«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ныҡыш бабай менән Ҡыш бабай (Яңы йыл сценарийы)



27.11.2018 Ныҡыш бабай менән Ҡыш бабай (Яңы йыл сценарийы)

Ҡатнашалар:
Ҡарйондоҙ
Ныҡыш бабай
Шарҡар
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу
Аҡтояҡ
Һарыҡҡай
Мөңрәбикә


Беренсе күренеш


Боҙ һарай. Ҡарйондоҙ бейеп йөрөй. Ул хәрәкәт иткән һайын ҡар бөртөктәре оса.

Ҡарйондоҙ.
Бикле ултырып ялҡтым,
Күргем килә донъяны.
Ошолай бейей-бейей
Ҡар-йәшемде ҡоямын...
Осҡом килә Йыһанға,
Әммә юҡ ҡанаттарым.
Эх, килмәҫме Ҡыш бабай
Егеп тә пар аттарын...

Һағышланып ултыра. Янына Шарҡар тәгәрәп килеп инә.

Шарҡар. Эй, Ҡарйондоҙ, тағы моңаяһыңмы? Ярай инде, ҡайғырма!
Ҡарйондоҙ. Һиңә рәхәт әйтеүе, һин бит элек-электән бында йәшәгәнһең. Ә мине уҫал Ныҡыш бабай урланы!
Шарҡар. Ҡыш бабайға үс итеп кенә бит ул шулай ҡылана, ә элек Ныҡыш бабай улай түгел ине.
Ҡарйондоҙ. Әллә миңә ул гел уҫал, ҡурҡыныс бабай төҫлө. Ҡарһылыу апайымды һағындым (Илай башлай).

Шул саҡ әсе итеп ел һыҙғырған, тәҙрәләр туҡылдаған тауыш ишетелә. Ҡарйондоҙ һикереп тора.

Шарҡар.
Ҡайтты, ҡайтты Ныҡыш бабай! Ҡарйондоҙ, илағаныңды күрһәтмә!
Ҡарйондоҙ. Ярай, тырышырмын! (Күҙ йәштәрен тиҙ генә һөртә).

Тылсымлы таяҡ таянған Ныҡыш бабай килеп инә.

Ныҡыш бабай. Шунан, Ҡарйондоҙ, тағы иланыңмы?
Шарҡар. Иламаны ул, беҙ бергә уйнаныҡ!
Ныҡыш бабай. Нисек уйнағанығыҙҙы белмәйем инде улайһа! Ана, ҡара, күпме ҡар бөртөгө һибелгән?
Шарҡар. Шунан ни булған, ти, хужам?
Ныҡыш бабай. Тимәк, Ҡарйондоҙ илаған! Оноттоңмо, уның күҙ йәштәре ҡарға әйләнгәнен!
Ҡарйондоҙ. Ныҡыш бабай, минең ҡайтҡым килә. Зинһар, ҡайтарығыҙ инде! Һағыныуыма түҙер әмәл ҡалманы... (Тағы илай).
Ныҡыш бабай. Һинең өйөң хәҙер бында, Ҡарйондоҙ! Ҡыш бабайҙы ла, Ҡарһылыуҙы ла онот! Күп мыжыһаң, ошо таяғым менән бер һелтәһәм, боҙ һынға әйләнерһең!

Ҡарйондоҙ нығыраҡ илай башлай. Шул ваҡытта ҡар бөртөктәре булып кейенгән ҡыҙҙар моңһоу көйгә бейей. Шарҡар уны йыуата.


Икенсе күренеш


Аҡтояҡ менән Һарыҡҡай шыршы биҙәй. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп инә.

Аҡтояҡ. Ой, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу! Ҡалай быйыл иртә килдегеҙ ул?!
Һарыҡҡай. Ә мин әле байрамға әҙер түгелмен.
Ҡыш бабай. Тынысланығыҙ, дуҫтар! Иртә килеүебеҙҙең сәбәбе бар: Ҡарйондоҙобоҙ юғалды.
Ҡарһылыу.
Эйе, минең һеңлемде Ныҡыш бабай урлаған!
Аҡтояҡ. Ни өсөн? Һуң, былтыр ғына Ныҡыш бабай Яңы йыл байрамында беҙҙең менән дуҫ-татыу булғайны бит!
Ҡыш бабай. Ныҡыш бабайығыҙ быйыл уҫалланған. Бар донъяға, байрамға бер үҙе хужа булырға теләй. Ҡарйондоҙҙо ла үҙенең ейәнсәре итеп эйәртеп алмаҡсы.
Һарыҡҡай. Хәҙер Ҡарйондоҙһоҙ байрам ҡаршылап булмай бит!
Аҡтояҡ. Эштәр харап, Ҡыш бабай! Йылды матур итеп оҙатырбыҙ тиһәм. Йыл хужаһы танытмаһын да тантаналы рәүештә Һарыҡҡайға тапшырырға теләгәйнем...
Ҡарһылыу. Һеңлем өсөн ныҡ ҡайғырам. Ниндәй байрам ҡайғыһы инде ул... Ҡарйондоҙ ҙа илайҙыр инде.
Ҡыш бабай. Балалар, оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ. Хәҙер үк Ҡарйондоҙҙо эҙләргә сығырға кәрәк.
Ҡарһылыу. Урмандағы кейек-ҡоштарҙан да ярҙам һорарға кәрәк.
Аҡтояҡ. Шомлотау аръяғына юлланабыҙмы, улайһа?
Һарыҡҡай. У-у-у, мин ҡурҡа-а-ам, ул яҡҡа барырға...
Ҡыш бабай. Һин Һарыҡҡай, Мөңрәбикә апайыңа әйтеп, бында байрамға әҙерләнә тороғоҙ, ә беҙ сәфәргә сыға һалайыҡ.
Һарыҡҡай. Ярай, Ҡыш бабай, тик үпкәләмәгеҙ йәме, мин ныҡ ҡурҡам.
Аҡтояҡ. Беҙ булғанда, ҡурҡыныс янамаҫ! Батыр бул! Оҙаҡламай һинең өҫтөңә оло яуаплылыҡ – йыл хужаһы булыу бурысын йөкмәтәбеҙ бит!
Ҡыш бабай. Ҡуҙғалдыҡ! Һау булып тор, Һарыҡҡай!
Ҡарһылыу. Күңелһеҙләнмә йәме!
Аҡтояҡ. Беҙ тиҙҙән ҡайтырбыҙ Ҡарйондоҙҙо эйәртеп.

Сығып китәләр.

Өсөнсө күренеш


Ныҡыш бабайҙың һарайы. Ҡарйондоҙ менән Шарҡар инә. Бышылдашып, ипләп кенә һөйләшәләр.

Шарҡар. Бер үҙең ҡурҡмайһыңмы улай төнгә ҡарай?
Ҡарйондоҙ. Әйҙә, минең менән бергә киттек!
Шарҡар. Юуууҡ, мин хужамды ҡалдырып китә алмайым...
Ҡарйондоҙ. Бында күңелһеҙ һәм шомло бит, әйҙә инде.
Шарҡар. Мин өйрәнгәнмен.
Ҡарйондоҙ. Ярай, улайһа, хуш! Рәхмәт һиңә, Шарҡар!
Шарҡар. Шәп йүгер, йәме Ҡарйондоҙ! Һау бул! (Моңая).

Ҡарйондоҙ ипләп кенә ҙур ишектә торған Шарҡар өсөн махсус эшләнгән ярыҡтан тышҡа сыға. Сығыуы ла була, Ныҡыш бабайҙың тауышы ла ишетелә.

Ныҡыш бабай. Әһә, ҡасырға булдыңмы, Ҡарйондоҙ! Минән ысҡына алмаҫһың!
Ҡарйондоҙ. Минең бында йәшәгем килмәй!
Шарҡар. Ҡарйондоҙ, йүгер!

Ныҡыш бабай Ҡарйондоҙҙоң артынан ҡыуа төшә. Ҡарйондоҙ йүгерә. Тик Ныҡыш бабай уны барыбер эләктереп ала.

Ныҡыш бабай. Был ерҙән әле бер кем дә алыҫҡа ҡаса алғаны юҡ!
Ҡарйондоҙ. Ҡотҡарығыҙ! Ҡотҡарығыҙ!
Ныҡыш бабай. Һине Шарҡарҙан башҡа бер кем ишетмәй, ыҙалама ҡысҡырып.

Ҡарйондоҙҙо тотоп, кире боҙ һарайға инә. Шарҡарҙың ҡото осҡан. Тегеләй-былай тәгәрәй.
Ныҡыш бабай. Ә һин, Шарҡар, мине тыңламағаның өсөн тейешле язаһын ал!

Тылсымлы таяғы менән бер һелтәүе була Шарҡар боҙ һынға әйләнеп ҡата.

Ҡарйондоҙ
. Һеҙ, туң йөрәк! Бында Шарҡарҙың ни ғәйебе?! Шарҡар! Шарҡар! (Боҙ һынды ҡосаҡлап илай). Терелт Шарҡарҙы! Терелт!
Ныҡыш бабай. Етер, илама! Былай ҙа һарай эсен ҡар яланы итеп бөттөң! Быйыл байрамды бында ҡаршылайһың!
Ҡарйондоҙ. Улайһа, мине лә боҙ һынға әйләндер! Барыбер һағыныуҙан һулыясаҡмын!
Ныҡыш бабай. Юҡ, миңә Шарҡарҙың һыны ла етә!

Сығып китә.
Ҡарйондоҙ.

Туң йөрәктең ҡулында
Йәшәрмен икән нисек?
Ебәрһә, ҡайтыр инем
Ҡарлы даръяны кисеп...

Дүртенсе күренеш


Ҡарйондоҙ Шарҡарҙың боҙ һыны янында йоҡлап ята. Ат тояҡтары тауышын, “Ҡарйондоҙ! Ҡарйондоҙ!” тигәнде ишетеп, ҡапыл уянып китә. Йүгереп барып тәҙрәнән тышҡа ҡарай.

Ҡарйондоҙ. Олатай! Ҡарһылыу! Мин бында! Олатай! Ҡарһылыу!
Тауышҡа Ныҡыш бабай килеп сыға.
Ныҡыш бабай. Нимә тауыш ҡуптараһың тағы?
Ҡарйондоҙ. Мине алып ҡайтырға килгәндәр!
Ныҡыш бабай. Күреп торам Ҡыш бабай ағайымды.

Ҡыш бабайҙың тауышы тыштан ишетелә.

Ҡыш бабай. Ас, ишегеңде, Ныҡыш! Ниңә улайға әйләндең һин?!Ас!
Ҡарйондоҙ. Ныҡыш бабай, асығыҙ зинһар өсөн ҡапҡаларығыҙҙы!
Ныҡыш бабай. Ҡыш бабай ағай, ниңә килдең? Мин һиңә барыбер Ҡарйондоҙҙо бирмәйем!
Ҡыш бабай. Барыбер ас, тим ишегеңде! Ҡалай тиҫкәре булып киткәнһең!

Ныҡыш бабай тылсымлы таяғы менән һелтәп, боҙ һарай ҡапҡаларын аса. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Аҡтояҡ килеп инәләр. Ҡарйондоҙ иң беренсе Ҡарһылыуҙы барып ҡосаҡлай.
Ҡарйондоҙ. Һеҙҙе килмәҫһегеҙ, тип ҡурҡҡайным!
Ҡарһылыу. Беҙ һине бер ҡасан да ташламайбыҙ, Ҡарйондоҙ!
Ҡыш бабай. Йә, Ныҡыш ниңә улай ныҡышып, тартҡылашып беҙҙең Ҡарйондоҙҙо зар илатып, урланың ул?!
Аҡтояҡ. Һеҙҙең арҡала беҙ байрамға әҙерләнер урынға тау-урмандар аша бында килдек!
Ныҡыш бабай. Сәбәптәре бар. Һеҙгә әйтеп тә тормайым (Үпкәләгән һымаҡ ситкә ҡарай).
Ҡарһылыу. Шарҡарҙы туңдырған бит, Ныҡыш бабай! Олатай, терелтәйек уны!
Ҡыш бабай. Эх, һин Ныҡыш, улай ярамай бит!

Ҡыш бабай үҙенең тылсымлы таяғы менән һелтәп, Шарҡарҙы терелтә.

Шарҡар. Ой-й-й-й, шундай татлы төш күрҙем. Шыршы байрамында булдыҡ, тип.
Ҡарйондоҙ. Шарҡар, ғәфү ит! Минең арҡала туңдың һин...
Шарҡар. Юҡсы, мин үпкәләмәйем һиңә.
Ныҡыш бабай. Ярай, Шарҡар, ғәфү ит мине. Уйламай эш иттем. Һине лә ебәрәм. Ҡыш бабайҙарға эйәреп, Яңы йыл байрамына бар. Ҡарйондоҙҙо ла алып ҡайтығыҙ. Мин нисек бер үҙем йәшәнем, шулай йәшәрмен ҡар-бурандар уйнатып.
Аҡтояҡ. Тиҙерәк ҡайттыҡ, улайһа!
Ҡарһылыу. Эйе, олатай, юлға сыға һалайыҡ! Байрамға һуңлайбыҙ бит.
Ҡыш бабай. Туҡта, Ныҡыш, һин нимә, әллә минән көнләшеп, Ҡарйондоҙҙо урланыңмы?
Ныҡыш бабай. Эйе, ғәфү ит, мине ағай, зинһар өсөн! Йыл һайын Яңы йылда һин генә балаларға бүләк таратаһың, улар һине көтөп алалар. Бер түгел, ике ейәнсәрең бар. Ә минең Шарҡарҙан башҡа бер кемем дә юҡ. Ул да хәҙер мине ҡалдырып, һеҙҙең менән китер инде...
Ҡыш бабай. Беҙ бит һине байрамға гел саҡырабыҙ, һине лә көтөп алабыҙ. Ниңә улай күңелһеҙ уйҙарға солғандың әле ул һин?!
Ныҡыш бабай. Ярай, бар ҡайтығыҙ! Байрамға һуңлайһығыҙ.
Ҡарйондоҙ. Юҡ, Ныҡыш бабай, мин һеҙҙе ҡалдырмайым. (Йүгереп барып Ныҡышты ҡосаҡлай. Ныҡыш аптырап китә). Олатай, Ҡарһылыу менән бында ҡалам. Байрамдарҙа ғына килеп йөрөрмөн.
Шарҡар. Мин дә хужамды ташламайым! (Ул да барып ҡосаҡлай).
Ҡыш бабай. Ярай,Ҡарйондоҙ ҡыҙым, бында ҡалырһың, тик бер шарт менән: беҙ хәҙер бөтәбеҙ ҙә йәһәт кенә шыршы байрамына ашығайыҡ!
Ныҡыш бабай. Хәҙер, тиҙерәк барып етер өсөн минең тылсымлы санамды алайыҡ (Һыҙғырыуы була, боҙ һарайға тылсымлы сана елеп килеп тә инә).

Бөтәһе лә шатланышып санаға ултыра һәм ҡуҙғалып китәләр.

Бишенсе күренеш


Яңы йыл көнө. Һарыҡҡай менән Мөңрәбикә һәм башҡа хайуандар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы көтә. Тик улар һаман күренмәй.


Һарыҡҡай. Бер-бер хәл булмаһа ярай ҙа... Ул Шомлотау яҡтары бигерәк ҡурҡыныс бит. Үтә алмаҫлыҡ урман-тау...
Мөңрәбикә. Борсолма, Һарыҡҡай. Хәҙер килеп инер дуҫтарың. Моғайын, етеп киләләрҙер.
Һарыҡҡай. Эх, йә мин дә бармағанмын.
Мөңрәбикә. Һин унда барып, бында байрамға кем әҙерлекте кем ойошторор ине?
Һарыҡҡай. Уныһы ла дөрөҫ.

Шул саҡ ел һыҙғырыуы, сана шыуған тауыштар ишетелә. Шыршы янындағылар шатланышып: “Ҡыш бабай! Ҡыш бабай!” – тип ҡысҡыра.

Һарыҡҡай. Ур-ра-а-а-а! Байрам була!
Мөңрәбикә. Барыһы ла иҫән-һау икән, Аллаға шөкөр!
Һарыҡҡай. Ҡара әле, Ныҡыш бабай ҙа килгән бит!

Ҡыш бабай, Ныҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡарйондоҙ, Шарҡар, Аҡтояҡ килеп инә.

Ҡыш бабай. Оҙаҡ көттөгөҙмө, дуҫтар?
Ҡарһылыу. Һағынып бөттөгөҙмө?
Һарыҡҡай. Ә ни эшләп Ныҡыш бабай ҙа килгән? Ул беҙҙең Ҡарйондоҙҙо урланы бит!
Ҡарйондоҙ. Һин, Һарыҡҡай, йыл хужаһы булам тигәс тә, Ныҡыш олатайға ҡаты бәрелмә!
Аҡтояҡ. Ул хаталанғанын аңланы, ғәйебен таныны.
Ныҡыш бабай. Эйе, эйе, шуға күрә һин мине үҙ байрамыңа ҡабул итеп ал, йәме, Һарыҡҡай! Һинең йылыңда насарлыҡтар ҡылмам, юлдарығыҙҙы ҡыймам!
Һарыҡҡай. Ярай, улайһа! Тик бүтән Ҡарйондоҙҙо урлама!
Ҡарһылыу. Һеңлем хәҙер Ныҡыш бабайҙың боҙ һарайына күсәсәк.
Мөңрәбикә. Беҙҙе ҡалдырып китәме ни?
Ҡарйондоҙ. Ҡурҡмағыҙ, беҙ һеҙгә Шарҡар менән гел бергә ҡунаҡҡа килеп йөрөрбөҙ!
Шарҡар. Эйе, эйе! Был яҡтар миңә бик оҡшай.
Ҡыш бабай.
Яҡшы кәйефтә, изге уйҙарҙа
Башлайыҡ әйҙә, шыршы байрамын!
Ҡарһылыу.
Аҡтояҡ, һиңә йыл хужаһы танытмаһын Һарыҡҡайға тапшырырға кәрәк.
Аҡтояҡ.
Танытма бына әҙер,
Тапшырам уны хәҙер.
(Һарыҡҡай янына бара).
Бәрәкәтле булһын, йылың,
Бар донъяға тарат нур-йылы!

Һарыҡҡай.
Был бурысты тырышырмын
Бик лайыҡлы үтәргә!
Изгелектәр ҡылырмын,
Үрнәк булып күптәргә!

Ныҡыш бабай.
Хуш киләһең, Яңы йыл!
Ҡарйондоҙ. Төклө аяғың менән, Ҡабан йылы!

Ҡыш бабай.

Ошолай бергә-бергә
Дуҫ-татыу йәшәйек!
Ҡарһылыу.
Байрам бөгөн, байрам бит,
Йырлайыҡ та, бейейек!

Күмәкләп Яңы йыл йырҙарын йырлайҙар, шыршы тирәләй әйләнәләр. Байрам дауам итә.


Зарина БАҒЫШАЕВА





Автор: З.Бағышаева
Фото: timenews.in.ua


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға