НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 118

«Дуҫ күрһәләр, әйҙә, күрһен беҙҙе Ҡояшлы һәм Айлы шағирҙар!»
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 16-10-2010, 09:30


Ғүмер буйы беләм кеүек...
Салауат Әбүзәргә
Бер исемһеҙ йондоҙ эҙләп табып,
Бисмиллалап исем ҡушһаң икән!..
Зөлфәт....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 16-10-2010, 09:12


Буласаҡ кейәү кәләше йәшәгән фатирҙың ишеген шаҡый. Ишекте ҡыҙҙың ҡустыһы аса ла, апаһына:
– Наҙгөл апай, кил тиҙерәк, ана, һинең ерҙәге сәпсегең килгән, – тип ҡысҡыра....

«Йоҡоларҙы осорҙо бит, Һай, перепись, перепись»
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 9-10-2010, 10:38


Һай перепись, перепись,
Ниәттәрең бик изге.
«Рәсәйгә һәр кем мөһим», – тип
Ышандыралар беҙҙе....

«Башҡортостан – яҡты йондоҙ Рәсәйҙең күгендә!»
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 9-10-2010, 10:30


Тыуған илем Башҡортостан,
Минең ғәзиз Ватаным.
Ожмах миңә – ошо ерҙә,
Имен атһын һәр таңым....

«Минең илем Башҡортостан, тыуып үҫтем ошонда. Шунда минең ырыҫым да, шунда минең ҡотом да»
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 9-10-2010, 10:29


Тарих мең дә туғыҙ йөҙ ҙә
Туҡһанынсы көҙөндә
Яңы тормош башланды
Республикам ерендә....

Сыуаш бабай
Әҙәбиәт // 9-10-2010, 10:26


Үҙенең йәшелсә-емеш баҡсаһында булып сыҡҡан малайҙарҙың береһен елтерәтеп өйөнә алып инде лә ҡулына ҡылыс кеүек ялтырап торған оҙон бысаҡ алды һәм...
Хәйер, был ваҡиға хаҡында ентекләберәк һөйләйем булмаһа.
Бер төркөм малай Биҙәүләт ауылынан алты саҡрымда ятҡан Мырҙаҡай урта мәктәбенә йөрөп уҡыйбыҙ. Икһеҙ-сикһеҙ булып тойолған алты саҡрым араны көн һайын барып урарға кәрәк. Әгәр ҙә юл уртаһындағы Ҡолҡан ауылының бер саҡрымға һуҙылған оло урамын иҫәпкә алһаң, ул ете километрға барып баҫа. Ә, бәлки, артып та китәлер әле. Әммә хикмәт теңкәгә теймәле юл оҙонлоғонда түгел. Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙағы ауыр мәлдәр беҙҙе төрлөсә һынап ҡараны. Көнө буйы тип әйтерлек ас йөрөйбөҙ. Дөрөҫ, мөмкин булғанда сумкаларға мейестә тәгәрәтеп бешергән бәрәңге һалабыҙ-һалыуға. Ләкин йыш ҡына ул да булмай сыға. Булһа ла, һабаҡташтарыбыҙ менән бүлешеп ашап ҡуябыҙ ҙа, асығышып, Биҙәүләткә табан тәпәйләйбеҙ....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 9-10-2010, 09:41


– Һеҙҙән был тешегеҙҙе алған өсөн 300 һум, – ти табип.
– Ни өсөн? Һеҙ бит 100 һум ғына ала инегеҙ.
– Эйе, әммә үҙегеҙҙең ҡот осҡос ҡысҡырыуығыҙ менән минең ике клиентымды ҡурҡыттығыҙ, һәм улар сығып ҡасты....

Замандарҙың рухи балҡышы
Әҙәбиәт // 5-10-2010, 10:28


Еҙем-Ҡаранда Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 130 йыллыҡ юбилейы билдәләнде
Замандарҙың рухи балҡышыЕҙем-Ҡаранға китеп барыуыбыҙ. Эйе, Мәжит Ғафуриҙың тыуған ауылына. Тәүге халыҡ шағирының юбилей йылы быйыл, шуға күрә ҙур ғына йыйын йыймаҡсы ғафуриҙар.
Оло юлға сығып, Иҙел башы яғына боролғас та, күҙҙе сағылдырып ҡояш килеп сыҡты. Тәнгә генә түгел, йәнгә рәхәт булып китте. Ни тиһәң дә, ҡояш ҡояш инде, бар донъя нурға сумды, беҙҙе оҙатып барған тирәк-сағандар бейеп тә киткәндәй, ялан-ҡырҙар йөҙөнә йылмайыу төҫө ингәндәй булды. Күк бейек, ҡояш мәленә ҡарап сағыу ғына, зарланаһы түгел.
...

Пианист
Әҙәбиәт // 5-10-2010, 09:47


Бер бик сибәр ханым ресторанда өҫтәл артында ҡабаланмай ғына бокалынан шарап эсә. Тирә-яғында халыҡ бик күп. Бөтәһе лә тәмәке төтөнө аҫтында ҡыҙып-ҡыҙып нимәлер хаҡында һөйләшә, бәхәсләшә. Залда бик ныҡ тауыш һәм күңелле. Залдың бер яҡ мөйөшөндә рояль ултыра, ә уның артында бик бойоҡ ҡиәфәтле ир ниндәйҙер күңелһеҙ көйҙө уйнай. Уға хатта бер кем дә иғтибар ҙа итмәй. Уның көйө, залдағы шау-шыуға күмелеп ҡалып, бөтөнләй ишетелмәй....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 5-10-2010, 09:46


«Кисә үҙем өсөн өр-яңы донъя астым. Автобуста пассажирҙарҙың нимә хаҡында һөйләшкәнен, машиналар геүләүен, кондукторҙың секунд һайын юл хаҡын түләүҙе һорағанын, иҫеректәрҙе автобустан ҡыуып төшөргәнен ишеттем – плеерымды яңылыш өйҙә онотҡанмын!»
...


  • Мүк өҫтөндә бөрлөгән (Хикәйә)
  • Дилүзә БАЙСУРИНА
  • Изгелек ерҙә ятып ҡалмай
  • «Шундай матур, шундай йылы Уйлап сығарған донъям…»
  • Балаларығыҙ хаҡына үҙегеҙҙә ҡайғығыҙҙы еңерлек көс табығыҙ
  • 10 июнь – Ҡәҙер кисе
  • Билдәле актер Азамат Хәлилов вафат булды
  • Тырыштар уңышҡа өлгәште
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (8.06.2018)
  • Бала ҡуйындағы йыланға әйләнмәһен



  • Радио Юлдаш FM