«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (2.03.2018)



05.03.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (2.03.2018)

Үәт, ҡыҙыҡ! (2.03.2018)
– Ағай, был һыйыр нисә литр һөт бирә?
– Бер литр ҙа бирмәй.
– Улай булғас, ниңә уны тотаһығыҙ?
– Үгеҙ булғанға.

* * *
– Ҡатыным менән шул тиклем дә бер-беребеҙҙән туйып бөттөк. Ә айырылышырға ваҡыт юҡ.
– Нимә ҡамасаулай һуң?
– Йыл һайын бер бала тыуа ла тора…
* * *
Судья – ғәйепләнеүсегә:
– Ниңә ул машинаны урла­нығыҙ?
– Зыярат янында торғас, хужаһы үлгәндер, тип уйланым…
* * *
Егет менән ҡыҙ оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәндәр. Егет һаман да тәҡдим яһамағас, ҡыҙ бер көндө:
– Ҡасан мине алаһың? – тип һораған.
Егет:
– Әсәйем бар бит.
Ҡыҙ:
– Булһа ни? Әсәйең – үҙенә башҡа, беҙ – үҙебеҙгә башҡа…
– Юҡ шул. Әле генә ул шулай. Мин һине алһам, барыһы ла минең башҡа була бит.

* * *
Ир өйөнә иҫереп ҡайта.
– Ниңә шул тиклем күп эстең? – тип әрләй уны ҡатыны.
– Күп түгел, һәр ваҡыттағыса, өс кешегә бер ярты.
– Ниңә ошо хәлгә төштөң атыу?
– Тегеләр килмәне…







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға