НАВЕРХ
Төп бит Фотогалерея Видео Аҙаҡҡы Бәйләнеш Иғлан/ҡотлау Закупки Архив
°яңылыҡтар ° төрлөһө ° сәйәсәт ° иҡтисад ° мәҙәниәт ° әҙәбиәт ° мәғәриф ° конкурстар ° иғландар ° беҙгә яҙалар ° хәтер ° махсус °проблема °

» » Страница 109

Бөрйәндә – башҡорт әҙәбиәте көндәре
Әҙәбиәт // 16-11-2010, 09:56


Үткән айҙа районда башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1968 – 1970 йылдарҙа Байназар мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп киткән билдәле шағир Ҡәҙим Аралбай, тәнҡитсе, ғалим, профессор, филология фәндәре докторы, шағир, “Ағиҙел” журналының тәнҡит һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире Фәнил Күзбәков, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, талантлы шағирә Таңһылыу Ҡарамышева, районыбыҙҙа йәшәп ижад итеүсе БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзалары Инсур Йәһүҙин, Сәрүәр Ғәләүетдинов, ”Баҙал” ижад берекмәһе ағзалары ҡатнашты.
...

«Әрмәндәрҙе байытырға шешлеккә китеп барам»
Әҙәбиәт / Юмор // 16-11-2010, 09:49


Ҡорбан ғәйете менән, йәмәғәт. Һарыҡтар нисек, имен-аман ғына барып еттеме етер ерҙәренә? Көн ҡыҫҡарҙы, төн оҙонайғаны һиҙелә, һүрәткә хаттин ғына тапҡыр яуаптар алдыҡ. Иң ҡыҙыҡ һәм йөкмәткеле яуап биргән Миңзәлә ҠОЛҺАРИНА (Баймаҡ районы) һәм Ләйсән ҒӘНИЕВА (Салауат районы) «Йәшлек» әҙерләгән китаптар менән бүләкләнә.
Эй, ҡыш килмәй аптырата, урамда һаман әллә көҙ, әллә йәй. Көтә-көтә көтөк булғас, саңғы менән сыҡтыҡ әле ярышҡа... Тапҡыр яуаптар көтәбеҙ....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 16-11-2010, 09:40


Ришүәт алмаусы табиптар төркөмө арзан хаҡҡа ҙур күләмдә кәнфит, сәскә, шарап, коньяк һәм башҡа бик күп нәмә тәҡдим итә....

Сыйырсыҡ ояһы
Әҙәбиәт // 13-11-2010, 10:51


Өй эсендәге тауыштарҙы Сөмбөл урам ҡапҡаһын инеү менән үк ишетте. Ишетте лә, ҡаҡҡан ҡаҙыҡ шикелле баҫҡан урынында ҡатып ҡалды. «Әпәт...» Ун ике йәшлек балаға хас булмағанса асырғаныу, әсенеү, рәнйеү менән теш араһынан һығылып сыҡты был һүҙ. Бына өйҙә нимәләрҙер дөбөр-шатыр ҡоланы, һеңлеһе ҡурҡып ҡысҡырҙы һәм был шау-шыуҙы әсәһенең ярһыу, атаһының ҡырҡыу тауыштары күмеп китте.
...

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 13-11-2010, 10:41


Инструкция – ике осраҡта уҡый торған ҡағыҙ. Беренсеһе – уҡырлыҡ бер нәмә булмағанда, икенсеһе – бөтә нәмә ватылып бөткәс....

ИҘЕЛ БАШЫ – ИЛ БАШЫ
Әҙәбиәт // 9-11-2010, 09:34


ИҘЕЛ БАШЫ – ИЛ БАШЫБелорет районында яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, ошо төбәктән БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов, шағир Зөфәр Вәлитов, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Зөлфиә Ханнанова, күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың ҡыҙы Гүзәл Яныбай ҡыҙы, “Аманат” журналының яуаплы сәркәтибе, шағир һәм журналист Дамир Шәрәфетдинов ҡатнашты. Әҙиптәр Белореттағы ҡала башҡорт гимназияһында, педагогия колледжында, интернат-гимназияла, райондың Шығай, Сермән, Татлы, Инйәр ауылдарында халыҡ менән осрашты....

Аң-белем хаҡында
Әҙәбиәт // 9-11-2010, 09:09


Һәр кемдең күңелендә осо-ҡырыйы күренмәгән донъя ята. Беҙҙән ошо киңлектә яңы асыштар һәм үҙгәрештәр өсөн бер аҙ урын ҡалдырыу ғына талап ителә.
Йәш кеше остазға килә һәм:
– Уҡытыусым булһағыҙсы, – ти. – Миңә тормоштоң асылын аңларға ярҙам итегеҙ.
– Яҡшы, – ти уҡытыусы. – Үҙең хаҡында һөйлә.
Йәш кеше үҙенең бик күп нәмә хаҡында белеүе, ҙур-ҙур асыштары хаҡында һөйләй....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 9-11-2010, 09:03


Һәр ҡатын-ҡыҙҙың кейем шкафында «Кейергә бер әйберем дә юҡ» тигән йән эйәһе йәшәй.

* * *
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларығыҙҙы һул ҡул менән ашарға өйрәтегеҙ! Аҙаҡ компьютерҙа өйрәнеп алғас, улар бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт әйтәсәк....

Үәт, ҡыҙыҡ!
Әҙәбиәт / Юмор // 2-11-2010, 10:51


Судья – айырылышырға ғариза биргән ирҙән:
– Ҡатынығыҙ менән низағтар ҡасаныраҡ башланды?
– 1980 йылдың 15 майында.
...

Бер стакан һыу һәм профессор
Әҙәбиәт // 2-11-2010, 10:48


Профессор, ҡулына һыу тулы стаканды алып, уҡыусылары ҡаршыһына баҫа ла:
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, бына ошо стакан күпме тарта? – тип һорай.
Аудиторияла ҡыҙыу бышылдашыу башлана.
...


  • “Уның үлемен теләп йәшәнем...”
  • Еҙнәм инең (хикәйә)
  • “Кеше үлемендә минең дә ғәйебем бар...”
  • Мин һәр саҡ табип хатаһы ебәреүҙән ҡурҡа инем...
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (17.11.2017)
  • Татлы һөйөүҙән кем туйған?
  • ҺАБАҠ (хикәйә)
  • Үәт, ҡыҙыҡ! (24.11.2017)
  • Мәүлит байрамы мөбәрәк булһын!
  • Тәҙрә төбөндә үҫкән дарыу



  • Радио Юлдаш FM