«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » «Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»



23.04.2019 «Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип, Илдең ташҡын булып ташҡаны?..»



Йөрәк

Урал тупрағында йөрәк кеүек,
Башҡортостан – тыуған еркәйем.
Рәми Ғарипов.

Башҡорт иле!
Ыҡта төн булғанда
Арғаяшта ата һыҙылып таң,
Ғәйнәләргә тәүге ҡар яуғанда
Көҙгө сыуаҡ Туҡты йылыта.

Халыҡ әле халыҡ булып ҡалыр,
һыҙланһа ла бүленеп, теленеп,
Республикам һыны оҡшап тора
Йөрәгенә башҡорт иленең.

Республикам – йолҡҡоланған
йөрәк,
Ҡырғын үткән аҙмы ҡанатып,
Кем генә һуң ғәзиз йөрәгенә
Күрәләтә бысаҡ ҡаҙатыр?..

Тарих ҡына түгел, күҙ алдында
Яҙмышыбыҙ аҙмы өйрәтте:
Ил йөрәге һау-сәләмәт тибер,
Булған саҡта ирҙәр йөрәкле.

Бөрйән ҡарағайы
Китеп бара Бөрйән ҡарағайы,
Еркәйендә ҡалған тамыры,
Китеп бара Бөрйән ҡарағайы,
Сайыр йәшен юлға тамыҙып.

Барып етер Бөрйән ҡарағайы,
Күпме генә йәшең ағыҙма –
Иҫән сығыуҙар юҡ был цехтарҙан,
Әйләнер ул ап-аҡ ҡағыҙға.

Кире ҡайтыр Бөрйән ҡарағайы,
Әйләнер ҙә ап-аҡ ҡағыҙға,
Ул ҡағыҙға Бөрйән урмандарын
Нығыраҡ ҡырырға тип яҙылған.

* * *
Бер кем дә онотолмаған,
Бер ни онотолмаған.
Ольга Берггольц.

Ошо һүҙҙәр ташҡа ғына түгел,
Хәтеренә илдең уйылған.
Ә һуң ниндәй хәлдәр онотолған!
Ә һуң ниндәй йәндәр ҡыйылған!
Һуйылған да исеме тыйылған...

Илдең тарихынан күпме биттәр
Штык менән һыҙырып һыҙылған.
Боҙолғанмы бары тарих бите –
Быуындарҙың ҡаны боҙолған.

Күпме сабый анттай ҡабатланы:
Онотолмаҫ һис кем, һис нәмә!
Ә һуң илем
Юлбашсылар ҡулынан
Ниндәй генә ағыу эсмәгән.

Нисә йылдар алла булған даһи
Мавзолейҙан сығарып ташланған.
Мавзолейҙан быраҡтырыуҙар тиҙ,
Ҡыуыуҙары ҡыйын баштарҙан.

Һәйкәлдәр ул «һә» тигәнсе ҡолай,
Таң атыуға – урыны һөрөлгән.
Ҡаныбыҙға һеңгән баш эйеүҙе,
Ҡол булыуҙы нисек еңергә?

Күңелдәрҙән ҡапыл юйып булмай
Кремль таштарынан юйғанды.
Аңға хәҙер нисек индерергә
Үлем менән янап тыйғанды?

Ҡотобоҙҙо алған «Ярамай!»ҙар
Әйләнделәр хәҙер «Ярай»ға.
Өйрәнергә нисек был тормошҡа
Ҡурҡмай, боҫмай тура ҡарарға?

Тамырынан донъя ҡупҡан саҡта
Ҡоротмаҫҡа нисек тамырҙы?
Ҡайҙа илтер юлдар? Өҙөлә бит
Аҡылға баш булыр сабырлыҡ.

Айырырға нисек ҡайҙа ялған,
Ҡайҙа ысын хаҡлыҡ икәнен?
Хатта иң шатлыҡлы хәбәрҙе лә
Тыңлай күңелем бөгөн шикләнеп.

Эйәр
Ғәзим Шафиҡовҡа.

Уҙған юлға ҡайырылып ҡарап,
Моңаймаҫ та тимә ир кеше,
Ыласындар төҫлө батырҙар ҙа
Бер төшмәһә, аттан бер төшөр,

Ғүмер уҙа, йөрәк майын һыҙа...
Елә йылдар... Күҙ ҙә эйәрмәй,
Йылдар беҙҙе аңдып тора кеүек
Бәреп төшөрөргә эйәрҙән.

Иҫкән елдән генә ҡалтырарға
Ебәк түгел беҙҙең електәр,
Эйәрҙәрҙән улай бик тиҙ осмаҫ
Ат һыртында үҫкән егеттәр.

Ғүмер буйы ҡанды ҡайнатырҙай
һыуҙар менән уттар уртланыҡ,
һәр таң һайын йөрәкһетә беҙҙе
Уралтауҙың эйәр-һырттары.

* * *
һый хужаһы менән татлы, тиҙәр,
Йылға ҡыҙы менән йәмле икән,
Был Өршәктә күпме һыу ингән
бар,
Күперенән бар йәйен,
ҡышын үткән.

Ҡуйынына сумып йөҙгәндә лә
Йөрәгемә ул бит инмәне,
Кем уйлаған ҡыҙы менән йылға
Йәнгә уйылырын бер мәле.

Иҫтәремде алды бер һылыуҙың
Өршәк буйҙарында үҫкәне,
Хәҙер хатта исемен ишетһәм дә
Был йылғаның
Китәм һиҫкәнеп.
* * *
Баш осомда болот-даръя күсә,
Йылға ағып бара күктәрҙә,
Был тиклем дә һыуҙы ниндәй
ҡөҙрәт
Ергә түкмәй шулай күтәрә?

Ғүмер баҡый килгән был һорауға
Миңәме һуң яуап табырлыҡ!..
Үҙемдең бит көсөм етмәй хатта
Тамсы йәште тотоп ҡалырлыҡ.

Хәлдәремде, бәлки, аңлар ул тип,
Күҙ йәш аша бағам күгемә,
Тик күктең дә сыҙар сиктәре бар –
Даръя йәше ергә түгелә.

* * *
Күңел рәнйер мәлдәр аҙым
һайын,
Бигерәк рәнйей күңел шул саҡта:
Бөгөн инде буйың етмәгәнгә
Кисә емеш өҙгән ботаҡҡа.

Күңел рәнйер мәлдәр аҙым
һайын,
Шуныһы бигерәк йәнде ҡыйғаны:
Хатта кисеп бөгөн сығалмаһаң
Кисә һикереп үткән йылғаны.

Күңел рәнйер мәлдәр аҙым һайын,
Иң ҡыйыны әммә шул кеүек:
Иң бәхетле булған ерҙәреңдән
Иң бәхетһеҙ булып үтеүең.

* * *
Өтәләнеп сапҡан кешеләрҙең
һиҫкәндереп иҫке хистәрен,
Аккордеон моңо сыңлап китте
Ҡазан вокзалында Мәскәүҙең.

Ҡарт фронтовик уйнай,
Ҡулдарында
Йәшәү менән әжәл тартыша,
Әле ҡайнай Амур тулҡындары,
Әле өҙгөләнә «Катюша».

Йәше-ҡарты туҡтай,
Тик бер мәлгә
Мәшәҡәттәр тора юғалып,
Ошо мәлдә иҫтәренә төшә
Был донъяла әле моң бары.

Металл йәштәр һымаҡ
тиндәр тама
Иҙәндәге тимер һауытҡа,
Асылып китә йөҙҙәр,
Әйтерһең дә,
Ауырыуҙан улар һауыҡҡан.

Берсә талғын, берсә ярһып китеп,
Иҫке аккордеон тартҡанда,
Уртаһында Мәскәү вокзалының
Кисермәйҙер ниҙәр ҡарт һалдат...

Ә мин һаман торам китә алмай,
Йәнде арбай был моң аһтары,
Тик аяуһыҙ донъя ашыҡтыра,
Тартып ала,
Моңдан аҡтарып.

Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны
Нисәмә ҡат уйҙарыма сумып,
Булды минең ҡарап ҡалғаным
Ҡараш иңләмәҫлек күк йөҙөндә
Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғанын.

Аҙашыпмы ҡалған дуҫтарынан,
Ҡанаттары әллә арыған?
Дөрөҫмө һуң юлы?
Эй, яңғыҙ ҡош,
Бәләләргә генә тарыма!

Минме инде һине аңламаҫ йән,
һинең хәлдә аҙмы ҡалғаным...
Бар ғүмерем – ҡуныр урын
тапмай,
Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны.
* * *
һөрлөкмәҫ тә ерҙә һөрлөгөүҙәр,
Таймаҫ ҡына ерҙә тайыуҙар...
Көнбайыштан ҡояш сығыуҙары,
Көнсығышҡа ҡояш байыуҙар...
Әллә ниндәй айыу көйөн уйнай
Айыу ҡурайында айыуҙар.

Шул тауышҡа ҡушылып, айыу
өйөрө
Аҡырып йырлай йыртҡыс
йырҙарын,
Шул йыртҡыстар йыртҡылаған
донъя
Ята тилмерешеп, ҡыйралып.

Вәсфәсәләр ағыу булып аға
һинең өйгә, минең өйөмә,
Аларынған айыу мине бөгөн
Бейетмәксе айыу көйөнә.



Һунар миҙгеле
Р. К.
Эй боларып килә быйылғы көҙ,
Күңелемде шомдар сорнаған,
Ниҙәр генә һиҙеп, иңрәй-иңрәй
Иртә ҡуҙғалдылар торналар?

Ҡаза булып ҡоштар ояһына,
Килеп етте август аҙағы,
Асылғанда һунар миҙгелдәре
Кемдәр аңлар ҡоштар ғазабын?

Шаңҡый бөгөн йылға-күл буйҙары,
Яңғырай унда фарман: «Ут! Ут! Ут!»
Бер кейекте аулай ун һунарсы,
Бер өйрәкте тетә ун мылтыҡ.

Йәш ҡоштарҙың ҡанат нығытҡанын
Тыныс ҡына нисек көтөрһөң?..
Ҡалмағанда йән аҫрарлыҡ урын,
Китмәҫ ерҙәреңдән китерһең.

Эй боларып килә бөгөнгө көҙ,
Күңелемде шомдар сорнаған,
Дауыл өҙгән йәшел япраҡ кеүек
Бигерәк иртә китә торналар.

Ҡоштар, ҡоштар! Күңелемдә
шик-шом,
Аңлаһағыҙ икән һеҙ шуны,
Һеҙгә генә түгел, бәндәгә лә
Ябырылмаҫмы һунар сезоны?

Килде быйыл август аҙаҡтары
Бутап илде, емереп дәүерҙе,
Ҡорбан эҙләп, мәкер
ҡорғандарҙың
Янъялдары телә бәғерҙе.

Асылғанда һунар миҙгелдәре
Күңелемде шомдар сорнаған,
Ҡанаттарым булһа, һеҙҙең менән
Осоп китер инем, торналар!

* * *
Башҡортостан!
Яҙмышыңды тағы
Аҫтын-өҫкә бутап болғайҙар,
Ҡыл өҫтөндә илебеҙ иртәгәһе,
Быумаҡ беҙҙе яңы бығауҙар.

Күндәм генә шулай бирербеҙме
Тир, ҡан түгеп яулап алғанды?
Башҡортостан!
Юха, яуыздарҙан
Нисәнсе ҡат инде алдандың?

Депутаттар, әфәнделәр беҙҙе
Әйләндермәк ҡара һарыҡҡа,
Хаҡлыҡ өсөн улар ҡул күтәрмәй,
Ҡул күтәрә улар халыҡҡа,
Киҙәнәләр бөгөн халыҡҡа.

Илде ҡанһыраткан тарихтарҙы
Күпме яҙҙыҡ Урал ташына,
Бәлә йөрөмәй ағас баштарынан,
Бәлә йөрөй кеше башынан.
Азатлыҡ тип ҡупһаҡ,
Ҡушылыр булған
Беҙгә күрше милләт-ырыуҙар,
Башҡаларҙы әйҙәп барған
халҡым,
Төҫмө һиңә илдә кәм-хур булыу,
Үшәнләнеп, ебеп тороуҙар?

Талпын, халҡым, тиеп өндәшеүҙән
Ни мәғәнә булыр, ни баһа,
һәр беребеҙ бөгөн сәмләнмәһә,
һәр беребеҙ ғәмһеҙ йоҡлаһа?

Үҙ илеңдә бер килмешәк булыу
Оят, оят, оят, башҡортом!
Ил уянһын тиһәң, бар ғәмеңде
Уят, уят, уят, башҡортом!

Үҙебеҙгә үҙебеҙ алайыҡмы
Яңы бығау, яңы ғазапты?
Йәшен булып йәшнә, изге оран:
Азатлыҡ!
Азатлыҡ!
Азатлыҡ!

Мортазиндың һуңғы һүрәте
Күҙ алдымда ярһып моң бөрккәндә
Шартлап һынды кеүек бер ҡурай.
Йөҙө ҡара көйгән ир күҙенән
Мөлдөрәмә ҡайғы һарҡырай.

Бер битендә көйрәй даға эҙе,
Бер битендә – һалдат ҡайышының
Айылындағы йондоҙ тамғаһы...
Ҡасан бөтөр ярыу, типкеләүҙәр,
Таш төрмәнең боҙло иҙәненә
Тағы күпме ҡандар ағаһы?

Ниндәй ғәйеп, ниндәй гонаһ өсөн
Бындай тамуҡтарҙан үтәһе?
Күҙҙәрендә мөлдөрәмә һағыш:
– Юҡҡа булдымы ни бөтәһе?

Юҡҡа булдымы ни, азатлыҡ тип,
Илдең ташҡын булып ташҡаны?
Юҡҡамы ни, инҡилапты яҡлап,
Күпме яуҙар саптыҡ,
Ят яҡтарҙа
Ятып ҡалды башҡорт баштары?
Кисерегеҙ мине, кисерегеҙ,
Яуҙаштарым, ҡоралдаштарым!

һиҙҙе күнелен яуыз мәкер бер саҡ
Ҡара йылан булып сағаһын,
Аҡ йөҙөбөҙгә ҡара яғаһын...
Бер битендә йондоҙ ҡара яна,
Бер битендә – итек дағаһы.

Күҙҙәренән мөлдөрәмә һағыш,
Мөлдөрәмә ҡайғы эркелә,
һуңғы һүҙен, һуңғы аманатын
Әйтә алмай китә бер кемгә.

Ил батыры!
Ғәййәр орандарың
Төштәремде ярып уята.
һүҙҙәреңде
Таш диуарҙар аша
Ишетәмен, Муса олатай!

Ғәҙелһеҙлек беҙҙе иҙгәндә лә,
Башыбыҙҙы юҡ һис эйәһе.
Батырҙарын күпме ҡырһалар ҙа,
Буш тормаҫ ул башҡорт эйәре.

Ваҡлыҡтарға әүрәп,
Намыҫ менән
Көйһөҙләнеп китһә арағыҙ,
Эй, башҡорттар,
Муса Мортазиндың
һуңғы һүрәтенә ҡарағыҙ!




* * *
Дуҫым Вил Бәхтиәров иҫтәлегенә
Әллә ниҙәр булды донъяларға,
Болоҡһомай һис тә торалмай,
Ер менән күк бергә буталғандай,
Нисәнсе көн инде буранлай,

Ҡайҙа булды ҡояш?
Был бурандар,
Тәҙрәләрҙе ҡаплап, ҡар һылай,
Донъяларға бер һүҙ әйтә алмай,
Өнһөҙ генә йәнең зар илай,

Ниңә яҙмыш шулай мәрхәмәтһеҙ?
Барған юлың ниндәй уң ине,
Ынтылғаның тик яҡтылык ине,
Күңелдәрең тулы моң ине,

Ғүмерем буйы йөрәгемде телеп,
Ҡараштарың китмәҫ хәтерҙән,
Күҙҙәремә текләп, өнһөҙ генә
Теләнең һин нимә әйтергә?

Өҙгөләндең нимә әйтергә тип,
Йөрәгеңде ниҙер яндырҙы,
Ниңә тәҡдир моңдан туймаҫ йәнде
Ҡапыл моңдан, телдән яҙҙырҙы?

Айырылғанда ғәзиз мәктәбеңдән,
һағыныу-юҡһыныуға түҙ генә!,,
Нисә йылдар бала күңеленә
Изгелектәр һалдың һүҙ менән,

Өҙгөләндең нимә әйтергә тип,
Күҙҙәреңә ғазап тулғанда?
Әйтмәк булдың микән кешеләргә,
Ҡәҙерҙәрен яҡты донъяларҙың
Белегеҙсе, тиеп, туғандар,

Ғүмерем буйы өнһөҙ ҡараштарың
һағыштарға мине һалырҙар,
Өлгөрмәйҙер, ахыры, бер кем ерҙә
һуңғы һүҙен әйтеп ҡалырға,,,


* * *
Юлдарымда таша ҡар һыуҙары,
Теҙҙән һура баҫыу батҡағы,
Яҙҙың әле ябаға тай сағы,
Ҡоя алмай йонсой баҡтаһын,

Тик мәл үтер,
Бөрөләре асылып,
Йәш толпарҙай донъя йылҡылдар,
Ярһыуынан егет ҡанатланыр,
һөйөүенән һылыу һулҡылдар,

Төнъяҡ битләүҙәрҙә ҡарҙар ҡалыр,
Ташҡындарҙан ярҙа боҙ ҡалыр,
һин туңдырған күңелем
Шулар кеүек
Ирей алмай һаман һыҙланыр,



* * *
Күрҙем бит был алсак йылғаның
Талдарҙы, ҡамышты йыуғанын,
Мин һине һағынып ҡайтҡайным,
Серҙәшем, яҡыным, туғаным!

Аңлайым сарсаған хәлеңде,
Ҡороған йылғамдың Ҡырсыны!
Минең дә йөрәгем сатнарҙай,
Юғалтҡас берәүҙең моң-сыңын,

Юғалтҡас берәүҙең моң-сыңын,
Күңелдә көн-һағыш, йыл-һағыш,
һин юҡҡа сатнарҙай ҡырсының,
Даламдың ҡороған йылғаһы!

Туйҙыңмы был яҡты донъянан,
Кемдәргә рәнйеп һуң ғәйепһең?
һин ғәйеп булғанға, гүйә, мин
Ғәйепле, ғәйепле, ғәйепле,,,



Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа
Табырға тип һорауҙарға яуап,
Алырға тип йәнгә нур-һауап,
Ғәҙеллеккә сарсап, моңға сарсап,
Киләбеҙ бит һиңә, Салауат!

Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа,
Туплай бында беҙҙе хаҡ оран,
Уяулыҡҡа беҙҙе саҡыра ул,
Берҙәмлеккә беҙҙе саҡыра,
Был мәл, гүйә, ярһыу толпарымды,
Атлығыуҙан тыйып, саҡ торам,

Сал Уралда ғәййәр йәш Салауат
Дауылланып ҡалҡһа яңынан,
Башҡорт ирҙәренең ҡайһыларын
Алыр ине икән ғәскәренә,
Алыр ине икән янына?

Телгеләнгән, ағыуланған ерен
Ҡосаҡлаған сакта,
Йөрәге янып,
Ярһығанда яңынан яраһы,
Ошондағы ҡайһы егеттәрҙе
һайлар ине үҙенә ир-Салауат,
Итер ине тоғро яраны?



Аҙмы Башҡортостан балаһының
Айырылып атай нигеҙенән
Башҡортлоғон онотоп барғаны,
Башҡорттарын йолоп маңкортлоктан,
Туплар ине микән оло йортҡа
Салауаттың сая фарманы,

Хур итһә лә илде күпме мөртәт
Ир намыҫы юҡтан, баш юҡтан,
Бөтмәгәндер әле Салауаттың
Яндарына баҫыр башҡорттар,

Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа,
Тәбиғәттең йәннәт саҡтары!
Күҙебеҙгә ҡарап, ил батыры
Барлай кеүек йыл да сафтарҙы,

Тағы килдек һиңә, һай, Салауат!
Теләктәрҙе беҙҙең ҡыл ҡабул,
һинең ғәскәреңдең сафтарынан
Тороп ҡалырмын тип куркамын,



* * *
Япраҡтарҙы шыптырлатып саҡ ҡына,
Таңда ергә ямғыр баҫты һаҡ ҡына,

Яуыр-яумаҫ килгән ямғыр тиҙ тынды,
Ялғап булмай йолҡҡоланған йоҡомдо,

Хатта йәшнәп-күкрәп яуған ямғырҙар
Бүлә алмай ине йәшлек төштәрен,

Хәҙер ямғыр шытырлауға һиҫкәнәм,
Был донъяның таки ғәжәп эштәре!



* * *
Сират күперендә сираттар юк,
Сират күперҙәре бикләнгән,
Ожмах – бикле,
Тамуҡҡа юл асыҡ,
Сафлыҡ бостандары сүпләнгән,
Яманлыҡҡа юлдар сикләнмәгән,
Изгелеккә юлдар сикләнгән,
Был донъялар мәңге тетрәп тормаҫ,
Еребеҙҙән иман йөҙөн бормаҫ,
Икеләнмә, күңелем, шикләнмә,
Бындайҙарҙы аҙмы күргән бәндә,
Үҙе төҙөгәнде үҙе ҡырып,
Тәүбәләргә килеп үкһегәндә,
Харабалар аша үткәндә,,,





Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға