«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Алдаҡсы донъя



11.05.2019 Алдаҡсы донъя

«Ихлас» мәсетенән сыҡҡас, Тәнзилә ханым яй ғына өйҙәренә табан атланы. Мин был таныш йөҙҙө күреп, артынан атлай бирҙем. «Кем әле был ханым?» Йөҙө таныш булһа ла, был ханым бик үҙгәргән, бирешкәйне. Башына мөслимәләр генә бөркәнә торған аҡ яулыҡ ябынған, өҫтөндә – оҙон плащ.

– Һаумыһығыҙ, Тәнзилә апай! – тинем үҙен саҡ-саҡ танып алғас.
– Аллаға шөкөр, балам, кем булдығыҙ әле, хәтеремә төшмәй тора? – тине, бик иғтибар менән ҡарағандан һуң.
– Мин Зөлфиә бит. Ул торғонлоҡ осоронан һуң күпме ваҡыт үтте, әлбиттә хәтерегеҙгә төшмәй тора. Һеҙҙә ҡыҙым менән фатирҙа торғайным, – тинем, иҫләтергә тырышып.
– Эйе шул, һеҙ ҙә элеккесә йәш түгел инде, был тормош тигәнең береһен дә аямай. Был тормош алдаҡсы ғына ул, балам, – тип өҫтәне.
– Әллә мөслимә булып киттегеҙме, апай? – тип һораным.
– Ваҡыт инде, балам, ваҡыт, йәш тә бара бит инде, – йөҙө нурҙар бөркөп торған, зәңгәр күҙле, ап-аҡ йөҙлө матур апай тормош ваҡлыҡтарына бирешә төшкән түгелме һуң? – Алла юлына ни тиклем иртәрәк баҫһаң, шул тиклем күберәк унан ярҙамын да, изгелеген дә күрәһең. Элегерәк йәшлек менән ул турала уйлап та бирмәйһең, – тине.
– Эйе шул. Әле бына мин дә мәсеттән сыҡтым, атай-әсәйҙәр рухына, туғандар рухына хәйер һалдым.
– Ярай бик һәйбәт, Алланы онотмаған, туғандарығыҙҙы, атай-әсәйҙәрҙе иҫкә алып торған өсөн рәхмәт инде, – тип ҡуйҙы. Шулай һөйләшә-һөйләшә юлыбыҙҙы бергә дауам иттек. Был мөләйем, матур ханым дүрт тапҡыр тормошта булып та ир бәхетен күрә алмаған. Күңеленең түрендә гел яҡты хыялдар йәшәгән ханым ине бит. Яҡшы уйҙар менән тыныс та, сабырһыҙ ҙа булып үҙ мөхәббәттен көтөп йәшәгән. Ул ваҡыттар – 1990 йылдар донъя үҙгәрештәр кисергән осорҙа танышҡайным был апай менән. Ул саҡта минең дә тормошомдоң аҫты-өҫкә килгәйне. Фатир эҙләп, башты ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән ваҡыт.

Шулай урамда һөйләшеп танышып киттек тә, хәлемде аңлап, һис бер нимә уйлап тормай, бүлмә асҡысын бирҙе лә ҡуйҙы. Беҙ йәшәйәсәк йортҡа алып барып беҙҙе индереп үк ҡуйҙы. Донъя шундай буталған заманда ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше табылыуына шатлығымдың иге-сиге булманы. «Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына», тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән халыҡта. Хәлемә инеп, Тәнзилә апай шунан бирле иң яҡын дуҫыма әйләнде. Шуға ла ышаныс белдереп, бар серҙәрҙе һөйләшә инек. Минең менән бер йәштәге ҡыҙы ла бар икән. Үҙенең тәжрибәһенән сығыпмы, тормош нисек кенә ауыр булмаһын, ҡаушап ҡалмаҫҡа, нисек тә алға барырға кәрәк, тип өйрәтә ине. Ул ваҡытта телевидениела тауыш операторы булып эшләп йөрөнө. Ире менән бергә генә киләләр, бер-береһенә бик иғтибарлы һәм ихтирамлылар. Һоҡланып туйғыһыҙ. Бер көндө матур пар булыуҙары тураһында әйт тә һал. Серле генә йылмайып, Тәнзилә апайым тормошо хаҡында һөйләп китте:

– Был – минең дүртенсе ирем. Тәүгеһе Үзбәкстан яҡтарынан ине. Унынсы синыфты тамамлап, Салауат ҡалаһындағы педучилищеға барып, имтихандарҙы уңышлы тапшырғандан һуң, Үзбәкстанда йәшәгән Нурсилә апайым беҙҙе, атай-әсәйҙе Наманган тигән ҡалаға ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ул әсәйемдең бер туған һеңлеһе ине. Мине лә, яңы ғына мәктәп эскәмйәһенән төшкән баланы, имтихандарҙан арып бөткәнһеңдер, әйҙә бер аҙ ял итеп, ил гиҙеп, ил күреп ҡайтырһың, тип үҙҙәре менән ҡунаҡҡа алып китергә булдылар. Әсәй итәгенән дә төшөп бөтмәгәйнем бит әле ул ваҡытта, мөхәбәттең нимә икәнен дә белмәгән бала инем. Яратыуҙың, һағыныуҙың, юғалтыуҙың нимә икәнен дә аңламай ҙа инем. Был ерҙә кем өсөн, ни өсөн йәшәүҙең кәрәклеге хаҡында уйлай белмәй инем ул саҡта. Шуғалыр ҙа алһыу хыялдар менән йәшәгән баланың яҙмышы төптө ят ерҙә бәйләнер тип кем уйлаған?!

Әлбиттә, бик яҡшы ҡаршы алдылар. Өҫтәл тулы – мул ризыҡ. Бөтә ерҙә һый-хөрмәт. Ҡунаҡ күрһәтеү йөҙөнән был яҡтарҙан барған яҡташтар йыйылды. Күрше-күлән, һәммәһе лә яҡты йөҙ күрһәтергә тырыша. Өрмәгән ергә генә ултыртмайҙар. Ҡайҙандыр бер яҡташтың улының миңә күҙе төшөүен дә белдерҙеләр. Үҙем ризалашмаһам, урлап алып ҡасыу ихтималлығын да еткерҙеләр. Нисек кенә булмаһын, барыбер әсәйҙәрҙе күндерә аласаҡтары тураһында ла хәбәр иттеләр. Һуңынан, был егеткә мине бирмәһәләр, егет үҙе менән нимәлер эшләйәсәк, имеш, тигән һүҙ ҙә килеп етте. Бер ҡасан да таныш булмаған был егеткә кейәүгә сығып балалар үҫтерергә тейеш инем. Был ҡәҙәре һый-хөрмәттән атайым бик тиҙ ризалашты. Әсәй өнһөҙ, нимә әйтергә лә белмәй. Минең менән һөйләшеүсе кеше лә юҡ.

Атай-әсәй ризалығын алғас, тиҙ генә ижаб туйына әҙерлек башланды. Туйҙан һуң тағы өс көн ҡунаҡ булғас, атай-әсәй ҡайтырға әҙерләнә башланы. Йөрәгем һулҡылдап ҡуя. Был сит-ят ерҙә нисек кенә йәшәрмен? Хәҙер ни тиһәң дә, мин – ир ҡатыны. Уларҙың тормошо, ҡанундары менән йәшәй башланым. Ирҙең бер ҡарашынан аңларға, ҡурҡырға тейешһең, тиҙәр. Унан уҙып бер нимә лә эшләргә тейеш түгелһең икән. Тәүҙә бөтәһе лә ал да гөл кеүек ине. Ирем кәрәгенән артыҡ иғтибарлы. Һәр хәлдә миңә шулай тойолдо. Тиҙҙән ҡыҙым – күҙ нурым Нуриям донъяға килде. Шунда ғына был мин теләгән тормош түгеллеген аңланым. Күңелдә – ниндәйҙер бушлыҡ. Бар йыуанысым – Нуриям бар. Эсем бошоп илағым килеп тик тора. Тыуып үҫкән еремде һағындым. Ирем Рәхимйән хатта күршеләр менән дә аралашырға бирмәй. Йола ҡушмай икән, берәй ҡотҡо бирер­ҙәр, араға инерҙәр, имеш... Нурсилә апайым менән дә һирәк осрашабыҙ. Тыуған яғыма осоп ҡайтырҙай булам. Баламды күкрәгемә ҡыҫам да, йәштәремә быуылып тик ултырам. Әсәйҙәргә ҡыҙымды күрһәткем килә. Бындағы йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе күргем дә килмәй, мин уларҙы аңларлыҡ хәлдә лә түгелмен. Һағыныуымдан хатта шунда ятып үлергә лә риза инем. Туған телемде, ата-әсәйемдең рухи моңон, үҙебеҙҙең башҡорт моңдарын һағындым. Ә ирем уның һайын мине ситлектә тота, бер кем менән дә аралаштырмай, һөйләштермәй. Әйтерһең, ниндәйҙер һынау аша үтәм. Шулай ҙа бер көн Нурсилә апайымдарға барып килдек. Илай-илай хәлемде һөйләп бирҙем. «Мин барыбер ҡасам, былай ситлектә йәшәй алмайым, бик ныҡ әсәйҙәрҙе, тыуған яғымды һағындым», –тинем.

– Апай, юлға аҡса биреп торсо, – тинем тәүәккәл генә. Апайым хәлемде аңланы булһа кәрәк. «Тик бер кем дә белмәһен», –тип йәшереп кенә аҡса бирҙе. Юллыҡ аҡсаны баламдың йүргәгенә йәшереп төрҙөм дә, план ҡора башланым. Уны тормошҡа ашырыу өсөн хыялланып йәшәнем. Атай-әсәй менән осрашыу көндәренең тиҙерәк килеп етеүен түҙемһеҙлек менән көтәм. Теге ваҡыт ете ят ерҙә ҡалдырып киткәндәре өсөн ғәфү итмәҫ кеүек инем. Ә хәҙер бөтәһен дә оноттом. Бер көн Рәхимйән һәм тағы бер нисә ир кемгәлер ярҙам итергәме, ниндәйҙер эш буйынса ҡайҙалыр барырға тейеш ине. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа булдым. Уларҙы оҙатыу менән, ҡыҙымды күтәреп алдым да Нурсилә апайымдарға йүгерҙем. Ул өйөнә лә саҡырып тормайса мине вокзалға оҙатып ҡуйҙы. Унда поезға ултырғас ҡына күңелем тынысланды. Шатланып тыуған яҡтарыма ашҡынып ҡайтып барам. Юлда бәләкәй бала менән булған ҡыйынлыҡтар ҙа оло шатлыҡ кеүек кенә ине.
Тыуған төйәккә иҫән-һау ҡайтып еткәс, уның шундай ҙа ҡәҙерле һәм ғәзиз булыуын тағы ла нығыраҡ аңланым. Тыуған йорттан да изге, атай-әсәйҙән дә миһырбанлы кеше юҡ был донъяла.
«Бынан һуң Башҡортостанымды, илемде, тыуған тупрағымды ташлап бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да китәсәгем юҡ», – тинем үҙемә. Ҡыҙым да матур булып үҫеп килә.

Салауат педучилищеһына барып уҡыуымды дауам итергә ҡарар иттем. Ҡыҙымды әсәйемдәр ихлас ҡараша, ә мин тырышып уҡып йөрөйөм. Тиҙҙән диплом алырға йыйынам. Диплом алып, үҙебеҙҙең ауылда башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй башланым. Дәртләнеп эшләп йөрөйөм. Бөтә көсөмдө, ваҡытымды баламды тәрбиәләүгә һәм эшемә бирәм. Элек уҡырға бөтә көсөмдө сарыф итһәм, хәҙер балаларға – киләсәк быуынды тәрбиәләүгә бағышлайым. Мөхәббәткә һаман ваҡыт етмәй.

Бер көндө шулай балалар менән ауыл клубында концерт ҡуйырға әҙерләнәбеҙ. Гармунсы кәрәк ине. Ҡайҙандыр яңы ғына әрме сафынан ҡайтҡан Ғәфүрҙе табып килтерҙеләр. Балалар концерты тимәҫһең, бик уңышлы һәм матур килеп сыҡты. Бына ошонда таныштыҡ инде беҙ Ғәфүр менән. Ҡара бөҙрә сәсле, мыҡты кәүҙәле, оҙон буйлы, асыҡ йөҙлө, зәп-зәңгәр күҙле был егет күңелемде, үҙемде солғап алды. Нисек бер ауылда йәшәп, уны бер ҡасан да күрмәгәнмен? Ҡайҙа үҫкән? Йөрәгем күкрәгемдән сығырҙай тойола. Бына ул, бына мин көткән мөхәббәт тигәне шул була торғандыр. Юҡһа, башҡаса ни өсөн талпыныр был йөрәк?.. Ул да минең хәлемде аңланы, буғай. Концерттан һуң, киске уйынға ҡалыу-ҡалмауым тураһында ҡыҙыҡ­һынды. Йөрәк күкрәктән сығып осорға йыйынғанда, ни эшләп иҙәндәрҙе дер һелкетеп бер бейеп алмаҫҡа? Шулай ҙа бының дауамын да күрге килә бит әле. Кемде оҙата барыр? Бәлки бушҡа янамдыр.

Концерт бөтөүгә йәштәр ултыр­ғыстарҙы шыуҙырып, бейергә майҙансыҡ әҙерләргә тотондо. Ул арала сәхнәнән балалар менән беҙ ҙә төштөк. Ғәфүр баянын һыҙҙырып ебәреүе булды, шуны ғына көткән йәш-елкенсәк һикереп төшөп бейей ҙә башланы. Өҙмәй ҙә ҡуймай мине лә тартып төшөрҙөләр. Ғәфүрҙең ике күҙе миндә. Оялып икенсе яҡҡа ҡараған булам. Беләм, мөхәббәтем йөҙөмә, күҙҙәремә сыҡҡан. Мөхәббәттең үҙ миҙгеле, үҙ йәме бар икән. Шулай ҙа гармунсыны арытҡансы бер бейеп алғас, ҡайтыу яғына ыңғайланым. Киске тынлыҡта гармун тауышы ла тынды. Бәй, әллә киске уйынды йомғаҡлап та ҡуйҙылар?.. Шулай уйлап та өлгөрмәнем, мине Ғәфүр ҡыуып етте.
– Уйын бөттөмө ни? – тинем.
– Юктыр, үҙең бит ҡайтырға ашыҡтың, тағы әҙ генә бейеһәңсе. Матур бейейһең! Ниңә бик иртә ҡайтырға ашыҡтың, әйтерһең, өйҙә илап ултырған балаң барҙыр шул, – тине шаяртыу арҡылы.
– Тап өҫтөнә баҫтың, ысынлап та мине ҡыҙым Нурия һәм әсәйем көтә, – тинем.
– Ысынмы, ҡасан өлгөрҙөң, үҙең дә бала ғына түгелме әле? – тип шаярған була уның һайын Ғәфүр.

Үҙемдең йөрәгем ҡыҫып-ҡыҫып ҡуя. Ниңә әйттем икән? Хәҙер боролоп китеп тә барыр инде. Китеп барһа ни эшләрмен?.. Ысын мөхәббәт уты ҡабынған икән, уны алдаҡ менән башламайҙар. Белһен. Теләһә, балам менән таныштыра алам, тик ул теләһен генә. Шулай һөйләшә-һөйләшә Ғәфүр мине өйгә тиклем оҙатып ҡуйҙы.

Ҡанатланып, осоп ҡайтып индем. Ҡайҙан ғына килеп сыҡты һуң әле. Уны уйламаған сағым булманы. Уйымда ла, күңелемдә лә ул ғына. Шул осрашыуҙан бер өс көн үткәс, Ғәфүр мәктәпкә килде. Ҡулдарында ромашкалар гөлләмәһе, оялып ҡына миңә сәскәләрен һуҙҙы ла: «Ғәфү итегеҙ, мин был ауылда ялан сәскәләренән башҡа сәскә тапманым. Ысын күңелдән тапшырам. Оҡшаймы һеҙгә?» –тигән була. Йөрәгем күкрәгемдән атылып сығырға торһа ла, үҙемде тынысыраҡ тоторға тырышам.
– Ауылда иң матур сәскәләр яланда ғына үҫә инде, – тинем, уны дәртләндереү өсөн. Тәҙрә төбөндә ултырған вазаны алып сәскәләрҙе урынлаштырғас. –Ниндәй елдәр ташланы мәктәпкә, үтеп барышлай ғынамы, йә булмаһа берәй йомошоғоҙ булдымы? – тип һораным ҡыҙыҡһынып.
– Үтеп барышлай түгел, тура үҙеңә килергә булдым әле. Йөрәгемә ут һалдың Тәнзилә. Теге кисәнән һуң йоҡом ҡасты, көнө-төнө һине уйлап тик йөрөйөм. Мин дә шул хәлдә бит, тиеп саҡ әйтеп ысҡындырманым. Беҙҙең арала бала баҫып торған кеүек. Ярай, мине яратһын да, ти. Баламды ҡабул итә алырмы һуң? Башҡа мең төрлө уй килә. Шул саҡ Ғәфүр үҙе һүҙ башланы.
– Һине күргәндән бирле, көнө-төнө һине генә уйлап тик йөрөйөм. Сихырланың мине, Тәнзилә. Күҙ алдымдан китмәйһең, күҙ һирпеп ҡарауҙарың, йылмайыуың, еңел генә күбәләктәй осоп-осоп матур итеп бейеүҙәрең. Яраттым һине.

Мин дә шул уҡ хәлдә түгелме ни? Сихырланың, имеш... Ах, белһәсе, нисек уның ҡосағына ташланып: «Ниңә һин шулай һуңланың, ниңә мин һине был көнгә тиклем күрмәгәнмен дә белмәгәнмен», – тип күкрәгенә ҡапланып үкһеп-үкһеп илағым килгәнен. Үҙемде саҡ ҡулға алам. Уның әйткән һүҙҙәренә бик иреп китмәҫкә тырышам. Шул саҡ Ғәфүр мине ҡулдарымдан эләктереп алды ла : « Ниңә өндәшмәйһең? Мин һиңә бөтөнләй оҡшамайыммы әллә?» – тип көслө ҡулдары менән күкрәгенә ҡыҫты. Бер-береһенә ҡулдар тоташты, уттай янған йөҙҙәр ҡауышты. Бар донъя тыныс ҡына ҡауышыу минуттарын күҙәтеп тора кеүек ине. Йөрәктәр генә дөпөлдәп тибә. Бына ошонда ҡайнар ирендәр бер бөтөн булып бер-береһенә ҡушылды. Әйтерһең, беҙ шул ваҡытты бик оҙаҡ көткәнбеҙ. Мөхәббәтте һорап алмайҙар, уны йөрәк менән яулайҙар шул. Мөхәббәттән иҫереп, мәктәптән ҡайтырға сыҡтыҡ. Ауыл буйлап икәү атлайбыҙ. Икебеҙ ҙә бик бәхетлебеҙ. Ҡаршыбыҙға ҡыҙым Нурия менән әсәйем килә.

– Балалар, мәктәптән ҡайтып китеп бөттө шикелле. Беҙҙең әсәй бөгөн ни эшләп һуңланы әле ? – тигән була әсәй. Шул арала Ғәфүр Нурияны күтәреп алды. Хатта таныштырырға ла өлгөрмәнем. Уның менән ҡыҙым бер тартыныуһыҙ һөйләшеп алып китте лә барҙы. Әйтерһең, күптән таныш булғандар.Үҙ-ара бик тиҙ уртаҡ тел табып, нимәлер һөйләшә лә башланылар. Әсәйем генә был осрашыуҙы бик өнәп бөтмәне. Сөнки ул йәш, биш йәш айырмаһы, балалы ҡатын уға нимәгә, – тигән булды. Минең дүрт йәше менән барған ҡыҙым уны бөтөнләй ҡурҡытманы. Беҙҙең мөхәббәт уның һайын нығына ғына барҙы. Шулай бер-ике айҙан ашыу дуҫлашып йөрөгәс, кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Тиҙ арала никахҡа әҙерләнергә көн билдәләнде. Никахтан һуң гөрләтеп туй яһаныҡ. Мәктәптән алыҫ түгел колхоз иҫәбенән фатир бирҙеләр. Мөлдөрәмә тулы мөхәббәттә, шатлыҡ тулы күңел менән йәшәп киттек. Шул тулы ғаиләбеҙҙе тағы тулыландырып, улыбыҙ Рәүеф тыуҙы. Берҙән- бер көндө Ғәфүрем үҙенең күптән хыял итеп йөрөгән серен асты.

– Беләһеңме, йәнем, мин табип булыр инем. Был минең бик күптәнге хыялым, Өфөгә уҡырға барырға теләһәм, ебәрерһеңме? Һин ризамы? Бына ниндәй көтөлмәгән хәбәр. Бер-беребеҙҙең наҙына туйынып та өлгөрмәнек бит әле. Минең һине бер ҡайҙа ла ебәргем килмәй тип ҡысҡырғым килде. Ләкин имтихандар осоро бына-бына башланырға тора. Нимәлер хәл итергә кәрәк ине. «Һин – уҡытыусы, ә мин табип, бик матур яңғырай» – тигән була. Икәүләшеп ҡысҡырып, донъяны яңғыратып көлөшәбеҙ. Үҙенең теләге булғас, ни эшләйһең «барһын инде» – тинем. Ауылда бер һөнәр инде: йә мал ҡарайһың, йә тракторсы, йә шофер. Ә иремдең ундай һөнәрҙәре лә юҡ бит исмаһам. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тиҙәр. Йә һуңынан ғүмер буйы миңә үпкәһен белдерер, тип уйланым да риза булдым. Их, белһәм икән шул ваҡытта, тормошомда тағы бер киҫкен боролош булырын?!... Юҡ, башта бөтәһе лә ал да гөл барҙы. Ғәфүрем имтихандарын уңышлы тапшырып, медицина институты студенты булып китте. Уны аҙна һайын көтөп алыуы үҙе бер байрам ине. Оҙатыуы ҡыйын булһа ла, мөхәббәт, киләсәк тормош хаҡына түҙәһең икән. Улыбыҙға бер йәш тулғанда, эшкә сыҡтым. Сөнки өйҙә аҡса етмәй. Ике баланы ашатырға, кейендерергә лә кәрәк бит. Улай ғына ла түгел, Ғәфүрем –студентым бар. Өсөнсө курсҡа еткәндә, ул ике аҙнаға бер йә булмаһа айына бер тапҡыр ҡайта башланы. Һораша башлаһаң: «Бик күп әҙерләнегә, уҡырға кәрәк, практикалар башланды» – тип яуаплай. Күңелем урынында түгел, әммә уға ышанмаҫҡа хаҡым юҡ. Курс һайын талаптарҙың да артыуын яҡшы аңлайым. Шулай ҙа күңел юҡҡа һиҙенмәгән икән. Яңы йыл алдынан был миңә хәбәр ебәрҙе. Имеш, ул Яңы йылға ҡайта алмай, уның сәбәптәрен ҡайтҡас аңлатыр.
Эйе, байрам үткәс ҡайтты ҡайтыуын, бөтәһен дә аңлатып та бирҙе биреүен.
– Эйе,Тәнзилә, мине башҡаса көтмә, икенсене яраттым. Беҙ бергә уҡыйбыҙ. Унһыҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ғәфү ит мине, Тәнзилә, шулай килеп сыҡты. Тик шуны беләм, беҙ бергә.

– Нисек.... нисек, ә беҙҙең улыбыҙ Рәүеф... Ә мин яратам, тип донъя яңғыраттың. Хәҙер икенсене яраттыңмы? Ташлап китәһеңме?... – тинем күңелемдән сыҡҡан ярһыуҙы саҡ тыйып. Был хәбәрҙән күҙемә аҡ-ҡара күренмәй, йөрәгем күкрәгемдән ырғып сығыр төҫлө. Хыялдарыңа ҡаршы килмәнем , дүрт йыл уҡыттым, ә ниндәй яуап... Усаҡ алдында ятҡан утын ағасын алып, башына берҙе ҡундырҙым да иҫтән яҙғанмын.
Аңыма килгәндә, Нуриям илай-илай күҙҙәре шешенеп бөткән, ә улым нимәлер тәтелдәп, ҡулдарымдан һыйпай. Әсәйем: «Балаҡайым, шуның менән донъя бөтмәгән, балаларың хаҡына йәшәргә кәрәк, үҙ- үҙеңде ҡулға ал», – тип һөйләнә-һөйләнә мине йыуата. Бер кемде лә ишетерлек хәлдә түгел инем. Тик ирендәрем генә: Донъя алдаҡ икән ,
Торғаны бер ялған,
Әҙәм йәшәй бары өмөт менән,
Үткән бәхет, тыуар көн менән.
Ялған – мең ҡаяулы, юҡтыр уны
Бер кем еңә алған...., – тип бышылдай.
Был шиғыр юлдарын ҡайҙалыр уҡығайным. Һис кенә лә уйламағайным, был һүҙҙәр үҙемә лә ҡағылыр, тип. Әйтерһең дә, был ысын мәғәнәһендә миңә ҡарата әйтелгән һүҙҙәр. Мин шул хәлдә бер аҙна тирәһе ятҡанмындыр. Бер ни аңламайым, телем өнһөҙ, тәнем йәнһеҙ. Ун көн тирәһе үткәс кенә саҡ-саҡ аяҡҡа баҫтым. Ҡасандыр алыҫ Үзбәкстан ерендә сит-ят ерҙә ирем бер кем менән аралашырға бирмәһә, бикләп тотоп бер ҡайҙа сығармаһа, бөгөн мин килмәй, үҙ хәлемдең тотҡонона әйләндем һәм үҙ- үҙемә бикләндем. Бер кемде лә күргем килмәй, бер ҡайҙа ла сыҡҡым да килмәй. Ауылда төрлө имеш-мимеш һөйләй башланылар. Имеш тә, Ғәфүр ташлап киткән, шундай ҙа матур ҡатынды ташлап китерҙәрме, тағы нимә етмәй икән?...Эй, балалы ҡатын нимәгә уға?...Йәш бит әле Ғәфүр, йөрөп туймағандыр?...

Был ғәйбәт һүҙҙәре үлем менән бер ине ине. Ҡайҙа ғына ҡарама, ҡайҙа ғына барма – һүҙ беҙҙең турала ғына. Оҙаҡ ҡына ауырып ятҡандан һуң, каникулды тыным менән тигәндәй тартып алырҙай булып көтә башланым. Мин дә ауылдан сығып китергә ҡарар иттем. Иң тәүҙә юғары белем алыу һылтауы менән Башҡорт дәүләт университетына барып, документтарымды тапшырҙым. Имтихандарымды уңышлы тапшырғандан һуң, балаларым янына осоп тигәндәй ҡайттым. Был тәүге уңышым ине. Артабан, балаларҙы алып, нисек тә Өфөгә килеп төпләнеү. Шул хыялдарҙы нисек бойомға ашырырға?... Уйлана торғас ,әсәй, ҡыҙымды ғына алып ҡалырға ризалыҡ белдерҙе. Ә бәләкәй бала менән мине кем эшкә ала? Уйлана торғас, икеһен дә ҡалдырып, тәүҙә Өфөгә барып эш, фатир табырға кәрәк ине. Университет тирәһенән алыҫ китмәйенсә яҡын-тирәнән эш эҙләргә булдым. Күп уйлап тормай Башҡортостан телевидениеһына инеп ҡарарға булдым. Йән биргәнгә – йүн бирә, тиҙәр. Юғары белемем булмаһа ла, Башҡорт дәүләт университетында уҡырға инеүем тураһында әйткәс, эшкэ алдылар. Шулай итеп, тауыш оперторы ярҙамсыһы булып киттем. Эштән алыҫ түгел барактан бәләкәй генә бүлмә лә бирҙеләр. Эй, шатлығымдың иге-сиге булманы. Түбәм күккә тейерҙәй булып шатланып, ҡыҙымды киләсәктә баш ҡала мәктәптәренең береһендә уҡытасағыма инанып, улымды әсәйемә ҡалдырып, Өфөгә юлландым. Тормошомдоң ыңғай барыуына шатлығымдың иге-сиге юҡ ине. Үҙем ситтән тороп университетта уҡыйым. Эшем дә бар, ҡыҙым да эргәмдә, мәктәптә яҡын ғына. Тик бына улымдың беҙҙең янда булмауы ғына эсте бошора ине. Гүйә, мин селпәрәмә килгән тормошомдоң ярсыҡтарын йүгереп-йүгереп йыям. Тормошомдо өр-яңынан төҙөй инем. Тиҙҙән улымды ла, яңы ғына асылған тәүлек әйләнәһенә эшләүсе балалар баҡсаһына килтереп урын­лаштырҙым. Ҡулсала өйөрөлгән тейен кеүек өйөрөлөп-сөйөрөләм. Бөтәһенә лә өлгөрөргә тырышам. Етмәһә, барак утын менән яғыла. Йомош кәрәк-ярағы ла урамда. Утын алып килеүе, уны ярыуы, бысыуы үҙемә бик ауырға төшһә лә, тешемде ҡыҫып, был эштәрҙе хатта һөйөнөп, ихлас итеп башҡарам. Сөнки ҡапыл ғына шундай килеп сыҡҡан боролош, тормошомдо йәнләндерҙе, һәр саҡ хәрәкәттә булырға саҡырҙы. Бөтәһе лә ыңғай бара кеүек. Балаларым янымда, эшем дә ҡыҙыҡ, уҡыуым да бара. Ундай бәхет кемгә тейә әле! Быны мин хатта Алла тарафынан һынау ҙа, бәхет тә тип ҡабул иттем. Үҙемдең бер ир-атты ла күргем килмәй. Уларға булған һөйөүем дә, ышанысым да һүрелде. Сәмләнеп донъя көтәм.
Ҡыҙым Өфөнөң иң яҡшы мәктәптәренең береһенә уҡырға тейеш. Тимәк, ул киләсәктә ҙур кеше булып, баш ҡалабыҙҙа эшләйәсәк, йәшәйәсәк. Шундай яҡты уйҙар, матур өмөттәр менән йәшәнем.
Шулай мәшәҡәттәрҙә, ығы-зығыла, ауыр ҙа, ҡыҙыҡ та тормошомдоң уртаһында ат кеүек егелеп эшләйем һәм йәшәйем.

Берҙән-бер көндө күршебеҙ Ринаттың ҡатыны вафат булды. Бар күрше йыйылышып, Мария Ивановнаны һуңғы юлға оҙаттыҡ. Ринат гел генә иғтибарлы, ярҙасыл кеше. Ҡайһы саҡта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер ине, утын бысып, ярып бирешһенме. Ул мине йәлләп ярҙам итә икән. Ярҙамынан күңелгә йылы булып китә. Яңғыҙлыҡ та тамам туйҙырғайны. Ринаттың ике үҫмер балаһы бар. Тән яңғыҙлығы – бер ғазап, йән яңғыҙлығы – үлем, тиҙәрме. Яңғыҙ донъя йөгөн һөйрәй –һөйрәй ваҡыт елдереп үтә тора. Ҡыҙым инде һигеҙенсе синыфты тамамлап, һөнәрселек училищеһенә уҡырға керҙе. Ул тегенсе һөнәрен үҙләшерергә булды. Беҙгә һәм туғандарына матур күлдәктәр тегеп ҡыуандырасаҡ әле. Улым бишенсе синыфҡа бара. Ҡул араһына ингән тиһәң дә, бәләкәйерәк шул әле. Утын алып килергә, уны ярып, өй араға ташып ҡуйыу барыбер минең өҫтә ҡала килә. Яңғыҙлыҡта тамам туйҙырғайны. Әллә бынауы Ринатҡа үҙем һүҙ башлайыммы, тигән уйҙа йөрөйөм. Ҡапыл юлда туҡтатып, ул үҙе һүҙ башланы. Күпме ауырлыҡты үҙ иңендә һөйрәһә лә, Тәнзилә апай матурлығын ташламаған әле. Ринатҡа тиң дә түгел инде. Ҡаҡса ғына, буйға ла әллә ни оҙон түгел. Атлағанда, хатта арҡаһын бөкөрәй­теберәк, яй ғына баҫып йөрөй. Йөҙөнә килгәндә, ҡасандыр бик сибәр генә егет булғандыр. Донъя уны йәлләмәгән, балалы мәрйә ҡатынын алған. Ул уҫал булған, Ринат телһеҙ-өнһөҙ, уның бар теләген үтәргә тырышҡан. Әммә тылсым таяғы әкиәттә генә шул. Бойомға ашмаған теләктәр, һәр ваҡыт та ыҙғыш менән тамамланған.
– Тәнзилә, ҡарап-ҡарап торам да, бер үҙеңә донъя йөгөн һөйрәү ҡыйын бит. Бәлки бергәләп тартырбыҙ.? Еңелерәк булыр... Көс хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә тырышырмын. Мин балаларға кәрәк тә түгелмен инде хәҙер. Улар бәлиғ булған инде, үҙаллылар. Минең әйткәнде ишетмәйҙәр ҙә, күрмәйҙәр ҙә, –тине.

Яңғыҙ ир гүзәл ҡатын-ҡыҙ тураһында хыяллана. Сөнки ул ҡатын, йондоҙ булып, уға төндә юл яҡтыртыусы. Сөнки ирҙәр һәр ваҡыт юлда, эҙләнеүҙә. Яңғыҙ ҡатын-ҡыҙ батыр ир тураһында хыяллана. Тәнзилә лә батыр ир тураһында хыялланып, тамам туйғайны инде. Ринат та йәл. Йәш тә бара, күпме интегергә була?! Башта мең төрлө уй. Балалар нимә әйтер?..Тик бер төрлө генә, быҫҡып ҡына янған тормошоноң шәмен яҡтыраҡ итәһе, йәнләндереп ебәргеһе килгәйне уның. Шуға күрә лә, балаларына өндәшмәйенсә генә Ринат менән осораша башланы. Бер ваҡыт был хәлде Нурия ишетеп, әсәһенән һорау ала башланы, улай ғына ла түгел, оло тауыш ҡуптарҙы. «Һин оятһыҙ, битһеҙ», – тип әсәһенең битенә китереп тә сәпәне. Шундай уҡ хәл килеп сығыр, тип уйламағайны Тәнзилә. Ҡаушап ҡалды. Был, әлбиттә Нурияның балалыҡ сәме генә, көнләшеүе генә, – тип уйланы. Ринат килеп инһә, ҡыҙы асы тауыш ҡуптарҙы, өйҙән ҡыуып сығарҙы. Йәшерен һөйөүҙең мөмкин түгел икәнен белһәм дә, мин уны балаларым хаҡына эшләнем, тине Тәнзилә апай. Бала баҡмай аңламай тигәндәре, шул була торғандыр инде. Эйе, Ринат ярҙамсыл булды, үҙ һүҙендә торҙо. Утын хәстәрләү, килтертеү, бысыу, ярыу –бөтә ир-ат эше уның өҫтөндә булды. Нурия барыбер тыныслана алманы. Ринатты күреү менән талаша башланы. Йыш ығы-зығы ҡуптарҙы. Берҙән-бер көндө уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Шулай ике йыл йәшәү осоронда Тәнзилә яҡлаулы ла, һаҡлаулы ла булды. Әллә ни оло мөхәббәт өмөт итмәһә лә, күңеленең бер мөйөшөн йылытырға ғына теләгәйне. Бер аҡыл эйәһе: «Мөхәббәт хисе кеше күңелдәрен ғүмер буйы яҡтыртып, йылытып тормаһа, күңел ташҡа, дөм ҡараңғыға әйләнер ине» – тип яҙған. Бик хаҡ һүҙҙәр. Ә балаларға килгәндә, уларҙан ризалыҡ алырға йәки рөхсәт һорарға тейеш инеме икән? Кешенән бөтә нәмәне тартып алырға мөмкин, аҡсаһын, йәшлек ғүмерен, байлығын, әммә мөхәббәттән төңөлөргә мөмкинме һуң? Оло мөхәббәтем булған Ғәфүрҙе күңелемдән йолҡоп ташларға, уның был донъяла барлығын да белергә теләмәнем. Унан хатта улына аҡса юллап алыуҙы ла кәмселек тип һананым. Бөтә йәнем-тәнем менән ышанғайным бит уға. Хыянат итте, мөхәбәтте аяҡ аҫтына һалып тапаны. Йырҙа йырлағанса: Күҙ йәштәре менән ҡабул итә мөхәббәттә янып көйөүҙе. Эйе, Ринаттың тиң түгеллеген аңлаһа ла, балалары хаҡына тип кенә бәйләнде бит уның менән. Ул Тәнзиләгә ҡарата иғтибарлы, яғымлы мөнәсәбәттә булды. Ҡатын да ошо бәләкәй генә иғтибарҙы бәхет итеп ҡабул иткәйне. Балаларым хаҡына, улар утын ярып, утын бысып интекмәһендәр, йылы өйҙә ятып йоҡлаһындар, тип уйлағайны ла. Тик ҡыҙы ғына уны дөрөҫ аңламаны. Көндәр үтә торҙо, йөрәк яраһы ла бер аҙ төҙәлә башланы. Шулай уҡ эшемде радио ла дауам итәм. Ҡыҙымды ла, улымды ла башлы-күҙле иттем. Матур ғына итеп туйҙар ҙа яһаным.Тик мин генә һаман яңғыҙым. Бына пенсияға сығырға ла ваҡыт етте. Ҡыҙым инде тормошҡа сығып, ике ейәнсәр, ә улым да өйләнеп, ике ейән бүләк итте. Был минең өсөн оло ҡыуаныс. Ҡыҙым хәҙер үҙе әсәй булғас аңлай. Был тормош ҡыҙыҡ та, ауыр ҙа һәм уйламағанда үҙенең сюрприздарын йәки һынауҙарын килтереп ҡуя. Шулай ҙа бер көн әйтә ҡуйҙым: «Эштә һаҡта ултырған ир миңә тәҡдим яһай. Һеҙ инде күптән үҙ тормошоғоҙ менән йәшәйһегеҙ. Һаман тормош йөгөн бер үҙем тартам– тинем. Теге ваҡыттағы кеүек ғауға күтәрмәҫһегеҙме?» – тинем һағайып ҡына. – Ҡарап ҡарайыҡ, алып кил, – тине ҡыҙым. Шулай итеп, бер йомала сәй янына балаларҙы йыйып алдым һәм Мирхәйҙәр менән таныштырҙым. Шулай итеп, был минең дүртенсе ирем булып сыға. Улыма бик оҡшаны ул, ә ҡыҙым һаман икеләнгән кеүек.

Нуриям да иренән уңды, тип әйтә алмайым. Эш яратмай торған кеше булып сыҡты. Етмәһә, бөтәһен дә таптырырға, ашарға ла -йоҡларға күнеккән әҙәм. Эсеп ҡайтып ҡул күтәреп һуғып ебәрергә лә тартынмай. Миңә, әсәй кешегә, ҡыҙымдың бындай тормошо бик оҡшап етмәй, әлбиттә. Тик ҡыҫылырға теләмәйем. Бына ҡыҙым үҙе бер көндө һүҙ башланы: «Эшләргә теләмәгән ирҙең кәрәге юҡ. Балаларҙы ашатырға ла. кейендерергә лә аҡса юҡ. Әсәй, һин ялға сығаһың. Балаларҙы ҡараш, эшкә сығам» – тине. Төплө генә алған һөнәре лә булмағас, үҙем дә аптыраным, ҡайҙа эшкә сыға икән,– тип уйлайым. Тегенсе һөнәрен үҙләштереп тә әллә ни килештерә алманы. Бына һатыу итергә бик ярата инде. Ҡайҙандыр , ниндәйҙер әйбер таба, уны һә тигәнсе һатып ебәрә. Шулай итеп, күрше ҡатыны Рәмилә менән Магнитогорскийға барып әйбер алып киләләр ҙә баҙарҙа һаталар. Ҡышҡы һыуыҡ тимәй, йәйге селлә тимәй, баҙарҙа торалар. Эй, был үҙгәртеп ҡороуҙарҙы?... Донъяның ҡайҙа табан барғанын да белеп булмай бит. Кибеттәр буш, берәй тауар йәки аҙыҡ алайым тиһәң дә сират. Шуның өсөн дә йәш ҡатын-ҡыҙ баҙар тирәһендә, сауҙа итеү менән кәсеп итә.

Ни эшләйһең, донъяһы шулай булғас. Балаларға ярҙам итеү өләсәйҙәр бурысы инде. Шулай итеп, ейәнсәрҙәрҙе үҫтерешергә ярҙам итәм. Баланың балаһы балдан татлы, тиҙәр. Мирхәйҙәр отставкалағы майор. Мин уның киң яурынлы иңдәре артында, яҡлаулы ла, һаҡлаулы ла булып йәшәйем.Тыныс ҡына тормош итәбеҙ. Уның ҡатыны мәрхүмә. Йәшлектә ғүмер нисек тә үтә бына ҡартайған көндә сөкөрләшеп сәй эсер кешең булыу үҙе ҙур бәхет икән ул. Балам-бауыр ите, тиһәләр ҙә, Нуриям мин өтөлгөн шикелле балаларына өтөлөп бармай. Уның балаларын тәрбиәләү бөтөнләйгә минең өҫтә ҡалды. Сөнки ул ауыр-ауыр сумкалар,төктәр ташып төрлө ҡалаланан тауар ташып һатыу итә. Кеше үҙ башына төшкәс кенә аңлай, тиҙәрме әле. Нурия ирен ҡыуып сығарып ебәргәс, бер ҡасан да, бер кемде лә ярата алмаҫ уҫаллығы менән, тип уйлағайным. Юҡ икән шул, мөхәббәт бөтәһен дә аҡлата, ярлыҡата. Минең яҙмышым, яңылыш­тарым фәһем булмаған. Балаларын онотоп, башын юғалтып, автобус йөрөтөүсегә ғашиҡ булған. Ул иһә ҡыҙымдың алдына ла артына сыға. Машина менән вокзалдан ҡаршы алһынмы, оҙатып ҡуйһынмы, беҙгә лә йылы мөнәсәбәттә. Ситтән ҡарап торһаң, бына ысын мөхәббәт ниндәй була икән, тип аптырарһың. Бына бер ваҡыт: «Әсәй, һеҙ барыбер беҙҙә тораһығыҙ, фатирың буш тора, һатып, бизнесҡа һалайыҡ» – тине. Балалар уҡырға төшкәнсе барыбер беҙҙә торорһоғоҙ әле, айырым йәшәргә теләһәгеҙ, Мирхәйҙәрҙең йорто бар бит. -Шулайын шулай ҙа ул. Үҙемдең дә фатир булырға теештер бит. Беҙ Илһам менән шундай бизнес эшләйәсәкбеҙ. Ҙур машина һатып алып һатыу итәсәкбеҙ. Тоҡ, сумкалар менән генә күпме ташынып йөрөргә була? Миңә лә ауыр ташынып-күтәренеп йөрөү. Күп кенә уйланғандан һуң ризалаштым. Ҙур, бейек машина һатып алдылар. Магнитогорский, Силәбе яҡтарынан тауар килтереп, көнө-төнө һатып торалар. Күп ваҡыт Нурия тора инде. Илһам әҙ-мәҙ генә тора ла ҡайҙалыр юҡҡа сыға. Нурияны эш бөтөүгәрәк килеп ала. Бөтә ил менән шундай хәл. Бөтә халыҡ һатыу итә. Тауар әллә ни үтеп тә бармай. Көндәлек һатылған тауарҙың аҡсаһы ашауға ғына китә. Бындай тормош Нурияның елкәһенә лә тейҙе, буғай. Бәпәй алып ҡайтып бер аҙ ял итеп алғыһы килде. Оҙаҡламай тағы ейәнсәрем донъяға килде. Тик тормош ҡына һәүетемсә. Бизнес туҡталды, аҡса ашауҙан артмай. Тик элеккесә алтын тауҙары өмөт иткән кейәүем дә юхаланып, өндәшеп бармай. Етмәһә, ҡайҙалыр оҙаҡ ҡына йөрөп килә. Һораша башлаһа, Нурияны әрләп ташлай. Әсәйҙәрҙә булдым, хәҙер инде әсәйҙәргә лә барырға ярамаймы, –тип яуаплай. Өйҙә тауыш ҡуба. Ҡасан ғына Нурия: «Үҙемдең ысын мөхәббәтемде таптым», – тип шатлыгынан осоп йөрөгәйне. Бына һиңә ысын мөхәббәт! Бер-береһенә ынтылышып торған йәш йөрәктәр ҡапыл һыуынышып бара түгелме? Нурия был мөхәббәтен һайлағанда һис ҡасан яңылышмаҫ кеүек ине бит. Был һуңғы һәм матур мөхәббәте буласаҡ, – тигәйне . Тормош ҡанундары аяуһыҙ. Теге ваҡыт мин Ринат менән бәйләнгәндә, нисегерәк дау ҡуптарған кеше түгел ул хәҙер. Нурия бәләкәй бала менән утырған арала кейәүем машинаһы менән юҡҡа сыҡты ла куйҙы. Бөтөнләй ҡайтмай башланы, ҡайтһа ла, ызғышыуҙан артмай. Ҡайтып былай ығы-зығы сығарғансы ҡайтмауы хәйерлерәк. Һәм шулай килеп сыҡты ла. Тик бер аҙҙан ғына селпәрәмә килгән машинаны өй алдына килтереп ҡуйҙы. Донъя бер урында тормай, тормош аты алға табан саба. Балалар үҫә, ә тормош талабы тағы ла көслөрәк. Шулай итеп, Нурия өс ҡыҙын бер үҙе беҙҙең ярҙам менән үҫтереп буй еткерҙе. Ирҙәр ул борос һымаҡ, төҫөнә ҡарап тәмен белеп булмай. Нурия башҡаса ир эҙләп йөрөмәне. Бер бешкәс, өрөп ҡабаһың инде. Ирҙәренең береһе лә ярҙам ҡулы һуҙманы. Суд приставтарына барып юллап та ҡарағайн: «Һеҙ үҙегеҙ теләп сыҡҡаһығыҙ. Беҙ уларҙы ундай эш яратмаған ирҙәргә, көсләп эшкә урынлаштыра алмайбыҙ», – тигән яуаптан һуң башҡа ярҙам булманы. Шул һүҙҙәрҙән ғәрләнеп ҡайттҡан ҡыҙым башҡаса алимент юллап йөрөмәне.” Бер тин “, Сирек тин”, Магнит” магазиндарына сығып эшләне лә балаларын үҫтерҙе.

– Минең Михәйҙәрем дә донъя ҡуйҙы, инде биш йыл булып үтте –тип дауам итте һүҙен Тәнзилә апай. Инфаркт кисергәндән һуң, хатта бер йылға ла барманы, донъя менән хушлашты. Ни бары ун биш йыл йәшәп ҡалдыҡ. Уның менән мин яҡлаулы ла, һаҡлаулы ла булдым. Балаларым алдында ла абруйлы булдым. Хәҙер бөтөнләйгә ҡыҙыма күсеп килдем. Ейән-ейәнсәрҙәрем менән донъя күңелле, ҡартлығым тыныс. Һуңғы йылдарҙы Мирхәйҙәр йортонда Нижегородкала йәшәгәйнек. Уны ерләгәндән һуң, ул өйҙә яңғыҙым ҡала алмайым. Был алдаҡсы ғына тормошта яңғыҙым булғым килмәй. Бында ейәнсәрҙәрем бар. Иң мөһиме, киләсәккә өмөт менән йәшәтеүсе Аллам бар. Һәр осорҙоң үҙ миҙгеле, үҙ йәме. Йәшлектәге йәйҙәй ҡайнар икән, ҡартлыҡтағыһы көҙҙәй йылы һәм талғын. Шуның һәр миҙгеленең йәмен һәм наҙын үҙенсә татыған һәм ғүмере буйы мөхәббәт хисен һаҡлай алған кеше генә шулай бәхетле була алалыр.





Автор: Ә. КАМАЛЕТДИНОВА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға