«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Ҡуныс (Хикәйә)



19.06.2018 Ҡуныс (Хикәйә)

Ҡуныс (Хикәйә)
Март башының тәүге аҙнаһының аҙағы. Тауыҡ ояһындай ғына ситән өйҙөң бер ҡатлы тәҙрәләренең, иҫкелектән уңып, йыртыла яҙып бөткән ҡарындыҡ ярпылары менән ҡапланған өс-дүрт күҙгәнәге йәйәүлене аяҡтан йығырлыҡ зәһәр елдәрҙең ҡағылып-һуғылып үтеүҙәренән ҡырпылдашып тора.
Иҫке генә киндер тоҡто ярып йәйелгән ашъяулыҡҡа ҡуйылған ҙур ағас аяҡтағы шыйыҡ ҡына һоло өйрәһен эсеп бөтөүгә, солан яғынан көслө гөрһөлдәү артынса ыңғырашып ҡуйған тауыш ишетелде. Ҡоршаулы сынаяҡтарға сәй яһарға ҡулына алған баҡырсайҙы әсәй көлдөксәгә кире ҡуйып:
– Уй, Алла. Алаҡайҙыр, – тип атлығып сығып китте лә, оҙаҡ та тормай, – яҙмағандыр инде, балаҡайҙар, – тип иламһырап килеп инеп, урындыҡ йөҙлөгөнә ултырып, саҡ-саҡ тыйылып торған күҙ йәштәренә ирек биреп, илап ебәрҙе.
Бер-береһенән икешәр иле генә ҡалҡыуыраҡ биш малай, әсәйгә ҡарап, шымып ҡалды ла һуңыраҡ, илашып, уға ҡушылды. Шулай күпмелер ваҡыт үткәс, Бағыстан, күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөртөп:
– Былай шәмәрешеп ултырыуҙан бер файҙа ла сыҡмаҫ. Хәйрулла олатайығыҙға тағы ла барып килергә кәрәк булыр инде, – тип, көпөһөн яурынына һалып, ишеккә йүнәлде.
Хәйрулла олатай соланға килеп ингәс тә:
– Шулай булыры кистән үк билдәле ине инде. Тик, сыҡмаған йәндә өмөт бар, тигәндәй, һеҙгә өндәшмәгәйнем, – тип, әлегә һыуынып бөтмәгән һыйырҙың ҡабырғаларын баҫҡылап, муйын тирәһен ҡапшап ҡараны.
– Торғоҙоп булмаҫмы икән ни, еҙнә? – тип, әсәй олатайҙың беренсе ярман һуғышынан иҫән-имен ҡалған уң күҙенә, ниндәйҙер өмөтлө һүҙ әйтерен ишетергә теләгәндәй, йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп ҡараны.
– Юҡ шул, балдыҙҡайым, һыуынып бөтөп тә бара бит инде. Арҡан да сей йүкәнән генә ине. Запас. Хәҙер үҙемә лә берәү генә ҡалды. Ярай, оҙаҡ тора алмайым. Тай-тулаҡты тибенгә сығарырға ваҡыт. Кискә яҡын һөйләшербеҙ.
Әсәй:
– Әйҙәгеҙ, балаҡайҙар, һәүкәшебеҙ менән күмәкләшеп бәхилләшәйек, – тип, төпсөгө Саматын күтәреп, Алаҡай янына сыҡтылар.
– Әсәй, әсәй! һыйыр үлмәгән бит әле, – тине, Алаҡайҙың мөгөҙөнән тотоп, сикә тирәһен һыйпап ултырған икенсе малай Сәмиғулла.
– һөтө мул, ҡаймаҡлы. Үҙе ҡайһылай ҙа аҡыллы ине һәүкәшебеҙ, – тип, башынан алып ҡойроғона тиклем һыпырғыланы ла әсәй, еленен һыйпап, имсәктәрен тотҡолап алды.
– Үлде шикелле. Күҙҙәре йөрөмәй, төпкә батты, – тип күҙ ҡабаҡтарын йомдорғандай итте Сәлимгәрәй.
– Тиреһен һыҙырып, ҡойҡа итеп булһа ла бешерәйек, – тип тәтелдәне Сәлмән. – Колхоз биргән тана тиреһе ҡалай тәмле булғайны.
Алаҡай менән шулай хушлашып-бәхилләшеп торғанда, әсәйҙең апаһы Гөлбоҫтан инәй килеп инде лә:
– Ошо көн килере әллә ҡасандан билдәле ине бит инде. Ярай, хәйерле ҡаза булһын. Башҡаса ундайға яҙмаһын, – тине, үләкһәне баштан тояҡтарына тиклем күҙҙән үткәреп. – Ҡуңалтаҡ ҡына кейгән ҡаталар менән балалар ҙа өшөп бөткәндер. Өйгә инәйек.
Өйгә ингәс, Гөлбоҫтан инәй соландағы һүҙен дауам итте:
– Ошо хәлде тойомлап, бер кәңәш менән килеп сығылғайны ла. Итәк тулы балаларҙы аҡһыҙ аҫрауы үлемесле бынауындай һуғыш ваҡытында. Үткән киткән инде. Илаулашып ултырыуҙан бер файҙа ла булмаҫ. Мал йүнләү яғын кәңәшләшеп алырға ине уй.
– Шулайҙыр ҙа, апай. Яңынан һыйырлы булырға бол ҡайҙа?
– Тотҡан ерҙән генә бер нәмә лә килеп сыҡмай. Бер-ике йылдан һыйырлы булырға өмөт тә юҡ түгел.
– Быҙауҙан башларғамы? Уныһына ла аҡса...
– Хәҙер аҡса заманы түгел. Ул берәүҙә лә юҡ. Ә бына алыш-биреш яғынан...
– Нимәгә алышырға? Сатан тауыҡ та юҡ бит, исмаһам.
– Ишеткәнһеңдер. Беҙҙең урамда күршем Мәхүпъямал да һинекеләй ҡазаға тарыны кисә кискә яҡын ғына – һыйыры, күтәртеп, харап булды. Быҙаулаған сағында яртылаш тыуған быҙауҙы күршеләр менән тартып сығарҙыҡ. Ул иҫән ҡалды. Нәҫеле шәп – һөтө мул, ҡаймаҡлы. Хәҙер ул быҙауҙы ни эшләтергә лә белмәйҙәр. Бысаҡларға берәүҙең дә ҡулы бармай. Арзан-марзанға ғына, юҡ ҡына хаҡҡа ла ҡайҙалыр олаҡтырырға иҫәптәре.
– Юҡ шул. Исмаһам, көҙгө сепей ҙә...
– Аяҡлы мал булмаһа ла ярай. Ҡуныс-мунысың да тигәндәй.
– Ундай ғына нәмә барлығын бар ине лә. Бер пар. Бүртлектә. Тик уның да һыңары ғына ҡалған бит әле. Береһен ҡыш башында быйма табанларға тотонолғайны ла...
– Еткән. Шуныһы ла баштан ашҡан. Тик ҡуныс ҡына булһын.
– ??? ... һыңар ғына.
– Ниндәйе лә ярай. Мәхүптең бесәйе мейес башына киптерергә ҡуйған быймалар­ҙың береһен көлдөксәгә төшөрөп ебәргән. Гонаһ шомлоғолор инде, ҡунысы усаҡтағы көл менән күмеп ҡуйылған ҡуҙ өҫтөнә тап килгән дә янып та киткән. Өй тулы әсе төтөнгә сәсәп уяныуға быйманың башы ғына тороп ҡалған.
Быйманан мәхрүм булып ҡалғас, бер көндө Мәхүп ҡар тоторға сыға алмаған. Бригадир Ишбулды эңерләтеп кенә килеп ингән дә, екеренеп, сәбәбен белешә лә башлаған. “Ғәйепле” бахыр янған быйма башын уның алдына килтереп ҡуйған да: “һыңар быйма менән генә мин ҡалайтып билбыуарҙан ҡар кисеп йөрөйөм инде? Ҡата менән генә булһа ла берәй ҡарһыҙ урынға эшкә сыға алам. Тракторға яғырға имән шаҡмаҡтары бысыр­ғамы шунда...” “Мығырҙама юҡты. Ундай урындарҙа күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа ғына эшләгәнде яҡшы беләһең дә инде. Ә әлегә ҡар тоторға. Хет ялан аяҡлап бар. һуғыш ваҡыты. Закон ҡаты. Бркарур... Себер..., ун йыл”, – тип ярһыған да ишекте шартлатып ябып сығып та киткән.
Бахыр Мәхүпъяман шул етем быҙауын һыңар ҡунысҡа булһа ла алмаштырмаҡсы. Итәк тулы балаларын ҡалдырып, кемдең Себер киткеһе килһен инде.
– Уның янмай ҡалған быймаһы ни төҫлө икән? Беҙҙең ҡуныс аҡ бит әле, – тине Бағыстан, аптыранып.
– Уныҡы ҡара инде. һайланып торор ваҡытмы? Риза булыр. Аҡты ҡарайта һалып алыу оҙаҡмы ни.
– Ә һуң йәш быҙауға ыуыҙҙы ҡайҙан алмаҡ кәрәк? Ҡыш өҫтөндәбеҙ.
– Ыуыҙ беҙҙең урамда ла бер кемдә лә юҡ әлегә. Аптырама. Уны яһап ала торған әмәл дә бар.
– Нисек? Нимәнән?
– Бер литр йылымыс һыуға ике күкәй һытып, ике балғалаҡ тоҙ һалаһың да шыйыҡса бер төҫкә ингәнсе болғатырға йә һелкетеп торорға. Яңы һауған һөт йылылығында булһын. Шул болғатманы эсерәһең инде. Йәш быҙауҙы ҡарауҙы һеҙгә өйрәтеп тораһы ла юҡ. “Ыуыҙ”ҙан һуң – шыйығыраҡ булһа ла һоло өйрәһе.
– Эй, апай, тел менән тирмән әйләндереп, бөтәһен дә эшләргә була ла ул. Тик “ыуыҙ” яһау өсөн кәрәкле нәмәләрҙе ҡайҙан алаһың...
– Һеҙҙең яҡта тауыҡ аҫрау ауырыраҡ инде. Беҙҙең бригадта ни, келәт яҡын булғас, ҡош-ҡорт менән шөғөлләнеү еңелерәк. Ыр­ҙындағы игенде алып бөтөүҙәре ишетелгәс тә һоҫҡо, ҡаты һеперткеләр тотоп, ырҙын­ға кемуҙарҙан йүгерешәбеҙ. Аш­лыҡтың бер бөртөгөн дә ҡалдырмай, тупрағы-ние менән һепереп алып ҡайтабыҙ. Ундай ғына эштән тыйған кеше лә, закон да юҡ. Уға һеҙҙең яҡтағылар өлгөрмәй ҡала шул. Шуғалыр ҙа, көнсөллөктәренәндер ҙә:
Һай-һай, һай-һай,
Саптраның һыуы һай,
Саптраға келәт яҡын,
Шуға саптралар бай, –
тип төртмә таҡмаҡ та сығарғандар, – тип көлөп алды инәй. – Минең тауыҡтар, урыны йылы, ем етерлек булғас ни, иртә һала башлай. Һалым түләргә йыйған бер нисә тиҫтә күкәй һаҡлана. “Ярлы ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ” тигән һүҙ ҙә бар. Ыуыҙҙың ваҡыты бер аҙна тирәһе. Ярҙам итермен. Итәк тулы балалар менән ғүмер баҡый аҡһыҙ ултыртып ҡалдыра алмайым бит инде мин берҙән-бер генә һылыуымды.
– Ыуыҙ мәле лә үтте, ти. Ә үләнгә тейенгәнсе?...
– Ыуыҙҙан һуң бер ун көндән бесәнгә өйрәнә башлай, һөт урынына шыйыҡ ҡына булһа ла өйрә инде. Колхоз үлмәҫкә үле балыҡ тигәндәй генә һоло биреп тора. Үҙебеҙгә һоло өйрәһе бешерә беләбеҙ бит. Быҙауға ла һөт урынына шул. Тик тоҙло булһын.
– Ә үҙебеҙгә һуң? Бынау тиклем балаға, – тип ҡулдарын йәйеп күрһәтте Бағыстан, биш малайын да ҡосағына һыйҙырғандай.
– Анау йот йылында ауылдың ярты халҡы яҙға табан тулышҡан ағас бөрөләренән өйрә бешереп ашаны үлән аштары еткәнсе, иҫән ҡалды. Мин ырҙын төбөн байтаҡ йыйҙым, һеҙгә лә өлөш сығарырмын. Бөрө аштарына тәм өҫтәргә лә булыр. Быҙауың да иҫән ҡалыр. Баш балаң Сөләймәнгә уҡыуын “тоҙлап” торорға тура килер. Зирәклеге шәп булғас, уҡырға бер йылға иртәрәк тә барҙы шикелле.
– Шулайын шулай ҙа. Ниҙән башларға һуң? Баш буталып, бөтөнләй аптырап ҡалынды.
– Һыңар ҡунысыңды ал да, санаға алам-һалам һалып, киттек минең күршегә. Малайҙарҙың ҙурыраҡтары өй мөйөшөндә быҙауҡайға, бесән түшәп, урын әҙерләп торһон.
– Алаҡайҙы һуң?.. Уны мәмерйә тауы аръяғындағы емтектәр зыяратына алып барырға кәрәк, тиҙәр бит әле. Ни ылауы, ни кешеһе юҡ тигәндәй. Яҡын-тирәгә... Ыштырафы...
– Аптырама. Ҡыш өҫтө. Бер аҙ туңаҙыһын да, Хәйрулла еҙнәңә әйтерһең. Сапҡылап бирһә, малайҙар сана менән картуф баҡсаһы артындағы соҡор­ға ташыр, эттәр ҡарыҡҡан, бүреләр өйөккән ваҡыт. Бер-ике көндән эрерәк һөйәктәре генә ятып ҡалыр. Йәйҙәрен һөйәк йыйыусылар килеп сыҡҡылай торған. Әҙ-мәҙ генә булһа ла файҙаһы ла тейер.
Алаҡай ҡазаланыу сәбәплелерме, бригадир Шәкирә, нисектер миһырбанлыҡ күрһәтеп, Бағыстанға ҡар тоторға сыҡмаҫҡа рөхсәт итте. Ял көнө булғас, уҡырға йөрөгән өс малай ҙа, әсәләренә ярҙамлашып, быҙау тирәһендә уралды. Ҡулдарын көл тоноғо менән йыуып алдылар ҙа, әсәйҙәре ыуыҙ әҙерләгәнсе, сиратлашып быҙауҡайға бармаҡтарын имеҙҙеләр. Быҙау, Алаҡайға оҡшаңҡырап, ҡарар күҙгә матур, һөйкөмлө генә ине. Тамаҡланып алғас, ул, башын муйынына һалып, йоҡоға талды.
Матур быҙауҡайға үҙенә килешле исем ҡушыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылды.
– Һуңланығыҙ инде. Исеме бар. Гөлбоҫтан менән Мәхүп инәйегеҙ ҡушты – Ҡуныс.
– Ниңә Ҡуныс? – тип аптырап ҡалды Сөләймән.
– Һыңар ҡуныс ҡына биреп алғанға.
Инәйҙәрҙең һүҙенә ҡаршы төшмәҫкә булып, ризалашты малайҙар. Гөлбоҫтан инәй­ҙең “ыуыҙ”ы бик шифалы булды, ахыры. Ун-ун бер көн тигәндә Ҡуныс, бик теремекләнеп китеп, теленә эләгер сепрәк-сапраҡ, бау кеүек нәмәләрҙе һәрмәштерә башланы.
– Юҡ ғәҙәткә өйрәнмәһен. Алдына сәскәле-япраҡлы бесән бәйләп ҡуйығыҙ, – тип өйрәтеп китте Бағыстан бер көндө эшкә юлланғанында.
Күмәк балалы өйҙә тороп, көнөнә әллә нисәмә тапҡыр әйтелгән “Ҡуныс”ҡа бик тиҙ өйрәнеп алды быҙауҡай. Исемен ишетеү менән, ниҙер өмөт итеп, мөзөлдәп, ҡойроғон болғар булып китте.
Бер-ике йылдан аҡлы-ризыҡлы булыу хаҡына Сөләймән иртәнән ҡара кискә тиклем билбыуарҙан ҡар көрттәрен йырып, урман-туғай шырлыҡтарын гиҙеп, ағас бөрөләрен, ҡомалаҡ орлоҡтарын йыйҙы мәктәпкә йөрөткән сепрәк сумкаһына. Уларҙан бешерелгән ризыҡты өйрә тиһәң, хәтере ҡалыр – ни тәме, ни туҡлығы. Ҡалаҡтағы аш – ауыҙҙа, ҡойроғо – сеүәтәлә. Апрель аҙаҡтары, май баштарында, бөрөләр япраҡҡа әйләнеп, Ҡуныс тулыһынса бесәнгә тейенгәс, һоло өйрәһе кире балалар ризығына яҙҙы.
Май урталарында бәкәлгә етмәле үлән мал теленә эләгерлек булғас, Ҡуныс картуф баҡсаһы артындағы ялбыр башлы бейек өйәңке янындағы бәләкәй генә аҡланға сығарылып, ҡаҙыҡҡа бәйләп ҡуйылды. Аҙна тирәһе үткәс, ул аҡланда Гөлбоҫтан инәйҙең машина һөтө менән тәмләндерелгән ашлы һыуға өйрәнеп алған быҙау, эскеһе килгән саҡтарында өй яғына ҡарап, яғымлы ғына итеп мөңрәр булып китте. “Ҡуныс, Ҡуныс, Ҡуныс” тигән тауышҡа картуф баҡсаһының ҡап уртаһынан тартылған берләм юл буйлап саба-юрғалай һалып килеп етә лә, һыуһыны ҡанғас, өйрәнгән өйәңке һалҡынына әкрен генә йүнәлә.
Йәй урталарында йорт тирәләрендә үлән наҡыҫланып ҡалғас, баҫыуҙар картуф баҡсаларына терәлеп тигәндәй ятҡанлыҡтан, юҡ-бар хаҡҡа ғына ҙурыраҡ малайҙарҙың береһе Шиһапты яллап, быҙау көтөүе ойошторолдо. Ҡышҡы-яҙғы ауыр тормоштан йонсоп сыҡҡан йолҡош быҙауҙар араһында яһалма ыуыҙ, ашлы һыу, бесән сәйе менән йәш үләнгә баҫҡан Ҡуныс иң баҙыҡ, иң күркәмдәрҙән ине. Ҡаты күҙҙәрҙән һаҡлар төрлө төҫтәге сепрәк таҫмалар менән суҡлан­ған муйынсаҡҡа борондан ҡалған көмөш сыңлы ҡолонсаҡ ҡыңғырауын да тағып ҡуйғас, былай ҙа баҙыҡ күренгән Ҡуныстың күркәмлеге бермә-бер артып киткәндәй тойолдо.
Ҡарабай.
(Дауамы бар).
Оҙон урамдың үрге осонан түбәнгеһенә ярайһы уҡ ҙур ғына быҙау көтөүе туплана ине. Яланға барғанда ла, ҡайтҡанда ла аҙым һайын сыңлап- сылтырап торған көмөш тауышлы ҡыңғырауы менән “лидер” булып, Ҡуныс һәр ваҡыт алдан йөрөнө. Көтөүсе малай Шиһапҡа хайуанҡайҙарҙы күҙҙән яҙҙырып баҫыуға төшөрмәй, эйәреп кенә йөрөргә ҡала ине.
Йәйҙең һуңғы көндәрендә яҡын тирәләге баҫыуҙарҙа игенлектәр урылып, башаҡтар йыйып алынып, Шиһап уҡый башлағас, быҙауҙар көтөүсеһеҙ тороп ҡалды. Уны Ҡуныс алыштырҙы. Ҡыңғырауын сылтыратып, урамға сығыуы була, быҙауҙар йыйыла ла башлай ҙа, башлыҡҡа эйәреп, түбәнге осҡа йүнәлә. Ҡояш байыуға тышау буйы ҡалғас, урамға сығып: “Ҡуныс, Ҡуныс, Ҡуныс, ҡайт, ҡайт, ҡайт”, – тип оранға тартым тауыш менән өс тапҡыр өндәшеүең була, күп тә үтмәй, “лидер” етәкселегендә урам осона быҙауҙар өйөрө килеп тә инә. Шул рәүешле Ҡуныс бөтөн урам балаларын да быҙауҙарҙы көтөү ҡайтҡанда әсәләре менән осраштырмау мәшәҡәтенән ҡотҡара ине.
Йән ҡыйғыс оҙайлы һуғыштың өсөнсө йәйе ауыл ере өсөн уң ғына килде: ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуҙы. Үлән ат бауыры тиңенән үҫте. Картуф һабаҡтары ла, үткән йылдарҙағы кеүек, ҡыҙыу ҡояш нурҙары өтөүенән миктәмәне. Ун ике йәшлек Сөләймән ямғырлы көндәрҙә колхоз эштәренән бушаған мәлдәрҙә ауыл тирәһендәге эре-мар үләндәрҙе бесәнгә сабыр көскә эйә ине инде. Үҙенә етәһе мырҙалары ла, өлкән ярҙамсы булып, әсәйҙең баҫыуҙан алып ҡайтҡан үлән көлтәләренә ҡушымта булырлыҡ бесән әҙерләште, күбә-күбә япраҡ аҙыҡ өйҙө.
Ҡуныс оҙон ҡышты йонсоу күрмәй үткәрҙе. Бер-ике аҙнанан көтөүҙә лә, башлыҡлыҡҡа ынтылып, яманыраҡ һыйырҙарҙы ситкәрәк тайшандырып, ҡыңғырау сыңдарын яңғыратып, алдан йөрөүгә яраҡлашып алды.
Ҡышты көр генә үткәргән тыуса Ҡуныс, ауылда тәүгеләрҙән булып, шаҡай башында уҡ быҙауланы. Быҙау орғасы ла, әсәһенең “күпейә”һе лә ине. Күп йыллыҡ тәжрибәһе булған Бағыстан, тыуса һыйырҙы һауыуға өйрәтеүҙең бөтә серен дә яҡшы белгәнлектән, беренсе һауында уҡ ыуыҙ бик мул булды – ун ике ҡаҙаҡлы бер күнәк.
Тана һыйырҙарҙың һөтө һигеҙ килолы иретелгән һары май һалымын ҡапларлыҡ та булмай торғайны. Ҡуныс менән ундай ауырлыҡтарға тарылманы, уның һөтө лә оло һыйырҙарҙыҡынан ҡалышманы, ҡуйылығы ла шәп ине.
Әсәһенең “күпейә”һе булған быҙауҙаға ла Ҡуныс исеме ҡуштылар. Ит һалымы өсөн ҡара көҙҙән фермаға тапшырылды. Бағыстандың күңеле тыныс: орғасы булғас, нәҫелгә ҡалдырылып, ит комбинатына ебәрелмәйәсәк.
“Әсәйең кеүек мул, ҡуйы һөтлө һыйыр булып етешһәң, колхозыбыҙ фермаһының ҡото булып яҡшы нәсәпле малҡайҙарҙы ишәйтерһең, Хоҙайымдан булып”, – тип Ҡунысының муйынынан ҡосаҡлап, бөтөн кәүҙәһен тояҡтарына тиклем һыпырып-яратып хушлашты хужабикә йәй буйы күңеленә май булып яғылған быҙауҡайы менән.
Бағыстан Ҡуныс исемле матур быҙауын фермаға тапшырып киткәненә йыл ярым тигәндә күршеһендәге йәш һауынсы Нәсимәне сәйгә саҡырып алды ла үҙен байтаҡтан борсоп килгән нәмә тураһында һүҙ башланы:
– Быйылғы таналар төркөмөн, алдынғы комсомол булараҡ, һиңә ышанып биреп ҡуймаҡсылар икән. Бик хуп. Минең һыйырҙы үҙең күреп- белеп йөрөйһөң. Бик яҡшы нәсәпле, һәүкәшемдең “күпейә”һе булғас, уға ла Ҡуныс исемен ҡушып ҡалдырып киттем. Исемен Зорька, Машка кеүектәргә үҙгәртмәҫһең. Тамаҡ яғынан ҡыҫма. Наҙлы һүҙҙәргә генә күнеккән. Ҡаҡмай- һуҡмай, китапҡа һыймаҫ һүҙҙәр менән ҡойондормай ғына эш ит инде уның менән. Һауғаныңда күңелең төбөнән сыҡҡан яғымлы көйҙәр ишетелһен уға. Изгелеккә изгелек менән яуап бирер. Маҡтау таҡтаһы түренән төшмәҫһең. Әсәй-өләсәйҙәренә оҡшаһа, тәүге, һуңғы быҙауҙары орғасы булыр. Мәхүп инәйең һыйыры тоҡомо. Яҡшы нәсәп тоҡомонан күҙ яҙҙырма, һөттө ун өсөнсө быҙауына тиклем яҡшы бирә. Быларың өлкәнәйеп, тағы ла йәштәрҙе һауа башлаһаң, Ҡуныс исемле тыуса булған төркөмдө алырға тырышырһың.
– Ярай, апай. Бик фәһемле кәңәштәреңә рәхмәт, – тип ҡайтып китте Нәсимә.
* * *
Бағыстан Ҡунысын ун өсөнсө быҙауынан һуң тағы ике йыл һауҙы, һуңғы быҙауы орғасы булып тыуғайны. Ҡунысты, ул быҙауҙың тыусаға әйләнеп, быуаҙ булыуы билдәле булғансы, һыуалғансы, өйөндә тотто ла колхозға тапшырып, алмашҡа һуғымлыҡҡа ярарлыҡ үгеҙ алып ҡайтты, һуғымдан үҙенә бер өлөш ҡалдырып, ҡалғанын атай нигеҙенән кирәктә төпләнешеп бөткән балаларына таратып бирҙе.
***
Әле генә отпуск алып ҡайтҡан өлкән улы Сөләймән әсәй йортона кискә яҡын хәл белешергә килгәндә, Бағыстан әбей усын күҙҙәрен ҡояштан һаҡларлыҡ итеп ҡаштары өҫтөнә ҡуйған да: “Ҡуныс! Ҡуныс! Ҡуныс! һәүкәшем, ҡайт, ҡайт, ҡайт” тип ҡысҡырып һөйләнә, күҙҙәренән һығылып ҡына сыҡҡан күҙ йәштәре! – битендәге һырҙар буйлап, ике яҡтан да эйәгенә табан аға ине.
– Һаумы, әсәй. Ниндәй хәсрәткә баттың? Нишләп былай? – тип күреште, әбейҙең яурындарына түшәлеп ятҡан яулыҡ осо менән һырҡырап ҡына ағып төшкән йәш юлаҡтарын һөртөп алып.
– Аһ, аһ, балаҡайым, ҡайттыңмы ни? – тип күреште лә өлкән улы менән: – Хәсрәтем ҙур шул. Ҡуныс өсөнсө көн юҡ... “Урман ҡырында ҡалдырып киткән кукуруз өйөмөнә тап булып, ашаған да ағыуланып үлгән”, – тип килеп әйтеп китте көтөүсе. Сәбәбе билдәле булғас, ҡорһағы шарҙай булып күбенеп, тояҡтары менән йондоҙ һанаған малды тикшереп тә тормағандар. “Трактор һөйрәтеп, емтектәр зыяратына алып барған” тинеләр ҙә ҡыңғырауын ғына ҡалдырып киттеләр. Берәү менән дә яманлашып йөрөмәнем.//
– Ҡуныс ҡынамы әллә башҡаларҙыҡы ла ҡазаландымы икән?
– Беҙҙеке яғына ыңғайлағандарҙы көтөүсе ярай әле бороп өлгөргән.
Шулай тине лә Бағыстан әбей, күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртөп алып, һәүкәшен юҡһыныу зарын дауам итте.
– Ярай, әсәй, күпме илаһаҡ та Ҡунысты ҡайтара алмаҫбыҙ. Әүҡәтең барҙа һыйырһыҙ ҙа ултырмаҫһың. Страховка яғы нисек?
– Бар, бар. Түләү-маҙар яғынан кешенән артҡа ҡалған юҡ. Ун ике һумлыҡ ҡына булһа ла пенсиям килеп тора. һеҙ ҙә ярҙам итәһегеҙ. Рәхмәт һәммәгеҙгә лә.
– Биш малайҙан һәммәбеҙ ҙә иҫәнбеҙ. Бик ҙур рәхмәт тибеҙ һиңә, әсәй. Аҡтан өҙөлмәҫкә страховкаңа ҡушымта яһашып, һыйырлы ла итербеҙ.
– Рәхмәт инде, балаҡайҙарым. Тик Ҡуныс нәҫеленән ғүмерлеккә өҙөлгәнбеҙҙер инде. Был орғасыһы ҡасан һыйыр була әле ул. Йәшем дә арыу ғына...
– Һинең ғүмергә лә сик ҡуйырға иртәрәктер. Өләсәй яғынан Бәхтегәрәевтәр оҙон ғүмерлеләр иҫәбендә... Иртәгә идараға барып әйләнербеҙ. Хужа Йәнғәле Әпсәлихов буш сығармаҫ, моғайын.
– Һаумыһығыҙ, Бағыстан апай, Сөләймән ҡорҙаш, – тип ҡаршыланы уларҙы рәйес. – Ултырышығыҙ. Ни йомош? Ваҡыт тарыраҡ.
– Йомош шул, Йәнғәле мырҙа, – тип һүҙ башланы әсәй. - Көтмәгәндә һыйырҙан яҙылды. Үҙең беләһеңдер инде. Аҡҡа өйрәнгәс,...
– Ишеттем, ишеттем. Хәсрәтегеҙҙе уртаҡлашам. Ниндәй ярҙам кәрәк? Әйтегеҙ. Тиҫтәләрсә йылдар буйы ударницалар рәтендә булып, фотоғыҙ Маҡтау таҡтаһының иң түренән төшмәне.
– Һауын һыйыр мәсьәләһен хәл итешә алмаҫһығыҙмы икән, тип килеп сығылғайны ла, – тине Сөләймән. – Аҡса бар.
– Ундай хәлдәр Уставта ҡаралмаған. Шулай ҙа мөмкинлек табылыр.
– Һалымдар заманында быҙауҡайҙарымды фермаға килтереп ҡалдырып китә торғайным. Орғасылары ла булғыланы...
– Беләм, апай, беләм, һинең Ҡуныс нәсәпле һыйырҙар менән базаның яртыһы тулған. Шуға ла һөт яғынан районда алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәйбеҙ. Нәҫелгә һатып, үгеҙҙәренән дә файҙа күп һиҙелә. Ул нәҫелгә бик һаҡсыл ҡарайбыҙ.
– Шул аҡлы-ҡыҙыллы нәҫелдең бер йәшерәге булһа, ҡалған ғына ғүмергә етер ине, – тине Бағыстан әбей ҡыйыуһыҙ ғына.
– Булыр, апай, булыр. Бер тыуса һыйыр бар шикелле. Тик хәйерҙән түгел инде. Бына ошо ҡағыҙҙы мөдир Шәрифйәнгә кәпитәнсәгеҙ менән бергә күрһәтерһегеҙ ҙә ул һеҙгә киске һауындан һуң таналар араһынан һайлап биреп ебәрер.
– Ярай, бик ҙур рәхмәт, Йәнғәле мырҙа. Иҫән-Һау эшләргә яҙһын, – тип урынынан ҡуҙғалды Бағыстан әбей.
Йәйге ял ваҡыттарын тура килтереп, улдары әсәләренә ҡышҡылыҡҡа утын-бесән әҙерләшеп китәр ине. Ит, һөт ризыҡтары менән әсәй ҙә уларҙы мул итеп күстәнәсләндереп торҙо, һөт-ҡаймаҡ кәрәгенән артыҡ булһа ла, Бағыстан әбей уларҙы кәсепкә өйләндермәне. Бала­ларынан артҡанды ҡартайған көндәрендә аҡтан мәхрүм булғандарға хәйер йөҙөнән таратты. Мәктәп ашханаһын да һөтлө сәйҙән өҙмәне.

* * *
Әсәйҙәре туғыҙынсы тиҫтәне һүтә башлағанда төбәк мәркәзендә феноллы һыу, зәһәр газлы һауанан миктәп сырхаулаған Сөләймән ғаиләһе менән һаулығын нығытырға өлкәнәйеп барған көнөндә ауылға ҡайтып төпләнде.
Бағыстан әбей һикһән биш йәшенә етеп барғанында ферманан алған өсөнсө быуын Ҡунысы орғасы быҙау килтерҙе, һыйырҙы үҙе һауып көн итә алһа ла, йәй етеүгә ике быҙау артынан ҡарап йөрөргә һаулығы етеңкерәмәүен һиҙенеп, быҙауҙарҙы шәхси хужалыҡ менән шөғөлләнергә әүәҫ ике улы Сөләймән менән Сәлимгәрәйгә бирҙе лә үҙе Ҡунысын һауыуын тешәү йәшенә тиклем дауам итте.
Ҡала биләмәһе ситендәге ауылда йәшәгән Сәлимгәрәй Ҡуныстың дүртенсе быуынын, иткә тотонмай, әсәһенән ҡалған бер аманат булараҡ, һыйыр итергә булды. Ҡатыны Фатима ла мал йәнле заттан ине.
Ҡаланан сырхауланып ҡайтҡан Сөләймән баҡыйлыҡҡа әсәһенән байтаҡҡа алдараҡ күсте. Ҡала ҡыҙы булған Нуранияның һыйыр һауыу-бағыуға барышы бөтөнләй юҡ ине. Улы мәрхүм булып киткәс тә Бағыстан әбей туҡһан йәшенә тиклем килен ҡулында тороп ҡалған һыйырҙы һауып йөрөнө. Ҡарыуы ҡайта башлағас, Ҡуныстың ауылдағы дүртенсе быуынын һатып ебәрҙеләр.
Сөләймәндең вафатына ун йылдар тирәһе булып та киткән. Йорт ҡото Ҡуныс та булмағас, Бағыстан әбейгә Айтуған ауылының йәме бөтә барған кеүек тойола ине. Һаулығы ла, күҙгә күренеп, ҡаҡшай башлаған.
Сөләймән вафатының ун ике йыллығына бағышланған Ҡөрьән ашынан һуң, күп тә үтмәй, туҡһан өс йәшлек Бағыстан әбейҙе “өлкәнәйгән әсәйҙе улы ҡарарға тейеш” һылтауы менән уртансы улы Сәлимгәрәйгә килтереп ҡалдырып киттеләр. Әбей үҙаллы йөрөрлөк хәлдә түгел ине инде. Етәкләгәндә өй эсендә, стеналарға таяна-таяна, әкрен генә шылыша ала. Ашатҡанда ла, сабый кеүек, ҡалаҡлап ҡаптырырға кәрәк. Хәтер яғы ла инәле-сығалы ғына. Иҫенә килгеләгән саҡтарында: “Мине бында кем килтерҙе?... Өйөм, бенсиям бар... Улар ҡайҙа? Дөрөҫөн әйтмәһәгеҙ, ҡайҙа барырға белермен... НКВД... Бркарур...” – тип теҙеп китә дәғүәләрен.
Бәғзе мәлдәрҙә енләнеп ауырып китә лә өҫтөндәге, түшәк-маҙарҙағы сепрәк-сапраҡты йыртҡылап, өҙгәләп бөтә. Бер аҙ тынысланғас, үткән ғүмеренең хәтирәләрен ап-аныҡ итеп теҙә башлай: “Ғәзизә әүкәй, анау яҡта еләк бик уңған, әйҙә шунда барайыҡ... Хәҙисә апай, көлтә бәйләүҙе өс йөҙгә тултырайыҡ. Бригадир Шәкирә, беҙҙе маҡтап, гәзиткә яҙыр...” Шундай “хәтирә”ләрҙән һуң өс көнлөк йоҡоға тала. Табиптар бындай сирҙе “ҡартлыҡ деменцияһы” тип атаны. Мейе ауырыуы, уны дауалап була икән. Тик йәш пенсионер сағындараҡ.
Деменция өйәнәге Бағыстан әбей ғүмеренең һуңғы көндәренә яҡын йышыраҡ ҡабатлана башланы. Телендә әхирәттәренең исемдәренә ҡарағанда “Ҡуныс” күберәк ҡабатланды. “Ҡунысҡайым һөтлө, ҡаймаҡлы ине. Быҙаулаған һайын балаларыма ыуыҙ ҡоймағы, ҡуйы һөттән ҡатыҡ, күбек май ашата инем туйғансы... Унан хөкүмәткә ярты бот һары май... Рәхмәт уға. Аслыҡ йылдарында балаҡайҙарымды үлемдән ҡотҡарҙы... Ҡайҙа шул Ҡунысым? Килтерегеҙ...”
Ҡунысының дүртенсе быуынын карауаты ҡуйылған тәҙрә янына килтереп бәйләһәң, быяла аша бөтә кәүҙәһен наҙлап һыпырғандай итә лә, күңеле булып, тәрән йоҡоға тала.
Ғүмеренең һуңғы һулышында яҫтыҡ аҫтында һаҡлаған өс-дүрт битлек ус аяһындай ғына иҫкесә яҙылған китап уң ҡулында булһа, телендә ирендәре саҡ-саҡ ҡыбырлап әйткән өс кенә һүҙ – “Ҡуныс..., Ҡуныс..., Ҡуныс...” ине.

ҠАРАБАЙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға