«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)



10.12.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (7.12.2018)


* * *
Бик һыуыҡ ҡышҡы көн. Балыҡсылар балыҡ ҡармаҡлап ултыра. Араларынан береһе, бүреген сисеп, эргәһенә һалған.
– Һин нимә, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Туңаһың бит! Тиҙерәк кей бүрегеңде!
– Шулай итмәй ни, ана, кисә лә тегендәге иптәштәр араҡы эсергә саҡырған. Ә мин, йүләр, ошо бүрек арҡаһында саҡырғандарын ишетмәгәнмен.

* * *
Судта:
– Вәли, әйтегеҙ әле, өйөгөҙҙә ят кеше барлығын ҡайҙан белдегеҙ?
– Һуң, беҙҙең ғаиләлә ултырғыс менән арттан килеп башҡа һуғыу ҡаралмаған.

* * *
– Вәсим, ялыңды ҡайҙа үткәр­ҙең?
– Бер өлөшөн – Канар утрауҙарында.
– Икенсе яртыһын?
– Вендиспансерҙа.

* * *
Поезда.
– Бында табиптар бармы? Ярҙам итегеҙсе! – тип вагон эсендә ҡысҡыралар.
– Мин – табип. Кемгә ярҙам кәрәк? – тип ашығып килеп инә ярым яланғас ир.
– Миңә ярҙам кәрәк, – тип йылмая ханым. – Әйтегеҙсе, алты хәрефтән торған тамаҡ ауырыуы нисек атала ул?

* * *
– Ирем иҫереп ҡайтҡас, янъял ҡуптарҙым да, өс көн буйына һөйләшмәнек. Бөгөн түҙеме бөттө бисараның, беренсе булып үҙе һүҙ башланы.
– Нимә тине һуң?
– Ҡалғаны юҡмы, тип һораны.






Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға