RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

06.12.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

– Әйҙә, минең өйгә киттек.
– Юҡ, мин улай булдыра алмайым, беҙҙең бит хатта дөйөм таныштарыбыҙ ҙа юҡ.
– Путинды беләһеңме?
– Эйе.
– Киттек.

* * *
– Егеттәр, хәҙер Мәҡсүт килә. Ул беренсе кем менән иҫәнләшә, шул иҫәр була.
– Егеттәр, бөтәгеҙ ҙә, һаумыһығыҙ!..

* * *
Бәләкәй малай бөтә фатир буйлап йүгерә, шкафтан китаптарҙы алып сөйә, ултырғыстарҙы ауҙара, диванда, өҫтәлдә ятҡан кейем­дәр­ҙең аҫтын өҫкә килтерә. Ҡунаҡҡа килгән өләсәһе быны шаҡ ҡатып ҡарап тора ла:
– Нишләүең был, улым? – тип һорай.
– Өләсәй, – ти малай, – мин уйын уйнайым.
– Ниндәй уйын ул, балам? – ти өләсәһе.
– «Шайтан алғыры, машина асҡысы ҡайҙа?» тигән.

* * *
6-сы разрядлы крансы эшенән сыҡмай ғына балаһын балалар баҡсаһынан алған.

* * *
– Ҡәҙерлем, беҙгә бик етди һөйләшеп алырға кәрәк, – ти егет.
– Йә, Хоҙай, – ти ҡыҙ, – ниһайәт, ваҡыт етте, ахырыһы.
– Һин нисек уйлайһың, кем көслөрәк икән, айыумы әллә акуламы?

* * *
Аҡылға ултыра башланым тигәндә генә нимәлер ҡамасаулай ҙа ҡуя: йә отпуск, йә ниндәйҙер байрам, йә көтмәгәндә ғашиҡ булаһың.

* * *
– Һин нимә хаҡында уйлайһың? – тип һорай ҡыҙ егетенән.
– Һин нимә хаҡында уйлайһың, мин дә шул хаҡта уйлайым, – ти егет, ҡыҙына ярарға тырышып.
– Әгәр һин быны эшләргә уйлаһаң, мин ҡысҡырам, – ти ҡыҙ.

* * *
«Ҡатын-ҡыҙҙарға тулы бәхет өсөн ике генә нәмә – ир һәм башҡа бөтә нәмә лә кәрәк».

* * *
– Әйтегеҙсе, һеҙҙеңсә, ҡатын-ҡыҙға аҡыл мөһимерәкме әллә матурлыҡмы?
– Аҡыллы һорау.
– Матур яуап.

* * *
– Эй, малай, һин ниндәй урамда йәшәйһең?
– Мин урамда түгел, ә өйҙә йәшәйем.

* * *
– Ни өсөн Гитлерҙы еңгән ил араҡыға ҡаршы тора алмай?
– Сөнки араҡы беренсе булып ябырылмай.







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)


САЛЫШ ҠАБЫРҒА

03.03.2019 - Әҙәбиәт САЛЫШ ҠАБЫРҒА