«Йәшлек» гәзите » Әҙәбиәт » БАШҠОРТ МОҢОН ҮҘ ИТЕП, БАШҠОРТ ҠЫҘЫН ЙӘР ИТЕП



25.09.2015 БАШҠОРТ МОҢОН ҮҘ ИТЕП, БАШҠОРТ ҠЫҘЫН ЙӘР ИТЕП

– Элек бер ваҡытта ла, урамда булһынмы, мәктәптәме, һин – рус, һин – татар, һин башҡорт, тигәнде ишеткәнебеҙ булманы. Ғүмеребеҙ гастролдәрҙә үтте тигәндәй, төрлө милләт йәшәгән ауыл клубтарында сығыш яһаған саҡтар күп булды. Башҡорт моңон, бейеүен һәр милләт кешеһе яратып ҡабул итте.


БАШҠОРТ МОҢОН ҮҘ ИТЕП, БАШҠОРТ ҠЫҘЫН ЙӘР ИТЕПКонцерттар, ижади осрашыуҙар, юбилей тантаналары… Бер-береһен йыл әйләнәһенә алмаштырып ҡына торған кисәләрҙең һәр береһенең үҙ йөҙө, үҙ тамашасыһы була. Шуларҙың береһе 1988 йылдың 8 октябрендә арҙаҡлы музыкантыбыҙ Наил Ғәлиевтың юбилейы уңайынан ойошторолған концерт булды. Уның хәтерҙә ҡалыуына тәбиғәттең ғәҙәттән тыш сюрприздары ла булышты. Ул көн төш ауышыуға көслө дауыл ҡупты, ул ағас ботаҡтарын ҡайырып, әллә ҡайҙарға алып атты. Йәм-йәшел япраҡтар өҙгөләнә, рашҡы яуа.
“Бындай ғәрәсәттә кем концерт тип йөрөһөн инде”, – тим. Әммә унда мотлаҡ барырға кәрәк: юбилярҙы радио коллективы исеменән ҡотлау миңә йөкмәтелгән.
Ер өҫтө боҙлауыҡ, ап-аҡ ҡар менән ҡапланып өлгөрҙө. Бына ни генә тиһең инде был Өфө тамашасыһына. Концерт залына халыҡ дәррәү ағыла, өҫ-баштары еүешләнеп бөтөүгә ҡарамай, тиҙерәк урындарына ашыға.
– Бындай концерттан ҡалыу юҡ инде ул. Йәшлегебеҙ, бар ғүмеребеҙ, рәхмәт төшкөрө, ошо артистарыбыҙҙың йыр-моңо менән үтте, – тип һөйләнә-һөйләнә бер апай тәғәйен урынына ашыҡты.
Сәхнә яғынан тыңлаусыларға тиҫтә-тиҫтә йыл күңел хәтеренә һеңгән таныш вальс яңғыраны, ул тыштағы ғәрәсәтте бөтөнләйгә иҫтән сығарҙы. Шул тантаналы, нәзәкәтле вальс оҙатыуында сәхнәгә артист Наил Ғәлиев килеп сыҡты. Килеп сыҡты ла, йылмая биреп, тамашасыларына баҡты. Алҡыштарға яуап итеп башын эйҙе. Ошо мәл музыкант ҡулын нисегерәк, ҡайһылай тоторға белмәгәндәй тойолдо миңә. Гел генә баян күтәргән килеш күрергә күнеккәнгә шулай тойолған икән ул. Шул саҡ уға баянын килтереп тоттороуҙары булды, зал артисты тағы ла дәррәү алҡышланы. Ул арала юбилярҙың музыканттары сәхнәлә үҙ урындарын алды.
Мәшһүр музыканттың юбилей концерты үткәндең икенсе аҙнаһында уны студияға саҡырҙым.
– Сәхнәлә ҡырҡ йыл эшләү дәүерендә йылына туғыҙ ай гастролдә, бер ай отпускыла, ә өйҙә ни бары ике ай ғына булғанмын. Республикабыҙҙың һәр ауылында кәмендә егермешәр концерт ҡуйғанбыҙҙыр, моғайын. Тамашасы беҙҙе һәр саҡ ололап, хөрмәтләп ҡаршы алды. Рәхмәт уларға. Сәнғәтебеҙҙе ҙурлап торғас, нисек ижади илһам килмәһен инде. Яңынан-яңы әҫәрҙәр үҙенән-үҙе тыуып торҙо, тип һүҙен башланы ул.
– Мин Федоровка районының “Юрковка” тигән украин ауылында тыуғанмын. Дүрт-биш йәштә балалайкала украин халыҡ көйҙәрен, унан башҡорт-татар көйҙәрен өйрәнергә тотондом. Башҡортса ла, татарса ла һөйләшергә өйрәндем, бала сағымды уйлаһам, күңелем тула – тине ул.
Мин ғәжәпләнеп уға ҡараным. Шул саҡ ни күрәм: хәҙер инде ил ағаһы дәүерен кисергән, әммә һаман да йәшлек дәртен, шуҡлыҡ сатҡыларын юғалтмаған зәңгәр күҙҙәренә йәш бөртөктәре эркелгәйне.
Баҡтиһәң, Коля өс йәшенән үкһеҙ етем ҡалған икән. Уны игелекле Пелагея өләсәһе тәрбиәләй. Әсәһе мәрхүмәнең апай-һеңлеләре лә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер икәндәрен белдерә лә ул. Тик ниндәй ярҙам бит… Уларҙың береһе Коляны Ырымбурҙағы балалар йортоноң кескәйҙәр төркөмөнә тапшырырға уйлай.
– Ошо йәштән дәүләт ҡарамағына тапшырып, уны юғалтырғамы. Юҡ! Улай булмаясаҡ. Ни күрһәк тә бергә күрербеҙ, – ти өләсәһе. Бына шулай, Пелагея Петровна ҡаты тора, шулай итмәйсә һуң! Берҙән-бер йыуанысы бит уға ейәне Коля.
Өләсәйҙең өйөнә йыш ҡына инәй-апайҙар йыйылып, кис ултырып, киндер, йөн иләйҙәр. Шаян һүҙҙәр, матур-матур йырҙар яңғырап тора. Шыҡһыҙ өйҙө шулар әкиәти мөғжизәгә әүерелдерә. Бындай саҡта Коляның төп урыны мейес башында була. Унан бик төшкөһө килһә лә булдыра алмай, сөнки кендектән түбән яҡ яп-яланғас. Шундай хәлдәмен, тип тик ултырмай Коля, ҡул оҫталарының йырын, моңон күңеленә һеңдерә.
Көндәрҙән бер көндө кис ултырырға йыйылыусыларҙы ғәжәпкә ҡалдырып, мейес башынан моң ағыла башлай.
Шул хәлдән башлап олатаһынан ҡалған берҙән-бер ҡомартҡы балалайка шуҡ малай­ҙың ҡулынан төшмәй. Ауылда ниндәй көйҙәр ишетә, уларҙың барыһы ла Коляның репертуарына инә тора.
Өләсәй менән ейәндең икәү генә ҡалғандағы хыялы – ҡыҫҡа балаҡлы яурын аша бер тартҡылы ыштан.
– Булыр, балам, булыр, һинең бер генә түгел, сатраш һалынған ике тартҡылыһы ла булыр.
– Өләсәй, ҙур үҫкәс мин машина һатып алып, шунда һине ултыртып йөрөтәсәкмен. – Быны ишеткән өләсәһе аптырап ҡуя. Был баланың зиһен-аҡылы дөрөҫ кенә була күрһен инде, – тип хафалана. Шулай булмай һуң. Үҙ ғүмерендә ике генә кешенең машинала йөрөгәнен белә бит ул. Береһе – район үҙәгенән килеп китә торған оло түрә, икенсеһе – колхоз рәйесе.
Бына шулай хәтер ебен тағатып ултыра торғас:
– Өләсәйем минең машинаға ултырып йөрөргә саҡ-саҡ өлгөрмәне шул, 1959 йылда мәрхүмә булды. Ә мин 1960 йылда машина һатып алдым, – тип үкенесен белдерҙе музыкант.
…Бала, үҫмер саҡ хәтирәләре. Улар һәр кемебеҙҙе ғүмер аҙағына тиклем оҙата килә.
Йән биргәнгә – йүн бирә, ти халыҡ. Бәләкәй Коляның әсәһе яғынан туғандары Мария менән Татьяна ла малайҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай. 1943 йылда үҫмерҙе Татьяна апаһы Ырымбурға алып китә. Ике йөҙ саҡрым араны йәйәүләп үтә улар. Сос малай ебеп төшмәй. Тимер юлсылар әҙерләгән уҡыу йортона уҡырға инә, ситтән тороп музыкаль училищела белем ала. Уҡыуын тамамлағас, бер йыл балалар уҡыта.
Артабан яҙмыш уны Көньяҡ Урал хәрби округы йыр һәм бейеү ансамбленә алып килә.
“Музыка менән тәүлегенә 18-әр сәғәт шөғөлләнә инем”, – тип хәтерләй ул йылдарын Николай Афанасьевич. Тап ошо мәл Өфөнән хеҙмәткә алынғанға тиклем ансамбл­дә эш­ләгән баянсы һалдат Владимир Маслен­ников менән таныша. Уның тәҡдиме менән Николай Головты Баш­ҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡыралар. Уны Фәйзи Ғәскәров етәкселегендәге башҡорт бейеү ансамбленә баянсы итеп тәғәйенләйҙәр.
– Мәғфирә апайығыҙҙың Мәскәүҙән уҡып ҡайтҡан мәле… Күҙем төштө лә ҡуйҙы. Өйләнешкәс, үҙебеҙҙең эстрада бригадабыҙҙы ойошторҙоҡ.
– Һеҙ филармонияла иң тәүге булып инструменталь ансамбль ойошторған музыкант, эйеме?
– Эйе. Быға тиклем бригадала ҡурай ҙа, баян ғына ине. Шунан мин: “Нишләп беҙҙә эстрада ансамбле булмаҫҡа тейеш әле?” – тип уйланым. Әлеге кеүек гитаралар юҡ ине ул саҡта, үҙебеҙ электрогитара, бас гитара яһап алдыҡ. Иң тәүге инструменталь квартет ана шулай тыуҙы. Артабан һуҡма музыка ҡоралдары өҫтәлде.
– Иҫләүемсә, ансамблдең тәүге музыканттары Виктор һәм Василий Варнавиндар, Эдгар Садиҡов, Владимир Солнцев, Фәнил Әйүпов булды.
– Эйе, эйе. Ансамблгә “Өфө уттары” тигән исем ҡуштыҡ. Тәүге концертыбыҙ 1961 йылдың 12 апрелендә булды. Ул – Юрий Гагарин йыһанға осҡан көн ине. Шул сәбәптән күңел күтәренке булды. Шул беҙҙең сығышта ла сағылды, әлбиттә. Тамашасы алҡыштар менән ҡаршы алды, алҡыштар менән оҙатты. Шул уңышыбыҙ мине ижадҡа илһамландыр­ҙы. Рухланып китеп, “Йыһанға юл” тигән музыкаль әҫәр яҙҙым.
– Хәтеремдә, бик тә үҙ мәлендә яңғыраны ул көйөгөҙ. Әле лә уны эфирҙан да, сәхнәнән дә йыш ишетергә була. Һаман да өр-яңы әҫәр кеүек ҡабул ителә. Наил ағай, әңгәмәбеҙ һуңында тамашасығыҙҙың һәм, ғөмүмән, сәнғәт, уның даирәһе менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың һорауҙарына яуап ишетке килә. Ул һорауҙар бына былайыраҡ. Һеҙ украин милләте вәкилдәре йәшәгән ауылда тыу­ғанһығыҙ. Телегеҙ шул төбәк һөйләшендә асылған. Исем-атығыҙ – Николай Афа­насьевич Голов. Шулай булһа ла, Һеҙ ғүмерегеҙҙең ҡырҡ йылын тик башҡорт сәнғәтен үҫтереүгә, халҡыбыҙҙы милли рухта тәрбиәләүгә генә бағышлағанһығыҙ. Һеҙ ижад иткән “Әсә зары”, “Атайыма хат”, “Яҙҙар еткәс, ҡайтырмын”, “Оҙата кил” ише үтә лә һағышлы һәм хәләл ефетегеҙ Мәғфирә апай башҡарған шаян йырҙарығыҙ, тиҫтәләгән инструменталь әҫәрҙәрегеҙ тик башҡортҡа ғына хас милизм, рух менән һуғарылған…
– Һеҙ, Фәниә һылыу, минең үҫмер сағымдағы бер мәҙәкте иҫкә төшөрҙөгөҙ бит әле. Стәрлебашҡа күсеп килгәнендә өләсәйем инде оло ғына йәштә булған. Шуға ла татар, башҡорт телендә һөйләшергә өйрәнә алмаған. Ә ул ҡатнашҡан инәйҙәр татар, башҡорт милләтенән. Йыйылалар, сәғәттәр буйы һөйләшә-һөйләшә сәй эсәләр. Өләсәйем “эйе, эйе” тигәндән ары китмәй. Үҫә төшкәс, үҫмер сағымда мин унан:
– Бабушка, о чем вы так долго говорили? – тип һорағайным, ул:
– А кто знает, просто хорошие люди, – тип яуапланы. – Элек бер ваҡытта ла, урамда булһынмы, мәктәптәме, һин – рус, һин – татар, һин башҡорт, тигәнде ишеткәнебеҙ булманы. Ғүмеребеҙ гастролдәрҙә үтте тигәндәй, төрлө милләт йәшәгән ауыл клубтарында сығыш яһаған саҡтар күп булды. Башҡорт моңон, бейеүен һәр милләт кешеһе яратып ҡабул итте. Республикабыҙҙа башҡорттарҙан тыш, төрлө милләт вәкилдәре күп. Шөкөр, барыбыҙ ҙа дуҫ йәшәйбеҙ.

* * *
Бына шулай тамамланғайны ул саҡ беҙҙең әңгәмәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Наил ағай Ғәлиев (Николай Афанасий улы Голов) менән. Республикабыҙҙың Федоровка районы “Юрковка” тигән украиндар йәшәгән бәләкәй генә ауылда тыуып, Стәрлебаш райо­нына күсеп килгәс, башҡорт, татар көй-моңдарына әсир булып, артабан бар ғүмерен, һәләт-талантын башҡорт музыка сәнғәтенә бағышлаған арҙаҡлы музыкантыбыҙҙың ижади ҡиммәттәре халҡыбыҙ күңеленә яҡтылыҡ, рухи кинәнес биреп, быуын-быуын моң-көйҙәрҙе оҙата йөрөй. Улар, тамаҡ ярып ҡысҡырып, халыҡтар дуҫлығына саҡырыу­ҙарҙан да үтемлерәк итеп, шул дуҫлыҡты нығытыуға хеҙмәт итә.

Фәниә СӨЛӘЙМӘНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға