RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шағир һүҙе мәртәбәле

14.03.2014 Шағир һүҙе мәртәбәле

Шағир һүҙе мәртәбәлеБашҡортостан Республи­каһының Мәға­рифты үҫтереү институтында шағир Рауил Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейы айҡанлы матур сара ойошторолдо. Унда юбилярҙы ҡотлау һәм уҡытыусылар менән осрашыу өсөн Рауил Бик­баевтың ҡәләмдәштәре – шағирҙар Хәсән Назар, Лариса Абдуллина, Са­лауат Әбүзәр, шулай уҡ уның ижадташ дуҫтары – “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр килгәйне.
Уларҙың үҙенсәлекле сы­ғыштары ши­ғыр­ҙары менән дә, тапҡыр әйтелгән һүҙҙәре менән дә әһәмиәтле булды. Шулай уҡ кисәгә бик күп уҡытыусы ла йыйылды. Сөнки осрашыуҙа Баш­ҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ойошторған “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” исемле республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Уҡытыусылар үҙҙәре билдәләүенсә, конкурс барышында республика мәктәптәрендә Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың шиғриәтен тағы ла ентеклерәк өйрәнеү дәрестәрҙе ҡыҙыҡлыраҡ, йөкмәткелерәк иткән. Шуныһын да билдәләп үтке килә: конкурсҡа ебәрелгән эштәр баһаланып, еңеүселәр билдәләнеп кенә ҡалмай, ҡыҙыҡлылары методик эштәр тупланмаһы, айырым китап итеп, Мәғарифты үҫтереү институтының редакция-нәшер үҙәгендә донъя күрә. Юбилей кисәһендә институт хеҙмәткәрҙәре Рауил Бикбаевҡа һәм башҡа ҡунаҡтарға конкурс эштәрен туплаған һәм “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” тип аталған китапты бүләк итте.
Иң тәүҙә юбилярҙы Баш­ҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов тәбрикләне. Ул институт менән халыҡ шағиры Рауил Бикбаев араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек урынлаштырылыуын билдәләне. Институттың башҡорт һәм башҡа туған телдәр кафедраһы доценты Фәнзил Санъяров һәм мәғариф алдынғылары, артистарҙың сығыштары кисәгә йәм өҫтәне. Ысынлап та, уҡытыусылар араһында һүҙ оҫталарының ижадын өйрәнеү буйынса ярыштар ойоштороу беҙгә бик кәрәк. Сөнки улар киләсәкте әҙерләүсе иң төп көс һәм телдәренән сыҡҡан һәр бер һүҙ, һәр йүнәлеш киләсәк яҙмышына ҙур йоғонто яһай. Уҡытыусыларҙың үҙҙәренә лә көн-төн үҫешергә, заман менән бергә атларға өйрәнергә генә ҡала. Шуға ла “Шағир һүҙе – шағир намыҫы” республика конкурсында еңеүсе­ләр­ҙең ҡайһы берҙәрен билдәләп үтке килә.
“Иң яҡшы дәрес” буйынса беренсе урынды Шишмә районы Шишмә ҡасабаһының 4-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Л. Сәлихова, ә “Дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороуҙың иң яҡшы өлгө­һө” конкурсында Благовещен ҡалаһындағы М. Киняшев исемендәге 6-сы урта мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Г. Дәү­ләтбаева яуланы. Икенсе урынды А. Аслыбаева, Л. Баймырҙина һәм А. Шәрипова бүлеште. Өсөнсө урын Л. Ишемғужина, Р. Ҡәйепова, М. Ғәзизуллинаға бирелде. “Иң һәйбәт кластан тыш сара” номинацияһында беренсе урында – Әлшәй районы Раевка ауылының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Ф. Хәмиҙуллина. Еңеүселәр Баш­ҡортостан Мәғариф министрлығы тарафынан бүләкләнәсәк.
– Юбилейым уңайынан республикала күп сара үтте, Мәғарифты үҫтереү институты айырыуса ҡыуандырҙы. Ни тиһәң дә, әҫәрҙәрем буйынса йыл буйы уҡытыусыларҙың ижади конкурсы барған, йөҙҙәрсә асыҡ дәрес, кластан тыш сара уҙғарылған. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар минең менән йыл барышында осрашып торған тип аңларға була, – тине Рауил Бикбаев.

Л. СОЛТАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)