RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

13.11.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!

Инструкция – ике осраҡта уҡый торған ҡағыҙ. Беренсеһе – уҡырлыҡ бер нәмә булмағанда, икенсеһе – бөтә нәмә ватылып бөткәс.

* * *
Ҡатыны олоғайып, сәстәре ҡойолоп, бөкрәйеп, йәмһеҙләнеп барған иренә күңелһеҙ генә ҡарай ҙа, көрһөнөп:
– Исмаһам, иртәнсәк урамға сығып йүгерә башлар инең, – ти.
– Мин йүгерһәм, инде кире әйләнеп ҡайта алмаясаҡмын, – тигән ир.

* * *
«Миңә һорауҙар бирмәһәгеҙ, мин дә алдашмам».

* * *
– Бынауы папирустағы иероглифты бер нисек тә аңлай алмайым, – ти йәш ассистент профессорға. Тегеһе папирусты әйләндереп ҡарай ҙа, ҡәнә­ғәтһеҙ рәүештә:
– Бында нимәһе аңлашылмай инде? Фирғәүен­дең табибы яҙған ябай рецепт бит был, – ти.

* * *
– Ҡурҡыныс янағанда руль артындағы ҡатын-ҡыҙ нимә эшләй?
– Уның артына ҡаса!

* * *
Ҡунаҡҡа йыйынғанда ире ҡатынына:
– Ҡәҙерлем, ҡайһы күлдәкте кейәйем икән: ике төймәһе төшкәненме, яғаһы бысрағынмы, әллә инде ҡултыҡ аҫты һүтелгәненме? – ти.

* * *
– Һөйөклөм! – ти ир ҡатынына, – миңә матур һүҙҙәр табыуы бигерәк ауыр.
– Юҡҡа борсолма, – ти ҡатыны, – иң мөһиме, миңә кәрәкле аҡсаны тап.

* * *
Тәүҙә ул үҙенә ирҙе интернет аша эҙләне, ә аҙаҡ – Интерпол аша.

* * *
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙәге был тауарҙар, ысынлап та, Төркиәнәнме?
– Әлбиттә! Бына үҙегеҙ ҡайҙа етештерелгәнен ҡарағыҙ: «ООО «Маdе in Turkеy».

* * *
– Һеҙ оҫта саҡырттығыҙмы?
– Эйе. Беҙҙең аш-һыу бүлмәһендәге плитабыҙ ватылды.
– Һеҙ кәрәкле оҫтаны саҡырттыҡ тип уйлай­һығыҙмы?
– Әлбиттә. Һеҙ бит плитасы (плиточник).








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)

16.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (11.01.2019)


«Мин бит әле йәшәп бөтөрмәнем...»

Ҡәләмеңде ал ҡулыңа! 50 мең һумлыҡ бүләк һине көтә!

Йәнә лә байрам менән! Иҫке Яңы йыл менән!

Тоҙаҡҡа эләгеүе оҙаҡ түгел

Һибелә сәстәрем

11.01.2019 - Әҙәбиәт Һибелә сәстәрем


Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)

08.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.01.2019)


“Йәш айырмаһын мин һиҙмәнем...”

Аҡ йылан  фатихаһы

03.01.2019 - Әҙәбиәт Аҡ йылан фатихаһы


Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)

01.01.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (28.12.2018)


«Яҙмыш шаяртыуы» фильмы – 2

Хоҙай араланы үлемдән

31.12.2018 - Әҙәбиәт Хоҙай араланы үлемдән