«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?



09.11.2018 Яңы йыл тамашаһына иң яҡшы сценарийҙы кем яҙыр?


Яңы йылға ла күп ваҡыт ҡалманы. Һәр кемебеҙ көтөп ҡалған Шыршы байрамын барыһы ла күңелле һәм үҙенсәлекле итеп үткәргеһе килә. Яңы йыл ул – сихри тылсым көткән көн, мөғжизә булған мажаралар кисәһе.
“Йәшлек” гәзите редакцияһы тәжрибә уртаҡлашыу, Яңы йыл тамашаларын ойоштороусыларға ярҙам, ижади фекерләү ҡеүәһенә эйә иң яҡшы сценарий яҙыусыларҙы асыҡлау маҡсатында балалар баҡсалары, мәктәптәр, ауыл клубтары сәхнәләре өсөн Яңы йыл байрамына йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы сценарийға конкурс иғлан итә. Ижади эш милли ерлектә яҙылырға тейеш.Ҡулъяҙманың күләме компьютерҙа йыйылған 5-6 биттән артмаһын.
Конкурсҡа йыл аҙағында йомғаҡ яһаласаҡ. Иң яҡшы сценарийҙар гәзит биттәрендә донъя күрәсәк һәм сайтыбыҙға ҡуйыласаҡ. Ижади эштәр 20 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Мөхәрририәт.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға