«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Әсә ҡарашы



17.05.2018 Әсә ҡарашы

Әсә ҡарашы
Һаубуллашып, ҡулдарыңды һуҙғас,
Һуңғы тапҡыр баҡтым күҙеңә.
Тетрәнде йөрәк, һау бул, тиеп
Ҡалтыранып сыҡҡан һүҙеңә.
Ҡарашыңда күрҙем әсе һағыш,
Мөлдөрәшкән тамсы йәштәрен.
Йылмайғандай иттең миңә ҡарап,
Йәшергәндәй ғазап, хистәрең.
Беләм, әсәй, мине оҙатҡас та,
Яңғыҙ ҡалып түгелеп иларһың.
Инде көндә күҙҙәреңде төбәп
Киткән юлдарыма ҡарарһың.
Көт, һин мине! Өмөтөңдө өҙмә,
Яндарыңа бер саҡ ҡайтырмын.
Сабый саҡтағылай иркәләнеп,
Алдарыңа һинең ятырмын.
Көт, һин мине, әсәй, ҡайтырмын...

Сәлимә Барлыбаева (Иҫәндәүләтова)







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға