«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » “Ошонда төлкө инмәнеме?”



28.10.2017 “Ошонда төлкө инмәнеме?”

“Ошонда төлкө инмәнеме?”
Ауыл халҡы ҡыҙыҡ бит ул.Төлкөбаевтарҙың ғаиләһен дә урап үтмәй кешеләрҙең мәҙәге. Уларҙы “төлкөләр” тип йөрөтә башлағандар. Шулай бер мәл Вазифа исемле инәйҙең һарығы юғала. Ул, эҙләнеп йөрөй торғас, Төлкөбаевтарҙың ихатаһына барып инә. Шунда йөрөгән хужаға ул, аптыраныпмы-ғәжәпләнепме: “Ошонда һарыҡ инмәнеме?” – тиәһе урынға:
– Ошонда төлкө инмәнеме? – тип һорай икән.
– Юҡ, инмәне,– тип яуап биргән хужа.Нимә тиһен, ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай бит инде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға