RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

20.11.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Ҡәҙерлем, ҡара әле, мин үҙемә ниндәй матур туфли hатып алдым, табандары шыма, кәмә hымаҡ, – ти ҡатыны.
– Эйе. Ә хаҡы, әлбиттә, яхтаныҡына тартым инде, – тигән ир.

* * *
– Иптәш сержант, алдығыҙҙа ғына аҡсаға кәрт уйнайҙар, ә һеҙ урап үтәhегеҙ, – ти бер ир.
– Иҫәрҙәрҙе икенсе ерҙән эҙләгеҙ инде, мин кисә генә мең тәңкәмде отторҙом, – тигән милиционер.

* * *
Компьютеры алдында ултырған ҡәйнәһен күргән кейәүе:
– Мин әле үҙемдең компьютерымда был тиклем дә ҙур вирусты күргәнем булманы, – ти.

* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Мин кисә Наҙгөлгә комплимент әйтә башлағайным, ул яңағыма тондорҙо, – ти береһе.
– Берәй артыҡ һүҙ ысҡындырғанһыңдыр?
– Юҡсы, мин бөтөнләй өндәшмәнем.
– Бәй, улай булғас, комплиментты нисек әйттең һуң?
– Ҡул менән...

* * *
– Ҡатыным өсөн шифаханаға алған путевканың хаҡы бик ҡиммәт булды. Әммә үҙен ҡапланы.
– Нимә, әллә ҡатынығыҙ һауыҡтымы?
– Юҡ. Ул кире әйләнеп ҡайтманы.

* * *
– Һин берәй ваҡыт яраттыңмы?
– Эйе. Әле лә яратам. «ВАЗ» һәм тап «ВАЗ»ды ғына.
– Ҡыҙыҡ. Ә мин һине яратмайым.
– Һинең бында ни ҡыҫылышың бар? Һүҙ минең «Жигули»йым хаҡында бара.

* * *
Ҡатыны – иренә:
– Һин миңә бөтөнләй иғтибар итмәйһең!
– Итәм!
– Юҡты һөйләмә. Бына, мәҫәлән, бөгөн һин минең сәсемде буятҡанымды һиҙҙең.
– Әлбиттә, һиҙҙем!
– Ә мин сәсемде буятманым...








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән