«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)



09.08.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


* * *
– Ишеттеңме әле, Айгиз менән Гөлнисаның туйы булған, ти.
– Китсе! Дөрөҫ булһа, Гөлнисаны ҡотлайым. Хәбәрең ысын булмаһа – Айгизде.

* * *
Ике ир һөйләшә.
– Кисә төн уртаһында эсеп ҡайтҡас, ҡатының нимә тине?
– Бер нәмә лә әйтмәне. Алғы ике теште былай ҙа алдыртырға йөрөй инем.

* * *
Бер ҡатын эшкә күҙе күгәреп килгән. Коллегалары:
– Ыста, кем?
– Ирем.
– Ирең? Беҙ уны командировкала тип уйлағайныҡ…
– Эх, ҡыҙҙар, мин дә шулай тип уйлағайным.

* * *
– Кисә буласаҡ кәләшемә үҙемдең бөтә гонаһтарым хаҡында һөйләнем!
– Шунан?
– Ярҙам итмәне, ике аҙнанан туйыбыҙ.

* * *
Ғаилә бюджетын оҙаҡ һанағандан һуң ҡатыны:
– Ҡәҙерлем, аҡсабыҙ бик аҙайҙы. Шуның өсөн хәҙер һиңә һәр көн төшкө һәм киске аш алдынан берәр рюмка араҡы эсеүеңде туҡта­тырға тура киләсәк. Ә мин үҙ яғымдан, тәмәке тартыуыңды ташларға ярҙамлашасаҡмын, тип вәғәҙә бирәм, – ти.

* * *
Ун икенсе ярты. Улы өйгә ҡайта. Атаһы:
– Шунан, улым, осрашыу нисек үтте?
– Яҡшы.
– Яҡшы булғанда таң алдынан ғына ҡайталар ул.



Автор: Т. Аманов
Фото: Т. АМАНОВ



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға