RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

22.11.2013 Үәт, ҡыҙыҡ!

Рәсәйҙәргә юҡҡа ғына скотчты күрһәткәндәр. Хәҙер беҙҙә ҡаҙаҡлана, бороп, эленеп ҡуйыла торған бөтә нәмә лә уның менән йәбештерелә.

* * *
– Минең кейәүем күберәк, нисек кенә итеп әйтәйем икән, сит планетанан килеүселәрҙе, уларҙың тәрилкәләрен күреүселәр менән эшләй.
– Уфологмы ни?
– Юҡ, нарколог.

* * *
Дарыуханала:
– Һеҙҙә йодлы калий бармы?
– Юҡ, тик цианидлыһы ғына.
– Ниндәй айырмаһы бар?
– Бик бәләкәй… барлығы 2 һум ғына.

* * *
– Минең интернет лимитһыҙ, уның ҡарауы, бушҡа.
– Нисек инде?
– Әй, минең атайым ул яҡҡа бик башлы. Интернетты тоташтырған ваҡытта өҫтәге күршеләребеҙ менән бергә индерергә килешкән, ә хаҡын йоп айҙарҙа – улар, ә таҡ айҙарҙа беҙ түләргә тейешбеҙ.
– Шунан?..
– Шунан, тип ни, атайым аҫтағы күршеләребеҙ менән дә һөйләшкән, ә был юлы инде беҙ, киреһенсә, йоп айҙа түләргә тейеш булабыҙ. Аңланыңмы инде хәйләне?..

* * *
Хоҙай ир кешегә, яҡшы ҡатындарҙы Ерҙең бөтә мөйөштәрендә лә табырға мөмкин, тигән. Һәм Ерҙе йомро итеп яһаған да, көлгән дә көлгән…

* * *
Әсә эштән ҡайта:
– Шунан, – ти балаларына, – минең ҡәҙерлеләрем бөгөн ниндәй яҡшы эштәр ҡылды икән?
– Мин, – ти беренсеһе, – һауыт-һаба йыуҙым!
– Ҡалай маладисһың, – тип, әсәһе уға шоколад тоттора.
– Һауыт-һабаны таҫтамал менән һөрттөм, – ти икенсеһе.
– Аҡыллым минең, – тип, печенье һуҙа.
– Ә мин һауыт-һаба ватыҡтарын йыйып, сүп-сар биҙрәһенә һалып, сығарып түктем, – тигән өсөнсө улы.

* * *
Атаһы студент улын тәрбиәләй:
– Уҡыр урынға, иҫәр, ҡыҙҙар артынан сабаһың!
– Аңлайһыңмы, атай…
– Ауыҙыңды яп! Кем бында атай, һинме, минме?
– Икебеҙ ҙә, атай, икебеҙ ҙә…

* * *
– Мин дөйәғоштар бик насар күрә икән тип уҡығайным. Уның ҡарауы, уларҙың ашҡаҙаны хатта ташты ла эшкәртә, имеш.
– Их, уларҙан ниндәй яҡшы ирҙәр сығыр ине, ә?







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Балам, балам,  әсе балғынам...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)

17.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)

09.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (5.04.2019)


Әсәйемә булған рәнйеүем боҙҙай ирене

Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)

02.04.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (29.03.2019)


Көлөп кенә бөтә хәлем, Был автор бит Мар. Сәлим!

Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)

26.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (22.03.2019)


Көтәлер инде (Хикәйә)

23.03.2019 - Әҙәбиәт Көтәлер инде (Хикәйә)


«Гел ҡояшлы ғына тормай көнөм, Баш өҫтөндә болот ҡуйыра»

Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)

19.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)

12.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)

05.03.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)