлдә ул тыныс ҡына итеп үҙенең мөхәббәтен белдерҙе. Минән яуап булмаһа, барыһы ла имен генә үтеп китер ине, тик күҙҙәренә тултырып ҡарап:
– Мин дә, – тип бышылданым.

Шул көндән башлап беҙҙең осрашыуҙар башланды. Фаил өйҙә булмағанда, Ай­гөлдө Нурия апайға ҡалдырып та сығып киткеләнем. Оҙайлы командировкалары мәлендә ҡыҙымды йоҡлатып, төнгөлөккә сыға инем. Иң бәхетле мәлдәр сессиялар ваҡыты булды. Ҡуртымға алынған фатирҙа аҙналап Айҙар менән бергә йәшәнек. Имтихандар бирә алмауҙы йәки түләүле консультацияларҙы сәбәп итеп, ваҡытты һуҙҙым. Ул мәлдәрҙә ҡыҙымды өләсәләре ҡараны. Айҙар осрашҡан һайын ҡатынын яратмауын, балалары хаҡына ғына йәшәүен тыҡыны.
– Исмаһам, һинең ғаиләң булмаһа, айырылыр ҙа китер инем. Икебеҙ ике тоҙаҡта ғүмер иткән кеше бит беҙ...

Кеше һиҙҙеме, юҡмы, белмәйем, беҙҙең мөхәббәт өс йыл дауам итте. Мөхәббәт хистәренә артыҡ бирелеп, аҡылымды тамам юйҙым. Ауырлы икәнемде һиҙгәс, Айҙар менән кәңәшләшеп тә тормайынса, иремә икенсе кешене яратыуымды, айырылышырға теләүемде әйттем. Тыныс холоҡло Фаил ун йылға беренсе тапҡыр миңә ҡул күтәрҙе. Шуны сәбәп итеп, әйберҙәремде йыйҙым да ҡыҙымды алып Нурия апайға индем.
– Эй, һылыуым, ут менән уйнайһың бит... Баланы етем итеп, бәхет таба алмаҫһың. Әгәр һинең ниндәй ниәт менән йөрөгәнеңде белһәм, бала ҡарарға ризалашмаҫ инем. Ғаилә боҙолоуға мин дә сәбәпсе булдым инде, – тине лә, Айгөлдө етәкләп, аш бүлмәһенә йүнәлде. Мин Айҙарға шылтыратып, осрашыуға саҡырҙым.
– Ахмаҡ һин! Кәңәшләшмәй-нитмәй ниңә иреңә әйтәһең ул!? – булған хәлдәрҙе һөйләп биргәс, һөйгәнем ҡыҙып китте. – Бөгөн үк кире ҡайт, ғәфү үтен! Шаярттым, тиген.
– Мин башҡаса уның менән йәшәй алмайым. Һине яратам!
– Өс йыл йәшәнең дә, хәҙер йәшәй алмайһыңмы?
– Мин ауырлымын... Һинән. Икенсе ай инде.
– Точно ахмаҡ һин! – Айҙар ҡапыл көлөп ебәрҙе. – Ир менән йәшә, һөйәркә менән йөрө. Баланың кемдән икәнен ҡайҙан беләһең? Уны ДНК анализынан тыш бер кем дә әйтә алмаясаҡ. Әллә ике ай буйы ирең менән бөтөнләй булманым, тип әйтергә итәһеңме? – өндәшмәгәс, ул бер аҙ тынысланғандай булды. – Ярай, яңылышлыҡ һәр кемдә була. Өфөләге курсташым менән һөйләшермен, оҙаҡҡа һуҙмай ғына абортҡа барып ҡайт. Иреңә бер нәмә лә әйтмә.
– Нисек инде? Мин айырылһам, беҙ мәңгелеккә бергә була алабыҙ бит. Һин һәр ваҡыт шул турала хыялландың!
– Урында эшләгән, аҡыллы, арыу ирҙән айырылырға теләрһең тип уйламаным. Осрашып ҡына йөрөү етмәй инеме һиңә?! Ошо янъял һиңә ниңә кәрәк булды?
– Һинең менән бергә булғым килә...
– Аңла, ҡатын – ул ҡатын, ә һөйәркә үҙ урынында. Уларға өйләнмәйҙәр. Иреңде онотоп миңә әүрәнең, ә минең менән йәшәй башлаһаң, икенсегә әүрәмәҫһең тигән гарантия бармы? Юҡ!
– Ни һөйләйһең һин? Элек бөтөнләй башҡа ҡарашта инең...
– Наҙланған, иркәләнгән саҡта нимә генә әйтмәҫһең. Ә тормошта аҙ ғына булһа ла аҡыллыраҡ булырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, әле һуң түгел, тыныслан, ҡайт һәм ирең менән араңды яйла.

Үҙемдең яңылышҡанымды шунда ғына аңланым. Татлы телле, йылғыр һәм аумаҡай Айҙарға ышанып, яҡлаусым, терәгем булырҙай ышаныслы Фаилды юғалттым. Беҙ ҡапсыҡта ятмағандай, айыры­лышыуыбыҙҙы кешеләр белде. Ҡылығымды белгән туғандарым менән аралар һыуынды, эштә лә абруйым төштө. Ирем дә ғәфү итергә теләмәне. Тыуған яғымдан ике бүлмәле фатир алып бирҙе лә шунда күсерҙе. Таныштары аша эшкә урынлашырға ла ярҙам итте.
– Бәхетең, ул иргә кейәүгә сыҡманың. Юғиһә суд аша баланы үҙемә ала инем. Үҙ баламды үгәй ҡулына ҡаратып ултыраһым юҡ. Икенсе бала өсөн дә алимент түләйәсәкмен, минең исемгә яҙҙыр. Әммә аҙып-туҙып йөрөрҙәй булһаң, ҡара уны! Бында күҙ-ҡолаҡтарым бар, бер генә хәбәр булһа ла, әсәлек хоҡуғынан яҙҙырам, – тип янаны.

Айҙар менән ҡабат осрашманыҡ, хатта шылтыратып та хәлемде белгәне юҡ. Фаил хәҙер баш ҡалала эшләй. Ҡабат өйләнмәне, балалар янына килеп йөрөй. Тәү осор барыһы ла яйланыр, тип өмөт итә инем әле. Тик барыһы ла юҡҡа ғына. Ул мине ғәфү итмәйәсәк, быны мин бик һуңлап аңланым.



Автор: Илгизә
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға