RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ шағирын иҫкә алып

23.11.2010 Халыҡ шағирын иҫкә алып

Халыҡ шағирын иҫкә алып«Үҙ Ватанының һөйөклө һәм ҡыйыу улы башҡорт халҡының рухи үҙенсәлеген туплап, арауыҡ һәм ваҡыт аша киң аҙымдар менән атлай», – тип яҙған Мәжит Ғафури хаҡында украин шағиры һәм ғалимы Павло Тычина.
Ысынлап та, бөгөн дә әҙәбиәт классигы Мәжит Ғафури әҫәрҙәренән халыҡ аҡылын «табып», фәһем алыуҙар дауам итә. Өфөләге үҙәк ҡала китапханаһының үҫмерҙәр бүлегендә мәктәп уҡыусылары менән әҙәби кисәлә осрашып, әҙиптең «ҡыр ҡаҙы» хикәйәһе буйынса һөйләшеү ойошторолдо.
Китапханаға 122-се башҡорт гимназияһының алтынсы синыф уҡыусылары килгәйне. Башҡортостандың иң матур төбәктәренең береһендә – Ғафури районының Еҙем-ҡаран ауылында тыуған Мәжит бәләкәйҙән хыялға бирелеүсән, тәбиғәткә тартылыусан булып үҫә. Шуға ла ул йылдар үтеү менән үҙ әҫәрҙәре аша тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш уятырға тырыша. Әлеге хикәйә лә нәҡ шул турала. Балалар авторҙың ҡыр ҡаҙы образы аша тәбиғәттең кешеләргә асыҡ булыуын, улар менән дуҫлыҡҡа ынтылыуын әйтергә тырышҡанын аңланы.
Осрашыуға бөйөк шәхестең ейәне Хәлиттең ҡатыны Люциә Камаева ла килде. Ул «Мәжит Ғафури – ХХI быуат» фонды советының рәйесе лә. Шағирҙың тыуыуына 130 йыл тулыуға ҡарата фонд тарафынан шиғырҙар йыйынтығы сығарылған. Люциә ханым Ғафури эҙҙәре буйлап, уҡыусылар ме­нән Ырымбурға сәфәрҙәре ваҡытында төшөрөлгән видеояҙманы ла алып килгән. Балалар шәхестең исемен ихтирам менән иҫкә алып, беҙҙе уратып алған тәбиғәт тураһында уйланып, кисәнән фәһем алып таралышты.

Ирина БАККЕ,
үҙәк ҡала китапханаһының үҫмерҙәр бүлеге хеҙмәткәре.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)