«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » Үәт, ҡыҙыҡ!!!



22.01.2016 Үәт, ҡыҙыҡ!!!

Үәт, ҡыҙыҡ!!!Психиатр менән пациент һөйләшә:
– Һеҙҙә клептомания, – ти табип.
– Уныһы нимә тағы?
– Һеҙҙең гел генә урлашҡығыҙ килә, ҡыҫҡаһы, ҡулығыҙ тик тормай.
– Миңә хәҙер нимә эшләргә инде? – ти ир.
– Иң тәүҙә, – ти табип, – минең аҡса янсығын кире ҡайтарып бирегеҙ.

* * *
Әсәһе ҡыҙына:
– Кейәүҙең сәйерлеген ЗАГС-та уҡ күргәйнем: бармағыңа ике балдаҡты кейҙергәс тә… – ти.

* * *
Һунарсы ир автобусҡа инә, урындыҡҡа ултыра һәм көпшәһен күршеһенә ҡаратып, мылтығын теҙе өҫтөнә ҡуя.
– Һағыраҡ ҡыланығыҙсы, – ти тегеһе, – атып ебәрмәгәйе!
– Борсолмағыҙ, – ти мылтыҡ хужаһы – тағы ҡорормон.

* * *
Һин өнһөҙ торғанда килеп: "Һеҙгә ярҙам кәрәкме?" – тип һорарға имтихандар ваҡытында һатыусы-консультанттар ултырһын ине.

* * *
– Иҙел, нимә булды, хатта йөҙөң ҡасҡан? – ти танышы.
– Беләһеңме, бер аҙ йөрөп ҡайтайым, тип урамға сыҡһам, күрәм, аяҡ аҫтында бер ҡап меңлек аҡса ята. Алдым да тиҙ генә өйгә йүгерҙем, ниңәлер күңелем тыныс түгел бит, әй. Шунан тиҙ генә был аҡсаны һанарға булдым, һананым, шунан кәйефем төштө. Ни өсөн, тиһеңме? Эт талағыр, бер меңлек етешмәйсе...

* * *
Рәсәй – бөйөк компромистар иле, шунаң өсөн дә ҡала яны электричкаларының бер вагоны – йомшаҡ, икенсеһе – йылы, ә өсөнсөһө тауышһыҙ.

* * *
Элек мәктәптәрҙә уҡырға һәм яҙырға өйрәтәләр ине. Ә хәҙер быны балалар өйҙә нисек өйрәнгәнен тикшерәләр.

* * *
– Мотлаҡ үҙегеҙҙең статусығыҙҙы һаҡлағыҙ. Ул психиатрға һеҙгә диагноз ҡуйырға ярҙам итәсәк.

* * *
"Инде ун йыл баҙарҙа. Сығыу юлын табырға ярҙам итегеҙсе!"

* * *
Ҡытайҙар нисек кенә беҙҙең "Лада"ны үҙҙәренсә эшләргә маташмаһын, барыбер уларҙыҡы арзаныраҡ та, яҡшыраҡ та килеп сыҡты.

* * *
– Әйҙәгеҙ, сәй эсәйек, – тине хужалар.
– Юҡ, әйҙәгеҙ, нимә эстек, шуны эсеүҙе дауам итәйек, – тип ҡәнгәғәт­һеҙлек белдерҙе ҡунаҡтар.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға