RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөрйәндә – башҡорт әҙәбиәте көндәре

16.11.2010 Бөрйәндә – башҡорт әҙәбиәте көндәре

Үткән айҙа районда башҡорт әҙәбиәте көндәре үтте. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1968 – 1970 йылдарҙа Байназар мәктәбендә уҡытыусы булып эшләп киткән билдәле шағир ҡәҙим Аралбай, тәнҡитсе, ғалим, профессор, филология фәндәре докторы, шағир, “Ағиҙел” журналының тәнҡит һәм әҙәбиәт бүлеге мөдире Фәнил Күзбәков, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, талантлы шағирә Таңһылыу ҡарамышева, районыбыҙҙа йәшәп ижад итеүсе БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзалары Инсур Йәһүҙин, Сәрүәр Ғәләүетдинов, ”Баҙал” ижад берекмәһе ағзалары ҡатнашты.
Иң тәүҙә олуғ ҡунаҡтарҙы Байназар ауылы мәҙәниәт йорто алдында ихлас ҡаршы алдылар. Фойела ”Азамат” бейеү ансамбле ут сәсрәтеп бейегәс, милли аш-һыуҙан да ауыҙ итте ҡәләм әһелдәре. Унан китапханаға ҡыҫҡаса экскурсия ойошторолдо. Уҡыусылар ҡунаҡтарҙы төбәк тарихы, үҙҙәренә, Бөрйән районына арналған күргәҙмәләр, китапхана торошо менән таныштырҙы. Шығырым тулы зал ҡаршы алды шағирҙарҙы. ”Байназар мәктәбендә беҙҙең атай-әсәйҙәрҙе, бәлки, олатай-өләсәйҙәрҙе уҡытҡан ҡәҙим Аралбайға һүҙ бирәйек”, – тип башланы кисәне байназарҙар.
”ҡәҙерле туғандар, дуҫтар! Тауҙар артылып, тауҙар иле генә түгел, моңдар иле булған Бөрйәнгә, тарих уҡмашҡан, эпос булып халҡыбыҙға һеңгән рухлы төбәккә ашҡынып килдек. Беҙ Бөрйәндең тәбиғи матурлығына ғына һоҡланмайбыҙ. Швейцария – бүстәк, Бөрйән – халҡыбыҙҙың рух бишеге, һаҡлауға, яҡлауға лайыҡ ил. Борон-борондан батырҙары, олуғ шәхестәре – Уралдары, Алдарҙары, Мәсемханы булған ил. Тыуған төйәгегеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлағанығыҙҙы матбуғат аша беләбеҙ. Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов, Самат Ғәбиҙуллин кеүек шәхестәре булған ил ул Бөрйән.
Мин мәктәптә ике йыл эшләнем. Айгөл ҡыҙыбыҙ ҙа ошонда тыуҙы. Иң беренсе булып шиғырҙарымды Самат ағай күреп ҡалды. Былтыр уның 70 йыллығын билдәләнек. Бөгөн дә Бөрйән әҙәбиәтебеҙгә яңы ғына БР Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгән Рәсүл Сәғитов, Рәшит Зәйнуллин, Даян Мәжитов кеүек йәш ҡәләм оҫталарын биреп тора. Һеҙҙең ауылдаш Таңһылыу ҡарамышеваға килгәндә, ул – әҙәбиәтебеҙҙе төпкә егелеп тартҡан шағирә. Уның ҡыҙы Гәүһәр ҙә әсәһе юлынан китте. Бына әле яңыраҡ ҡына Таңһылыуҙың шиғырҙар китабын баҫтырып сығарҙы”.
Таңһылыу ҡарамышева, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә: ”Йә, һаумыһығыҙ, ауылдаштар. Тыуған яҡ һәр саҡ тартып, үҙенә саҡырып тора. Һеҙҙең менән осрашыуға бик теләп, тулҡынланып килдем. Бында минең матур еңгәйҙәрем ултыра, уҡытыусым Зәки ағай ҙа бында. Тормошомда кешеләрҙән шул тиклем уңдым: тәүге синыф етәксем иҫ киткес шәхес Сафура апай Сәйәхова ине, унан Мәрхәбә апай Миңдеғолова уҡытты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан Әхмәт Тимерйән улы Шагаев шундай бөйөк, новатор уҡытыусы булған. Шәүрә Абдулла ҡыҙына ла оло хөрмәт йөрөтәм. Яҙмышыма йүнәлеш биреүсе шәхес – Мөнир ағай Ишбулатов. Беҙ 9-сы синыфта саҡта уҡытырға килде ул. Башҡорт әҙәбиәте түңәрәге ойоштороп ебәрҙе. Киләһе ултырышҡа Юнир Салауатов юмореска яҙҙы, мин бер дәфтәр шиғыр яҙып килтерҙем. Ул саҡта электр уты юҡ, шәм яҡтыһында ижад итәһең. Мөнир ағай ҡушҡас, мәктәптән йүгереп ҡайттым да, ситтәре сигеүле япма менән көпләнгән карауат аҫтына инеп ултырып, бер тынала бер дәфтәр шиғыр яҙып ташланым. Салауат Юлаев хаҡында ине улар. Әсәйемә уҡыттым. Улай шиғыр буламы, тине ул. Мөнир ағай, шиғырҙарыма ыңғай баһа биреп, мәктәптең стена гәзитендә ”Салауат йәшәй” тигәне баҫылып сыҡты. Шул мәлдә мәктәпкә Тайфур Сәғитов килде. Теге шиғырымды ”Урал” гәзитендә баҫ­тырҙы. Унан Рәми Ғариповтан хат килде. ”Таңһылыу һылыу, матур шиғырҙарың менән ҡотлайым! Һиңә бер үтенесем бар: иптәштәрең алдында танауыңды сөймә!” – тигән. Бына ошолай хәл ителде шағирәлек яҙмышым.
Республика матбуғатында ши­ғырҙарым сыҡҡас, әлеге Рәми Ғарипов исемендәге гимназия директорынан хат килде – мине уҡырға саҡырғандар. Бер мәл кузовлы машина өй янына килеп туҡтаны. Мин Байназарҙан башҡа ер бар икән тип уйламайым, ҡырға китмәйем, тип ҡырталашам. Атайым мине кузовҡа мендереп ултыртһа, икенсе яҡтан илай-илай кире килеп төшәм. Шулай ҙа ултыртып ебәрҙеләр. Ана шунан башланды оло тормошҡа – шиғриәт иленә юл.
Бер кеше лә үҙенең тыуған ерен, ата-әсәһен һайлап тыумай. Шәжәрә тамырҙарым Ишембай районына барып тоташа. Әммә мин Хоҙай ҡушыуы буйынса ошонда, Байназарҙа тыуғанмын. Ғүмер буйы ауылдаштарыма мөхәббәт һаҡлайым”.
Фәнил Күзбәков: “Бөрйәндә беренсе тапҡыр түгелмен. Әхмәт ағай Сөләймәнов менән бергәләп Байназар, Яуымбайҙан әҙәби экспедиция менән үттек. Фәндә нимәгәлер өлгәшкәнмен икән, Бөрйән ғәйепле. Беҙҙең Мәләүез яҡтары ла матур. Бөрйән еренә тәьҫораттар, кинәнес менән килдем. Бында рухлы халыҡ йәшәй, тибеҙ ҙә ул, әммә бер нәмә һағайта: халҡыбыҙҙың рухи бишеге булған Бөрйәндә ”Ағиҙел” журналын 46 дана ғына алдыралар. Ошо һанды ишеткәс, балаларын рухи шишмәнән мәхрүм иткән ата-әсәләр, етәкселәр, уҡытыусылар оялыр, моғайын. Бөрйән бит рух мәккәһе, әммә был ҡылығығыҙ ғәфү иткеһеҙ. Республикала баҫмалар күп, әммә иң олоһо – ”Ағиҙел”. ”Аҡбуҙат”, ”Аманат”, ”Шоңҡар” журналдарын уҡымаған кешегә ни һан?! Беҙ үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡларға тейешбеҙ”.
Әлбиттә, һәр шағир үҙ сығышын шиғри юлдар аша тамамланы. Рухи аҙыҡҡа һыуһаған халыҡ уларҙың сығышын, матур итеп шиғырҙар уҡыуын ҙур ихласлыҡ менән тыңланы. Кисәне “Азамат” өлгөлө бейеү ансамбле, Фәнүзә Аҙанғолова етәкселегендәге ”ҡурыуҙытау” фольклор ансамбле биҙәне. Мәктәптә эшләп килеүсе ижад түңәрәктәре эше хаҡында Ф. ҡарағолова һөйләгәс, һүҙ ижад итеүсе уҡыусыларға бирелде. Үҙҙәренең китапсыҡтарын сығарырға өлгөргән Айгиз Буранғолов, Лилиә ҡаһарманова, Раушания Ситдиҡова шиғырҙарын аһәңле яңғыратты. Үҙен сәхнәлә артистарса тотоп, илһамланып шиғыр уҡыусы Айгиз Буранғоловҡа ҡарап уғата һоҡланды Өфө ҡунаҡтары. Сәсән-шағир Зәки Сөләймәновтың сығышынан һуң ҡәҙим ағай кисәне дөйөмләштереп ҡуйҙы. Китапхана һәм мәктәпкә бүләк – китаптар тапшырылғас, мәртәбәле ҡунаҡтар Нәби мәктәбенә юлланды.

Нәбиҙә лә шиғыр яраталар
Нәби ауыл мәҙәниәт йорто ла шағирҙарҙы ихлас ҡаршы алды. Тамашасылар уларҙың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙҙе йоторҙай булып тыңланы. Бәй, башҡорт әҙәбиәтенә академик, профессор, филология фәндәре докторы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты – шағир һәм фольклорсы Әхмәт Сөләймәновты, йәштәргә үрнәк булырлыҡ итеп ижад иткән, китап сығарырға өлгөргән Зәки Сөләймәновты биргән ауыл бит әле ул Нәби.
Сығыш яһаусылар ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу торошо хаҡында ла һөйләне. Матбуғат – рухи көҙгө, үҙебеҙҙе ошо байлыҡтан мәхрүм итмәйек, тине улар.
”Һәр өйҙә ҡөрьән менән бергә китап, башҡорт китабы ятырға, уҡылырға тейеш”, – тине ҡәҙим Аралбай сығышы һуңында.
Был һүҙҙәргә ни ҙә булһа өҫтәү артыҡ булыр төҫлө.

Иҫке Собханғолда – яңы байрам
Нимә генә тиһәң дә, халыҡ шаҡы-шоҡо концерттарҙан, ни моңо, ни һүҙе йөрәккә ятмаған ”йырсы”ларҙан йөҙәгән. Рухи ҡорғаҡһыу, әҙип һүҙенә сарсау – ошоға дәлил.
Иҫке Собханғол мәҙәниәт һарайы ла байтаҡ шиғыр һөйөүсене йыйған. ”Мираҫ” ансамбле сығышы сараға йәм һәм йән өҫтәп ебәрҙе. Шағирҙарҙың йөрәк түренән сыҡҡан һәр һүҙҙе күңеленә алып ултырғандыр сараға килгән һәр уҡыусы, һәр бала. Таңһылыу ҡарамышеваның бала саҡ хәтирәләрен, ҡәҙим Аралбайҙың Бөрйән сәхифәләрен, Фәнил Күзбәковтың күңел ҡылдарына ҡағылырлыҡ итеп матбуғатҡа яҙылыу торошо хаҡында бәйән итеүе берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Шулай ҙа шағирҙарҙың үҙҙәре шиғырҙар уҡыуы халыҡҡа нығыраҡ оҡшаны. Тере шағирҙың тере һүҙе үле күңелдәрҙе лә уятып ебәргәндәй булды.

Әбделмәмбәттәр – теүәл халыҡ
Нәҡ шундай баһа биреп ҡайтты баш ҡала ҡунаҡтары ҡыпсаҡтарға. Көтмәй ҙә, көттөрмәй ҙә минуты-секунды менән теүәл башланып китте сара. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирәнә күңелле үҙешмәкәр композитор Миңнур Мөхәмәтйән ҡыҙы ҡасимованың икенсе синыф уҡыусылары йырлы-моңло күстәнәстән ауыҙ иттергәс, ҡунаҡтар шығырым тулы залға инде. Шағирҙар бер-бер артлы һүҙ ала, халыҡҡа йөрәк түренән сыҡҡанын еткерә торҙо. Бөрйәндә башҡорт әҙәбиәте көндәре үткәрелгәндә үҙенең 60 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләүсе уҡытыусы, шағир Сәрүәр Ғәләүетдиновтың сығышы сараға йәм генә өҫтәне. ҡатын-ҡыҙҙарҙың фольклор төркөмө сығышы, М. ҡасимова етәкселегендәге “Гөрөлдәк” вокаль ансамбленең һәр йыры, ике тауышҡа Салауат Юлаевтың ”Уралым”ын башҡарыусы бөркөттәй егеттәрҙең сығышы иҫ китмәле булды. Рухлы ҡыпсаҡтар кисәнән күңеленә ғәм, сәм алып, теүәллектәре менән хайран итеп, үҙҙәре байрам итте.

Килдеғол – рух үҙәге
Кемгә-кемгә, килдеғолдарға хәҙер аптырарлыҡ түгел: йә бөтә мәктәптәре, ауылдары менән “Таң”ға, ”Шоңҡар”ға, ”Йәшлек”кә яҙылып, бөтә ғәмде таң ҡалдыралар, йә республиканы шаулатып матбуғат байрамдары үткәреп ебәрәләр, йә тарихи урындарға рух һуҡмаҡтары һалып, асыштары менән “аһ” иттерәләр, йә мәғлүмәт донъяһындағы еңеүҙәре, интернет менән дуҫ булыуҙары арҡаһында тормоштоң алдынғы позицияһында барып, үҙәктәрҙең танауына сиртәләр. Бының ғилләһе, әлбиттә, яңылыҡҡа ынтылыусан, коллективын бер ғаилә итеп туплай алыусы, ижади ҡарашлы етәксе Инсур Рәмил улы Үтәбаевта. Тарихсы, шағир, журналист, эҙәрмән Мөнир Абдулла улы Фәйзуллин әйтеүенсә, килдеғолдар бер-береһе менән булмай, ә эш менән була. Күрше-тирәләргә уларҙан өлгө алыу бер ҙә зыянға булмаҫ ине.
Килдеғолда ла сара бик йәнле барҙы. Түштәренә боронғо һаҡалдар тағып, ҡашмау-сулпыларын сылтыратып сыҡҡан милли кейемдәге ауыл ағинәйҙәренә, уларҙың йөкмәткеле сығышына таң ҡалды баш ҡала ҡунаҡтары. Шағирҙарҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Килдеғолдар ҙа һынатманы – йыр-моң, шиғри күстәнәс менән яуап бирҙе. ҡунаҡҡа килеүсе шағирҙар­ҙың шиғырҙарын уҡыусылар тасуири итеп уҡыны. Артабан әҙиптәр мәктәптең тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт ҡылды. Бөрйәндә элек үткән башҡорт әҙәбиәте көндәрен сағылдырған фотолар ҡуйылған стендтар иғтибарға лайыҡ. Күптәре инде баҡыйлыҡҡа күскән шағир- яҙыусылар фотоһүрәттәр аша йылмая. Бында ла килдеғолдарҙың сослоғо, тарихҡа битараф булмауы, эҙәрмәнлеге сағыла. ”Типовой мәктәп булмаһа ла, районға ғына түгел, республикаға күрһәтеп, тәжрибә уртаҡлашыр рәте бар килдеғол­дарҙың. Бында рухлы, үҙ халҡының тарихына мөкиббән ғашиҡ уҡытыу­сылар эшләй”, – тип баһа бирҙе ҡәҙим Әбделғәлим улы.

ҡолғанала – юбилей
Бәхетленең ҡунағы бер көндә, ти бит әле халыҡ. Бәхетле шағир Сәрүәр Ғәләүетдиновтың өлөшө лә тос булып сыҡты – Бөрйәндә башҡорт әҙәбиәте көндәрен үткәреү уның 60 йәшлек юбилейына тап килде. Тамъяндар ҡунаҡтарҙы йыр-моң менән ихлас ҡаршыланы. Шағирҙың бала сағынан бер эпизодты сәхнәләштерҙе ҡолғана мәктәбе уҡыусылары. Инсаф – Сәрүәр шағир­ҙың бала сағын тулы теүәллегендә күҙ алдына баҫтырырға бөтә тырышлығын һалды. ҡәҙим Аралбай үҙ сығышында: ”Бөгөн һеҙ, ҡолғаналар, икеләтә бәхетле. Районда үткән ҙур саралар рамкаһында ауылығыҙҙан сыҡҡан шағир, юғары категориялы уҡытыусы, биш китап авторы, биш бала атаһы Сәрүәр Ғәләүетдиновтың юбилей кисәһе лә үтә. Сәрүәр шиғриәткә һуңлабыраҡ килде, әммә маҡсатлы һәм ныҡышмал ижад итте. Баҫалҡы холоҡло Сәрүәребеҙ бөгөн һеҙҙең алда шиғриәт күгендә үҙ йондоҙон тапҡан, халҡына әйтер тәғәйен һүҙе булған шәхес булып ултыра. ҡолғана ауылы йә Әбйәлилгә, йә Бөрйәнгә күсеп, төрлө боролоштар кисерһә лә, Сәрүәр һәр саҡ тыуған яғына, шиғриәткә тоғро булып ҡалды. Уның менән беҙҙең танышлыҡ әүәлдән килә. Байназарҙа эшләгән дәүерҙә лә килгеләп йөрөнө. Шым ғына йөрөгән кеүек булһа ла, ҡайһындай эштәр эшләп ташлаған: бынамын итеп йорт һалған, берәүҙе генә түгел, ҡапҡа эсендә өстө, өс ул, ике ҡыҙ үҫтергән, моғайын, ағас та ултыртҡандыр әле. Етмәһә, ул юғары категориялы уҡытыусы, биш китап сығарған, әле лә сығарыр, тигән өмөттәбеҙ”.
ҡәҙим Әбделғәлим улы Сәрүәр Ғәләүетдиновҡа БР Яҙыусылар союзы рәйесе Рауил Бикбайҙың ҡотлау хатын тапшырҙы. Фәнил Күзбәков та ҡәләмдәшен ҡотларға буш килмәгән – ”Ағиҙел” журналының ҡотлау хатын, исемле футболкаһын, китаптар килтергән. Район хакимиәте башлығы И. Зариповтың ҡотлау хатын һәм бүләген ҡолғана ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ә. Нуретдинова тапшырҙы. Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы К. Теләүбаева, район мәғариф бүлеге вәкиле Ф. Ғүмәрова, Әбделмәмбәт, Килдеғол, ҡолғана мәктәптәре етәкселеге, ”Таң” гәзите мөхәрририәте, ”Баҙал” ижад берекмәһе лә яҡташ шағирға байрам бүләген һәм теләктәрен ихлас еткерҙе. ҡолғана уҙаманы Сәрүәр Ғәләүетдинов бөгөнгө бәхет тәхетендә ныҡлы ултырыуға тос өлөш индергән шәхес – уның ҡатыны, бөтә ғүмерен ауылдаштары һаулығын һаҡлауға бағышлаған ауыл фельдшеры Рәшиҙә еңгәйгә лә рәхмәттең иң тосон еткерҙе һәр кем. Кисәне район мәҙәниәт һарайы артистары йырлы-моңло, нурлы итеп алып барҙы.
Эйе, бәхетленең ҡунағы ла, байрамы ла, осош-балҡыштары ла бер көндә булды. Сәрүәр Ғәләүетди­новты ныҡлы һаулыҡ, ижад ҡомары, илһам ташламаһын, тип таралышты был саранан барыһы ла.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)