RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

04.04.2014 Мәҙәктәр

Таныш булмаған номерҙан sмs-хәбәр килә: «Гөлгөнә, мин һине яратам».
Яуап: «Мин дә һине. Телефоныма 1000 һум аҡса һал әле».
Икенсе sмs: «Ә һин, ысынлап та, Гөлгөнәме һуң?»
Яуап: «Аҡса һалһаң, Гөлгөнә булырмын».

* * *
Мал табибы фермала һыйырға быҙауларға ярҙам итә.
Ситтән генә ҡарап торған бәләкәй улы:
– Һыйыр эсенә шулай инеп китерлек булып килеп бәрелеү өсөн
был быҙау ниндәй тиҙлек менән сапҡан икән? – тип һорап ҡуя.

* * *
Сауҙа агенты көн һайын өйҙән-өйгә йөрөп, тауар тәҡдим итә.
– Яңы мунсала, иҫ киткес еҫле һабын, шәп кремдар.
Бынан тамам биҙгән бер хужа, бүтән ҡаныҡмаһын өсөн һабын һатып алырға уйлай. Ләкин һатыу­сының сумаҙаны буш була.
– Мин бит инде бер йыл тауар тәҡдим итеп шулай ҡысҡырып йөрөйөм. Ләкин берәү ҙә бер нәмә лә алмай, – тип аҡлана егет. – Шуға күрә еңелерәк булһын өсөн буш сумаҙан тотоп йөрөй башланым.
– Берәү ҙә алмағас, ниңә йөрөй­һөң һуң? – тип һорағандар унан.
– Нимәгәлер йәшәргә кәрәк бит, – тип яуаплаған егет.

* * *
Ресторанда. Бер йәш кеше менюҙы ҡарап сыҡҡандан һуң официантты саҡырып ала:
– Һеҙ ресторанда нимә эшләй­һегеҙ?
– Клиенттарҙы хеҙмәтләндерер, ашарға килтерер өсөн, – ти тегеһе.
– Улайһа, – ти ир, – тиҙ генә анау мөйөштәге ашхананан ҡыҙҙырылған тауыҡ алып килегеҙ, һеҙҙә бигерәк ҡиммәт.

* * *
Элек өләсәйҙәр ейәндәренән энә күҙләп биреүҙәрен үтенә ине, ә хәҙер «Класташтар»ҙа урынлашырға ярҙам итеүҙәрен һорай.

* * *
– Бала кемгә оҡшарға тейеш?
– Атаһына, әлбиттә...
– Иҫәрһең һин, әхирәткәйем! Бала иреңә оҡшарға тейеш!

* * *
Үҙемә серәкәйгә оҡшатып эшләнгән алҡа һатып алдым, шундай ҡыҙыҡ... Бөгөн дуҫтарымдан ике тапҡыр ҡолаҡ төбөмә эләкте.

* * *
Донъя океаны буйлап яңғыҙы йөҙгән Федор Конюхов сәйәхәтенең алтынсы айында ишкәгенә асыуланып, аҙна буйы уның менән һөйләшмәгән.










Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА