НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 6-12-2016, 13:17


Үәт, ҡыҙыҡ! – Юлдаш, һине ниңә армияға алманылар?
– Күҙем насар күрә. Бына һин анау сөйҙө күрәһеңме?
– Ҡайҙағы?
– Ана, тегендәге.
– Күрмәйем бит.
– Ана бит.
– Ә-ә, күрәм.
– Ә мин – юҡ.
* * *
– Әхирәт, был шәшке туның күпмегә төштө?
– Ирем алдында 30 мәртәбә «пар сығарып» алырға тура килде…
– Ҡиммәткә төшкән икән…...

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.11.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 29-11-2016, 13:31


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (25.11.2016)
* * *
Йәшлек бит ул, – һөйөр, һөйөлөр.
(“Ярып үтәм төндөң ҡуйылығын...”)....

Тауҙарҙа булһын ҡараштар!
Әҙәбиәт / Проза // 23-11-2016, 12:29


Тауҙарҙа булһын ҡараштар!Ҙур бер төркөм яҙыусы, Башҡортостандың байтаҡ ерҙәрен үтеп, Силәбе өлкәһендәге Арҡайымға барып етеп, тәбиғәттән хозурланып, ҡайтып килә инек. Белорет районына килеп сыҡҡас, урманлы, ҡырлас ҡаялы тауҙар иңендәге юлдан байтаҡ саҡрым артта ҡалғас, берәүебеҙ әллә ни күреп, мәртәбә һымаҡ итеп, ҡысҡырып әйтте:
– Ҡарағыҙ, анауында – Айгиздең Сермәне!
...

Хыялдағы яҙмыш
Әҙәбиәт / Проза // 22-11-2016, 16:12


Хыялдағы яҙмыш
Мин кешеләргә яҙмыштар уйлап сыға­рыр­ға яратам. Һәм шул уйлап сығарғандары улар­ҙың үҙҙәренекенә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ – уңышлыраҡ һәм бәхетлерәк килеп сыға. Был минең бары тик үҙем генә белгән йәшерен шөғөлөм, хатта уйыным тиһәм дә булалыр. Ул яҙмыштарҙы яҡын таныштарға ла, бөтөнләй таныш булмаған, йәғни осраҡлы ғына тап иткәндәргә лә уйлағаным бар....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.11.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 22-11-2016, 15:16


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (18.11.2016)
Йөрәктең һүҙе – хаҡлыҡтың үҙе.
(“Ҡулдар”).

* * *
Йөрәктә йөҙ яуап –
килһә йөҙ хат,
Тик һөйөүгә, кисер, – бер генә.
(“Кисер”)....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 14-11-2016, 13:29


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (11.11.2016)
* * *
Иң яҡшыһы алда – тапмаған.
(“Бүләк итмәк булдым һиңә бер йыр...”)....

Ожмах ҡошо
Әҙәбиәт / Проза // 10-11-2016, 11:17


Ожмах ҡошо
– Һин, былай уҡый белгәс, көҙгә минең менән мәктәпкә бармайһың инде?.. – Шәфҡәт сағыу һүрәттәр төшөрөлгән ҙур китапты ипләп кенә алып, уның шыма тышын һыйпаны, тигеҙ генә ҡара юлдар буйлап дуҫы һымаҡ бармағын йөрөтөп ҡараны – шулайтһа, ул да уҡып алып китмәҫме... Әле генә шар ҙа шор килеп бөтә һүрәттәрен тикшереп сыҡтылар, аҫтына яҙылған аңлатмаларҙы Алмас бик ентекләп, ижекләп уҡып төшөндөрә барҙы. Ете диңгеҙ аръяғында йәшәгән улар һымаҡ ике малай­ҙың мажаралары тураһында икән китап. Бына хәҙер кинәт кенә күңеле ҡайтты ла ҡуйҙы малайҙың. Көндәгесә, айырылышыу ваҡыты еткәнен тойҙо ул. Алмасҡа ҡайтырға кәрәк: әсәһе эшкә китә, кескәй һеңлеһен уға ҡарап ҡалаһы, ә йоҡлаған бәпес янында икәүләшеп уйнарға рөхсәт юҡ.
– Ундай хәлдәр ысынында булмай, ти атайым, үәт! Уларҙы яҙыусы ағайҙар уйлап сығара ла яҙа, ти. Кәрт уйнағанда Зариф бабай төрлө әкиәт һөйләй бит, шуның һымаҡ... – Алмас ҡапыл кәйефе төшөп киткән дуҫын йыуатҡандай итте. “Их, нишләп беҙҙең тормош шул малайҙарҙыҡы һымаҡ түгел икән!..” – тип йәшерен хыялын ирекһеҙҙән асып һалғайны шул баяраҡ....

РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 14-10-2016, 13:00


РӘШИТ НАЗАР Фекерҙәр һәм афоризмдар (07.10.2016)
* * *
Бөртөк һаламды ла, бел,
Һөйрәтмәйҙәр егеп пар үгеҙ.
(“Һинең йөрәк, дуҫым, сапсып тора...”).
...

Иң кәрәк кеше
Әҙәбиәт / Проза // 11-10-2016, 12:37


Иң кәрәк кешеБер кем дә көтмәгәнен белһә лә, Илнара өйөнә йүгереп ҡайтты. Яҙҙың тәүге айы башланып ҡына тора, ә яғырға утын бөткән. Портфелен иҙәнгә ҡуйҙы ла тышҡа сығып китте. Ирей ҙә башламаған ҡар аҫтынан, бирсәткәле ҡулы менән самалап, яғырлыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ эҙләй башланы. Йоҡа ғына бирсәткәһенең һыуланыуына иғтибар итмәҫкә тырышып, һәрмәнә торғас, тапты тәки бер-ике түмәр башын! Улары елле генә булыуға ҡарамаҫтан, көсө етте: ҡар аҫтынан сығарып, ах та ух килеп тәгәрәтте. Иҫке утын һарайынан балта сығар­ҙы. Атаһының балта үткерлеген тикшергәнен хәтеренә төшөрөп, баш бармағы менән эш ҡоралының йөҙөн һыйпаны......

Байрам менән, иптәштәр! Республика көнө менән!
Әҙәбиәт / Шиғырҙар // 11-10-2016, 10:43


Байрам менән, иптәштәр! Республика көнө менән!
БАШҠОРТОСТАН

Рәсәйемдең ҡуйынында
Тыуған илем Башҡортостан,
Уның йылы ҡосағына
Бик күп төрлө милләт һыйған.

Береһе лә үгәй түгел,
Барыһына ғәзиз әсә,
Уңдырышлы тупрағынан
Һуттар алып улар үҫә.

Бер милләт тә юғалмаған
Башҡортостаным эсендә.
Һәр бер кеше һөйләшә лә,
Һәм йырлай ҙа үҙ телендә.

Тәбиғәте гөл баҡсалай,
Урмандар күп, ҡая тауҙар.
Ни теләйһең, барыһы бар,
Йәйрәп ята киң баҫыуҙар.

Башҡа яҡта оҙаҡ йөрөп,
Башҡортостаныма керһәм,
Алыҫтан уҡ күренә бит
Республикам ниндәй күркәм!

Ауылдарҙа матур өйҙәр,
Шифалы шишмәләр һыуы,
Һағындыра хатта уның
Һулай торған саф һауаһы!

Дуҫлыҡ иле Башҡортостан,
Ожмах иле Башҡортостан,
Ошо илемде һағынам
Әҙ генә мин ситтә торһам.

Ҡунаҡсыл булыуы менән
Рәсәйҙә ҙур урын тота,
Халыҡсан бейеү,йырҙары
Донъяға данын тарата.

Һине маҡтап туялмайым,
Тыуған илем Башҡортостан,
Донъялағы матурлыҡтың
Барыһынан өлөш сыҡҡан.

Әлеге булған даныңды
Һаҡла, илем Башҡортостан,
Башҡорт иле һәр ваҡытта
Бар халыҡҡа булыр дуҫтан!
Фәүзиә Ҡотлогилдина - АЛТЫНБИКӘ...


  • Егерме йыллыҡ хыял
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (22.09.2017)
  • “Минең дә улым булыр ине...”
  • Беҙҙең өсөн уңайлы Указды дөрөҫ файҙаланайыҡ
  • Йондоҙнамә (25 сентябрь – 1 октябрь)
  • Еҙем-Ҡарандарға оят!
  • "Йәшлек" гәзите яңылыҡтарын "Телеграм" аша алығыҙ!
  • Ҡөрьән ашы тәртиптәре
  • Маринадланған кәбеҫтә
  • “Умырзая”, “Рамаҙан”, “Дәүер”, “Әкиәт” – барыһы ла Учалыныҡы!



  • Радио Юлдаш FM