«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)



08.01.2018 Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.12.2017)
ЗАГС-та бер парҙың айырылыу эше ҡарала. Ирҙән бының сәбәптәрен һорайҙар.
– Ҡатыным мыжыҡ кеше булып сыҡты. Кешеләр рәхәтләнеп Май байрамын билдәләгәндә ул: "Шыршыны сығарып ташла", – тип йәнде ашаны.

* * *
Бары тик Яңы йылда ғына иң ҡыҫҡа көн. Уянып та етмәйһең, ҡараңғы төшә.

* * *
Бер малай:
– Ҡыш бабай, миңә Яңы йылға ҙур, ҡыҙыл төҫтәге янғын һүндереү машинаһы бүләк итһәң ине, – тип һораған.
– Хәҙер, – тигән Ҡыш бабай һәм фатирға ут төрткән.

* * *
31 декабрь.
Оптимист:
– Быйыл йыл иҫкеһенә ҡарағанда яҡшыраҡ буласаҡ.
Пессимист:
– Яңы йыл иҫкеһенә ҡарағанда насар килер инде.
Реалист:
– О, бүккәнсе эскәнмен.
* * *
– Мин үҙемдең кәләшемә Яңы йыл бүләген шыршы аҫтына һалдым.
– Шунан?
– Бүләген әле һаман да тапмаған. Тайга ҙур бит.

* * *
Яңы йыл алдынан хаҡтар.
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу – 100 доллар.
Ҡыш бабайһыҙ Ҡарһылыу – 200 доллар.

* * *
– Атай, ниңә һин кәнфиттәрҙе шыршының иң өҫтөнә элдең?
– Һин Яңы йыл еткәнсе ашап бөтмәһен тигәйнем.
– Миңә серпантин ашарғамы инде?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға