08.11.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (2.11.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (2.11.2018)
* * *
Табип кабинеты янында ике пенсионер һөйләшә:
– Был табиптарҙың яҙыуы тауыҡ тәпәйе менән ер тырнаған кеүек. Рецептарынан бер ни аңларлыҡ та түгел.
– Улай тимә әле . Мин табип биргән рецепт менән бер йыл буйы трамвайҙа бушлай йөрөнөм. Ярты йыл театрҙа спектакль ҡараным. Хәҙер шул ҡағыҙ буйынса пенсиямды арттырҙылар.

* * *
Бер ҡатын һөйәре менән ята. Шул ваҡыт ишектә ҡыңғырау шылтырай. Ире ҡайтҡанын белеп:
– Йә, Хоҙайым, ирем бер нәмә лә һиҙмәҫлек итһәң ине.
Хоҙай яуап бирә:
– Ләкин һине һыуҙа үлә торған итеп яһайым.
– Яҡшы.
Бер нисә йыл үтә. Ҡатын душ ҡына инә, йылға-диңгеҙгә әйләнеп тә ҡарамай. Бер заман курортҡа путевка ота. Бик оҙаҡ уйлағандан һуң барырға ҡарар итә. Шулай теплоходта йөҙөп барғанда ғәрәсәт башлана. Ҡатын тағы Хоҙайҙан ярҙам һорай:
– Эй, Хоҙайым, минең өсөн күпме халыҡтың ғүмерен өҙәһеңме инде?!
– Мин һеҙҙе өс йыл буйы йыйҙым...
* * *
– Атай, беҙ Гөлсирә менән өйләнешергә булдыҡ.
– Ярамай, улым, унда минең ҡан.
Бер аҙнанан егет тағы атаһына фатиха алырға килә.
– Айһылыуҙы кәләш итеп алам.
Атаһы тағы ҡаршы сыға.
Бер көндө әсәһе кәйефе булма­ған улынан:
– Ниңә улай моңһоу ғына йөрөйһөң әле?
– Ике ҡыҙға өйләнәм, тип атайҙан фатиха һорағайным. Барыһында ла атай ҡаны икән!
– Эй, улым, теләһә ҡайһыһына өйлән! Һиндә бит атаң ҡаны түгел!