«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!



08.02.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Өс әхирәт осраша. Береһе:
– Миңә ирем ҙур телевизор менән стереосистема һатып алды. Рәхәтләнеп өйҙә ятам, бер ҡайҙа ла йөрөргә түгел, – ти.
– Ә минеке видеомагнитофон алып бирҙе. Нимә теләйем, шуны ҡарайым, – ти икенсеһе.
– Ә һиңә ирең нимә һатып алды? – тип һорай­ҙар өсөнсөһөнән.
– Бер нәмә лә. Ул, һинең менән киноға ла, театрға ла йөрөп була әле, ти.

* * *
Ауырыу хирургҡа килә.
– Табип әфәнде, минең эсем ауырта, – ти ул.
Тегеһе пациентты ҡарай ҙа:
– Әйҙәгеҙ, һеҙҙең ҡолағығыҙҙы ҡырҡам, – ти.
Ауырыу, аптырап, ҡәнә­ғәтһеҙлек белдереп, ҡур­ҡып сығып китә һәм терапевҡа инә.
– Минең эсем ауырта, хирургҡа килгәйнем, ҡолағығыҙҙы ҡырҡайыҡ, тисе.
– Был хирургтарға тик ҡырҡырға ғына булһын, – ти терапевт, асыуланып. – Һеҙгә рецепт яҙып бирәм, шул дарыуҙы эсһәгеҙ, бер айҙан ҡолағығыҙ үҙе өҙөлөп төшәсәк.

* * *
Ике әхирәт телефон аша һөйләшә. Береһе:
– Сөмбөл, ишетәһеңме, бөгөн төндә бик ҡыҙыҡ төш күрҙем. Имеш, мин бер үҙем ир-ат мунсаһына барып ингәнмен.
– Ир-егеттәр һиңә ташланмағандарҙыр бит?
– Юҡ. ҡасып бөттөләр...

* * *
Бер төпкөл ауылда оло йәштәге ир:
– Мин русса бик шәп беләм, – тип маҡтана, ти.
– «Исполняющий обязанности директора неполной средней школы» тигән һөйләмде башҡортсаға әйләндерегеҙ әле, – тигәс, ул эре генә:
– Эй, таптың эш. Тулыр-тулмаҫ мәктәптең булыр-булмаҫ директоры була инде ул, – тип яуап биргән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға